Сәхнә алиһәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның өсөнсө балаһы Сафия ла быйыл беренсе класта уҡый башланы. Үҙенең ҡыуанысы хаҡында артист “Бәйләнештә” селтәрендә былай ти. “Ҡасандыр ике йәшенә тиклем атламаған балама ҡарап мәктәпкә уҡырға барыу тигән уй тик хыял ине. Бөгөн ошо маҡсат тормошҡа ашты! Ҡыҙым шөкөр, үҙ аяҡтарында атлап, ҡулдарына сәскә тотоп, бәхетле йылмайып, мәктәпкә юл алды! Әлегә ҡайҙа, нимә өсөн барғанын бик аңламаһа ла, шөкөр тинем. Беҙ Өфө ҡалаһының 59 -сы коррекцион мәктәп - интернатын һайланыҡ! Шундуҡ күңел ятты ул мәктәпкә. Уҡытыусы Айгөл Илфат ҡыҙына сабырлыҡ , түҙемлек теләйем!”