Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Июнь 2020, 12:15

Һуңғы теләк

93 йәшлек Хәҙисә әбейгә тормоштоң ҡыҙығы ҡалманы: яҡындарына бәлә һалмай үҙ аяҡтарында, үҙ аҡылында йәшәһә ине һуңғы минуттарынаса... - Эйййй! Уйлаһаң - уйылып китерһең... Шунса оҙон ғүмерендә нәмә генә күрмәне лә, ниҙәр генә үткәрмәне... Һөйләһәң - китапҡа һыймаҫ. Ярар, нисек йәшәлһә - шулай йәшәлде инде, артҡа күҙ ташлаһа, оялып, ҡыҙарып ултырырлыҡ бер хилаф эш тә эшләмәгән, Аллаһыма шөкөр. Алыҫ Үзбәкстан ҡомлоғонда 28 йәштә генә тол ҡалып, 4 баланан береһе генә ниндәйҙер мөғжизә менән дизентериянан терелеп, ҡәһәрле һуғыштан һуң 5 йыл үткәс генә, тыуған Башҡортостанына, яратҡан ауылына, ғәзиз инәһенең тупһаһына мең бәләләр менән ҡайтып йығылғайны. Рәхмәтле инде яҙмышына: берҙән - бер улын аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп, 4 ейәнен үҫтереп, хәҙер 8 бүлә-бүләсәләренә һөйөнөп, килен хөрмәтендә йәшәп ята. Уҡый-яҙа белмәһә лә, ҡара иҫәпкә шәп булды. Заманында алдынғы тракторист булып, үҙе йүнәтеп-рәтләп, хатта двигателен күҙен йомоп та йыя ала ине, шуға улы ла тракторист һөнәрен һайлағандыр инде... Шуныһы ғына хәҙер үкендерә: улын ят ирҙән кәмһеттермәйем тип, ир төҫө күрмәй, яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап, һалҡын түшәктә үткәрҙе йәшлеген. - Һәййй, һораусылар ҙа хаяһыҙ ине бит. Йәшкелт-зәңгәр күҙле, һомғол кәүҙәле, тулы күкрәкле, егәрле "йортауай" ҡатын ауылдың йөҙөк ҡашы ине. Яусылап, димләп кенә барған Зиннәтен ғүмергә яратты ла ҡуйҙы шул, башҡалар уның күңелен яулай алманы, ә унан тәүге алышта уҡ батырҙарса һәләк булды, тигән хәбәре генә килде. Донъяны үҙе көттө, тотто: килене ауыҙына ғына ҡарап торҙо, уның һүҙенән сыҡманы. Кем белгән Хоҙайҙың шул тиклем ғүмер биререн, аҙаҡҡы 20 йылында әжәл етеүгә әҙер инде ул. Тик... Ҡыш етһә, ерҙең ап-аҡ мамыҡҡа төрөнөүен, сатлама һыуыҡтарын, ыжғыр бурандарын күҙәтә лә: - Әйй, ошондай, йүнле кеше этен сығармаҫ, көндө ҡәбер ҡаҙыусыларҙы йонсотоп-өшөтөп, үлеп ятып буламы, кит юҡты... Лутсы рәхәтләнеп ейәндәремә башалтай-бейәләй бәйләйем, бирнәләренә мендәр-түшәк әҙерләйем, - тип ҡуя. Йәмле яҙ етһә, күңеле булып тышта йөрөп керә лә: - Кит инде тәбиғәт уянғанда, ағастар япраҡ ярғанда, бөтә донъя йәшеллеккә күмелгәндә, әрүахтар уянғанда, барса ғәм баҡса ултыртҡанда нисек намыҫың етеп ер ҡуйынына кереп ятаһың? - ти. Йылы, ҡояшлы йәйҙәр етһә, ҡаҙ бәпкәләрен көтөп, тауыҡ себештәрен ашатып керә лә: - Бынау тиклем көн оҙононда, бөтә әҙәм бесән әҙерләгәндә, еләк-емеш бешкәндә, кешенең эшен ҡалдырып, оялмай үлеп ятмаҫ инде, балаларына ашарға бешереп булһа ла торор. Ямғырлы, һалҡын елдәр иҫкән көҙ етһә, утынлыҡтан шыңғырҙап торған ҡоро утын керетеп, өйөн йылыта ла: - Халыҡ баҫыу тулы сөгөлдөрҙө таҙартып оҙата, өйҙә бәрәңгене йыйыштыраһы, мал ҡаршылайһы бар, бер ҡулды биш итәһе урында, бар ғәләмде аптыратып китеп бармаҫ инде... Ҡаҙ мамығынан яһалған түшәгендә борһаланып ятты ла, тағы бала сағына ҡайтып ураны. Әтәһе 4 улынан һуң тыуған ҡыҙын бигерәк тә яратты, иркәләне, үҙе менән күтәреп алыр ҙа йөрөр ине, бер ҡунаҡтан ҡалдырманы, хатта эске мәжлестәрендә лә алдына алып ултырта ла: "Хәҙисә арыны, баланың йоҡоһо килә", - тип ҡайта ла китә ине. - Ник илайһың Хәҙисә? - Йығылғайным бит кисә. -Кисә йығылғаның өсөн Ник иларға уйланың? -Кисә илап күрһәтергә, Һин бит өйҙә булманың, - тип гел мәрәкәләй ине... Ине, ине... Сәхәргә тороп, тәһәрәт алып, иртәнге намаҙын уҡыны ла, кире ятты. Килене иртәнге сәйгә саҡырғанда, мәрхүмә, "балалары, әтәй-инәһе менән осрашып", йылмайып ята ине... Был 31 октябрь, ураҙаның һуңғы көнө: кешеләрҙең эше бөткән, мал-тыуар ҡураға кергән, ҡырпаҡ ҡына ҡар яуған көн ине...Хәҙисәнең һуңғы теләге лә ҡабул булды.Гөлназ ҒӘБИТОВА.Ғафури районы.

93 йәшлек Хәҙисә әбейгә тормоштоң ҡыҙығы ҡалманы: яҡындарына бәлә һалмай үҙ аяҡтарында, үҙ аҡылында йәшәһә ине һуңғы минуттарынаса... - Эйййй! Уйлаһаң - уйылып китерһең... Шунса оҙон ғүмерендә нәмә генә күрмәне лә, ниҙәр генә үткәрмәне... Һөйләһәң - китапҡа һыймаҫ.

Ярар, нисек йәшәлһә - шулай йәшәлде инде, артҡа күҙ ташлаһа, оялып, ҡыҙарып ултырырлыҡ бер хилаф эш тә эшләмәгән, Аллаһыма шөкөр. Алыҫ Үзбәкстан ҡомлоғонда 28 йәштә генә тол ҡалып, 4 баланан береһе генә ниндәйҙер мөғжизә менән дизентериянан терелеп, ҡәһәрле һуғыштан һуң 5 йыл үткәс генә, тыуған Башҡортостанына, яратҡан ауылына, ғәзиз инәһенең тупһаһына мең бәләләр менән ҡайтып йығылғайны. Рәхмәтле инде яҙмышына: берҙән - бер улын аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп, 4 ейәнен үҫтереп, хәҙер 8 бүлә-бүләсәләренә һөйөнөп, килен хөрмәтендә йәшәп ята. Уҡый-яҙа белмәһә лә, ҡара иҫәпкә шәп булды. Заманында алдынғы тракторист булып, үҙе йүнәтеп-рәтләп, хатта двигателен күҙен йомоп та йыя ала ине, шуға улы ла тракторист һөнәрен һайлағандыр инде...

Шуныһы ғына хәҙер үкендерә: улын ят ирҙән кәмһеттермәйем тип, ир төҫө күрмәй, яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап, һалҡын түшәктә үткәрҙе йәшлеген. - Һәййй, һораусылар ҙа хаяһыҙ ине бит. Йәшкелт-зәңгәр күҙле, һомғол кәүҙәле, тулы күкрәкле, егәрле "йортауай" ҡатын ауылдың йөҙөк ҡашы ине. Яусылап, димләп кенә барған Зиннәтен ғүмергә яратты ла ҡуйҙы шул, башҡалар уның күңелен яулай алманы, ә унан тәүге алышта уҡ батырҙарса һәләк булды, тигән хәбәре генә килде. Донъяны үҙе көттө, тотто: килене ауыҙына ғына ҡарап торҙо, уның һүҙенән сыҡманы. Кем белгән Хоҙайҙың шул тиклем ғүмер биререн, аҙаҡҡы 20 йылында әжәл етеүгә әҙер инде ул. Тик... Ҡыш етһә, ерҙең ап-аҡ мамыҡҡа төрөнөүен, сатлама һыуыҡтарын, ыжғыр бурандарын күҙәтә лә: - Әйй, ошондай, йүнле кеше этен сығармаҫ, көндө ҡәбер ҡаҙыусыларҙы йонсотоп-өшөтөп, үлеп ятып буламы, кит юҡты... Лутсы рәхәтләнеп ейәндәремә башалтай-бейәләй бәйләйем, бирнәләренә мендәр-түшәк әҙерләйем, - тип ҡуя. Йәмле яҙ етһә, күңеле булып тышта йөрөп керә лә: - Кит инде тәбиғәт уянғанда, ағастар япраҡ ярғанда, бөтә донъя йәшеллеккә күмелгәндә, әрүахтар уянғанда, барса ғәм баҡса ултыртҡанда нисек намыҫың етеп ер ҡуйынына кереп ятаһың? - ти. Йылы, ҡояшлы йәйҙәр етһә, ҡаҙ бәпкәләрен көтөп, тауыҡ себештәрен ашатып керә лә: - Бынау тиклем көн оҙононда, бөтә әҙәм бесән әҙерләгәндә, еләк-емеш бешкәндә, кешенең эшен ҡалдырып, оялмай үлеп ятмаҫ инде, балаларына ашарға бешереп булһа ла торор. Ямғырлы, һалҡын елдәр иҫкән көҙ етһә, утынлыҡтан шыңғырҙап торған ҡоро утын керетеп, өйөн йылыта ла: - Халыҡ баҫыу тулы сөгөлдөрҙө таҙартып оҙата, өйҙә бәрәңгене йыйыштыраһы, мал ҡаршылайһы бар, бер ҡулды биш итәһе урында, бар ғәләмде аптыратып китеп бармаҫ инде...

Ҡаҙ мамығынан яһалған түшәгендә борһаланып ятты ла, тағы бала сағына ҡайтып ураны. Әтәһе 4 улынан һуң тыуған ҡыҙын бигерәк тә яратты, иркәләне, үҙе менән күтәреп алыр ҙа йөрөр ине, бер ҡунаҡтан ҡалдырманы, хатта эске мәжлестәрендә лә алдына алып ултырта ла: "Хәҙисә арыны, баланың йоҡоһо килә", - тип ҡайта ла китә ине. - Ник илайһың Хәҙисә?

- Йығылғайным бит кисә.

-Кисә йығылғаның өсөн

Ник иларға уйланың?

-Кисә илап күрһәтергә,

Һин бит өйҙә булманың, - тип гел мәрәкәләй ине... Ине, ине... Сәхәргә тороп, тәһәрәт алып, иртәнге намаҙын уҡыны ла, кире ятты. Килене иртәнге сәйгә саҡырғанда, мәрхүмә, "балалары, әтәй-инәһе менән осрашып", йылмайып ята ине... Был 31 октябрь, ураҙаның һуңғы көнө: кешеләрҙең эше бөткән, мал-тыуар ҡураға кергән, ҡырпаҡ ҡына ҡар яуған көн ине...Хәҙисәнең һуңғы теләге лә ҡабул булды.
Гөлназ ҒӘБИТОВА.
Ғафури районы.
Читайте нас: