Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
7 Июнь 2020, 12:55

ӘКИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ (детдом хикәйәләре)

-Һеҙ детдомда булһағыҙ ҙа бик яҡшы йәшәйһегеҙ, – ти ул көнләшә биреп.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Бур
Был юлы йәйге лагерҙа тыныс ҡына ял итеп булманы. Һин дә мин тигәндәй йәшәп ятҡанда көтөлмәгән хәл килеп сыҡты. Лагерь һаҡсыһының әйберҙәре юғалған! Кемдер уның бүлмәһенә инеп мең һум аҡсаһын һәм бәкеһен сәлдергән! Бында ял итеүселәр күп: беҙҙән тыш ҡала балалары ла, төрлө райондарҙан килгәндәр ҙә байтаҡ. Әммә уғрылар хаҡында һүҙ сыҡҡас, тәүҙә детдом балаларына шик төштө.
- Әгәр ғәйеплене табып бирмәһәгеҙ , үҙегеҙгә үпкәләгеҙ! – һаҡсы ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы. - Һеҙ генә шул тирәлә өйрөләһегеҙ, башҡалар унда йөрөмәй.
Вожатыйыбыҙ Рәфис ағай ҙа үҙенә урын таба алманы. Ни тиһәң дә беҙҙең тәртип өсөн ул яуаплы. Эш ҙурға китһә, тәүҙә унан һорау аласаҡтар. Детдом директоры ла, лагерь етәксеһе лә балаларҙы насар ҡарайһың тип уны шелтәләйәсәк.
Рәфис ағай беҙгә ят кеше түгел. Ул үҙе лә беҙҙең балалар йортонда тәрбиәләнгән. Әле ҡалала гыпытыуҙа уҡып йөрөй. Ә йәйге каникулға уны беҙҙең вожатый итеп ебәрҙеләр. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна гел шулайта: лагерға беҙҙең тәрбиәселәрҙе түгел, ә элек тәрбиәләнгән ағайҙарҙы ебәрә. Бының сәбәбе лә бар: беренсенән, Рәфис ағай беҙҙең менән еңел уртаҡ тел таба. Икенсенән, үҙебеҙҙең кеше булғас, балалар унан ҡурҡып тора. Әгәр яңылыш аҙым яһаһаң, ағайыбыҙ нисек урыныңа ултыртыу алымын яҡшы белә. Элек бында тәрбиәләнгәндә уның “башлыҡ” булараҡ даны һеңеп ҡалған.
Уғрылыҡ тураһындағы хәбәрҙе вожатыйыбыҙ бик ауыр ҡабул итте. Бөтәбеҙҙе лә йыйып алды ла, тиҙ арала бурҙы табыу кәрәклеген әйтте.
Башланды соҡоноуҙар! Һәр бүлмәгә инеп әйберҙәрҙе тентенеләр. Һәр кемебеҙҙән ентекле һорау алдылар, кеҫәләрҙе ҡапшап сыҡтылар, хатта сумкаларҙы аҡтарҙылар. Тик эҙләү һөҙөмтә бирмәне: бәке лә, аҡса ла табылманы.
Ошо эҙләүҙәрҙә Динар бөтәһенән дә әүҙемерәк булып сыҡты. Соҡоноуҙар башланғандан бирле Рәфис ағай тирәһендә уралды. Әллә үҙенең шәплеген күрһәтергә тырышты, әллә ысынлап та теге бурға ҡарата нәфрәте ташып тора... Ул малай элек Даяндың уң ҡулы булып йөрөнө. Шул саҡта унан этлектәрҙе күп күрҙек инде!
Кискә тиклем ҡараҡ табылмағас, моғайын, башҡа балалар айыу майы һөрткәндер, тип уйланыҡ. Ә ниңә, детдом балалары ғына урлашамы? Берәй нәмә булһа, гел беҙҙән күрәләр, тип эстән генә асыуландыҡ. Шул һаҡсыны ла әйтәйем инде! Үҙ әйберенә хужа була алмағас ниндәй һаҡсы инде ул?! Шәп булғас бөтә лагерҙы теттереп үҙе э
Был һүҙҙәр менән артыҡ ашыҡҡанмын икән... Иртәгәһенә таралған хәбәр күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Бур табылған... Һәм ул беҙҙең детдом малайы булып сыҡҡан. Зыҡ ҡубып бөтәһенең дә әйберен тентегән Динар бөгөн иртәнсәк Альберттың яҫтығы аҫтынан юғалған бәкене табып алған!
Төшкө аш алдынан беҙҙе вожатыйыбыҙ йәшәгән йорт алдына йыйҙылар. Был саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы: кеселәре лә, өлкәндәре лә килеп еткәйне. Инде бөтәһе лә урынында булғас, вожатыйҙың бүлмәһенән Альбертты елтерәтеп алып сыҡтылар.
Уны күреү менән башҡалар шарҡылдап көлөргә, төрлө әрһеҙ һүҙҙәр менән ҡысҡырырға тотондо. Малайҙың йөҙө ҡасҡан, туҡтауһыҙ илауҙан бите шешенеп бөткән. Бер-ике тапҡыр һуғып та алғандарҙыр, битендә сыйылған урыны бар ине. Ул башҡаларҙың күҙенә күренмәҫкә теләптер, башын эйгәй.
- Бына, балалар, бур табылды. Беҙҙең исемде һатыусы уғры ошо була инде! – тиеп вожатыйҙың әйтеүе булды, башҡалар геүләргә тотондо.
- У-у-у – крыса! – тип ҡысҡырҙы берәү.
- Кәрәген бирер кәрәк уның. Бүтән урлашмаҫ!
- Ҡалай оятһыҙ бәндә булып сыҡты! Етмәһә, бер нәмә лә булмағандай йөрөп ята бит әле!
- Эйе, уның арҡаһында кемде генә ғәйепләп бөтмәнеләр. Аҙаҡ үҙем шуның өсөн башын төйөп аласаҡмын.
- Ми-мин ал-ма... – Ҡалтырана-ҡалтырана Альберт ғәйепһеҙлеген аңлатып нимәлер әйтергә теләгәйне, уны тыңлаусы булманы. Бындай ҡылығы менән, киреһенсә, Рәфис ағайҙың асыуын көсәйтте генә:
- Шым тор! – вожатый уның ҡолағынан бороп алды. – Был һинең генә этлегең икәнен бөтәһе лә белә. Күргән кешеләр ҙә бар!..
- Шуның ғына эше! – һүҙгә Динар ҙа ҡушылды. - Кисә генә шул туймаҫ тамаҡтың ауыҙын шапылдатып һағыҙ сәйнәп йөрөгәнен күрҙем! Аҡсаһы булмаһа, бетенә алһынмы?
- Ул ҡарағай сайыры ине. Шуны сәйнәнем... – тине башын күтәрмәй Альберт.
- Ну, алдаша белә. Оҫтарып бөткән! Үҙем күрҙем – ап-аҡ һағыҙ ине, – тип үҙенекен тылҡыны Динар.
Уның был һүҙҙәре инде бөтәһен дә ҡеүәтләп ҡуйҙы. Тимәк, шул малайҙың ғына эше булып сыҡҡан. Ана бит, Динар һағыҙ сәйнәп йөрөгәнен күргән. Хәҙер инде Альберт нимә генә тип әйтһә лә, уға ышаныусы булмаҫ. Шул шым ғына йөрөгән малай урлаша тип уйлап та бирмәгәйнем.
- Ҡалай уңайһыҙ хәлгә ҡалдыҡ, - вожатый ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Хәҙер кеше күҙенә күренерлек түгел. Ана, башҡа балалар бер ҙә кеше кеҫәһенә кереп йөрөмәй. Ә һеҙгә нимә етмәй тағын?
- Ну, ағай, бер ала һыйыр өсөн бөтәбеҙҙе лә ғәйепләмәгеҙ инде! – тип үҙ алдына һөйләнде Әмилә.
Рәфис ағай һүҙен дауам итте:
- Бындай бурҙарҙың башынан һыйпап ҡуймайбыҙ. Ошо хәл бүтәндәргә һабаҡ булырға тейеш. Белгегеҙ килһә, боронғо заманда урлашҡан кешеләр өсөн яза ҡаты булған. Беренсе тапҡыр урлашһа – бармағын киҫкәндәр, тағы тотолһа – тотош ҡулып сапҡандар!
- Хәтәр, әй! Альберт, бер бармағың менән хушлашаң инде! – Артҡы рәттән кемдер мыҫҡыллы һүҙ ташланы. Бүтәндәр хихылдашырға тотондо. Уртала торған ҡараҡ тағы көслө итеп илай башланы.
- Ә мин Альберт өсөн башҡаса яза уйлап ҡуйҙым. – Вожатый пакетынан ҡатырға менән ҡара фломастер алып сыҡты. Был
әйберҙәрҙең нимәгә кәрәк икәнлеген һаман төшөнә алмай торҙом. Бүтәндәр шатлығынан һикерәнләшеп вожатыйҙы уратып алды. Шунан Рәфис теге ҡатырғаға ҙур итеп “Я – ВОР!” тип яҙып ҡуйҙы. Малайҙар тиҙ арала бау тапты. Һәм шул ҡатырғаны Альберттың муйынына элеп тә ҡуйҙылар. Унда нимә яҙылғанын күргәс, малай тағы иларға тотондо.
- Ва-уу! Шәп ысул тапҡанһығыҙ, ағай! – тип хуплап алдылар.
- Ха-ха, бына ҡайҙа ул бур! Аҡса буры! Бәке буры!
- Йөрөһөн шулай! Башҡалар белеп торһон! Урлашҡанда биҙа оҫта ине...
- Ике көн буйына ошо яҙыу менән йөрөргә тейешһең, – вожатый бармағы менән киҫәтеп ҡуйҙы. – Әгәр сисһәң, кәрәгеңде алаһың. Ә һеҙ, балалар, ул сисмәһен өсөн ҡарап йөрөгөҙ!
- Ә хәҙер ашханаға барғанда ла шул яҙыу менән йөрөргә тейешме? – Динар көлөүен туҡтата алмай, һорап ҡуйҙы.
- Эйе, йоҡлағанда ла сисмәҫкә тейеш! – тигән ауап булды.
Вожатый йыйылыштың тамам икәнен әйткәс, балалар яйлап таралыша башланы. Тик күптәре былай ғына китергә ашыҡманы. Кемдер Альберттың сәсенән тартты, икенсеһе һөҙөшкәк үгеҙ һымаҡ төртөп китте. Алдына килеп, “Мин – бур! Мин – бур!” тип үсекләшеүсеһе лә табылды.
- Бар – юғал күҙемдән! Йүгер! – һулҡылдап торған малайҙы Рәфис ҡыуып ебәрҙе.
Теге яҙыу менән башы һуҡҡан яҡҡа йүгереп киткән Альбертты Динар ҡыуып етте лә, арт яғына шапылдата тибеп ебәрҙе. Бур был тиклем тибеүҙән тәкмәсләп барып төштө. Әммә бер һүҙ ҙә әйтмәне. Торҙо ла, тағы йүгерҙе...
Бынан һуң Альбертҡа тынғылыҡ булманы. Шул яҙыу менән иртәнсәк күнекмә яһарға ла сыға. Ашханаға ла шулай барғайны. Унда ла малайға тыныс ҡына ашарға бирмәнеләр. Өҫтәле янынан үткән берәүһе уға ҡағылмай ҡалмай. Берәүһе башына ҡалаҡ менән шаҡылдата һуғып китте, икенсеһе компотына бармағын тығып ебәрҙе, өсөнсөһө икмәген тартып алды... Беҙҙең детдомдыҡы булмаған балалар ҙа был хәлде күреп аптырай. Кемеһелер йәлләп ҡарай, кемеһелер өсөн мәрәкә. Ә инде Альберттың ғәйепле башы эйәлгәндән-эйелде. Бер кем менән дә һөйләшмәҫ булды. Һорау бирһәң дә, яуап ҡайтармай. Ней шул яҙыуын ташлар ине, Рәфис ағай ҡушҡанға бүтәндәр күҙәтеп йөрөй. Улай ғына түгел, уңайы сыҡҡан һайын һуғып китәләр, төрлөсә мыҫҡыл итәләр. Ә бурҙы кем яҡлаһын инде? Үҙе ғәйепле тип кенә ҡуялар.
Өсөнсө көнөнә Альберт юҡ булды! Ҡасҡан!.. Бөтәһе лә йоҡлаған саҡта, шым ғына сығып тайған икән. Ҡайҙа барырын да берәүгә лә әйтмәгән.
- Ҡаса инде! – тинеләр берәүҙәр. – Мең һум аҡсаһы бар! Уны бит ҡараҡ кире ҡайтарманы. Ситкә китеп туйғансы тәмле-татлы ашарға булғандыр...
Атаҡлы бурҙың ҡасыуы лагерь тормошона тағы борос өҫтәп ебәрҙе. Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, тәрбиәселәр кемуҙарҙан йүгерешә башланы. Шул уҡ көндә детдомға шылтыраттылар, милицияны ла саҡырттылар. Погонлы ағай оҙаҡ төпсөндө, бөтәбеҙҙән дә һорау алдылар: кемгә китәм тип әйтмәнеме, ниндәй туғандарын беләһегеҙ, ҡасыу тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр һөйләмәнеме.
- Ауыртмаған башҡа – тимер таяҡ! – асыуынан ҡыҙарып бөткән вожатыйыбыҙ һуҡранды ғына. – Ну, табылһын әле. Аяғын ҡыҫҡартырмын!
... Бер аҙнанан һуң Альбертты тотоп алып килделәр. Күрше районда ғына йәшәгән әсәһенә ҡасҡан икән. Ә ул ара бик алыҫ ҡына: йөҙ
километр самаһы! Шул тиклем араға ҡасыр өсөн ниндәй йөрәк, ниндәй батырлыҡ кәрәк!
Бүтәндәр күрмәгән саҡта уның менән һөйләшеп тә өлгөрҙөм. Эргәлә бүтәндәр булһа, Альберт асыла һалып бармаҫ ине. Мин уның былтыр балалар йортонан оло тормошҡа киткән ағаһы менән яҡшы аралаштым. Бәлки, шуғалыр ҙа, ул миңә ниндәйҙер ышаныс менән ҡарай, яуап бирергә тартынмай.
- Нимә менән барҙың һуң? – тим төпсөнөп.
- Тәүҙә йәйәү атланым.. Бүтәндәр күрмәһен өсөн көнө буйына урмандан атланым. Артымдан эҙәрлекләп сығырҙар тип ҡурҡтым. Шулай ҡараңғы еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ахырҙа, бер ҡайын төбөнә ҡыуыш ҡороп йоҡланым. Ә иртәгәһенә оло юлға сыҡтым да, машина туҡтаттым. Улар мине ауылға тиклем алып барҙы...
- Хәтәр икән. Ә нимә ашаның һуң? Асыҡҡанһыңдыр?
- Ҡайҙан! Йәй көнө кеше асыға тиме? Урманда еләктән күп нәмә юҡ.
Малайҙың өҫ-башынан үк күренеп тора, өйөндә уға әллә ни яҡшы ҡарау булмаған. Кейеме бысрап бөткән, тырнаҡтары керләнгән, сәсе лә майланып тора...
- Һин ҡайтып төшкәс, әсәйең ҡыуанғандыр. – тим малайҙы дәртләндерергә тырышып.
Альберттың йөҙө үҙгәрҙе, күҙемә лә ҡарарға уңайһыҙланып, башын ситкә борҙо.
- Юҡ шул. – тип ауыр һулап ҡуйҙы ул. – Мин өйгә ҡайтып ингәндә өй тулы кешеләр ине. Әсәй әллә кемдәр менән эсә. Ашарға бер нәмә лә юҡ. Аптырағас, туғандарыма барып йоҡланым. Ә әсәйем минең килеүгә әллә ни ҡыуанманы ла...
- Өйҙә насар булғас, ниңә ҡасып ҡайтаһың һуң? Бында ашарға бар, кейендерәләр.
- Унда ас булһам да – күңелем тыныс. Берәү ҙә йәберләмәй ҙә, туҡмамай ҙа. Үҙеңә үҙең хужа! Беләһеңме, Ильяс ағай, мин бындай тормоштан арыным. Хатта ҡайһы саҡ йәшәге килмәй. Көн дә талаш, көн дә тартыш. Минең өсөн иң яратҡаным – төн! Төштә генә мин иң бәхетле кеше: йүгерәм, йылмаям, шаярам... Хас та әкиәттәге кеүек - барыһы ла яҡшы, бөтәһе лә бәхетле. Шуға уянырға ла ҡурҡам. Уянһам, икенсе тормош башлана. Бында әкиәт ҡайғыһы юҡ. Арыным мин...
- Урлашмаһаң ундай бәләгә тарымаҫ инең! Нимәгә кәрәк булды һиңә ул бәке? Үҙ исемеңде шуның өсөн һатып...
Альберт кинәт ҡыҙарынды, бына-бына илар төҫлө:
- Ильяс ағай, һин дә шуға ышанаңмы? Урламаным мин, ур-ла-ма-ным! – Малай башын түбән эйҙе лә, йүгереп сығып китте.
Урлашҡаны, етмәһә, ҡасҡаны өсөн Альбертҡа эләкте генә! Рәфис ағай ҙа бер язаһыҙ ҡалдырыр ине – бүтәндәр ҡоторасаҡ. Балалар ҙа, нимә булыр ҙа, нимә булыр тип элмәндәшеп йөрөй. Шуға ла бөтәһе алдында ҡасҡалаҡҡа һабаҡ биреү мөһим булғандыр. Етмәһә, вожатый янында уралып йөрөгән малайҙар ҙа тик тормай. Әллә ниндәй этлектәр уйлап сығарып, бүтәндәрҙе ҡоторторға ғына торалар.
Альбертҡа кем был язаны уйлап сығарғандыр, белмәйем. Тик лагерҙан ул буш ҡайтманы. Малайҙар уның елкәһенә “ВОР” тигән наколка эшләгән. Ҡайҙан кәрәк-ярағын табырға тип тә аптырамағандар: ябай энә менән йәшел төҫтәге ручка ла еткән. Шул энәне буяуға мансып, тәненә яҙыу сығырлыҡ итеп сәнскеләгәндәр...
Наколка беҙҙең детдомда ят күренеш түгел. Күптәр эшләтә уны. Уның буйынса бер нисә оҫта ла бар. Кемдәрҙер хатта шуның өсөн алма йә кейеме менән түләргә әҙер. Ундағы яҙыуҙар ҙа төрлөсә: берәүһе
түшенә яратып йөрөгән ҡыҙының исемен яҙҙырта, икенсеһе ҡулына тыуған йылын теркәй, өсөнсөһө балалар йортонда йәшәгән йылдарҙы күрһәтә... Аждаһа, йылан, бүре һүрәтен төшөргәндәре лә бар. Тәмәке тартып, гелән һуғышып йөрөгән малайҙар өсөн ул ниндәйҙер ғорурлыҡ, юғарылыҡ билдәһе. Төрлө наколкалар бар... Тик Альберттыҡы кеүекте тәүгегә күрҙем бында... Нисек ҡотолор икән шул яҙыуҙан?
Ошо хәлдән һуң Альберт беҙҙең менән аралашып барманы. Йыш ҡына почта яғына йөрөй башланы. Алыҫ тарафта йәшәгән туғандарына бер туҡтауһыҙ хат яҙа тип ишеттек. Һәм Яңы йыл алдынан уның туғандары килеп төштө! Әсәһенең яҡындары уны уллыҡҡа алырға булған икән! Белһәгеҙсе, малайҙың ни тиклем шатланғанын!!!
Альбертты шунан һуң башҡаса күрмәнем. Теге наколка хаҡында ла онотолдо. Тик киләһе йыл беҙ йәнә шул лагерға ял итергә барҙыҡ. Шунда бер ҡала малайы менән аралашып киттем. Ул да былтыр бында ял иткәйне, тик ниңәлер һөйләшкән булманы.
- Һеҙ детдомда булһағыҙ ҙа бик яҡшы йәшәйһегеҙ, – ти ул көнләшә биреп.
- Ә ниңә улай тип уйлайһың?
- Бына һеҙ йәйге лагерға килһәгеҙ, бөтәгеҙгә лә аҡса биреп ебәрәләр. Ауыл магазинына барып нимә теләйһегеҙ – шуны алағыҙ. Ә миңә әсәйем аҡса бирмәне...
Көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып ҡалдым:
- Кит, юҡты һөйләмә! Кем беҙгә аҡса биреп ҡуйһын ти!? – Ысынлап та, үҙем ҡасан һуңғы тапҡыр ҡулымда аҡса тотҡанды ла иҫләмәйем. Ә был әллә нимә һөйләп ултырасы.
- Бер ҙә әкиәт һөйләмәйем. Күргәнем бар, шуға әйтәм...
- Нимәне күрҙең һуң?
- Былтыр һеҙҙең бер малайығыҙ мине үҙе менән иптәш итеп магазинға алып барғайны. Кибеткә ингәс, ул өҫтәлгә шап иттереп мең һум аҡса һалды. Бындай байлыҡты күргәс, күҙҙәрем бәзләп китте. “Беҙҙең детдомда һәр кемебеҙгә йәйгегә шулай аҡса бирҙеләр” – тип маҡтанды ул.
Нимә әйтергә лә белмәй, ауыҙымды асып, өнһөҙ ҡалдым. Шулай ҙа көс табып, һөйләшеүҙе дауам иттем:
- Кем ине һуң ул малай?
- Динар!..
Читайте нас: