Шоңҡар
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
23 Июнь 2020, 22:00

Үҙ бармағына һунар итеп ҡайта

Ағас артына ауған егет, тонған ҡолағын һыйпай һәм шаҡ ҡата: усы тулы ҡан. Егет йыуан ағас киҫәге артына нығыраҡ боҫа.

Ғарифулла Япаров
Ғәлимдең дуҫы Бәйтулла күренекле мал ҡараусы ғына түгел, оҫта һунарсы һәм балыҡсы ла ине. Ысын балыҡсы кеүек шапыртмаһа, күңеле булмай.
Берҙән-бер көн Бәйтулла эшкә һуҡ бармағы урынына ялтлатып аҡ бинт урап килде.
Аптыраған Ғәлим дуҫына ҡарап:
– Берәйһенә яңлыш бармағың менән төртөп күрһәткәнһеңдер, тегеһе бармағыңды өҙгән, – тип шаяртты.
– Ә, булды шунда, эт тешләне, – ҡыҙарынып киткән Байтулла малдарын яланға ҡыуҙы.
Йәштәрҙең аралашыу урыны булған фермалағы “Ҡыҙыл мөйөш”кә күк халатын кейгән ветфельдшер Фаяз килеп инде лә:
– Күрҙеңме, бармаҡһыҙ һунарсыны. Хәҙер мылтыҡ атам тиһә, күрек баҫырға бармағы юҡ, – тине.
– Ә ниңә бармағы юҡ? Эт тешләне, тигән була бит әле үҙе!
– Һин беләһең бит, Бәйтулла - тәбиғәт балаһы. Ғүмер буйы яланда, урманда, – тип һөйләй башланы Фаяз. – Кисә Төркмән егеттәре килеп һөйләп киттеләр. Бәйтулла яңы һатып алған тәтеһе кнопкалы мылтығы менән өйрәккә сыҡҡан. Ул бит урманда эре йөрөй. Мылтыҡ көбәгенә һуҡ бармағын тыға ла, прикладты яурын аша һала.
Әле лә, күл буйына еткәс, Бәйтулла арҡыры ятҡан йыуан тирәккә һикереп кенә баҫа, шул саҡ уның башына кемдер мылтыҡ менән атып ебәрә. Ағас артына ауған егет, тонған ҡолағын һыйпай һәм шаҡ ҡата: усы тулы ҡан. Егет йыуан ағас киҫәге артына нығыраҡ боҫа. Шул саҡ сәңкеп ҡулы һыҙлай башлай. Ҡараһа – бармағы юҡ, ә эргәһендә көбәге төтәгән үҙ мылтығы ята. Яңы мылтығы менән үҙ бармағына һунар итеп ҡайта.
Бармаҡ урыны йүнәлгәс, Бәйтулла йыш ҡына, бармағы юҡ урынды танауына терәп, танау эсенән мейеһен ҡашыған булып ҡыланып, оҙаҡ ҡына күптәрҙе ҡурҡытып йөрөр булды.
Читайте нас: