Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Октябрь 2020, 13:35

Бәхил бул, яҡын дуҫыбыҙ!

Яҡты күңелле кеше ине.

Өфөлә ауырығандан һуң «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин донъя ҡуйҙы. Уға 52 йәш ине. Мәктәп йылдарынан әүҙем яҙышҡан Самат "Башҡортостан пионеры" ("Йәншишмә") гәзитенең "Йәш хәбәрсе"һе булды.
Самат Ғәлимйән улы Ғәлин – Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. 2013 – 2015 йылдарҙа ул «Осҡон» гәзитенең баш мөхәррире, Әбйәлил районы мәғлүмәт үҙәге директоры булып эшләне. Алсаҡ, ихлас, йомарт дуҫыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: