Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
8 Июль 2020, 18:05

Илһөйәрҙең дуҫтары

Балаларҙың мыш-мыш килеп китап һайлауына кинәнеп ҡарау, уҡыусыға холоҡ-фиғеленә тап килгән баҫма эҙләп биреү, шунан күңелеңә ҡәнәғәтлек алыу, ҡыуаныс табыу барлыҡ китапханасылар өсөн дә хастыр.

– Бәләкәйҙән китап яраттым.
Хатта атай-әсәйемдән йәшенеп уҡый торғайным. Айырыуса Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһындағы кескәй Емеште йәлләп, илай-илай уҡығаным хәтерҙә, – ти Илһөйәр Мортазина. – Шуғалырмы, мәктәптә гел “бишле”гә өлгәштем. Барлыҡ фәндәр ҙә еңел бирелеүгә ҡарамаҫтан, тел, әҙәбиәт яҡыныраҡ ине. Иншаларҙы мөкиббән бирелеп, кинәнеп яҙҙым.

“Китап ене” ҡағылған һылыуҙың бөгөн Сәйетбаба ауылы китапханасыһы булып эшләүе ғәжәп түгел.
Китапханасы. Бәғзе берәүҙәр өсөн ул йылы бүлмәлә кемгәлер китап биреп, икенселәренән элек алғанын ҡабул итеп, шуны махсус кенәгәгә теркәп ултырыуҙы ғына талап иткән тыныс эш кеүек тойола. Кемдер өсөн, бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә Илһөйәр Мортазина өсөн түгел. Китапты яратыуҙан тыш халыҡ менән бәйләнеш булдыра, ихлас аралаша белеү мөһим. Әлбиттә, кешегә ниндәйҙер әҫәр тәҡдим итерҙән алда үҙең дә һәр яңы баҫманы белеп, танышып барырға, мәғлүмәтле булырға тейешһең. Тап ошо сифаттары менән алсаҡ ханым бөгөн китапхананы ауыл халҡының йыйылып һөйләшер, уҡыған китабы хаҡында фекер алышыр мәҙәни усағына әүерелдергән.
Балаларҙың мыш-мыш килеп китап һайлауына кинәнеп ҡарау, уҡыусыға холоҡ-фиғеленә тап килгән баҫма эҙләп биреү, шунан күңелеңә ҡәнәғәтлек алыу, ҡыуаныс табыу барлыҡ китапханасылар өсөн дә хастыр.
– Аллаға шөкөр, халыҡ ихлас йөрөй, – ти китапхансы. – Балаларҙан Гүзәлиә Юлбарыҫова иң күп китап уҡыусы булһа, өлкәндәрҙән Рафиҡ Юлбарыҫов, Илдар Яҡупов етеүсе юҡ.
– Китапхана фонды бай, ул яңынан-яңы әҫәрҙәр менән тулыланып тора. Йәнә матбуғат баҫмалары күпме бында!
Ҡулға яңы китап алғас, уны асып уҡыр алдынан тыуған тойғолар беҙҙең хеҙмәттең иң татлы, бәхетле минутылыр, моғайын, – ти Илһөйәр Шамил ҡыҙы.
Мәғлүм булыуынса, Сәйетбаба – иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Ошо төйәктән тиҫтәләгән яҙыусы үҫеп сыҡҡан. Уларҙың да яңы китаптары хаҡында әңгәмәләр, фекер алышыуҙар үткәрелә. Авторҙар менән осрашыу, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре ойошторола. Барыһын да йәнле, фәһемле итеү өсөн күңел йылыһын, көсөн, ваҡытын ҡыҙғанмай Илһөйәр Шамил ҡыҙы.
Китапхана заман талаптарына тура килтереп йыһазландырылған. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫеп ултыра. Барыһы ла бында килгән һәр кешене ҡабаттан үҙенә әйҙәп, саҡырып тора.
Балаларҙы китапханаға йәлеп итеү маҡсатында төрлө саралар йыш үткәрелә. Кескәйҙәр өсөн “Беҙ – бала саҡ иленән” тигән түңәрәктә башланғыс класс уҡыусылары һүрәт төшөрә. “Оҫта ҡулдар”ҙа иһә төрлө эштәргә өйрәнәләр. Кәштәләрҙә урын алған әйберҙәргә ҡарайһың да, ябай ғына нәмәнән дә мөғжизә тыуҙырырға була икән, тип һоҡланаһың.
Күптән түгел Өфөлә йәшәгән һәүәҫкәр скульптор Ләлә Камалетдинова яҡташтары янына ҡунаҡҡа ҡайтып, оҫталыҡ дәресе үткәргән, үҙенең ижады менән таныштырған. Йәнә үҙе эшләгән төрлө һындарҙы балаларға бүләк иткән. Кем белә, бәлки, киләсәктә ошо уҡыусылар араһынан да скульпторҙар үҫеп сығыр?!
Йәй. Мәктәптәр бушап ҡалған. Барса халыҡ йәйге хәстәрлек менән йәшәй. Бер ҡараһаң, был осорҙа китапханала ваҡытлыса һиллек булырға тейеш кеүек. Ә Сәйетбабала улай түгел. Бында һәр ваҡыттағыса йәнле, күңелле. Кемдер ҡыштырлата-ҡыштырлата яңы гәзит-журнал уҡый, икенселәр күңеленә ятышлы китап эҙләй. Барыһы ла үҙ эшен сикһеҙ яратҡан Илһөйәрҙең яҡын дуҫтарына әүерелгән.
Читайте нас: