Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Октябрь 2020, 22:15

Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы

Республика Башлығы өлкәндәргә ниндәй бүләк вәғәҙәләне?

Бөгөн, 1 октябрҙә, Оло йәштәгеләр көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауырғазы районында ветерандар менән осрашыуҙа «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектының башланыуын иғлан итте. Ул республикала йәшәгән оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, унда бер нисә йүнәлеш була.

«Халыҡ диспансеризация үткән саҡта поликлиникаларҙа «көмөш сәғәт» индерәбеҙ. Ошо ваҡыт арауығы, шартлы итеп әйткәндә, ике-өс сәғәт, өлкән йәштәгеләргә генә диспансеризация үткәреү өсөн файҙаланыла. Был уларға уңайлы булыр. Шулай уҡ медицина учреждениеларында өлкән быуын кешеләре өсөн махсус һаулыҡ мәктәптәрен асабыҙ. Унда рациональ туҡланыу, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса курстар ойоштороу ҡарала. Медицина блогына райондарға сығып, комплекслы медицина тикшереүе ойошторған сәләмәтлек поездары ла инә», — тине Радий Хәбиров.

Программаның тағы бер йүнәлеше туризмға бәйле. Туризм буйынса дәүләт комитеты яғынан тыуған төйәгебеҙ буйлап сәйәхәт итергә, яңы ерҙәрҙе күрергә теләгәндәргә экскурсиялар өсөн субсидия бүлеү планлаштырыла. Был эшкә республиканың барлыҡ власть органдары һәм район-ҡала хакимиәттәре йәлеп ителә.

Пенсионерҙарға компьютерҙы үҙләштереү өсөн сертификат алыу мөмкинлеге лә бирелә. Шуның менән улар уҡыу өсөн кәрәкле ойошманы үҙҙәре һайлай ала.

Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн спартакиаданы ла әүҙем үҫтереү ҡарала. Республика башлығы һүҙҙәренсә, ололар үҙҙәрен йәмғиәт өсөн файҙалы һәм кәрәкле итеп тойһон өсөн уларҙы артабан да ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп итергә йыйыналар.

Бөгөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты буйынса Указға ҡул ҡуйырмын, был республика властарының Оло йәштәгеләр көнөнә үҙенә күрә бер бүләге булыр, тине Радий Хәбиров.Указ менән шулай уҡ Башҡортостан Башлығының «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектының саралар планы раҫлана, уны бойомға ашырыу буйынса ойоштороу комитеты булдырыла. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙың координаторы – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлы

Читайте нас: