Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
2 Ноябрь 2020, 20:15

ЙОНДОҘЛО ТАУ ХИКӘЙӘ

Тәүге балаһы үле тыуҙы. Тыуған йортона ла ҡайтып ҡараны, әсәй ауырый, тип алдап алып ҡайтып китте.

Зәйтүнә ҡулындағы дилбәгәһен шаҡара тартып, ҡушаяҡлап сапҡан атын саҡ туҡтатып алды. Ҡатын санала тубыҡланып ултырған еренән һикереп төштө. Атының өҙлөкһөҙ йыш-йыш тын алып торған морононан һыйпап алайым тигәйне, Аҡъял "нишләп туҡтаттың инде" тигәндәй, бышҡырып башын сайҡап алды. Ҡышҡы төндөң иң сатлама һыуыҡ көндәре, малҡайының тиргә батҡан арҡаһынан ап-аҡ боҫ борлап тора. "Йә, тыныслан, ауылға ҡарай күп ҡалманы инде, ярты юлды үттек, был яғына яйлабыраҡ барырбыҙ", – тигәс кенә, Аҡъял әҙерәк тынысланған һымаҡ булды. Шулай ҙа ҡолаҡтарын ҡарпайтып алды, ә ауылдан килә икән, был – эттәрҙең өргән тауышы. Ана, алыҫта Зәйтүнәләрҙең Йондоҙло тауы ла, барыһынан да иң бейеге булып, яҡтырып ултыра, әйтерһең, күктәге йондоҙҙар уның өҫтөнә генә төшөп янған кеүек, өйҙәре тап шул тирәлә генә инде. Бала сағында, тау өҫтөндәге йондоҙҙарҙы үрелеп күпме алғыһы килде, тик буйы етмәне. Атайҙары: “Балам, ҙур булып үҫһәң, тышҡа сығып тормай ғына, тәҙрә аша устарыңды һонорһоң, ә йондоҙҙар, емелдәшеп, үҙҙәре үк осоп килеп ятыр. Шулай бит, әсәһе", тиер ине. Тәслимә инәй йөҙөнә етди төҫ сығарған булыр, ә үҙе һиҙҙермәй генә эстән көлөмһөрәп алыр ине. Зәйтүнә өшөгән бите менән ҡулдарын тыны менән өрөп ышҡып алды, аттың еле һыуыҡ барыбер. Ярай өҫтөнә ҡалын бишмәтен кейеп, башына дебет шәлен ураған. Санаһына йәтешләп ултырып алғас: "Әйҙә, малҡай, инде был яғына үҙең дә яйлап юртырһың", – тип, ҡулындағы дилбегәһе менән атының ҡабырғаһына еңелсә генә һуғып алды, шуны ғына көткәндәй, уныһы елеп сабып та китте.
Зәйтүнә бәләкәйҙән хайуандарҙы яратты, ғаиләлә үҙенән оло ике ағаһы булһа ла, һәр ваҡыт атаһы менән бергә йµрµнµ, мал ҡарашты, аҫтарындағы тиҙәктәрен таҙартышты. Ихаталарында ерҙе ҡаҙып һыу сығарырға күпме тырышһалар ҙа, килеп сыҡманы, ҡышын, йәйен йылғанан ташып эстеләр. Зәйтүнә үҙе атты егеп, санамы,арбамы – шунда мискәләрен ултыртып ала ла, мәке уйып һыу ташыр ине. Атаһы совхозда ат ҡараны. Ҡыҙ унда ла барып етешер ине. Әсәһе, мәрхүмә, һәр саҡ атаһын тиргәр ине, "шул ҡыҙ баланы,бер нишәтеп аттарыңдан биҙҙерер инең, тормошҡа сығыр булһа, бала бағыр урынға, иренә скотник булып йөрөһөнмµ үҙең кеүек, ана, өйҙә миңә булышһын, исмаһам". Ғитиәт ағай ҡатыны әрләгәндә тыныс ҡына, йылмайып тик торор ине. Аҙаҡ: "Йә, ҡатын, тиргәшеп бөттөңмµ инде", – ти ҙә, ыңғайына оҙон көйгә һуҙа-һуҙа, һәнәген ҡулына алып, малҡайҙары янына китер ине. Атаһы, мәрхүм, тыныс холоҡло, бик яҡшы кеше ине. Йырларға яратты, бигерәк тә боронғо оҙон көйҙәрҙе. Мәжлестәрҙә ул йырлап ебәрһә, хатта себен осҡан тауыш та ишетелмәй торған ине. Зәйтүнә төҫкә оҡшаған, ә холҡо ла, йырға ла юҡ. Уҡыуға ла бик булманы. Әсәһе, дәрес әҙерләтергә ултыртһа, башын сүкеп әрләр ине. Ул һаман: "Миңә биш класс белемем дә етә", – тип йөрөнө. Ауылда дүрт класты бөткәс, күрше ауылға барып уҡыр өсөн интернатта ятыр кәрәк. Яҙлы-кµҙлµ рәхәт тә ул ун саҡрым араны йәйәү йөрөп үткәрергә, ҡыш ҡына ул, етмәһә, төндәре оҙон. Зәйтүнә иртүк тороп атын егә лә уҡыуға китә. Хәҙер инде ата-әсәләре лә бер һүҙ өндәшмәйҙәр, күнегеп бөткәндәр инде ҡыҙҙарының холҡона. Тегендә туған тейеш оло ғына инәйҙәре бар, атын туғарып шунда ҡуйып тора. Ҡайтыуға инде ауылдаш ҡыҙҙар, малайҙарға анһат, ҡыуанышып, Зәйтүнәнең ат арбаһына тейәлешәләр. Юл буйы шаярышып, бер-береһен төрткөсләп ҡайтыр булдылар. Ә инде текә тауға килеп еткәс, йәйәү менергә. Зәйтүнә, атын ҡыҙғанып, үҙе лә уның менән йәнәш атлай.
Шулай ҡыш уртаһы етте, оҙон каникулдан һуң һис тә интернатҡа барғы килмәй. Ул ваҡытта алтынсы класта уҡый ине, ауырыған кеше булып, бер аҙна дәрескә бармай ятты. Уҡытыусылары ялға ҡайтҡан иптәштәре аша сәләм дә еткерҙеләр. Саҡ өсөнсө аҙнаһына килеп дүрт көн уҡыны ла ҡасып ҡайтып китте. Бишенсе көнгә инде аталарынан Аҡъялды урлап, күрше ауылға кире китте. Директор бүлмәһенә индереп, уҡырға, интернатта ятырға кәрәклеген әйтеп, ҡурҡытып, күпме өгөтләмәһендәр, ҡыҙ барыбер үҙенекен эшләне. Февраль айҙары булғандыр, төнгә ҡарай яңғыҙ үҙе аты менән һыбай килеш ҡасып ҡайтып китте. Иртәгеһен иртүк төҫтәре ҡасҡан уҡытыусылары быны эҙләп ауылға килеп төшмәһендәрме. Өйҙәренә барһалар, ҡайтманы тиҙәр икән,улай тиһәң, аттың тояҡ эҙҙәре шул килеш кенә беленеп ята, баҡһаң, ҡыҙ оло юлдан килгән таныш кешеләрҙе күреп, тағы ла тиҙ генә атына менә һалып, ҡаршы тауға сапҡан. Әҙ генә ҡойроғона баҫа алмай ҡалғандар. Шунан һуң тәрбиәселәр ҙә, бер нимә лә эшләтеп булмай, тип, тарта-һуҙа һигеҙгә еткереп, саҡ аттестат биреп сыѓарып ебәрҙеләр, ‰ҙҙәре еңел тын алып ҡалдылар.
Һуңынан да дуҫ ҡыҙҙарын тейәп, күрше ауылдарға уйынға төштөләр. Ә үҙе янына бер егетте лә яҡын килтермәне. Таныштарына барып атын туғарыр ҙа, арбаһында дуҫ ҡыҙҙары килеүгә нисек бар шулай тик кенә ултырыр ине. Улары сәркелдәшеп көлөшә-көлөшә, ҡыҙыҡтары менән бүлешерҙәр ине. "Юҡ,Зәйтүнә, һин беҙгә аңлат, оҡшатып йөрөгән бер кемең дә юҡмы ни, төҫ тиһәң төҫөң бар, оҙон толомдар, буй-һын, йөрөйһµң шунда бер ат ҡараусы меҫкен булып, исмаһам, кей берәй нормальныйыраҡ күлдәгеңде, йә иһә салбарыңды…" Икенсе әхирәте уны бүлдереп: "Оят түгелме һиңә, Айһылыу, ищеү Зәйтүнәнең атына ултырып килеп, тикшереп маташаһың". Зәйтүнә: "Әй, етәрегеҙ әле, һөйләнһәгеҙ, хәҙер барығыҙҙы ла төшөрөп ҡалдырам", – тип ҡысҡырғайны, барыһы ла шым булдылар. Ҡыҙға ла анһат түгел бындай һүҙҙәрҙе ишетергә. Атаһы бер йыл элек, урмандан һыбай килеш ҡайтып килгәндә, эйәре әйләнеп китеп, сабып килгән атының аҫтында ҡалып мәрхүм булды, әсәһе лә шунан һуң ауырыулы-һаулы ғына йөрөй. Ә ағайҙары атаһының күҙәре йомолғас, ҡайғыларын араҡы менән баҫыр булдылар. Бына шулай йорттағы бар эш Зәйтүнәне кµтµп тора. Ул әхирәттәренең кейгән кейемдәренә күҙе ҡыҙа ла ул, бер пенсияны нимәгә еткерәһең. Ҡыш көнө атын егеп мәкегә һыу алырға төшкәйне, боҙҙоң бер яҡ сите емерелеп китеп, һыу тµбµнә китә яҙҙы. Аҡъялын саҡырып, шуның йүгәненә йәбешеп саҡ сыҡты. Ҡорҡолдап ун көн түшәктән тора алмай ятты. Буш мискәне баралар ҙа доңғорлатар, тамаҡ бешерергә һыу юҡ. Тегеләр һуҡтыбай, тыштан ҡар алып инеп иретәләр. Быларҙы күреп ятҡан Зәйтүнә көскә тороп өй эсендә йөрөй башланы, яйлап тышҡа сығып малҡайҙарына бесән ырғытты. Аяҙ кистәрҙә Йондоҙло тау емелдәп яҡтыра. Оҙаҡ ҡына тауға ҡарап, уйға ҡалып тора ла устарын һуҙып, күҙҙәрен йомоп, үҙ алдына теләк теләй.
Оҙон тойолған ҡыш үтеп, ергә яҙ килде. Зәйтүнәләрҙең малдары ҡышты быйыл насар сыҡты. Бесән наҡыҫ булды шул, аталары самалап, ҡәҙерләп кенә бирә торғайны, хатта яҙғылыҡҡа артып ҡалыр ине. Бер көн Айһылыу әхирәте өйҙәренә йүгереп килгән. "Зәйтүн (әхирәтен яратып шулай тиер ине),алла бирһә, ошо йомала мине һоратырға киләләр, ваҡытың булһа, әҙерләнешергә кил, мин һине бер юлы иптәш ҡыҙ ҙа итәм", – тине. Зәйтүнә: "Юҡ, әхирәт була алмайым, әсәй ныҡ сирләй ошо арала, уны ташлап нисек китәйем, ярар туйыңда гүләйт итербеҙ", – тип көлгән булды. Никахҡа бара алманы, туйға барҙы. Ҡыҙҙың толомдарын матур итеп үрҙеләр, береһе елпелдәп торған күлдәген дә биреп торҙо, биҙәндерҙеләр. Хатта ауылдаш егеттәре танымаған кеше булдылар. "Был ҡоҙасамы", – тиҙәр, үҙҙәре бер-береһенә күҙ ҡыҫышалар. Ҡоҙалар яғынан килгән бер егет бәйләнде лә ҡалды бит ҡыҙға. Артынан бер аҙым ҡалмай, йә бейергә саҡырһынмы, йә…Йәштәр кискелеккә уйынға сыҡҡайнылар, шунда саҡ ҡыҙ телгә килде, егеттең исеме Абдулла булып сыҡты, кәүҙәле, ҡап-ҡара ғына сәсле, мыйыҡлы, ҡарап тороуға нишауа ғына. Төндө бергә үткәреп, Зәйтүнәләрҙең Йондоҙло тауына менеп төштөләр.
Туйҙан һуң егет һәр шәмбе “Урал” мотоциклы менән уйынға төшөп йөрөр булды. Бер ай ҙа үтмәне, Абдулла ҡыҙҙы һоратырға туғандарын ебәрҙе. Зәйтүнә ҡаршылашһа ла әсәһе:"Балам, мин әлегә һау саҡта башлы-күҙле булып ҡал", – тигәс кенә яҡынынын һүҙен йыҡманы, ризалашты. Үҙе лә егетте оҡшата ине. Атаһы мәрхүмдең,әсәһенең туғандары килеп ярҙамлашып матур туй үткәрҙеләр. Әсәһе ҡыҙы менән кейәүенә бүләк итеп, бабайының ҡомартҡыһы Аҡъялды, уға ҡушып бер орғасы быҙау һалды ла, ҡыҙына теләктәрен әйтеп бөткәс: "Бар байлығым шулар, балалар, донъяғыҙҙың, тормошоғоҙҙоң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ", –тине.
Зәйтүнәнең төшкән ере бик арыу ғына. Ҡәҙимге генә ваҡ һәм эре мал, ҡош-ҡорт. Егеттең ата-әсәһе ҙур йортто килене менән улына ҡалдырып, үҙҙәре ишек алдындағы бәләкәй өйҙәренә сыҡты. Абдулла эсмәй, тартмай, таныштары ирҙең холҡон ҡатынға еткергәйнеләр, эсһә, үҙен-үҙе тота алмай, ныҡ бирле, тип. Баҡһаң, шуға эсеүен ташлап йөрөй икән. Зәйтүнә был йортҡа килен булып төшөп, биш ай үткәйне, әсәһе гүр эйәһе булды. Һуңғы юлға оҙатырға барғайны, көслө буран сығып китеп, ҡайта алмай ҡамалып ятты. Юл асылып, аҙна үткәс ҡайтҡайны, ире ҡатынды оҙон толомдарынан һөйрәп йөрөп туҡманы. "Элекке һөйәркәләреңде туйҙырып яттыңмы?" – тип эсмәгән килеш яла яҡты. Зәйтүнә аңлатып ҡараһа ла, ишетмәмеш булды. Ҡатын бар ҡайғыһын эш менән баҫырға тырышты. Күгәргән тәндәре йөрәккә төшөп һыҙлаһа ла, белгертмәне, хатта ҡайны, әйнәһе янында ла сыҙамлы булды. Йәшәй башлағандарына бер йыл тигәндә, ҡайны йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат булды, таяҡтың оло башы киленгә төштө. "Килендең аяғы ауыр булды", – тинеләр. "Әсәһенең, хәҙер килеп атаңдың башына етте албаҫты бисәң", – тип ҡотҡо һалды улына ҡәйнәһе. Был юлы туҡмағанында ярҙамға саҡырып ҡысҡырып ҡараны, әммә бар әҙәм килергә ҡурҡты. Берәү ҙә был ғаилә менән ҡатнашмай икән, баҡһаң.
Тәүге балаһы үле тыуҙы. Тыуған йортона ла ҡайтып ҡараны, әсәй ауырый, тип алдап алып ҡайтып китте. Шулай тегеләй-былай йөрөп, ҡәҙимге ваҡыт үтеп тә киткән икән. Үҙенә иптәшкә тип Хоҙайҙан ҡыҙ бала һорап ҡараны, тик булманы. Барыһы ла төшөп тик торҙо. Табиптар һаҡланып дауаханала ятырға ҡушһалар ҙа ята алманы, ире һәр саҡ: "Донъяны миңә генә көтөргәме ни, һин ят унда ял итеп, ул һаҡланыу тигәнең эштән ҡасып ятыу ғына", – тип аҡырғас, нисек бар шулай йөрөй бирҙе. Ә ире асыуланып китеп, ҡатынына: "Түлһеҙ бисә", – тип йөнлө йоҙроҡтарын төйнәп, сөйөп-сөйөп алғылай. Ҡатын тешен ҡыҫып быныһына ла түҙә, ә төн етеп йоҡларға ятһа, быуылып-быуылып илай, яңылыш ҡына танауы ебеп мыршылдап китһә, тегенеһе терһәге менән ҡатынының бөйөрөнә төртөп тә өлгөрә. Көнөн дә, төнөн дә тыныслыҡ юҡ Зәйтүнәгә. Килен булып төшкән ыңғайы бит алмалары алһыуланып, кәүҙәләре килешле генә ине, хәҙер шуларҙан бер нәмә лә ҡалмаған, ата-әсәһе кире терелеп ултырһалар, ҡыҙҙарын танымаҫтар ине. Берҙән, ауылдағы ике ағаһын да уйлай: ашарҙарына бармы, өҫ кейемдәре таҙа микән? Күҙҙәрен йомһа, Йондоҙло тауы килеп баҫа, үҙе эстән генә һуҡранып ала, устарына бәхет йондоҙҙары төшмәгәнгә. Ул бит, ҡыҙ сағында тауға устарын һуҙып бәхет йондоҙон һорағайны, тимәк, теләге ҡабул булмаған. Ҡатын икенсе яѓына әйләнеп ятты, юҡ, таҡа йоҡо килмәй, хатта күҙҙәрен бер асып, бер йома торѓас, әсетеп китте. Ире хырылдап йоҡлай, әйтерһең, трактор тоҡандыралар.
Ҡатын тороп ултырҙы, ипләп кенә тәҙрә пәрҙәһен ҡалҡытып тышҡа ҡараны, төн ап-аяҙ,ерҙәге бар сүптәр ҙә күренеп ята. Элеүле торған пальтоһын, шәлен ҡулына алған килеш, ишекте шығырлатмай ғына асып тышҡа сыҡты. Ялан кәртәлә тегеләй-былай йөрөгән Аҡъял да әллә ҡайҙан хужаһын танып, бышҡырып алды. "Тысс, Аҡъял, шауламай тор, нишләй, Аллаға тапшырып, бергә еләбеҙме, һин нисек уйлайһың? Беҙ бит бында ҡолдар ғына, әсенерлек минең бер нәмәм дә юҡ, йә бала, йә донъя тигәндәй", –тип атына зарын һөйләне. Атаһы үҙ ҡулдары менән яһаған сананы егеп, күпертеп аҫтына бесән түшәне, юлда малҡайын туҡтап ял иттергән ваҡытта ашатып алырға ла кәрәк, тип уйланы. Аҡъял да түҙмәй, хужаһының уйлаған уйҙарын аңлаған кеүек, урынында тик тора алмай тыпырсынып ала. Ҡатын йәтешләп ултырып та өлгөрмәне, аты ҡушаяҡлап сабып сығып та китте. Шул килеш эй барҙы, эй барҙы, ҡаршы иҫкән ел ыңғайына малҡайының ҙур ҡара күҙҙәренән субырлап аҡҡан күҙ йәштәре, ҡатындың һалҡын битенә туп итеп килеп бәрелә, береһе ирененә килеп йәбеште, әсе. Аҡъял хужаһын йыртҡыстар ҡулынан ҡотҡарып, алып ҡасҡанынамы, әллә ҡолон саҡтан әсәһе менән бергә аунап, бер һуҡмаҡтан йөрөп үҫкән тыуған ерен, ялан-ҡырҙарын сикһеҙ һағынып ҡайтып килгәненә ҡыуанып илаймы… Быны улар ҡатын менән икеһе генә белә.
Зифа Ишмырҙина.
Читайте нас в