Бүрегемде лә яңыртырға ине”… Зилә бындайыраҡ йөкмәткеле, үҙ-ара маҡтаныуҙы хәтерләткән хәбәргә ҡушылмай, бушҡа тел сарлау һанай. Икенсе төрлө фасон, имеш, әллә ниндәй моделде кейҙер һиңә, барыбер шул уҡ Нәзирә булып ҡалаһың. Янсығың янып бара икән – бар, әйҙә, Өфөгә үк елдер, һине кем тота һуң… Эстән генә шулай яуаплай, өндәшеүҙә файҙа юҡлығын белеп алған, хәҙер артынан уҡ: “Үҙенеке булмағас та, ҡалай тешләшеп маташа,”- тип һөйәген йыуыусылар табыласаҡ, иҫ киткес ҡыҙыҡ, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ зат бит ул ҡатын-ҡыҙ! Еткерә алмағандан түгел (хәҙер теләгәнеңде бүлеп түләргә лә, көтәсәккә лә һатып алырға була), Зиләнең булмышы шундай – бер ҡасан да сепрәк ҡоло булманы ул. Әллә бәләкәйҙән ҡарсәһе лә мейеһенә ныҡ һеңдерҙе. Сепрәк-сапраҡ, йәғни кейгән кейеме өсөн һәр кемдең теге донъяға барғас яуап тотаһы бар, ти торғайны. Йәшәй-йәшәй күпселек кеше тәбиғәтенә хас үҙенсәлекте лә күптән шәйләп алған Зилә. Нәҡ бала саҡта күрмәгәндең күҙе бүренекеләй була – уйынсыҡ менән уйнап туймаған сабый кеүек, өлкәнерәк йәшкә аяҡ баҫҡанда көтмәгәндә янсығы ҡалынайып киткән кешенең ялтыр-йолторға күҙе ҡыҙа, бер-бер артлы затлы машиналарын алмаштыра башлай. Бер йорт ҡына тарая, ике ҡатлы донъя кәрәгә… Дөрөҫ, бындайҙарҙың араларында кеше булып ҡалғандары ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса ҡоло булып, үҙ туғанын онотҡаны, ҡомһоҙланып атай малын бүлешкәндәре лә осрай. Икенселәренә элегерәк сирҡанып ҡарай торғайны Зилә, хәҙер ундайҙарҙы йәлләй. Нисек йәлләмәйһең, нәфсе ҡоло булғандарҙың бер ихлас итеп йылмайғанын күргәнегеҙ бармы? Ундайҙарҙы мәғәнәһеҙ, быяла күҙҙәренән айырып алыуы һис ауыр түгел. Бер бәхәсһеҙ: мөмкинлеге булһа, әйҙә алһын тундың, бүректең хәтәрен. Әммә сит-яттарҙың, әхирәттәрҙең күҙе ҡыҙһын тип түгел, ә күңеле теләгәнсә, ысынлап тәнен-башын йылыла һаҡларға хәжәт булған хәлдә…
Зиләнең юҡҡа-барға ҡыҙығып бармаҫҡа өйрәнеүендә мөхтәрәм уҡытыусыларының да өлөшө ҙур. 7-се класта уҡыған мәлендә атаһы уға төлкө бүрек тектереп кейҙерҙе. Колхозда ғына эшләһә лә ифрат хәстәрлекле булды шул. Ауыл магазиндарынан ул заманда көндөҙөн шәм яҡтыртып эҙләһәң дә кейем-һалым, тәм-томдо табып булмай ине. Ә бына колхоз эше менән яҡын-тирә ҡалаларға командировкаларға йыш йөрөгән аталары тегенән-бынан алмаһын да, туңдырмаһын да тартмалап күтәреп ҡайта торғайны. Ә төлкө бүрек аҡса емеше түгел, урмандыҡы булды. Яңғыҙы өшөп күшеккән, әле йүнләп күҙе лә асылмаған төлкө балаһын аталары урман ҡырҡҡан еренән алып ҡайтты. Күршеләре: “Үәт иҫәр! Ҙурая төшһә, балаларыңды тешләй башлай бит!” тиешһәләр ҙә, һөйөү-наҙға күмелеп үҫкән йәнлек аҡыллы булып сыҡты. Ҡусты-һеңлеләре артынан көсөк кеүек уйнаҡлап эйәреп йөрөнө. Ҡарсәләре бешергән бәлештәрҙе сәйнәмәй йотор булды, бәләкәстәрҙе яҡыныраҡ күрҙе – улар ҡулынан “кис-кис”ты шытырҙатып кимерҙе, ә өлкәндәр бирһә – асыуланып үткер тештәре менән еңдәренән эләктереп алыр ине. Ҙур тамаша ҡылғандай, бар ауыл, бар урам халҡы был ерән орсоҡто күрергә килде. Әммә түләүһеҙ цирк бик оҙаҡҡа барманы. Әсәһенең, балаларының ай-вайына ҡарамайынса, үкертеп һуйҙыртты аталары төлкөнө. Былай ҙа илаҡ һеңлеһе бар ауылды яңғыратып үкерҙе, ҡояштай баҙлаған ерәнкәй бигерәк тә уны яратты шул, бесәй һымаҡ ҡуйынына инеп иркәләнер ине. Ә Зиләне бәләкәйҙән илатыуы ауыр булды, эстән генә ихатаның йәменә әйләнгән йәнлекте йәлләне, әлбиттә. Әммә тиҙҙән мәктәпкә атаһы вәғәҙә иткән йомшаҡ ҡына төлкө бүреген кейеп барасағы һөйөндөрҙө.
Тегенсе апай оҙаҡ көттөрмәне. Бәләкәс кенә төргәктән һаҡсыл ғына бер оло бөтөн мөғжизәне сығарғас, хатта төлкөнө йәлләп һуҡранып йөрөгән ҡарсәләре лә иреп киткәндәй булды. “Рәхмәт, баланы һөйөндөргәс… Ҡалай килешле тегелгән бит әле! Иң мөһиме – маңлайы ла, ҡолаҡтары ла ҡаплы. Беҙҙең кеүек дебет шәлгә уранып, маңлай туңдырып йөрөмәҫһегеҙ инде, замандар үҙгәрә бит,” – тине ул уйсан ғына, аҡһыл-ерән төлкө бүреген кейеп, көҙгө алдында бөтөрөлгән Зиләгә ҡарап. Сепрәк ҡоло булмағыҙ тиһә лә, бер түгел, ике аслыҡ-яланғаслыҡ осорон кисергән, инде 90 – ды ҡыуып барған Маһи инәй, килене йәиһә улы балаларға яңы кейем-һалым алып ҡайтһа, сабыйҙарса һөйөнөр ине. “Мин ҡарт кешегә аҡса нимәгә, балаларҙы кейендерегеҙ”тип янып торған ҡыҙыл унлыҡтарын да йәлләмәйсә тотторор ине. Бигерәк йомарт булды шул мәрхүмә…
Яҡын кешеләре кеүек үк Зиләнең класташтары ла төлкө бүрек өсөн ҡыуанды. “Ай-һай, килешә! Һин бәхетле инде, атайың ниндәй затлы нәмәләр генә бүләк итә!” -тиеште әхирәттәре ихлас күңелдән. Зилә уҡыған класс мәктәптә татыулығы, берҙәмлеге менән айырылып торҙо шул, сәстәренә сал төшкәндә лә ысын дуҫтар булып ҡалды улар. Тик бына синыф етәксеһенән генә уңманылар. Башҡаларҙың класс етәксеһе әсәләре урынына инә ҡаҙ бәпкәләрен ҡоҙғондан, ел-ямғырҙан “ыҫылдап” һаҡлағандай үҙенең балаларын ҡурсалаһа, быларҙыҡы, киреһенсә, яҡлашыр урында башҡа уҡытыусыларҙан уҙҙырып әрләр, булмаған кәмселектәренә даими баҫым яһап торор ине. Мәктәпкә төлкө бүреге кейеп барыу ҙа оло “кәмселеккә”әйләнде лә ҡуйҙы бит әй! Ғүмерҙә булмағанды – беренсе дәрес башланғансы Рәмилә Ғәни ҡыҙы класын барларға инде. Түңәрәккә йыйылып шау-гөр килешкән уҡыусыларына яҡыныраҡ килеп: “Айыу бейетәләрме әллә? Һаулыҡ һорашҡанды ла ишетмәйһегеҙ!” – тине. Шул саҡ класс етәкселәренең күҙҙәре (әлбиттә!) бүреккә төшөп, янып китте. Әммә ҡарашындағы һоҡланыу сатҡыларын йәшен тиҙлегендә (ен алмаштырҙымы ни!) мыҫҡыллы ирония йотто. “Ҡайһығыҙҙың ата-әсәһе байып китте? Бында нисә йылдар эшләп уҡытыусы башыңа ябай шарфҡа уранып йөрөйһөң әле!” Артыҡ хискә бирелә торған булмышы менән айырылмаһа ла, класс етәксеһенең һүҙҙәренән һуң Зиләгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте, шул ваҡыт төлкө бүреген алып уҡытыусыһына кейҙереп ҡуйырға ла әҙер ине ул… Биш дәрес аҙағына был күңелһеҙ хәл бер аҙ онотолғандай булғайны, юҡ инде, өйгә ҡайтыр юлға сыҡҡас кәйефте ҡырыусылар яңынан табылды. “Ҡарағыҙ әле, ябай колхозник ҡыҙымын ғына тимәгән, Зиләбеҙ башына төлкө бүрек кейеп алған! Любовь Васильевнаныҡынан да хәтәрерәк етмәһә!” Быныһы инде икенсе хөрмәтле уҡытыусы апайҙың комплименты ине. Ә Любовь тигәндәре мәктәптә генә түгел, ауылда төлкө бүреге, дөрөҫөрәге, ғөмүмән бүрек кейеүсе берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ине…
Бынан һуң Зилә үҙенән-үҙе янып торған ерән бүректән һүрелде лә ҡуйҙы. Сәбәбен бик төпсөнһәләр ҙә өйҙәгеләр ҙә белә алманы. Заманы икенсерәк ине – уҡытыусы апайҙар һүҙ менән йөрәгеңә таш атыу түгел, маңлайыңа аҡбур менән төҙ атып тейҙерһәләр ҙә өйгә ҡайтып уларҙы яманлау, ошаҡлау тигән нәмә булманы. Хатта әле шул бүрек арҡаһында ҡасандыр күңелен киткән изге һөнәр эйәләренә хөрмәт йөҙөнән ул үҙе лә мәғариф юлын һайланы. Тураһын ярып һалырға яратҡанлыҡтан ҡайһы бер коллегалары: “Телең әсе һинең” тиһәләр ҙә, балалар өсөн ул иң яратҡан уҡытыусы апайҙарҙың береһе, тоғро дуҫ, яҡын серҙәш һәм кәңәшсе; бер ваҡытта ла ярамаған һүҙҙәр әйтеп кескәйҙәрҙең хәтерен ҡалдырмаҫ, ата-әсәһенең эш урынына ҡарап бала айырмаҫ. Кеше күҙенә күренерҙәй берҙән-бер “кәмселеге” уның – мода артынан ҡыумай, ҡиммәтле тундар кеймәй. Ә бүреккә килгәндә, үҙе һатып алыу түгел, иң ҡәҙерле кешеләре иң затлыһын бүләк итһә лә, барыбер кеймәйәсәк ул уны!