Ҡытай ҡыҙҙарым һағындырҙы
Хоҙай юлымды сит ил кешеләре менән йыш ҡына осраштырып тора. Ҡытайҙа коронавирус башланғандан ҡытай ҡыҙҙарым иҫтән сыҡмай: ни хәлдәләр икән? Сир улар йәшәгән өйҙөң ишеген, моғайын, ҡаҡмағандыр, урап үткәндер?
Ике йыл элек, күптәрҙе аптыратып, Шелли менән Зойи бер ай беҙҙә йәшәп киткәйне. Уйламағанда, ҡапыл ғына булғанғамы, әле төш күргән кеүек кенә. Баҡсала йәшелсәләремде тәрбиәләп йөрөй инем, таныш түгел номер шылтыратты. Алһам, бер егет. “Айсек” программаһы буйынса (AIESEC – студенттарҙың лидерлыҡ, профессиональ һәләтен асыу маҡсатында ойошторолған халыҡ-ара йәштәр ойошмаһы) стажировкаға килгән бер студентты үҙегеҙҙә йәшәтергә алығыҙ әле...” икән йомошо. Әйткәндәй, бындай шылтыратыу беренсе тапҡыр түгел. “Мин бит Өфө ситендә, Шамонинда йәшәйем”, – тиһәң, ғәҙәттә, ә-ә-ә, тиҙәр ҙә хушлашалар. Был юлы ла: “Беҙ бит Шамонинда йәшәйбеҙ, алыҫ, автобус та ҡиммәт тора – бер яҡҡа ғына 70 һум, уларға ҡыйынға тура килер ул. Унан, мин бит сит телдәрҙе лә белмәйем”, – тип итәғәтле генә баш тартҡанымды белдерҙем. “Юҡ-юҡ, ҡыйын булмай. Уларға күңеллерәк булһын өсөн ике ҡыҙҙы алығыҙ”, – тип сат йәбеште Ришат исемле был егет. Аптырауҙа ҡалдым. Студенттарын урынлаштырырға ғаилә тапмай аптыранып йөрөгән булғандыр күрәһең. “Әле генә әйтә алмайым, миңә өйҙәгеләр менән кәңәшләшергә кәрәк, уға тиклем, бәлки, берәй ғаилә лә табырһығыҙ”, – тип килештек Ришат менән. Үҙем эстән уйлайым: “Атаһы менән һөйләшәм дә, Гөлиә ҡыҙым (ул да студент, инглиз телен нығытыу ҙа ҡамасауламаҫ) алайыҡ тиһә, риза булыр ҙа ҡуйырбыҙ...” Гөлиә, әйҙә һуң, тине лә ҡуйҙы. Был сит ил студенттарын алыуҙың икенсе сәбәбе лә бар: Лилиә ҡыҙыбыҙ Америкала уҡығанында ла, Германияла ла ғаиләлә йәшәне. Ике ғаилә лә уны үҙ балалары кеүек ҡабул итте, айлап ҡына түгел, йыллап йәшәттеләр. Әле лә ярҙамдарынан айырмайҙар. Сит-ят ерҙән килгән, беҙҙең культураны, телебеҙҙе бөтөнләй белмәгән балаларға ярҙам итеүҙән нисек баш тарта ала инек?
Ҡытай ҡыҙҙары икенсе көнө төнгә килеп төшөргә тейештәр ине инде. Шуға йәһәтләй һалып уларға бүлмә әҙерләнек: шкафтарҙы бушаттыҡ, тағы бер диван индереп ултырттыҡ.
Аэропорттан Гөлиә менән ирем Фларис ҡаршы алды. “Юҡ, үҙебеҙ, тип сумаҙандарын ҡулдарынан да ысҡындырманылар, беҙгә шикләнеп, һаҡлыҡ менән ҡаранылар”, – тип иҫләй хәҙер тәүге күрешеүҙәрен Гөлиә. Шулай булмай, Рәсәйгә тәүләп килеп, ете-ят кешеләр араһына килеп эләктеләр бит. Ниндәй кешеләрҙә йәшәйәсәктәрен, беҙҙең ниндәй икәнде лә белмәйҙәр.
Килеүҙәренә нимә бешергәнмендер, хәтеремдә ҡалмаған, әммә сухари ашағандары һаман күҙ алдымда. Уны кесе ҡыҙым Гүзәл сәйгә манып ашарға ярата, шуға ла йыш алабыҙ. Ул ваҡытта ла өҫтәлдә ултырғандыр. Зойи алып тешләп ҡараны ла, ҡаты булғас, әйләндереп-әйләндереп ҡарарға тотондо. “Нисек ашайҙар”, тип ҡарап ултырыуы булдымы, әллә “ҡатып бөткән нәмәләрен һалып ҡуйғандар”, – тип уйланымы, белмәҫһең. (Сухариға ғына түгел, аҙаҡ бөтә нәмәгә иҫе китеп, текләп, әйләндереп-әйләндереп ҡараны ул.) Сәйгә манып ашап күрһәткәс, ҡайтып киткәндәренсә сухари уларҙың да яратҡан аҙығы булды)))
Икенсе көнө Гөлиә менән Фларисҡа ҡалаға барырға кәрәк ине, ҡыҙҙарҙы ла ултыртып алып киттеләр. Адресты, исемдәребеҙҙе, телефондарҙы яҙып биреп, Гөлиә Шамонинға аҙаҡ ниндәй автобус менән ҡайтырға, ҡайһы туҡталышта төшөргә икәнен ентекләп, ҡат-ҡат аңлатып, тейешле урында ҡалдырып киткәндәр.
Кисен 8-ҙәрҙә ҡайтып етте ҡыҙҙарыбыҙ. Баҡ тиһәң, ауыл осонда төшөп ҡалмайынса, һуңғы туҡталышҡа тиклем барғандар. Шунда ғына адрес яҙылған ҡағыҙҙы водителгә һуҙғандар. Ярай әле водитель дә аңлы булып сыҡҡан, етмәһә, Фларисты белгән дә, өйгә тиклем килтереп ҡуйҙы. Икенсе көнөнә Гөлиә, водителгә ҡыҙҙарҙы ниндәй туҡталышта төшөрөп ҡалдырырға икәнен әйтеп, автобусҡа ултыртып ебәрҙе. Шунан һуң Шамонин–Өфө–Шамонин араһында йөрөү улар өсөн ауырлыҡ тыуҙырманы шикелле... Өфөнө көнөнә ике урағандары ла булды.
Гөлиә өйҙә булһа рәхәт тә бит, уныһын-быныһын һорашҡан булабыҙ, Гөлиә тәржемә итә. Әммә ул Декатлонда эшләп тә йөрөй ине, шуға күрә йыш ҡына өйҙә булманы. Шундай мәлдәрҙә эштәр хана инде!.. Аңлашыр өсөн бөтә белгән һүҙҙәр ҙә, ҡулдар ҙа, ымдар ҙа, телефондағы онлайн-тәржемәсе лә эшкә егелә. Иң ҡыҙыҡтар ҙа Гөлиә өйҙә юҡта булды. Бер көн кистән, иртәгә сәғәт ун бергә барырға, тип бүлмәләренә менеп киттеләр. Беҙгә лә Өфәгә барырға кәрәк ине, Фларис менән һөйләштек тә, иртәрәк сығырға булдыҡ. Иртә менән уяттым быларҙы. Яйлап ҡына килеп төштөләр, үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә йыуындылар, сәй эстеләр. Ә мин кәрәкле әйберҙәремде йыям, үҙемде рәткә килтерәм, улар менән ултырырға ваҡытым юҡ. Нимәлер әйтһәләр ҙә, эй барыбер аңламайым, тип әһәмиәт бирмәйем. Сәғәт ундарҙа ҡуҙғалдыҡ. Өфөгә етеп барғанда, туҡта әле, ҡайҙа ҡалдырһаҡ яҡшыраҡ булырын һорайым әле, тип Ришатҡа шылтыраттым. “Уларға бөгөн икегә генә килергә ине бит”, – ти уныһы... Төндә генә ватсап аша хәбәр иткәндәр икән. Иртән шул турала әйтергә маташҡандар, ә мин тыңларға ла теләмәгәнмен... Ярай әле Өфөгә килеп еткәнсе үҙҙәре кеүек ситтән килгән стажерҙар менән ҡала буйлап йөрөргә һөйләшеп, килешеп ҡуйғандар. Юҡһа уларҙы нимә генә эшләтер инек икән)))
Тел арҡаһында килеп тыуған мәҙәктәр күп булды. Бер көн манты бешерергә йөрөйөм. Зойи миңә ниҙер әйтте лә, телефонын күрһәтте. Тәржемәсе ҡытай теленән: “Если хочешь, назови менән картошкой” тип әйләндерҙе. Нимә тип әйтергә теләгәндер Зойи, аңламаным. Ахырҙа көлдөм дә, моғайын насар нәмә әйтмәгәндер тип, ярай, тигән булдым.
Фларис бәҙрәфтәге торбаны алыштырырға тип һыуҙы япҡайны, шунда ла аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты. Ауыл ерендә был проблема түгел – бәҙрәф тышта ла бар. Ҡыҙҙар ҡайтып инде лә, туалет буш түгел икәнен күреп, аптырап ҡалдылар. Тәүҙә онлайн-тәржемәсе аша аңлатып ҡараным. Яурын һелкетеп, бер-береһенә ҡарап йылмая ла ҡуялар. Тәҙрә янына килтереп, бәҙрәфкә төртөп күрһәтәм, аңламайҙар. Эйәртеп алып барырға тип уйлап тора инем, Гөлиә ҡайтып инде. Хәлде төшөндөрөп биргәйне, тотондолар көлөргә. Баҡ тиһәң, урамға сығығыҙ ҙа теплица артында йомошоғоҙҙо йомошлағыҙ, тип аңлағандар икән. Шунан алда ғына бер нисә көнлөк походҡа барып ҡайтҡайнылар. Улар туҡтаған ерҙә бәҙрәф эшләнмәгән булған, һәм туристарға урманға йөрөргә тура килгән. Рәсәйҙә иң-иң аптыратҡаны, уңайһыҙ хәлгә ҡуйғаны ла ошо күренеш булған ҡытай ҡыҙҙарын. Беҙ, ярай, өйрәнеп бөткәнбеҙ, ә сит ил кешеләренә был ҡырағайҙарса күренеш шул... Шуға ла урамға сығып йомошоңдо йомошлау беҙҙә норма тип уйлағандар.
Беҙҙәге йәшеллеккә, баҡсаға иҫтәре китте ҡытай ҡыҙҙарының. Шелли шәхси йортта йәшәй. Атаһы, аңлауымса, ҡуҙаҡлы үҫемлектәр үҫтереү менән шөғөлләнә. Фотонан баҫыуҙарын, йорт тирәләрен күрһәтте – һап-һары балсыҡта үҫеп ултырған була бахыр үҫемлектәр. Зойи ҡалала йәшәй, фатирында гөлдәр үҫтерә.
Бесәй-эттәрҙең күп булыуы ла аптыратҡан ҡыҙҙарҙы. Ҡытайҙа этең булған хәлдә лә тышҡа йөрөтөргә сығарып булмай. Бала-саға, бер уйлаһаң, ниндәй бәхеттән мәхрүм. Шелли хайуандарҙы ныҡ ярата. Ҡайтыр алдынан әсәләре уға сюрприз әҙерләп ҡуйғандарын әйтте – бәләкәй генә эт көсөгө алғандар. Шәхси йортта эт тоторға мөмкинлектәре барҙыр күрәһең. Шеллиның ҡыуанғаны!.. Көн дә ҡарай ине әсәләре ебәргән фото-видеоларҙы Ҡайтыр көнөн бигерәк тә шул көсөк өсөн ныҡ көткәндер.
Гүзәл менән дә шунда уҡ уртаҡ тел таптылар. Шамонин буйлап сығып китһендәрме, һүрәттәр төшөрһөндәрме, инглиз телендә йәнһүрәттәр ҡараһындармы... Ҡытайҙа берҙән артыҡ бала рөхсәт ителмәгәс, улар икеһе лә ғаиләлә яңғыҙ бала. “Их, беҙҙең дә шундай һеңлебеҙ булһын ине”, – тип күҙҙәре ҡыҙҙы.
Мунсаны яраттылар. Бигерәк тә Зойи. Ярай әле мунсабыҙ булды, ни өсөн тигәндә, уларҙың душҡа ингәндәрен күрмәнек. Уларҙа нисек йыуынып йөрөй торғандарҙыр...
Беҙҙәге һөтлө аҙыҡтарҙың, бигерәк тә йогурттарҙың төрлөлөгөнә иҫтәре китте ҡыҙҙарҙың. Ашханала төрлө аҙыҡтарҙы ауыҙ итеүҙәрен һөйләп тә көлдөрҙөләр: “Кеше нимә ала, беҙ ҙә шуны һорайбыҙ. Ҡайһылары тәмле генә була, ҡайһыларын, быны нисек ашамаҡ кәрәк, тип аптырайбыҙ...”
Ҡыҙҙар менән бергәләп ҡоймаҡ ҡойҙоҡ, билмән-мантылар бешерҙек, шашлыҡ ҡурҙыҡ. Уларға барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Үҙҙәре ҡуҙаҡлыларҙан төрлө ризыҡтар бешерҙе. Ҡоймаҡты бик оҡшаттылар. Һорап-һорап ҡойҙорҙолар. Ахырҙа, бер көн махсус өйрәнделәр, рецебын яҙып алдылар. Шелли ҡайтҡас ата-әсәһенә бешереп ашатҡан фотоларын ебәрҙе. Оҡшатҡандар, тик, фотонан күренеүенсә, үҙҙәренең таяҡтары менән ашағандар. Шунда ғына башҡа барып етте: беҙҙә лә суши таяҡтары ята ине, тәҡдим дә итмәгәнбеҙ. Бәлки уларға беҙҙең кеүек ҡул менән тотоп йә сәнске-ҡалаҡтар менән ашауы уңайһыҙ булғандыр))
Йәштәр ҡайҙа ла йәштәр. Гөлиә тәүҙә кистәрен иптәштәре менән осрашырға үҙе генә сыға ине. Ҡытай ҡыҙҙары – русса, тегеләре инглизсә белмәгәс, аралашыуҙы нисек ойошторорға белмәй аптырабыраҡ йөрөнө. Ә бер көндө, беҙ бер төнгә ауылға сығып киткәс, ҡыҙҙар Гөлиәгә араҡы эсеп ҡарағылары килгәнен әйткән. Ата-әсәләре, араҡы тәҡдим итһәләр, берүк эсә күрмәгеҙ, тип ҡат-ҡат киҫәтеп ебәргәндәр икән. Был турала өндәшмәгән булһалар, ҡыҙҙарҙың араҡы тәмләп ҡарау уйы баштарына ла инеп сыҡмаҫ ине моғайын)) Шул мәлдә Гөлиә дуҫтарын да йыйып алырға уйлай. Сөнки бындағы йәштәрҙең дә ҡытай ҡыҙҙары менән күптән танышҡыһы, аралашҡыһы килеп йөрөгән икән. Табынға Зойи менән Шелли үҙҙәренең ит блюдоһын да әҙерләгән. “Телде йоторлоҡ тәмле булды, барыһына ла оҡшаны”, – тип һөйләне аҙаҡ Гөлиә. Араҡы Шеллиға бөтөнләй оҡшамаған, шунда уҡ быуынына төшкән. Ә Зойиға... уға бындағы бөтә нәмә ғөмүмән ҡыҙыҡ ине, бирешмәгән)) Таңға саҡлы бейеп, һөйләшеп, күңелле ваҡыт уҙғарғандар. “Ике яҡты ла тәржемә итеп һөйләй-һөйләй телем талып бөттө, әммә ҡәнәғәт ҡалдым, аҙаҡҡа табан инглизсә алдағыға ҡарағанда ла һәйбәтерәк аңлай башланым, телем дә шымарҙы. Ҙур практика булды был минең өсөн”, – тип ҡыуанды Гөлиә аҙаҡ. Шулай Шелли менән Зойиның Шамонинда таныштары ла барлыҡҡа килде. Улар менән генә түгел, күрше Олег менән дә дуҫлашып алды ҡытай ҡыҙҙары. Олег үҙе аралашырға әүәҫ кеше, сит ил кешеләре менән һөйләшеү айырыуса ҡыҙыҡ ине уға. Инглиз телен яҙа-йоҙа белһә лә, ҡыҙҙарҙы музейға экскурсияға алып барып та ҡайтты. Гөлиә ул көндө эшләне, шуға күрә тәржемәсе булып йөрөй алманы. Юл буйы нисек аралашҡандарҙыр, уныһын белмәйем.
Бер ай күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Һүҙһеҙ ҙә аңлашырға өйрәнгәйнек кенә, ҡайтып та киттеләр. Төрлө телдәге балаларҙың бер-береһен аңлап уйнауҙарына аптыраған булабыҙ, оҙағыраҡ аралашһа, өлкәндәр ҙә бер һүҙһеҙ һөйләшә башлайҙар икән...
Шуныһы ҡыҙыҡ, Шелли ла, Зойи ла Рәсәйгә килдек тип килде. Рәсәйҙе лә, уның халҡын да Башҡортостан буйынса күҙ алдына килтерҙе, бында күргән-ишеткәндәренән сығып фекер йөрөттө. Башҡорттар бөтөнләй икенсе телле, икенсе мәҙәниәтле, икенсе йолалы халыҡ икәнен аңланырманы икән?..
Нимә генә булмаһын, беҙ Шелли менән Зоины һағынып иҫкә алабыҙ. Бигерәк тә Гүзәл һағына. Бүләккә алып килгән ысын ҡытай сәйҙәрен шуға ла оҙаҡҡараҡ һуҙып эсергә тырышабыҙ. Закладкалары ла китап эсендә ҡайҙалыр алыҫ Ҡытай ерендә беҙҙең ҡыҙҙар йәшәп ятҡанын хәтерләтеп тора. Ҙур тәжрибә булды беҙҙең өсөн. Гөлиәгә инглиз телен нығытырға ныҡ ярҙам итте. Туранан-тура инглиз телендә бер ай аралашыу моғайын бер йыл дәрестәргә йөрөүҙе алыштырғандыр. Аэропортҡа Шелли менән Зойины Гөлиә дуҫтары менән күмәкләп оҙатып ҡуйҙылар.