Мансурҙың телефоны шылтыраны. Ул телефонын алып, кем менәндер һөйләште. Теләһәң дә, теләмәһәң дә уның “Ярай, ярай, әле өйҙә түгелмен”, тигән тауышы ара-тирә ишетелеп тора. Һөйләшеп бөткәс, Мансур ризаһыҙ ғына һүҙ башланы.
- Әллә ниндәй кешемен ул, юҡ тип әйтә белмәйем. Берәйһе аҡса һорап килһә, йәлләп бирәм дә ебәрәм. Улары аҙаҡ киреп ҡайтармай. Теге ваҡыт ауылға ҡайтҡанда бер ағай телефонды, адресты алып ҡалғайны. Нәҫел-нәсәбем дә, аралашҡан кешем дә түгел. Минән күпкә өлкән. Йүнләп йәшәгән урыны ла юҡ. Хәҙер әллә нисә ҡатын алып айырылды. Килеп тороп алдаҡсы. Шул бер нисә көн элек Өфөлә беҙҙең фатирҙы эҙләп тапҡан
- Мин командировкала инем. Мансурҙың ауылдағы ағаһы булам, тип ишек шаҡыған. Шулай тигәс, ни эшләйһең инде. Ҡатыным индергән, йоҡлап сыҡҡан. - Өфөгә киләм, һеҙгә барам, ти. - Кит, бигерәк прастуйһың инде, – тине Айгиз. – Һин икенсе тапҡыр аҡса һораған кешегә, юҡ, үҙем бына кемдән һорарға тип торам инем тиң. Ә киләм тигән кешеләргә ҡатыным яман уҫал, кеше яратмай, тиң. Шул арҡала кеше менән аралашып йәшәп булмай. Хәҙер хатта бер туғандарым да биҙеп бөттөләр. Бына мин шулай тип яуаплайым. Яман рәхәт. - Кит, әллә нисек бит. Уңайһыҙ һымаҡ. - Тәүҙә генә шулай ул. Аҙаҡ өйрәнеп китәһең. Айгиз шулай тине лә мут йылмайҙы:
- Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ ул.