Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
19 Сентябрь 2020, 22:50

Барыһы ла күңеленә ятҡан эш табасаҡ

– Барығыҙҙың да серегән бай булыуын теләйем! – тип тамамланы телмәрен.

Харис Шәрипов.
Танышым ҡыҫҡартыуға эләккәс, эш таба алмауы тураһында зарланып һөйләгәйне. “Урам, ихаталарҙағы иғландар буйынса йөрөп, ваҡытымды һәм байтаҡ аҡсамды сарыф иттем. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәм дә, башта алтын тау вәғәҙә итәләр. Дүрт көн уҡыған өсөн “под залог” тип аҡса алалар ҙа – вәссәләм! Һөҙөмтәлә аҡса ла, эштә юҡ”, — тигәйне ул.
Танышымдың ошо хәбәрен тыңлағас, уның хәлен үҙ елкәмдә татып ҡарарға булдым. Үҙебеҙ йәшәгән подъездағы иғландар таҡтаһынан тәүге осраған белдереүҙе йыртып алдым. Аҙнаһына һигеҙ мең һум вәғәҙә итәләр ине унда.
— Киске сәғәт бишкә килегеҙ, әңгәмә ваҡытында барыһын да аңлатырбыҙ, – тинеләр, шылтыратҡас. Тәғәйен ваҡытҡа баш ҡалабыҙҙың Хоҙайбирҙин урамындағы икенсе йортҡа барып еттем. Торлаҡ йорттоң ярым подвалында урынлашҡан. Офис ишегенә “Федераль компанияның төбәк вәкәләтлеге” тип кенә яҙылған. Компанияның исеме хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Халыҡ күп йыйылғайны. Кергәс тә анкета тултырырға ҡуштылар. Ундағы һорауҙарға ярашлы, үҙең тураһында барлыҡ мәғлүмәтте лә яҙырға тейешһең. Анкетаны тапшырғас, йыйылыш залына керергә ҡуштылар. Ярайһы уҡ ҙур бүлмә төрлө вакансияларға дәғүә итеүселәр менән лыҡа тулғайны. Күбеһе — йәштәр. Сиратлап әңгәмәгә саҡыра башланылар. Бер аҙҙан миңә лә өндәшәләр.
— Хөрмәтле Харис Мөбәрәк улы! Анкетағыҙҙағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һеҙ — тап беҙҙең компанияла эшләй торған кеше, – тип башланы үҙен Наталья тип таныштырған туташ. — Иртәгә сәғәт унда ошонда уҡ тәүге дәрескә килегеҙ, барлығы биш көн уҡырға. Үҙегеҙ менән дәфтәр, паспорт, ике фотоһүрәт һәм дә 400 һум аҡса килтерегеҙ. Аҡса “под залог”, йәғни өйгә биреп ҡайтарыласаҡ махсус әҙәбиәт өсөн. Әйтеүенсә, “под залог” түләнгән аҡса биш көн уҡығандан һуң кире ҡайтарыласаҡ икән. Эш эҙләп килгән кешенән шунда уҡ аҡса һорағас, миндә шик тыуҙы.
Иртәгәһенә сәғәт ун тулыуға, кисә кемдәр булған, барыһы ла килгәйне. Минең “под залог” аҡса килтермәгәнде белгәс, етәксем Натальяның шунда уҡ йөҙө боҙолдо.
— Иртәгә мотлаҡ килтерегеҙ. Бөгөнгә тәүге лекцияны бушлай тыңлағыҙ, – тигәс, эш эҙләп килеүселәр менән тулған тынсыу залға инеп ултырҙым. Евгений Андреевич исемле лектор, егерме йыл элек Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән, хәҙер инде бөтә донъя буйлап йылдам үҫешеүсе, таныш булмаған исемле компания тураһында ауыҙ һыуын ҡоротоп бер сәғәт буйы һөйләне. Беҙ иһә уның һәр бер һүҙен яҙып алырға тейеш инек. Баҡтиһәң, был компания хәҙер инде Рәсәйҙә лә сәскә атып бара икән.
— Беҙҙең компания төрлө йүнәлеш буйынса эшләй, кем ниндәй вакансияға дәғүә итә – барыһы ла күңеленә ятҡан эш табасаҡ, – тине лектор. – Барығыҙҙың да серегән бай булыуын теләйем! – тип тамамланы телмәрен. Шундай ялҡынлы сығыштан һуң лекторға аяғүрә баҫып алҡышланылар.
Ҡайтҡанда бер таныш ҡатын осраны. Ҡайҙан килеүемде әйткәс:
— Аҡылың булһа, бүтән яҡын йөрөмә унда. Алдашалар, икенселәй әйткәндә – “лохотрон” был, эш тә бирмәҫтәр, аҡсаңдан да ҡолаҡ ҡағырһың.
Икенсе көндә туҡталышта торғанда тағы ла бер иғлан күреп ҡалдым. “Анатолий Иванович эш тәҡдим итә! Көнөнә 1800 һумдан да кәм түгел. Эш графигы үҙегеҙ теләгәнсә”. Бессонов урамындағы офиста ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Бында инде “под залог” 450 һум биреүҙе талап иттеләр. Был офиста ла эш эҙләп килеүселәр байтаҡ ине. Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған тажик егете Иҙрис йәйгелеккә эш эҙләп килгән. Ҡарауылсы булып урынлашыр өсөн унан дүрт мең һум талап иткәндәр. Мин ышанмайынса, унан ҡабат-ҡабат һораным, урыҫ телендә ауырыраҡ һөйләшә ине, әммә дөрөҫ булып сыҡты.
Сит мәмләкәттән килгәндәргә аппетиттары ҙурыраҡ асыла, күрәһең. Был ойош­маның исеме “Содействие” тип атала, йәғни булышлыҡ итеү. Нисек итеп булышлыҡ күрһәтеүҙәре аңлашылды.
Урамдарға йәбештерелгән иғландар буйынса ҡайҙа ғына шылтыратһам да, шул уҡ хәл. Ҡыҫҡаһы, Өфөләге эш тәҡдим иткән барлыҡ “шарашка конторалары” ла бер үк схема буйынса эшләй икән. Бер нисә йыл элек кенә республикабыҙ буйынса киң таралған финанс пирамидаларын хәтер­ләтте миңә улар. Кемдәрҙер байый, ә ваҡытлыса эш эҙләп йөрөгән пенсионерҙар һәм студенттар алдана. Интернет селтә­ренән был ойошмалар тураһында ҡыҙыҡ­һындым, тик береһе хаҡында ла ыңғай баһа тапманым. Барыһы ла бындай шикле урындар менән бәйләнмәҫкә кәңәш бирә. Яҡшы эш вәғәҙә итеп, халыҡты төп башына ултыртҡан был офистарҙың эшмәкәрлеге менән бер генә тейешле орган да ҡыҙыҡ­һынмай, ахырыһы. Ни генә тимә, реклама үҙенекен эшләй – ҡайҙа баҡма иғландар, белдереүҙәр… Урам йыйыштырыусылар ҡойма һәм бағаналарҙы таҙартып тора, иғландар иртәгәһенә тағы ла пәйҙә була.

Урамға сыҡтым, йорт ишегендә тағы ла яңы мәғлүмәткә тап булдым: “Ҙур, татыу компанияла яҡшы эш тәҡдим итәбеҙ! Хеҙмәт хаҡы уртасанан күберәк. Телефоны: 8927… Кисекмәҫтән шылтыратығыҙ!”
Читайте нас в