Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Июль 2020, 22:40

Буранлы төн

Бөтә тәнем рәхәт йоҡо һорай. Бәләкәй саҡта өләсәйем өйрәткән доғаларҙы иҫкә төшөрөп, әкрен генә ҡабатлайым: “Эй, Аллам, бир ярҙамыңды, ишет тауышымды, һалма ҡайғыларға яҡындарымды”.

Байтаҡ йылдар уҙһа ла, Яңы йыл алдынан булған бер ваҡиға ғүмерлеккә хәтерҙә уйылып ҡалған. Һис онотолмай ул буранлы төн. Эйе, буранлы, бик күп ҡарлы. Ноябрь аҙаҡтарында өйгә шатлыҡлы хәбәр-хат килеп төштө. Ниндәй тиһегеҙме? Минең артымса уҡ донъяға килгән бер туған ҡустымдан. “Хеҙмәтемде тултырып ҡайтырға сығам, көтөгөҙ, бер үҙем генә түгел, кәләшем менән…” – тигән. Атай менән әсәйгә был хәбәр аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды. “Нисек инде армиянан кәләш алып ҡайта? Үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙы булһа ғына ярай ине. Апаһы ла тормошҡа сыҡмаған бит әле… “Китте хәбәр, ығы-зығы, өйҙө ҡараштырайыҡ, бешеренәйек, һуғым һуйырға кәрәк…
Туй булаһы тантана Яңы йыл байрамына билдәләнде. Мин Өфөлә эшләйем. Иртәрәк сыҡтым да, күстәнәс, бүләктәремде алып, автовокзалға юлландым. Вокзалда халыҡ шығырым тулы. Этешә-төртөшә касса янына барып еткәнсе байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Алдымда торған егет студент билеты менән мин ултыраһы автобусҡа һуңғы билетты алып өл­гөрҙө. “Баҫып булһа ла ҡайтырмын, бер генә билет һатығыҙ әле, зинһар”, – тип инәлә башлағайным, кассирҙың “следующий” тигән асыулы тауышы бүл­дерҙе. Ҡабырғаға төртөп, арттан этеп килеүсе­ләр айнытып ебәргәндәй булды. Тиҙ генә, ваҡытын да һорап тормай, киләһе рейсҡа алған билетымды йомарлап, көс-хәл менән халыҡ араһын йырып сыҡтым. Их, ана мин ултыраһы автобус. Кондуктор билеттарҙы тикшереп, кешеләрҙе урынлаштырып бөттө. Хәйерле юл теләп, ҡара сумкаһын иңбашына аҫып, минең эш бөттө тигәндәй, эре генә ҡиәфәттә вокзалға инеп китте. Күҙҙән юғалыу менән водитель ишеген асып, үҙенең ике кешеһен саҡырып индерҙе лә ҡуҙғалып китте.
Ҡалдым, мөлдөрәп ҡарап. Усымдағы билетыма күҙ һалһам, мин ултыраһы автобус ике сәғәттән генә килә икән. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, ҡараңғы ныҡлап төштө. Ҡайҙандыр һепертмә еле лә сыҡты. Ниһа­йәт, мин көткән автобус килеп туҡтаны. Ултырып, сумкаларымды кәштәгә урынлаштырып бөтөүгә, ҡуҙғалып та киттек. Автобуста йылы, рәхәт. Моға­йын, алда киткәне улай уҡ йылы булмағандыр әле, урыны ла иң артҡы рәттә булыр ине, ҡайтыр инем һелкенеп, тип шатланам. Әле иһә иң алғы рәт­тәге ултырғыстарҙың береһендә мин. Шуныһы, тәҙрәнән генә тышҡа күҙ һалып булмай, эргәмдә ҙур кәүҙәле оло ғына йәштәге бер ағай урын алған. Мин уның янында мәктәп йәшендәге бәләкәй генә бер ҡыҙ һымаҡ. Ҡул сумкамды алдыма алып, ҡы­ҫы­быраҡ тотоп ултырҙым да, ағай кешегә һыйы­ныбыраҡ, татлы уйҙарға сумдым. Сумкам эсендә иртәгә туй көнөнә алып ҡайтып еткерәһе ҡәҙерле алтын йөҙөк. Эйе, алтындың да ниндәйе бит әле – ваҡ ҡына таштар менән биҙәлгән ҡиммәтле туй балдағы! Әхирәтемдең мәктәптә бергә уҡыған ауылдаш ҡыҙы аша ғына көтөп алған балдаҡ ул. Ҡустыма алданыраҡ алдыҡ. Кәләшенә бер нисек тә ярағаны, дөрөҫөрәге, оҡшағаны булманы. Ни тиһәң дә, ҡалала үҫкән ҡыҙ бит, атаһы хәрби кеше. Ә был йөҙөк, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ. Һатыусы ҡыҙ әйтеүенсә, бындай балдаҡ бик һирәк ҡайта. Ул хәлдә лә витринаға ҡуйылмай икән, аҫтан ғына һатылып бөтә. Их, үҙем дә кейеп ҡарағым килә, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға алдан ярамай, тип иҫкәртте әхирәтем.

Күҙ алдымда буласаҡ килендең яҡты йөҙө, зәңгәр күҙҙәре балҡып киткәндәй тойолдо. Өйҙә әлеге ваҡытта мәж килеп туйға әҙерләнәләрҙер. Тәмле, татлы ҡамыр аштары, бауырһаҡ, бер нисә ҡаҙҙы ла кистән бешереп ҡуя торғандарҙыр. Һы­уынған ҡаҙҙы өлөштәргә бүлеү еңелерәк, тип әйтә өләсәйем. Еңгәйҙәрем дә көндөҙ үк эштәрен бөтөрөп таралышҡандарҙыр инде. Әсәйем генә һаман мейесе янында йөрөйҙөр һымаҡ. Аҡ яулығын артҡа сөйөп бәйләп, самауырын яңыртып, ҡомалаҡ әсеткеһенә генә баҫҡан, ҡабарып бешкән икмәген мейестән алып торалыр. Хатта танауға икмәк еҫе килеп бәрелгәндәй тойолдо. Донъялағы бөтә ризыҡ­тарҙан да тәмлерәк, татлыраҡ, ҡәҙерлерәк шул әсәй бешергән икмәк.
Водителдең ҡалын, яңғырауыҡлы тауышына һиҫ­кә­неп киткәндәй булдым. Салонға башын тығып: “Кем был ауылда туҡтарға һорағайны әле?” –тип ҡысҡыра икән. Тиҙ генә сумкаларымды тотоп, тө­шөп ҡалдым. Әйтәһе рәхмәтемде, яуған ҡар бөр­төктәрен өйөрөлдөрөп, ҡуҙғалып киткән автобус артынан ғына ҡысҡыра алдым.
Ярай әле алдан ҡайҙа туҡтарға кәрәклеген иҫкәртеп ҡуйғайным, үтеп китер инем бит. Юлды аша сығып, ауыл яғына боролдом. Ике саҡрымдай араны атлайһы бар. Ауылға ингәс, тағы ла байтаҡ ер. Етмәһә, күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Исмаһам, юлсы булырҙай башҡа бер кем дә юҡ. Ҡайтаһы кеше­ләр ҡараңғыға ҡалмай ҡайтышып бөткән, күрәһең. Тәрән ҡарҙы йырып, юлдан ситкә тайпыл­маҫҡа тырышып атлайым. Сумкамдағы туй бал­да­ғы, гүйә, ҡанатландыра, көрттән барһам да аҙым­дарым еңеләйгәндәй тойола. Бына-бына ҡай­тып етермен дә ҡустымдың йәш кәләшен шатландырырмын, тигән уйҙан үҙемә лә күңелле.
Ҡарлы әсе ел эскә тиклем үтеп инә, битте өтә. Хәл бөтә. Тәүге дәрт юҡҡа сыҡты. Хәҙер көс-хәл менән генә алға атлайым. Ниһайәт, алда ауыл өй­ҙә­ренең быҫҡыған уттары күренде. Ауылға инеп, мәктәп урамына төшөп алһам, еңелерәк булыр төҫлө. Уның һәр өйө, бағанаһына тиклем таныш. Әле урамда бер кем юҡ. Кем йөрөһөн инде күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы, ике йорт араһында аҙашып үлерлек шомло, буранлы төндә.
Ҡалын көрттө йырып бара торғас, ҡапыл аяғым юлдан ситкә тайпылып, йомшаҡ ҡарҙа һөрлөгөп йығылып киттем. Көслө ел, ҡар өйөмдәренә сорналып юлдан ситкә, ниндәйҙер бер ҡыуыш һымаҡ урынға тәгәрәп төштөм. Ни булғанын аңламай ҙа ҡалдым. Ярай әле сумкаларымды ҡулдан ысҡын­дырмағанмын. Ҡапыл ҡурҡыу солғап алды, ҡайҙа төшкәнде белмәйем. Ҡарҙы иҙгеләп, бер-ике аҙым яһауға, ҡоймаға төртөлдөм. Ҡалын таҡтанан эшләнгән рәшәткә тик Хөрмәт бабайҙарҙа ғына бар. Йәнгә аҙыраҡ тыныслыҡ инде: мин уларҙың өйө тапҡырында, кәртә буйына ҡолағанмын. Ана, тәҙрәләренән һүрән генә ут яҡтыһы төшә. Тик бер ниндәй кеше шәүләһе күҙгә салынмай, ихатала ла һис тауыш-тын ишетелмәй. Их, сыҡһа икән шунда берәйһе.
Сумкаларымды көс-хәл менән рәшәткә буйына ҡуйҙым да ике ҡуллап текмәне ҡайыра башланым. Ҡайҙа инде, ҡуҙғатып та булмай, үҙе бейек – тото­ноп сығырлыҡ түгел. Һепертмә буран өҫтән, соҡор сите менән тигеҙләп өрә. Һис айырырлыҡ түгел: ҡайҙа упҡын тәрәнлеге, ҡайҙа ер, күҙҙе лә асып бул­май. Керпектәргә ҡар һылашып әсетә. Йыш ҡына хәл йыйып тынысланырға тырышам, ләкин ҡайҙа инде ул, башҡа әллә ниндәй уйҙар килә, аңды томалай. Хәбәр ҙә итә алмай ҡалдым өйҙә­геләргә, көткәндәрҙер ҙә, буран булғас, иртәгә ҡай­талыр, тип уйлағандарҙыр инде, тим.
Ваҡытты ла оноттом. Әҙ генә сүкәйеп, йылынып алырға булдым. Бөтә тәнем рәхәт йоҡо һорай. Бәләкәй саҡта өләсәйем өйрәткән доғаларҙы иҫкә төшөрөп, әкрен генә ҡабатлайым: “Эй, Аллам, бир ярҙамыңды, ишет тауышымды, һалма ҡайғыларға яҡындарымды”. Өҫтән, йыраҡтан ниндәйҙер ауазмы, эт өрөүеме һиҫкәндереп ебәргәндәй булды. Кем ошондай буранда уны сығарҙы икән, тим. Хә­ҙер инде минең тәңгәлдә сеңләп өрә башланы. Бәй, бәләкәйҙән тәрбиәләп үҫтергән үҙебеҙҙең Муй­наҡ табаһа! Ниндәйҙер этәргес көс аҙ ғына булһа ла ҡарҙан арындырҙы. Тиҙҙән өҫтә кеше шәүләһе пәйҙә булды. Үҙен ҡар һырыған, ҡулына оҙон таяҡ тотоп алған. Үҙемде белдереп, тауыш бирергә ынтылып ҡарайым, ләкин телем әйләнмәй, керпектәрем боҙланып йәбешкән. Бына был кеше нимәлер тип өндәшә. Эй, әсәкәйем бит был, ҡайҙан белдең минең буран ҡосағында ултырыуымды? Һинең тауышыңды меңләгән тауыштар араһынан да танырмын! Һиҙгәндер әсә күңеле, йөрәге менән ишеткәндер балаһының бәләгә тарыуын. Көс-хәл менән, таяҡ ярҙамында соҡорҙан сығып ҡатыраҡҡа аяҡ тейгәс, быуындарым йомшарып, бер аҙ атлай алмай торҙом. “Эй, балаҡайым, ҡайғыларға һала яҙҙың бит”, – тип өҙгөләнеп, әсәйем башынан ма­мыҡ шәлен алып баштан билгә тиклем урап ҡуйҙы.
Ҡайтып еткәс, үҙемдә хәлһеҙлек һиҙеп, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп бер аҙ ваҡыт тын торҙом. Күңелгә лә, тәнгә лә бөткөһөҙ рәхәтлек бирә икән тыуған йорт ҡапҡаһына килеп һөйәлеү! Өй тәҙрәһен “тишеп” шыршы уттары ем-ем килә. Тиҙҙән Яңы йыл етә бит. Шатлыҡтар, ҡыуаныстар килтерһен.
Бер аҙҙан өйҙәгеләр, өҫтәренә еңелсә генә кейем һалып, мине һырып алды. Күҙгә йәш эркелде, ул ҡар бөртөктәрен иретеп, битем буйлап йүгерҙе. Яңы йыл яҡынлашҡан төн…
Флүрә Ғәлимова.

Ҡырмыҫҡалы районы,
Иҫке Муса ауылы.

Читайте нас в