Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
5 Сентябрь 2020, 23:00

ҠЫШҠЫ ҺУҠМАҠ (ХИКӘЙӘ)

Зәйнәп ул ваҡытта кисергәндәрен хатта дошманына ла теләмәй. Ҡаты ҡайғынан бер айға яҡын түшәктән тормай ауырып ята.

Ҡыш. Тирә-яҡ аҡлыҡ юрғаны аҫтына сумған. Көҙҙән тауҙай булып өйөлөп ҡалған сүп-сарҙы, унда-бында аунап ятҡан бүрәнәләрҙе Аҡ бабай ябып ҡуйған. Уларға йылылыр. Юғиһә үҙәккә үтерлек әсе ел генә битте семтей, йөрәкте өшөтә. Бит буйлап аҡҡан күҙ йәштәре тамыр-таммаҫтан шунда уҡ боҙға әйләнә.
Зыярат эсендәге ҡәберҙе лә, өшөмәһендәр тигән һымаҡ, Аҡ бабай өлөштән ҡоро ҡалдырмаған. Ҡар ҡаплаған мәңгелек йорттар араһында тып-тыныс. Тынлыҡты боҙорға теләүселәргә калкан булып баҫҡан ҡәбер таштары ғына һерәйешеп күренә. Тик бер-бер артлы теҙелешеп киткән дүрт ҡәбер тирәләй генә һуҡмаҡ тап-таҡыр.
Шағыр-шоғор, шағыр-шоғор. Зыярат ҡапҡаһын кемдер асты, сәйер генә ауаз сығарып, был яҡҡа табан яҡынлашты. Шығырлаған ҡар бер нисә минут тынып ҡалала тағы дауам итә. Аяҡ тауыштары ҡәберҙәр янында туҡтап калды.
– Һаумыһығыҙ, йән киҫәктәрем, Йособом, Аслайым, Бирҙеғолом, Мостафам... – Зәйнәп әбей һүҙен әйтеп бөтә алманы. Тамағына ниҙер килеп төйөлдө, күҙҙәрен әсе йәш томаланы. Оҙаҡ торҙо шулай ҡулындағы таяғына таянып. Нуры ҡайтҡан күҙҙәренән ике тамсы ғына йәш һарҡып сыҡты. Күп илауҙан йәштәре лә ҡороп бөткән. Әҙерәк тын алғас, һәр береһенә, ҡәбер эйәләренә бағышлап, доғалар уҡыны, мәрхүмдәрҙең баш осонда торған таштар-ҙағы ҡарҙы ҡулы менән һыпырыштырған булды.
– Белмәйем, инде һеҙҙең янға үҙ аяғым менән килә алырмынмы-юҡмы? Һаулығым да юҡ, күҙҙәрем дә йүнләп күрмәй. Мостафа балам, һин эшләгән теге уҡлауҙы әйтәм, ҡырған һайын йоҡартып бөттөм микән, нәҙегәйеп калды. Ап-аҡ көйө торһон, тием дә. Әле күрше Нәғимә ингән, биреп тор, тип. Бирмәнем, йә юғалтып ҡуйыр, ҡулдан-ҡулға китер. Бирҙеғол бәпесем, өшөмәйһеңме? Теге көнө әйттем әле атайыңа, бәләкәсеңде яныңда ғына йөрөт, йоҡлағанда юрғанын ҡымтыңҡырап ябып тор, өшөп ҡуймаһын, тинем... – Әбей шулай һәр береһе менән үҙенсә һөйләшеп торҙо.
– Ярай, балалар, ҡайтайым инде. Тиҙерәк һеҙҙең янға алһаңсы, тип Хоҙайҙан көн дә һорайым да ул... – Әбей үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Ауыл халҡы уның был ғәҙәтенә күптән күнегеп бөткән. Берәүҙәр әбейҙе ысын күңелдән йәлләй, икенселәр, алйығандыр ул, тип кенә ҡуя.
... Ауыр йылдарҙа бешегеп үҫеп, буй еткерә Зәйнәп. Тик ғаилә ҡороп, мандып йәшәргә насип булмаған икән. Әле наҙға ла туйынып өлгөрмәгән сакта, никахтың иртәгәһенә үк ҡәһәрле һуғыш йәштәрҙе бер-бере-һенән айыра. Тормош иптәше Йосоп тәүге көндән үк илде һаҡлар өсөн һуғышҡа алына. Әҙ-мәҙ өйрәнеү, әҙерлек үткәндән һуң дошман яуы уртаһында ҡайнай. 1943 йылда ҡаты яраланып, госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланып ята. Аҙаҡ һуғышҡа яраҡһыҙ тип тыуған яғына ҡайтаралар. Шул ваҡытта Зәйнәптең ҡыуанғандары. Ауылға ҡайтҡас, Йосоп ең һыҙғанып, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ҡулына ғына ҡалған колхозға эшкә сыға. Зәйнәптең бер-бер артлы улдары донъяға килә. Игеҙәктәргә Исхак, Ихсан тип исем әйттерәләр.
Донъя шулай һәр саҡ йылмайып көлгән кояш һымаҡ түп-түңәрәк булһасы. Тик шатлыҡ артынан ҡайғыһы ла эйәреп кенә йөрөй шул. Һуғышта алған яралары Йосоп ағайҙы аяҡтан йыға. Ауыҙына һыу ғына һалдырып, бер ай самаһы түшәктә ята. Һарғайып, күҙҙәре эскә батып, ҡоро һөйәккә ҡала. Зәйнәп көнө-төнө Йособо янында була, Хоҙайҙан һаулыҡ һорап ялбара. Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире шулдыр инде, был юлы Зәйнәп Йособонан ғүмергә айырыла. Ҡайғы ишле йөрөй, тиҙәр. Уйламағанда, Бирҙеғоло һабан аҫтында ҡалып һәләк була. Асланы армия сафында хеҙмәт итеп йөрөгәндә, башына кирбес төшөп, мәңгегә күҙҙәрен йома. Инде әҙерәк йөрәк яралары баҫылып, ҡалған уландары менән өй күтәреп, матур тормош көтөп ятҡанда... Өйләнеп, өс балаға атай булып, Себер яҡтарында донъя көткән Мостафаһын да ҡаты сир ер ҡуйынына ала, ауылға алып ҡайтып ерләйҙәр.
Зәйнәп ул ваҡытта кисергәндәрен хатта дошманына ла теләмәй. Ҡаты ҡайғынан бер айға яҡын түшәктән тормай ауырып ята. Күршеләре, туғандары, шул ятыуҙан тора алмаҫ инде, тип уйлайҙар. Аслыҡ-яланғаслыҡты күргән әбей аяҡҡа баҫа, ҡалған балалары өсөн сатырман йәбешеп донъя көтә башлай.
Тып-тын. Ауыл йоҡлай. Тик иң ситтәге яңғыҙ өйҙә генә шәм яҡтыһы күренә. Көсһөҙ генә яҡтыһы ла башҡаларға маяк кеүек. Иртүк фермаға эшкә барған кешеләр, аптырап, әллә ул инәй йоҡламай инде, тәҙрә аша һәр саҡ уның тегеләй-былай йөрөгән шәүләһе күренә, тиҙәр. Өйөнөң эсе бөхтә, бөтә әйбере ҡулдан эшләнгән. «Малайҙары аталары кеүек балта оҫтаһы булған» тиҙәр. Асланы эшләгән шкафында һәр улының фоторәсеме тора. Уларҙың өҫтәре матур сигеүле йә ҡулъяулыҡ, йә таҫтамал менән ябыулы. Ә игеҙәк уландары күптән өйләнеп, ҡырҙа тормош көтә. Өҙмәҫтән хат яҙып, хәл белешеп торалар. Әсәйҙәрен үҙҙәре янына күптән алырҙар ине, Зәйнәп әбей ҡырҡа ҡаршы тора, бындағы уландарымды ташлап, ҡайҙа барайым, уларҙың хәлен минән башҡа кем белешер, ти.
Әбей иртәнге намаҙын бөтөрөп, тышҡа ғына сыҡҡайны, көтмәгәндә мәйет көҫәгән бер нисә ҡоҙғон ауыл өҫтөндә пәйҙә булды. Әммә ҡоштарға оҙаҡ өйөрөләргә форсат теймәне. Уларҙы ауылды һаҡлаусы фәрештәләр ҡыуып ебәрҙе, буғай. Ҡоңғолдактар, бүленешеп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Араларынан берәүһе айырылып ҡалды һәм, йәмһеҙ тауыш сығарып, Зәйнәп әбейҙең өҫтөнән бер нисә тапҡыр урап осто.
– Ах, тағы кем? – тип ауыр ауаз сығарҙы әбей. Бер аҙҙан ул үҙен-үҙе ҡулға алды. – Нишләп мин ниндәйҙер ҡомһоҙ ҡоҙғон тауышына былай иңрәп торам әле? – тип кире өйөнә инеп китте. Һәр бер әйберен, ҡашығаяғын матурлап урынлаштырҙы. Күптән әҙерләп ҡуйған кәфенлектәрен сығарҙы, үҙе лә ап-аҡтан кейенде. «Иә Хоҙай, оҙаҡламай уландарым, бабайым менән күрешәсәкмен», – тип күҙҙәрен йомоп, ниҙер уҡынды.
... Зәйнәп әбейҙе һуңғы юлға оҙатырға барлыҡ ауылдаштары килде. Нисектер серле күренгән, үҙе лә ауыл халҡынан айырылыбырак торған әбейҙе күреп ҡалырға йәш-елкенсәк тә килгәйне. Яңғыҙ ғына йәшәгән әбейҙең өйөн ниндәйҙер яҡты нур балҡытҡандай, һәр нәмәһе ап-аҡтан ғына ябыулы, әбейҙең өҫтөндәге кейеме лә аҡ, сафлыҡ бөркөп тора.
Зыярат эсендә йәнә бер ап-аҡ ҡәбер ташы ҡалҡып сыҡты. Тәбиғәт тә үҙенең аҡ инәйен юғалтҡанын аңлағандай, һыҡтап-һыҡтай, иртәнән алып епшек ҡары ла тынмай.
Ҡатын-кыҙҙар араһынан кемдер:
– Теге донъяла ла яҡшы кешеләр кәрәк шул. Инәй үҙе лә күптән гүр эйәһе булған уландарынан айырылманы, һуңғы көнөнәсә яндарына барып йөрөнө. Хәҙер баҡыйлыҡта ҡосаҡлашып күрешкәндәрҙер инде... – тип ҡуйҙы моңһоу ғына.
Ҡараңғы төн. Ҡар туҡтаған. Өй тәҙрәләренән ут яҡтыһы бөркөлә. Тик ауыл осондағы Зәйнәп әбейҙең генә уттары мәңгелеккә һүнгән.
Зифа ИШМЫРҘИНА.

Читайте нас: