Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
24 Июнь 2020, 14:00

Иҫерек ауыл буламы?

Сөнки айыҡлыҡтың киреһе лә бар бит әле. Уныһы “иҫерек” була бит инде.

Билдәле булыуынса, хәҙер күп урындарҙа эскеселеккә ҡаршы көрәш юлдары эҙләнә. Хөкүмәт етәкселәре лә был мәсьәләгә битараф түгел. Һис шикһеҙ, эскелектән дә насар бүтән бер ғәҙәт тә юҡтыр моғайын. Байтаҡ ҡына райондарҙа “Айыҡ ауыл” тигән исемгә лайыҡ булған биләмәләр барлыҡҡа килде. Был бик тә ыңғай, һәр төрлә маҡтауға лайыҡ күренеш. Тик минең был тәңгәлдә бер бәләкәй генә фекерем бар ине. Ул “Айыҡ ауыл” тигән исемгә ҡағыла.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, эскеһеҙ ауыллдарҙы шулай атау кәрәкмәйҙер тип уйлайым. Сөнки айыҡлыҡтың киреһе лә бар бит әле. Уныһы “иҫерек” була бит инде. Хәҙерге көндә ул “Айыҡ ауыл” тигән исемде алмаған бик күп ауылдарҙа ла эскелек менән көрәшәләр һәм арыу уҡ уңыштарға ла өлгәшәләр ҙәһә. Шул “Айыҡ ауыл” менән йәнәш кенә лә шундай эскеһеҙ ауылдар булыуы бик ихтимал. Улар үҙҙәре лә уйлай бит инде, ә беҙ ниндәй ауыл булабыҙ, иҫерек ауылмы ти. Хатта башҡасараҡ уйлап ҡарағанда ла был атама үҙен аҡламай кеүек. Әйтәйек, беҙҙең мосолман ауылдары элек-электән араҡы менән мәшғүл булмаған. Әле килеп тормош ауырлыҡтарын башҡа юл менән еңә алмаған байтаҡ кешеләр сараһыҙҙан шул һаҙлыҡҡа бата икән, был барыбер ваҡытлыса күренеш булыр тип уйлайым, һәм шулай буласаҡ та. Хәҙер күп йәштәребеҙ ул ғәҙәткә бик ерәнеп ҡарай. Күбеһе һәр ваҡыт руль артында. Һүҙемде оҙонға һуҙмайынса төп уйлағанымды әйтергә теләйем. Ул эскеһеҙ ауылдарға бынан башҡа ла бик матур исемдәр уйларға һәм табырға була. Бына минең генә уйлаған ҡайһы бер исемдәр: дан ауыл, өлгөлө ауыл, күркәм ауыл, бәхетле ауыл, бәрәкәтле ауыл, маҡтаулы ауыл, данлыҡлы ауыл һәм башҡа бик күп матур исемдәр табырға була. Шулай уҡ шул ауылдың бик күренекле кешеләренең исемен дә ҡушып әйтергә була кеүек. Бында уйланаһы урын барҙыр әле. Әлбиттә, мин был фекеремде бер ҙә мотлаҡ үтәлһен тигән өмөттән яҙмайым, ә бәлки башҡасараҡ атау ҙа дөрөҫ булмаҫ инеме икән тигән уйҙан ғына. Әгәр был фекерҙе халыҡ ҡабул итмәй икән, мин башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, халыҡ маһир ул (шағир әйтмешләй), үҙ яҙмышын үҙе хәл итә.
С.САФИНА,
хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: