Гөлсирә Мәжит ҡыҙы – яҡшы математик. Институтты тамамлағандан һуң бер мәктәптә утыҙ йылдан ашыу эшләне ул. Уҡыусыларына был донъяла бөтә нәмә математика тигән мауыҡтырғыс фән ҡанундарына бәйле икәнлеген аңлатырға бөтә тырышлығын һалды. Ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне.
Тырышлығы бушҡа булманы уның – өс тиҫтә йыл дәүерендә уҡыусыларының байтағы уның һөнәрен һайланы, улар араһында фән докторҙары, профессорҙар, атҡаҙанған уҡытыусылар бар. Дәресендә һәр баланың аңына бөтә тигеҙләмәнең дә матур сиселеше-сығарылышы булыуын, һәр мәсьәләне төрлө яҡлап сисеү мөмкинлеге барлығын еткерергә тырышты. Яңы теманы балаларға сәйнәп ҡаптырманы, уны үҙҙәре аңлаһын, формуланың килеп сығышын төшөнһөн, яуабын, нигеҙен тапһын өсөн төрлө ысул-юл тәҡдим итте. Теге йәки был математика ҡанунының көнитмештә ҡайҙа, ҡасан осрауын ентекләп аңлатты.
Ә үҙе уҡыусыларына өйрәткәндең гел киреһен эшләне: шәхси тормошонда үҙе яратҡан фән закондарының береһен дә ҡулланманы, йәғни килеп сыҡҡан проблема-мәсьәләне хәл итеүҙең матур юлын түгел, ә иң еңел, дөрөҫөрәге үҙенә ҡулай, ҡайһы берҙә хатта мәкерлеһен һайланы. Шул холҡо менән бөтәһен дә үҙенә ҡаршы ҡуйҙы, хатта балаларын да.
Яңғыҙлыҡҡа күптән күнде инде хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Тик бына һуңғы ара сире йонсота. Операцияға ризалашманы шул. Хирург скальпеленән бигерәк наркоздан ҡурҡа. Тәрән йоҡоға китермен дә, уяна алмаҫмын, тип хәүефләнә.
Үт ҡыуығы борсой ҡатынды. Дарыуҙар ҙа, халыҡ медицинаһы ла ярҙам итмәне. Сараһыҙҙан хатта имселәргә, күрәҙәселәргә лә барып ҡараны. Кисә өйәнәге тотоп түшәккә йыйылғас, бер уҡыусыһы бағымсыға алып барғайны, уныһы: “Кемгәлер асыу тотаһың, үсләшәһең, шуға үтең таша, үҙәгең көйә. Ғәфү итмәйенсә йәки үтенмәйенсә ауырыуыңды бер ниндәй дарыу ҙа еңә алмаясаҡ”, - тине.
Үҙәк көйөүе Илшатҡа булған мөнәсәбәттән булһа, харап икән, сөнки Гөлсирә уны бер ҡасан да кисермәйәсәк тә, үҙе лә ғәфү үтенмәйәсәк. “Бер кем алдында ла ғәйебем юҡ минең”, - тип уйланы ул.
Ә ысынында иһә ғәйебе барлығы хаҡында бик яҡшы белә Гөлсирә Мәжит ҡыҙы. Ҡыҙҙарының бәхетһеҙ булыуында ла үҙен ғәйепләргә урын бар. Тормош көтөргә өйрәтмәне. Класташтары менән башланғыс кластан сағыштырып, ярыштырып, көнсөл итеп үҫтерҙе. Ҡыҙҙарынан яҡшыраҡ уҡығандар, йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк булғандар тураһында, юғары белемле, абруйлы педагог булыуына ҡарамаҫтан, хөсөт таратты. Уларға, уларҙың ата-әсәләренә ҡарата башҡаларҙы ҡаршы ҡуйҙы. Ә өйҙә эшкә өйрәтәһе урынға үҙ балаларына тынғылыҡ бирмәне. Ике һүҙенең береһе “эшкинмәгәндәр” булды. Үҙенсә ҡыҙҙарын сәмләндерергә, ғәрләндерергә булғандыр инде, ә ғәмәлдә киреһенсә килеп сыҡты: кеше уңышына көнләшеүсән, гел әрләнгәнгә баҫалҡы, әммә үсле булып үҫтеләр. Ундайҙар, билдәле инде, бер коллективта ла һыймай, үҙ урынын таба алмай.
Көндәр-төндәр буйы математик күнегеүҙең төрлө яуабын эҙләп, үҙе өсөн асыш яһап ултырғансы, ҡыҙҙарына: “Һеҙҙең эргәлә һәр ваҡыт рәхәт, йылы, ҡотло булырға, коллективта ла, ғаиләгеҙҙә лә кешеләр һеҙгә тартылырға, уның өсөн һеҙҙә тартыу көсө булырға тейеш”, - тип әйтергә, яҡшы уҡыған әхирәттәренән көнләштереп ситләштергәнсе, киреһенсә, уларҙы яҡынайтырға, дуҫлаштырырға, уларҙан өлгө алырға өйрәтергә кәрәк булған да бит.
Асылда ул ҡыҙҙарының тиҫтерҙәренә үҙе лә һоҡлана ине бит. Ә Илшатын бөтә ғәм алдынада нахаҡҡа рәнйетте түгелме? Иренең хеҙмәттәшенә һоҡланыулы ҡарашын күтәрә алманы. Бары шул ғына. Сәйҙә бит, ысын мәғәнәһендә, яратыу, һоҡланыу өсөн генә тыуғанлығын Гөлсирә Мәжит ҡыҙы тулыһынса аңлай ине. Йөҙө генә түгел, күңеле лә матур бит үҙе менән бергә эшләгән педагогтың. Изге күңелле, ярҙамсыл, кеше хаҡында бер яман һүҙ әйтмәҫ хеҙмәттәшен башҡаларҙың да айырыуса ихтирам менән ҡарауын күптән тоя ине. Ә уҡыусылары уны нисек хөрмәт итте. Гөлсирә Сәйҙәнең нәҡ ошо сифаттарын күпһенде. Шуға ла күрәләтә Илшат менән икеһенә яла яҡты. Шунда иренең һоҡланып ҡарағанын һиҙҙермәйсә генә үткәреп ебәрһә, ошо көндә, билләһи, уның менән бергә булыр ине. Кейәүгә сығырға кәрәк тип кенә сыҡһа ла, йәшәй башлағас, уға ысынтылап ғашиҡ булғайны бит. Ә мөхәбәттең формулаһын һуңынан ғына аңланы...
Ниңә уйына гел эшләгән этлектәре, ҡорған тоҙаҡтары тураһында күңелһеҙ иҫтәлектәр генә килә әле һуң? Изге ғәмәл бөтөнләй ҡылманымы ни ул? Тик күпме хәтерләргә тырышмаһын, дәресендә уҡыусыларының башын ауырттырған кәсер-һыҙыҡлы тигеҙһеҙлектәр, өсмөйөштәр йыйылмаһы ғына иҫенә төштө Гөлсирә Мәжит ҡыҙының.
“Һәр тигеҙләмәнең матур сиселеше була, тип ҡабатларға яраттым. Ә ниңә үҙем тормошомда матур юлды эҙләмәнем, тапманым. Килеп тыуған мәсьәләнең үҙе хәл ителеүен ниңә көтмәнем?” – тип һыҡранды йөрәге.
Һыҙланыуына түҙә алмай, карауатынан тороп, тәҙрә төбөнә барып ултырҙы. Урамда фонарь яҡтыһында ямғыр яуғанын күҙәтеп, үҙе лә һиҙмәҫтән ирендәре бер үк һүҙҙе ҡабатлай башланы: “Мин ғәфү итәм, һин дә мине кисер. Бөтәгеҙ ҙә ғәфү итегеҙ!”.
Күпме шулай ултырғандыр – билдәһеҙ. Иллә-мәгәр таң атыуға күңеле бушап, зиһене яҡтырып, ә шулай ҙа иң ғәжәбе – ауыртыуы баҫылып киткәнен тойҙо...
Лена АБДРАХМАНОВА.