Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
8 Сентябрь 2020, 00:45

ВАСЯ (Булған хәл)

– Нишләп бала сағыңда күрше-тирә балаларын туҡманың? Атайың теге ваҡытта һөйләшеп ултырғанда шулай тип һөйләне...

Ул осрашыуға күп йылдар үтеп киткән. Беҙ инде олоғайып, пенсияға сығыр ваҡыт етеп килә. Шул йылдарҙың бер көҙөндә миңә Ырымбур – Һамар юлы менән еңел машинала Мәскәүгә барырға тура килде. Өс кеше китеп барабыҙ. Сентябрь башы. Матур аяҙ көн. Мин ололарса артта, алда ултырған йәштәрҙе ҡайһы ваҡыт: «Яйыраҡ барығыҙ», – тип киҫәтеп алам. Юл бигк шәптән түгел. Машина йөрөтөүсебеҙ:
– Һамарға етергә сәғәт ярым тирәһе бар әле, – тип әйтеүе булды, двигатель янында нимәлер шатырҙап китте лә, машинабыҙ туҡтаны ла ҡуйҙы. Төшөп, ентекләберәк ҡараһаҡ, машинабыҙ боҙолған. Ярай әле, ҡаласыҡ эргәһендә булды был хәл. Бер ни тиклем түбәнгә ҡарай этеп алып барып, элеватор янында туҡтаныҡ.
Машина йүнәтә торған оҫтахана элеваторҙан алыҫ түгел икән, тик ремонт оҫталары уны ябырға йөрөй, «Иртәгә килерһегеҙ», – тиҙәр. Шулай ҙа «күберәк түләргә ризабыҙ, бөгөн ремонтлайыҡ инде», – тип ялынғас, риза булдылар. Машинабыҙҙы һөйрәтеп алып барып, мастерскойға индергәс, егеттәр ремонтлай башланы, ә мин яҡын-тирәлә ҡапҡылап ала торған урын юҡмы икән тип, тирә-яҡты күҙәтә башланым. Ундай нәмә күренмәгәс, яҡында ғына элеваторҙы уратып алған ҡойманы яңыртып йөрөүсе бер нисә эшсе янына килеп, иң ситтәгеһенән:
– Яҡын-тирәлә ашхана йәки аҙыҡ-түлек магазины юҡмы? – тип һораным.
Эшсе миңә өндәшмәй генә ҡарап алды ла, эргәһендәге иптәшенә ымлап күрһәтте. Мин: «Нишләп улай итте икән?» – тип уға ҡарап алдым, күҙҙәребеҙ менән осраштыҡ, шунда теге иптәше:
– Тыумыштан һаңғырау ул, шуға миңә күрһәтте, аптырамағыҙ, ошо ҡойма буйлап барығыҙ ҙа, һул яҡта аҙыҡ-түлек магазины ла, уның янында буфет та бар, – тип аңлатып бирҙе.
Мин рәхмәт әйтеп боролдом да теге һаңғырау эшсегә тағы бер ҡараш ташланым, уның күҙ ҡарашы таныш кеүек тойолдо. Шунан уға ла «рәхмәт» тип ымланым да, китеп барҙым.
Кәрәк нәмәләрҙе алдым да тағы теге эшселәр янынан уҙаһы булдым. Шунда һаңғырау балта оҫтаһының мине баштан-аяҡ ентекләп күҙәтеп торғанын һиҙҙем. Ундай кешеләр менән һөйләшеүселәр бик аҙ, улар һөйләшеп, күңелдәрен бушатып, төрлө кәңәш һорап тулы тормош менән йәшәүгә һәр ваҡыт мохтаж. Был да шулайҙыр инде, тип уйлап ҡуйҙым. Минең «рәхмәт» тип ымлап әйтеүем: «Был беҙҙеңсә аңлаша беләлер», – тигән ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырғандыр, ахыры.
Уның янынан үткәндә үҙенән-үҙе «һүҙ ҡушырға» тура килде.
– Эш ваҡыты үткән бит, ә һеҙ һаман эшләйһегеҙ, сменалап эшләйһегеҙме? – тип ымланым.
– Юҡ, – булды яуап, – ҡойманы йүнәтеп бөтмәйенсә ҡайтмаҫҡа ҡуштылар, шуға тырышабыҙ, – тине лә, «мин һөйләгәндәрҙе аңланыңмы?», тигән һорау бирҙе.
– Аңланым, рәхмәт, – тип китеп барҙым.
Мин алып килгән ашамлыҡтарҙы ҡапҡылап алдыҡ. Оҫтахана хужалары ла ауыҙ итте, күңелдәре күтәрелеп китте. Тағы бер сәғәттәй эшләйһеләре бар ине әле.
Ремонт менән булышыусыларҙы ҡалдырып, тағы тышҡа сыҡтым. Теге эшселәр тырышып эшләй.
Ә минең һаңғырау балта оҫтаһы менән, нишләптер, тағы бер нисә һүҙ ҡушып булһа ла, «һөйләшкем» килде. Ундай кешеләр менән күп йылдар инде «һөйләшкәнем» дә юҡ, Камил дуҫым үлеп киткәндән һуң «һөйләшергә» тура килмәне, барыбер ваҡыт уҙғарырға кәрәк.
Ҡапыл мин уҡыған йылдарҙа осратҡан малай иҫкә төштө. «Был эшсенең шул малай булып ҡуйыуы ихтималмы икән?» – тигән уй баштан йүгереп уҙҙы. Күҙ ҡарашы таныш кеүек, кәүҙәһе лә, үҙен тотошо ла шулайыраҡ тигән уйҙар мине был яңы таныш янына этәрҙе.
– Исемең кем? – тип һораным.
– Вася, – булды яуабы. Бармаҡтары менән ошо исемде «яҙҙы» ул. Аптырашта ҡалдым: урыҫҡа оҡшамаған, күҙ ҡарашы ла, йөҙө лә таныш кеүек.
– Күптән бында эшләйһеңме?
– 31 йыл.
Башҡа ундай-бындай һорауҙар менән аптыратмай, төп һорауымды бирҙем:
– Һин 40 йыл элек 12-13 йәшлек сағыңда атайың менән поезда ошо яҡтарға килдеңме?
– Эйе, – тип баш һелкте Вася.
– Шунда һеҙҙең янығыҙҙа 16-17 йәшлек малай бар ине, шуны хәтерләйһеңме?
Вася ғәжәпләнеп аптырап китте:
– Насар хәтерләйем. Ул егет мине ымлап атайым юҡта үҙе янына ситкә саҡырғаны иҫемдә. Мин унан ҡурҡып янына барманым, сөнки ул минең менән бер ҙә һөйләшмәне бит, атайым менән генә һөйләште, – булды яуап.
– Һеҙ ул саҡтағы малайға оҡшамағанһығыҙ, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Мин – шул малай, – тинем уға.
Беҙҙең әңгәмәне бергә эшләп йөрөгән иптәштәре ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙо ла, тәмәкеләрен тоҡандырып, ял итергә ултырҙы. Беҙ ҙә ситтәрәк өйөлгән таҡталар өҫтөнә ултырҙыҡ. Әңгәмәсемдең минең менән ҡыҙыҡһыныуы арта барҙы.
Мин Васяға:
– Шул йәш саҡта осрашҡандан һуң тормошоң нисек үтте, шул турала һөйләп бир әле, – тинем.
– Атайым әллә ҡайҙа булды, – тип һүҙ башланы ул. – Мине аңлаған бер кеше лә яҡын-тирәлә юҡ ине. Вагонда бер үҙем ҡалып илап ултырғанымды күреп, яңғыҙ икәнемде аңлап, бер ҡалала (Һамар булырға тейеш) милицияға алып барҙылар. Һаңғырауҙар менән һөйләшә белгән кешене табып, минән һорау алдылар. Шунан һуң мине махсус мәктәпкә тапшырҙылар. Бер ниндәй ҙә документым булмағас, милицияла уҡ миңә исем-фамилия бирҙеләр. Ҡасып та ҡараным, тотоп кире алып килделәр. Һуңынан эшләргә ҡуштылар. Кәмһетеүселәр ҙә, туҡмалған саҡтар ҙа булды. Ҡасып китеп, урлашып йөрөп, төрмәлә лә ултырҙым. Теләһә ҡайҙа йөрөй торғас, тағы милиция тотоп, ошо ойошмаға килтереп эшкә ҡушты. Ятаҡтан бер бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр, шунда йәшәй башланым.
Бер ваҡыт эштән ҡайтып барғанымда, ике ҡатын- ҡыҙҙың минең кеүек һөйләшеп торғандарын күреп, яндарына килдем. Һөйләшеп киттек. Ул икәүҙе мин элегерәк тә бер нисә тапҡыр осратҡан инем. Шулай танышып, һөйләшеп йөрөй торғас, бер аҙҙан береһе менән өйләнештек. Ул аҙ ғына ишетеп, һүҙҙәрҙе боҙа-боҙа булһа ла, ҡәҙимге кешеләр менән аралаша ала ине. Минең бүлмәлә йәшәй башланыҡ. Ҡатынымдың әсәһе, ғаиләһе менән айырым йәшәгән ағаһы бар ине. Шулар бик ярҙам итте. Үҙем дә уларҙың эштәрен эшләшеп, ярҙам итергә тырыштым. Ҡәйнәм үлгәс, беҙ уның өйөнә күстек. Эш хаҡыбыҙ күп булмаһа ла, етә башланы. Балабыҙ юҡ. Бына шулай йәшәйбеҙ, – тип бөтөрҙө Вася һөйләүен.
– Атайыңды башҡа күрмәнеңме? – тип һораным.
– Юҡ! Уның менән берәй бәхетһеҙ хәл булды, ахырыһы, – тип икеләнеүен белдерҙе.
Минең өсөн уның һөйләүен аңлауы еңел булманы: оҙаҡ һөйләшеү, аңлашыу күнекмәләре булмағас, күбеһе онотолған, «һөйләшеү» оҫталығы ла кәмегән.
Шулай ҙа барыһын да аңланым. Вася атаһының нисек юғалғанын, ҡайҙа булғанын белмәй ине. Мин дә уға белгәндәремде һөйләмәнем. Былай ҙа күп ауырлыҡтар кисергән күңеленә яра өҫтәү булыр, ҡалһын шул көйө, тип уйланым.
Шундай уйҙар менән бала сағындағы тормошон да, ата-әсәһе менән нисек йәшәгәнен дә хәтерләү-хәтерләмәүе тураһында һорашманым. Тик бер генә һорауымды асыҡларға булдым:
– Нишләп бала сағыңда күрше-тирә балаларын туҡманың? Атайың теге ваҡытта һөйләшеп ултырғанда шулай тип һөйләне...
– Булды инде, – тигән кеүек итеп ҡул һелтәне ул, – Минән көлдөләр, мыҫҡыл иттеләр, бергә уйнатманылар, бер яҡлаусым да булманы, шуға инде, – тип туҡтаны, бүтән һөйләгеһе килмәне.
Мин аңламаған ҡайһы бер төшөнсәләрҙе яҙып күрһәтеүен һораным. Ул русса һүҙҙәр менән хаталы итеп булһа ла, ярайһы ғына яҙып аңлатты. Үҙен урыҫ тип иҫәпләй ине. Был турала ла бер һүҙ ҙә әйтмәнем, сөнки бындай ҡараш тураһында минең тәжрибәм бар ине: минең Камил дуҫым да, уҡып ҡайтҡас, оҙаҡ ваҡыт үҙен урыҫ тип йөрөттө. «Һин урыҫ түгел» тип әйткәндәрҙе яратманы, асыуланды. Вася ла шулай уйлап йөрөүе ихтимал кеүек тойолдо.
Тормош ярайһы ғына яйға һалынған, йәшәүен үҙе белгәнсә тыныс ҡына дауам итеүе һәйбәт, әлбиттә. Шул тойғоларымды уға ла белдерҙем.
Урынымдан тороп, бик йылы хушлаштыҡ. Шунда Вася:
– Ҡайҙа бараһың, ҡайҙа йәшәйһең? – тигән һорау бирҙе. Мин аңлатып бирҙем дә тағы бер ҡул ҡыҫышып һаубуллаштыҡ. Бер аҙ киткәс, артымдан тып-тып итеп берәү яҡынлашып килгәнен һиҙеп боролдом. Вася ине был.
– Ә һиңә теге ваҡытта атайым ҡайһы яҡтан килгәнебеҙҙе, ҡайһы ауылдан, йә райондан икәнебеҙҙе, исем-фамилияһын әйтмәгән инеме? – тине, күҙҙәре еүешләнеп китте. Бик ҙур өмөт менән хәбәр көттө ул минән.
Шул саҡ ул биргән һорауҙарға яуап бирә алмағаныма бик үкендем, нисек яуап бирергә лә белмәйенсә, елкәһенән ҡосаҡлап, бер нисә минут торғас:
– Юҡ шул, үҙе лә әйтмәне, мин дә һорамағанмын, – тип аңлата алдым. Вася:
– Ярай, улайһа, – тип башын һелкте лә ҡапыл боролоп китеп барҙы. Илағанын күрһәтергә теләмәне ул.
Машинабыҙ йүнәтелеп бөтөп, оҙаҡламай беҙ ҙә юлыбыҙҙы дауам иттек. Бына шулай тамамланды был осрашыу. Күп һорауҙар яуапһыҙ ҡалды. Васяның ысын исемен дә, ата-әсәһе тураһында ла, тыуған ере тураһында ла белерлек түгел ине. Бәлки, һуңынан белергә теләп, эҙләп ҡараусылар ҙа булғандыр. Был да билдәһеҙ.
Таҡталар өҫтөндә һөйләшеп ултырғанға ла байтаҡ йыл үтеп китте, ә Вася ваҡыты- ваҡыты менән иҫкә төшә, онотолмай. Иҫәнме икән ул? Белмәйем.
Яҙмыш тигәнең кеше менән ниндәй генә хәлдәр ҡылмай? Шуныһы бер аҙ тынысландыра: нисек булһа ла был бәхетһеҙҙе, Хоҙай рәхмәте менәндер инде, илебеҙ ташламаған, яйын табып уҡытҡан, эшкә урынлаштырған, йәшәргә мөмкинлек тыуҙырған. «Рәхмәт, илебеҙгә!» тиергә генә кәрәк.
Ә үҙ балаһын ошондай яҙмышҡа дусар иткән «атай» тигән бәндә ниндәй йөрәк менән, ниндәй йөҙ менән көн күрҙе икән? Тыныс ҡына йәшәй алдымы икән? Бындай кешегә Хоҙайҙың рәхәт тормош насип итеүе мөмкинме икән?
Беләһе ине лә...
Сулпан ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Читайте нас в