Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Август 2020, 22:25

Юҡҡа сыҡҡан туйҙар

Ләкин был никахһыҙ ҡыҙ, ошо хәленә риза булмаһа ла, өндәшмәй генә егетенә йәбешеп көн күреүен дауам итә.

Табында һүҙ туй тигән оло ғүмер байрамына барып ялғанды. Беҙ йәшәгән алты-ете йорт ихатаһында һуңғы шундай сараның тап бер йыл элек уҙғанын хәтерләнек. Ҡарлы һыуыҡ көн булыуға ҡарамаҫтан, күрше подъездан еңелсә генә кейенгән кәләш менән кейәүҙең кабриолетҡа – асыҡ еңел машинаға – ултырып, ЗАГС-ҡа никах теркәтергә ҡуҙғалып киткәнен тәҙрә аша йылмайып ҡарап тороп ҡалғайныҡ...
Ә яҡындарыбыҙ тормошонда ҡасан һуңғы тапҡыр туй уҙҙы һуң әле? Үткән йыл сентябрҙә ике туған ҡустымдыҡына барғайным. Ҡыҙымдың ауылдағы бер әхирәте декабрҙә кейәүгә сыҡҡайны. Һәм... вәссәләм. Йылдан ашыу башҡа бер туғандың да шундай байрам уҙға­рыуы хәтергә төшмәйсе. Ошо осорҙа тап кейәүгә сығыр йәштәге ҡыҙым да мәктәптәге класташтары, уҡыу йортон­дағы төркөмдәштәре, бергә эшләгән әхирәттәре-дуҫтары араһында кемдең­дер туй үткәреүен бер ҙә генә телгә алманы.
Был ниндәй сәйер күренеш ул? Ниңә хәҙерге йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай? Тормош ауырмы? Тәүҙә аяҡҡа баҫайым тип уйлаумы? Әллә, киреһенсә, еңелме – ғүмерлек юлдаш кәрәкмәйме? Егеттәргә – магазин тулы ярымфабрикат ризыҡтар, уларҙы мультиварка, тулҡын­лы мейес бешерә... Керҙе машина йыуа... Ҡыҙҙарға автомобилле егеттәргә инәләһе түгел – үҙҙәре рулгә ултырҙы...
Әммә шул уҡ ваҡытта ҡайҙа ҡарама парҙар законлы никахһыҙ бергә йәшәп ята. Ярай инде бер нисә тапҡыр ауыҙы бешеп, өрөп ҡабырға өйрәнгән, ҡарта­йып барған ҡатын менән ир булһа... Юҡ шул, егермеһен яңы тултырған йәш ҡыҙ менән егет.
Ә бит күңеленән генә ул ҡыҙҙың барыбер аҡ күлдәк кейеп, шаулатып туй үткәргеһе килә. Ир-егет өсөн паспорт­тағы штамп әллә ни әһәмиәтле булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙға был бик мөһим! Уның аңы тәбиғәттән ир арҡаһына ышыҡ­ла­нып, ғаиләле булып көн итеүгә яраҡ­лашҡан. Юҡҡамы ни, һорау алыуҙар буйынса, никахһыҙ йәшәгәндәр араһын­да күпселек ир-ат үҙен – буйҙаҡ, ә ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, кейәүҙә һанай.
Ләкин был никахһыҙ ҡыҙ, ошо хәленә риза булмаһа ла, өндәшмәй генә егетенә йәбешеп көн күреүен дауам итә. Хатта эшләмәгәненә, эскәненә, ҡул күтәргә­ненә лә түҙә, сөнки кәрәкмәй тип йәрен урамға сығарып ебәреүе булыр, шунда уҡ уны икенсе бер ҡатын-ҡыҙ тап итеп, етәкләп алып китәсәк. Унан инде “мин ғорур” тип йәшәргә генә ҡала...
Ғәжәп, статистика киреһен һөйләһә лә, йәш кешеләр араһында ҡыҙҙарға егеттәр етешмәй. Ә бит 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йом­ғаҡтарынан күренеүенсә, илдә 1000 ир­гә 1160 ҡатын тура килһә лә, 29 йәшкәсә ирҙәр күберәк. Ә ауыл ерендә хатта – 40 йәшкәсә! Шунан ғына был һан тигеҙләшә, сөнки 40 – 50 йәштәрҙә көслө зат күберәк вафат була. Барыбер 15 – 59 йәшлек дүрт ир-атҡа 15 – 39 йәшлек өс ҡатын тура килә, ти.
Шулай икән, кейәүгә сығам тигән ҡыҙҙарға тигәндәре ҡайҙа һуң? Бәлки, һан булһа ла, сифат аҡһайҙыр? Хәҙерге гүзәл затҡа күҙ һалайыҡ: уҡый ҙа, эшләй ҙә, машинала ла йөрөй, фатиры ла бар. Өҫтәүенә, үҙенең өҫ-башын тәрбиә­ләп, ҡиәфәтен “өф” итеп кенә тора. Ундайҙарҙың көслө затҡа талаптары ла шуға ярашлы. Аҡса эшләй белмәгән, тырышмаған, яуапһыҙ кеше менән тормошон бәйләгеһе килмәй уларҙың. Ҡыҫҡаһы, үҙенең социаль ҡатламынан эҙләйҙәр парын.
Ә егеттәр... йә вахта ысулы менән ҡырға йөрөп эшләй, йә ата-әсәһе өйөндә эсеп ята, йә компьютерҙа уйнай. Таныштар, туғандар араһында ситкә аҡса таба киткәндәрҙе, эскелек һаҙлығына батҡандарҙы үҙегеҙ ҙә һанап ҡарай алаһығыҙ. Онлайн уйындарға килгәндә, Федераль статистика хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйылғы йылдың 1 ғинуарына Рәсәйҙәге 12 йәштән өлкән 57 миллион 266 мең 874 ир-егеттең 12 миллион 920 меңе бер тапҡыр булһа ла “танки” уйнап ҡараған. Был һәр дүртенсе-бишенсе кеше тигән һүҙ. Ә күпме башҡа онлайн-уйын бар! Һәм быға бәйлелек тиҙ тыуа. Тимәк, сәғәттәр буйы шунан айырыла алмай ултыралар. Һәм барыһы ла ғаиләле ирҙәр түгелдер...
Шуныһы ҡыуаныслы, йоҡлап ятмаған егеттәр ҙә күп хәҙер. Ләкин улар бындай ҡыҙҙарға шикләнеп ҡарай, ахыры. Көслө зат фиғеле менән һаҡлаусы, яҡлаусы бит. Ә бында ҡыҙҙы ҡурсаларға ла кәрәкмәй – үҙе бөтәһен дә булдыра! Бер шундай парҙағы егет апайының ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы хаҡында борсолоуына: “Ул көслө бит, юғалып ҡалмаҫ”, – тип яуап биргән. Ә ҡыҙға ни эшләргә инде: заман талап иткәнсә, батыр булырғамы йәки, ир-егеткә ярайым тип, бахыр булырғамы? Был йәштә хәйләкәр ҡыланыу бөтәһенең дә ҡулынан килмәй.
Әлбиттә, сәбәптәрҙе асыҡлап, ғәйеп­леләрҙе эҙләп тамаҡ ярғансы бәхәс­ләшергә була. Һәр кемдең – мәсьәләгә үҙ ҡарашы. Шулай ҙа ябалаҡлап ҡарҙар яуып торған матур мәлдә аҡ күлдәкле туйҙа йөрөгө килә бит әле, йәмәғәт...

Гөлдәр Бүләкбаева.
Читайте нас в