Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Август 2020, 01:00

Баҫҡыстар

Балаларын күреү теләге уны торған еренә бәйләп ҡуйғандай итте. Белһәң ине, атай, тюремщик ҡыҙы булыуҙың әсеһен мин үҫмер сағымда бигерәк тә ныҡ татыным.

Әлиә Саматова


“Ниңә ашыҡтым икән? Ашыҡҡан-ашҡа бешкән тигәндәй, саҡ ҡына һуңыраҡ сыҡһам, бындай теләмәгән осрашыу булмаҫ ине...” Етмешенсе йылдарҙа ауылды ҡап уртаға бүлеп поезд юлы үткәргәндә, тау битенә икешәр ҡатлы йорттар төҙөнөләр. Тауҙан төшөргә бетон баҫҡыстар ҡуйҙылар. Әллә ни киң булмаһа ла, ике кеше йәнәш үтмәле ҡулайлама бик тә файҙалы булды. Әле шул баҫҡыстың иң үрендә торған Мәҙинәнең башынан шундай уйҙар йүгерҙе. “Әллә кире боролорғамы?..” Бер ҡулына ике айлыҡ улын күтәргән, икенсеһенә бәпес кәрәк-яраҡтары тултырылған сумка тотҡан йәш ҡатынға баҫҡыстың бер яғында үҫкән кесерткән, шайтан таяҡтар юл ҡаплаһа, икенсе яҡтан-тотоноп төшөр өсөн ҡуйылған тимер ҡулайлама кәртә булды.

Баҫҡыстың аҫҡы күтәрмәһенә аяҡ баҫҡан Мараттың тәндәре зымбырлап, йөрәге дарҫлап типте. “Ҡыҙым...Ейәнем менән...Их, кире менеп кенә китмәһен ине. Шул тиклем күргем килә...” Ейәне тыуған көндө түбәһе күккә тейеп, атлап түгел, осоп йөрөнө бит ул. Ә бөгөн ҡаршыһына осранылар. Икәүләп.

“Эйе, ишеттем шатланғаныңды, атай. Тик һинең бит ошо сабыйымды үҙ ҡулдарыңа алып, ҡосаҡлап яратырлыҡ мөмкинлегең бар ине ләһә. Уны ғына түгел, мине лә... Эйе, хәтеремдә... Яҙғы ташҡын мәлендә өләсәйемә һинең алыҫ Себерҙән күстәнәстәр, бүләктәр алып ҡайтыуыңды хәбәр иттеләр. Әсәйем бер туған бәләкәй ҡустыһы менән икебеҙҙе һеҙгә ҡунаҡҡа ебәрҙе. Ҡылы йылғаһының ташҡан мәле, һыу минең кес кенә итектәремде аша ҡоя. Шул ваҡыт һин оҙон ҡуныслы итек кейеп ағайым менән мине күтәреп сығарҙың. Әлбиттә, ул ваҡытта мин һинең йөҙөңә ҡараманым, күтәртмәй әллә күпме ҡарышып торҙом әле. Ҡурҡтыммы, оялдыммы-хәтерләмәйем. Һинең көслө ҡулдарыңда үҙемде ҡанаты сыҡмаған ҡош балаһылай итеп тойҙом. Ояһынан ҡолап төшкән дә, һин уны яралап ҡуймайым тигәндәй һаҡ ҡына күтәргәнһең...Ҡурҡһам да, рәхәт кеүек. Ошолай һинең киң яурындарыңды оя итеп, шунда ҡанат үҫтереп осоп китерҙәй булып килдем. Шул көндө һин бүләк иткән, бесәй һүрәте төшөрөлгән һары күлдәк менән сәскәле сандалыйҙарымды тишелеп бөткәнсе кейҙем.Ә бер тоҡсай “Школьный” кәнфитен ағайым менән бүккәнсе ашаныҡ. Мин уларҙың тыштарынан бер кемдә лә булмаған сәскәләр, биҙәктәр семәрләп ҡуйҙым. Яңы йыл байрамында шыршыбыҙҙы ла матурлап торҙо әле улар. Кәнфит ҡағыҙындағы хәрефтәрҙе, һандарҙы ҡарап яҙырға ла өйрәндем, хатта. Тәме әле лә тел осомда...” Мәҙинә ике баҫҡыс төштө лә туҡтаны.

Күктән юғары күтәрмәҫтәр, ерҙән түбән төшөрмәҫтәр тип, талпынып алға ынтылған Марат ике баҫырын бер баҫып апаруҡ ара үткәйне. Ҡыҙының туҡтағанын күреп, ҡапыл ул да баҫҡан күтәрмәһендә ҡатып ҡалды.

“Ҡурҡытып ҡуймайым. Ҡатынымдан айырылғандан алып уларҙы яҡындан күргәнем дә юҡ бит. Ташыу Ҡылы аша күтәреп сығарғанда ҡыҙымды ни тиклем яратыуымды аңлап, эшләнгән хаталарым өсөн үкенеү кисергәйнем. Бәхет ҡошоноң ҡунғаны һиҙелмәй, осоп киткәс беленә икән...Эх, ҡыҙым, хәтеремдә, һине бала табыу йортонан алып ҡайтҡан мәл. Йәйге селлә. Тәнең тын алһын тип йүргәктәреңде ысҡындырып урман һуҡмағынан ситтәрәк бер урында туҡталдыҡ. Шул саҡ болондағы сәскәләр тағы ла сағыуыраҡ тойолдо, ҡоштар һайрауы ла дәртлерәк, тау шишмәһенең сылтырауы ла йыр булып инде ҡолаҡтарыма. Ә һин, шуны ғына көткәндәй, аяҡ-ҡулдарыңды тарбайтып рәхәтләнеп йәйге тәбиғәттә иҙрәнең. Бесәнселәр “Быларҙың ҡыҙҙары бар икәәән”,- тип һоҡланыуын йәшермәне. Шул саҡта өҫтөңдә йөрөгән ҡырмыҫҡаларға ла иғтибар итмәй, ығы-ығы килеп ятыуың әле лә минең хәтеремдә матур әкиәт кеүек. Әсәйеңдең борсолоуына мин “Ҡыҙым тәбиғәт балаһы, ер ҡыҙы, уларҙан көс алып, сынығып үҫһен”, -тип яуаплағайным. Үткән ғүмер-аҡҡан йылға...Ә хәҙер һин үҙең әсә... шул көндән алып күпме һыу аҡҡан, ә бит барыһы ла әле генә кеүек...” Марат үргә табан аҙымдар яһаны.“Эйе, ә мин нисә йылдар “атай” тигән һүҙҙән мәхрүм булып, ул һүҙҙән аждаһанан ҡурҡҡандай ҡурҡып үҫтем. Атайың насар, ул “тюремщик”. Уф, ҡолағымды йырта шул һүҙ... Һине күреп ҡалһам, өркәк ҡоралайҙай, ҡайҙа етте, шунда ҡаса инем. Етенселә уҡығанымда тыуған көнөмә бүләк алып килгәйнең, ә мин йылға буйында үҙемдең яратҡан шөғөлөм менән мәшғүлмен-селбәрә тотам. Һине күргәс, ҡотом осто, йылғанан башҡа ҡасыр урын ҡалмағас, ҡамауға эләккәндәй, шаңҡып ҡалдым. “Ҡыҙым, ҡурҡма, бына һиңә сәғәт алып килдем”,- тип ярҙан төшә башлағаныңды күргәс, тағы ла тәрәнгәрәк киттем. Сәғәт... Ул бит бик күп дуҫтарымдың хыялы ғына ине. Ә мин йылға сөмгөлөнә атлауымды туҡтатманым.” Мәҙинә шул мәлдәге аҙымдарын ҡабатлағандай, артҡа аҙымланы.

“Ҡыҙым, шул көндө мин һине һөйөндөрәйем, ҡәҙерле кешемә тип исемләп алған бүләгемде үҙ ҡулдарым менән нескә беләгеңә тағайым тип килгәйнем. Һин йылғаға ингән һайын, был донъяла ниндәй бәхетемде юғалтыуымды аңлауҙан шаңҡып артҡа сигендем...”

Марат та аҙымдарын яйлатты, әммә артҡа сигенмәне. Балаларын күреү теләге уны торған еренә бәйләп ҡуйғандай итте." Белһәң ине, атай, тюремщик ҡыҙы булыуҙың әсеһен мин үҫмер сағымда бигерәк тә ныҡ татыным. Класташтарым араһында был мыҫҡыллы һүҙ әленән-әле ҡанаттарымды ҡырҡты, хыялдарымды һалып тапаны. Һин минең баласаҡ батшалығымдың дейеүенә әйләндең бит. Юҡ, мине яратып үҫтергән олатай-өләсәйемә, балам эргәһендә булам, тип үҙ яҙмышын ҡорбан иткән әсәйемә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Әммә ҡаланан килгән һеңлемдең атаһының алдында һикергәнен күреп, йә уның елкәһенә ултырып һыбай

йөрөгәнендә, наҙланып иркәләнгәндә, минең бына ошонда- йөрәгем менән тамағым араһында нимәлер тығыла ине. Әсе йәштәр өткән күҙҙәремде уларҙан

йәшереп сығып йүгерәм дә, серҙәремде йылғаға барып һөйләй инем. Өләсәйем сереңде балыҡтарға һөйлә-улар өнһөҙ, тип өйрәткәйне.”

“Эшләгән хаталарҙы һыҙып ташлап, тормошто яңынан яҙып булһын ине лә бит, ҡыҙым. Һеҙҙән айырған ҡәһәрле көндө ҡара буяу менән буяп, ваҡ киҫәктәргә йыртҡылап, утҡа яғыр инем, һис шикһеҙ. Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай тигәндәре дөрөҫ икән. Шайтан алыштырып ҡуйғандай йөрөлдө шул. Йәшерәк ҡатындар, сибәр ҡыҙҙар күҙгә ташланды. Ә ул көндө әллә ниндәй шауҡым менән бысаҡҡа тотондом...шул ҡылығыма ғүмерем буйына яуап эҙләнем, әммә... Һине, йәше лә тулмаған сабыйымды, диуарға терәп, “Көсөгөңдө лә, һине лә үлтерәм”,- тип әйткән һүҙҙәр минеке булды микән? Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән дейеүҙән ҡайһы әсә балаһын ҡурсаламаһын инде. Шул минуттарҙа тормошомдоң мәғәнәһен бысаҡлағанымды һуң аңланым, балам. Асыу башы-йүләрлек, ә аҙағы-үкенестән ятып иларлыҡ. Кисер мине...”
Читайте нас: