Йыл һайын ҡулдарына диплом алған йөҙәрләгән йәштәр эш, бәхет эҙләп сит яҡтарға юллана. Күптәр алған һөнәре буйынса түгел, ә бөтөнләй башҡа тармаҡта тир түгә. Ә бит республикабыҙҙа йәш белгестәргә ярҙам йөҙөнән бихисап һөҙөмтәле закондар ҡабул ителгән, файҙалы программалар эшләй.
АҠСАЛАТА ЯРҘАМ (ПОДЪЕМНЫЙ)
1.2019 йылдан ауыл, эшселәр ҡасабаларына, ҡала тибындағы йәки 50 меңгә ҡәҙәр халҡы булған ҡалаға күскән 50 йәшкә тиклемге медицина хеҙмәткәрҙәренә (табиптарға, фельдшерҙарға).
2.”Акушер һәм гинеколог”, “Анестезиолог һәм реаниматолог”, “Неонатолог”, “Онколог”, “Рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау”, “Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы”, “Уролог”, “Кардиолог”, “Оториноларинголг”, “Невролог”, “Эндокринолог”, “Балалар хирургы”, “Тиҙ медицина ярҙамы” специальностары буйынса юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәренә.
2012 йылдан ауылда эшләгән һәм “Земский доктор” программаһына инмәгән табиптарға. Шарты: ауыл ерендә биш йыл эшләү мотлаҡ.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: урындағы һаулыҡ һаҡлау идаралығына.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға:
- Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың 30 июлендә ҡабул иткән 455-се ҡарар.
- Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың 17 апрелендә ҡабул иткән 230-сы ҡарары.
- Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың 7 майында ҡабул иткән 278-се ҡарар.
2016 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың фельдшер-акушер пункттарына урынлашҡан фельдшерҙарға.
Шарты: биш йылдан кәм эшләмәҫкә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: урындағы һаулыҡ һаҡлау идаралығына.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2016 йылдың 22 ноябрендә ҡабул иткән 495-се ҡарар.
Аграр уҡыу йорттарының “Агроном”, “Ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу”, “Зоотехник”, “Ветеринар”, “Ауыл хужалығын механизациялау”, “Автомобилдар һәм автомобиль хужалығы”, “Бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит”, “Предприятиела иҡтисад һәм идара итеү (аграр етештереүҙә) специальностары буйынса 35 йәшкә тиклемге кешеләр.
Шарты: Диплом алған йылда ауыл хужалығы предприятиеһына урынлашыу һәм өс йыл эшләргә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға:
Башҡортостан Хөкүмәте 2009 йылдың 31 июлендә ҡабул иткән 305-се ҡарар.
Кемгә бирелә: ауыл еренә күсергә теләгән һәм ауыл хужалығы предприятиеһында (шулай уҡ ветеринарҙарға)йәки социаль өлкәлә эшләгәндәргә. Әлбиттә, үҙеңдең йортоң булмауы йәки йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ мөһим.
Торлаҡ хаҡының 70 проценты - дәүләт ярҙамы. Ҡалғанын үҙеңә түләргә. 2.Хаҡы һәм майҙаны буйынса сикләүҙәр бар. Компенсация иҫәбе өсөн квадрат метрҙың хаҡы 30 мең һумдан, ә майҙаны ғаилә ағзаларының һанынан алына. Яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн был - 33 кв.м, ике кешенән торған ғаилә өсөн – 42 кв.м, әгәр ғаиләлә өс һәм унан да күберәк кеше булһа – һәр береһенә 18-әр кв.м.
Мәҫәлән, ғаиләлә дүрт кеше (атаһы, әсәһе, ике бала) булһа, уларға 72 кв.м. торлаҡ тейеш. Түләү күләме ошолай тәшкил итә: 72 кв.м*30 000 һум * 70/-1 520 000 һум.
Ҙурыраҡ майҙанлы йорт та һатып алырға мөмкин, әммә был осраҡта һеҙгә компенсация билдәләнгән нормативта ғына биреләсәк. “Әсәлек капиталы”нда файҙаланырға була. Субсидия алғас, ауылда биш йылдан да кәм эшләмҫкә кәрәк. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: МФЦ-ға, райондың ауыл хужалығы бүлегенә йәки республика Ауыл хужалығы консультациялау үҙәгенә. Телефоны: (347) 273-15-10.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың 12 декабрендә ҡабул иткән 728-се ҡарар.
Кемгә бирелә: университеттан һуң тәү тапҡыр эшкә килгән йәш уҡытыусыға. Шарты: башҡарылған эшкә ҡарап 30 процент күләмендә премия. Өс йыл дауамында квалификация категорияһы алғанға тиклем ғәмәлдә була.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: үҙеңә эш биргән етәксегә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2008 йылдың 27 октябрендә ҡабул иткән 374-се ҡарар.
Йәштәр менән эшләгән йәш белгестәргә, психологтарға.
Күпме: окладтан 20 процент
Шарты: юғары белем һәм диплом алып өс ай эсендә эшкә урынлашҡан 30 йәшкә тиклемге йәштәр өсөн. Тәүге өс йылда ғәмәлдә ҡала.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: үҙеңә эш биргән етәксегә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2012 йылдың 16 октябрендә ҡабул иткән 367-се ҡарар.
Кемгә бирелә: йәш спорт тренерҙарына. Күпме: окладтан 50 процентҡа тиклем.
Шарты: тәүге юғары йәки урта профессиональ белем тураһында диплом алып, бер йыл эсендә эшкә урынлашҡандарға. Тәүге дүрт йыл ғәмәлдә була.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: үҙеңә эш биреүсегә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылдың 17 ноябрендә ҡабул иткән 515-се ҡарар.
1.Кемгә: ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға.
Күпме: республика Башлығынан 600 мең һум күләмендә 100 грант.
Шарты: конкурс буйынса бүленә. 10 меңгә ҡәҙәр халыҡ йәшәгән ауылда ике йылдан да кәм эшләмәгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар конкурста ҡатнаша ала.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: үҙеңә эш биргән етәксегә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың 11 июнендәге УГ – 170 указына 2-се ҡушымта.
2.Кемгә: йәш уҡытыусыларға.
Күпме: республика Башлығынан 40 мең һум күләмендә 25 грант.
Шарты: конкурс буйынса ике йылға бер бүленә. Мәктәптә ике йылдан да кәм эшләмәгән 30 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Ҡайҙа мөржәғәт итергә: үҙеңә эш биргән етәксегә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Президентының 2011 йылдың 18 июнендәге УП– 278 указына 2-се ҡушымта.
Кемгә һәм күпме: специалитет программаһы буйынса уҡығандарға йылына - 5000 һум, ординатура программаһы буйынса белем алғандарға - 8000 мең һум. Шарты: маҡсатлы уҡыу хаҡында килешеү төҙөргә кәрәк.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: урындағы һаулыҡ һаҡлау идаралығына.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәте 2017 йылдың 30 ноябрендә ҡабул иткән 566-сы ҡарар.
Нимә: йәш ғалимдарға 30 грант. Шарты: аспиранттарға һәм фән кандидаттарына 15 -әр грант. Уны ғилми тикшеренеүҙәргә, үҙбеҙҙә һәм сит илдәрҙәге ғилми үҙәктәрҙәге фәнни эҙләнеүҙәр, экспедицияларҙа ҡатнашыу өсөн тотонорға мөмкин. 35 йәшкә тиклем.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһына. 450008, Өфө, Киров урамы, 15. Заявкалар 1 октябрҙән 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Башлығы 2018 йылдың 17 ноябрендә ҡабул иткән УГ-211-се указ.
1.Кемгә: диплом алғандан һуң бер йылда эш тапмағандарға.
Күпме: предприятие менән килешеү буйынса. Дәүләт уларға ай һайын 18,2 мең һумға тиклем компенсация түләй.
Шарты: стажировка ваҡыты алты айҙан артмаҫҡа тейеш. Мәғлүмәттәр буйынса, стажерҙарҙың 70 проценты предприятиеға беркетелә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: эш биреү үҙәктәренә.
Был хаҡта ҡайҙан аныҡ мәғлүмәт алырға: Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдың 23 авгусында ҡабул иткән 387-се ҡарар.