Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Ноябрь 2020, 00:40

Килен сәйе Хикәйә

-Һимеҙлек сусҡаға ғына килешә ул. Әҙәм балаһы һимерһә, күтәрә алмай башлай, һин дә шуның кеүек. Башҡа эшең булмаһа, ултырып тор, исмаһам. Йыл буйына көтөп алған берҙән-бер байрамдың, бәйге һынлы бәйгенең йәмен ебәреп нимес һыйламаһаң!

Яҙҙы көтөп талсыҡҡан Һәҙиә ҡарсыҡтың имен-аман ергә баҫыуына шатланып, елпелдәп йөрөп ятыуы.

Оҙон ҡыштың бауырына үҙенең көсөнә күрә генә таманлап ҡалдырған малы ла теүәл генә көтөүгә сығып киткәс, йорт алдын ҡыптырлатып йөрөп сүп-сарҙан таҙалай һалып алғайны. Әле бына шул ерҙе матур итеп ҡаҙ үләне ҡаплаған. Иртәнге һиллектә тирә-йүнгә һоҡланып, ҡоштарҙың сырҡылдашыуына ҡолаҡ һалып баҫып торҙо ла:

Э-э-э-э-й донъя, бигерәк матурһың да инде, күпме йәшәһәң дә йәшәп туймаҫлыҡ! А-а-а-на, ҡаршылағы түмәләс тау биттәре күптән йәм-йәшел, мал тешенә эләгерлек булған, - тип һөйләнә-һөйләнә аласығына инеп китте.
Йәйләүгә күскән кеүек, ауылда бөтә кешенән дә иртә сыҡҡан аласығында ғына көн күреп ятыуы. Ни өсөн тигәндә, йыл да ҡайтып өрлөгөнә оялаған ҡарлуғастарын өркөткөһө килмәй – әйҙә, кинәнеп бала сығарһындар. Һәҙиә ҡарсыҡ яҙ етһә асмалы тәҙрәләрен дә япмай күп ваҡыт. Бына әле лә, кисә генә ҡырҡҡан аҡ йөндөң ебәктәй өлөшөнән өҙөп алып төйҙәкләне лә, үҙе менән бергә ҡартайған ҡолғаһына бәйләне. Шулай көн битендә генә ултырып йөн иләп ҡуя ул йәйҙән үк. “Яҙғы йөндө ҡырҡҡан ыңғайы ғына иләп ҡалмаһаң, ойошоп ултыра башлай,” – тип һөйләнеп йөрөгәндә, күрше Тайба кереп, килен һөйөү сәйенә әйтеп китте. “Йөн иләргә!” – тигән ғәйрәте сикте ҡарсыҡтың.

Ғәҙәттә, килен төшөрөү әүәле көҙгө байлыҡта ғына була торғайны. Һуңғы йылдарҙа көҙ ни ҙә, яҙ ни. Кем ҡасан дәрт итә, шул ваҡытта өйләнә, йә үҙ сәбәбе менән кейәүгә китә торалар. “Барлыҡ, көрлөктөң шауҡымылыр инде”, - тип ҡолғаһын бер яҡҡа арыу ғына ығышҡан ашханаһының урҙаһына элде лә, ҡарлуғастарына тауыш бирә-бирә өйөнә инде лә, зәңгәр ебәк күлдәген, үҙенән төрлө ҡаш сыҡҡан биҙәктәр һалып ҡайылған ҡыҙыл ситеге менән үзбәк калушын, ысын кәшмир, шау биҙәкле шәлъяулығын ҡарап алғас, тәпсирләп кейенә башланы. Аҙаҡ көҙгө алдына килеп үҙенә үҙе оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла:

Э-э-э-э-й, ҡартайтты ла инде, - тип уфтанғас, күндәм генә, Миңлебайының һуғышҡа тиклем Ырымбур баҙарынан алып ҡайтып бүләк иткән ысын гәрәбә мунсағын таҡты. Йәшәгән һайын өҙөлгән, өҙөлгән һайын берәмләп юғалғанлыҡтан, ҡыҫҡара төшкән ул да. – Хәс тә ғүмерҙең үҙе инде, - тип уйлап беләҙектәрен дә турыланы.
Яңы ғына Еңеү байрамына ла ошолай кейенеп ҡарап торғайны ул үҙ-үҙенә. Нисәнсе йыл инде, шулай Еңеү көнөндә кейенеп-яһанып байрамға бара ла, йөрәге әрнеп, яңғыҙ ғына ирен көтөп үткән йылдарын яңынан кисереп, йылдан-йыл һаранлана башлаған күҙ йәштәрен тамыҙып ҡайта. Шул байрамға бармаһа выжданы ғазаплай, барһа, бөтә булған кисерештәрҙән һуң хәлһеҙләнеп, таушалып ҡалғанын тойоп үкенә. Ошо Еңеү байрамында нығыраҡ ҡартайғанын тоя ул. Ҡапыл кисерештәренән айнып, күстәнәс төрөп алырға тип таҙа ҡулъяулыҡ, килен һөйгәс иңенә һалырмын тип тауарҙары араһынан иң матур тип күргән ебәк шәлъяулыҡ һайлап алды. Бүләгем ишле булһын әле тип, булаһы түлгә бер бәпес һабынын парлап төрҙө. Аҙаҡтан ишеген ҡайыш элгесенә эләктереп, урам ашаһындағы килен төшкән йортҡа ашыҡты.

Унда барып инһә, ысын байрам ине – ҡунаҡсыллыҡ, йәнлелек. Шат тауыштар менән әйҙүкләп ҡаршы алдылар үҙен. Тайба күршеһе бәхетлеләрҙән бәхетле һаналды ауылда. Шулай булмай ни, һуғышҡа киткән ҡырҡ ике кеше араһынан берҙән-бер имен ҡайтҡан ир уның Ғәйфуллаһы ғына булды. Бына әле лә һуғыштан һуң тыуған балаларының кинйәһенә кәләш әйттерҙеләр. Ҡәҙерен белеп кенә тиң йәшәгәс ни, донъялары ла һипле, сереп ҡоларға тормай. Кинйә улдары ла һәләк аҡыллы булды, институт бөтөрөп, тағы әллә ҡайҙа Мәскәүендә лә уҡып, йорт һалып, башлы-күҙле булыуы бына.

Һәҙиә ҡарсыҡ ошоларҙы уйлай-уйлай төшкән килендең йоҡас ҡына арҡаһынан тыпылдатып һөйөп, бүләген тапшырҙы. Сәй артында ла уйҙары шул һуғыш йылдарын уйлап борсоно. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына йөрәген аңлатып биргеһеҙ һағыш сорнай уның. Етеш-матур, мул тормошло кешеләрҙән үҙен гел ошолай үҙәк өҙгөс һағыш өҫтөндә тотоусан. Үҙе теләгәнсә йәшәй алмаған, яңғыҙлыҡта әрәм үткән ғүмеренә үкенеүме был? Быны ул үҙе лә аңлай алмай үрһәләнде. Алай ҙа сәй артындағы һүҙ ҡәйнеше Мирас тураһында булғас, ҡолаҡтары “ҡарп” итеп ҡалды әле бына. Имеш, беҙҙең колхоз бәйгеһенә бер төркөм немец ҡунаҡтары килә икән дә, шуларҙы ҡаршылар өсөн олоғара әҙерлек бара икән! Председатель, уның ян балаһы күреп үҫтергән ҡәйнеше – Мирасы, шул немецтарҙы ҡаршыларға тирмә эҙләп дыу килә икән! Шул емтектәр өсөн тирмә юллап Ырымбур ҡаҙаҡтарына мөрәжәғәт иткән, ти. Кисә генә тирмә артынан колхоз кешеләре машина ҡыуып Ырымбур ҡаҙаҡтарына киткәндәр икән. Колхоздың егәрлеһе һаналған Әсмә килен бөтә ауылдың аҫтын өҫкә килтереп һуҡҡан ҡыҙыл башлы таҫтамалдар, аҫалы балаҫтар, еҙ самауыр, еҙ батмустар эҙләгәнен, шуларҙың мотлаҡ кәрәклеген һөйләп ултырҙы.

Немецтарға үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәтте күрһәтеп ҡайтарырға кәрәк, - тигән була.
Башы әйләнеп китте Һәҙиә ҡарсыҡтың. Килендәр үҙ-ара һәр төрлө аш-һыу бешереп алып сығырға вәғәҙәләштеләр. Бигерәк тә, ҡаҡланған ҡаҙға, ҡаҙыға, баллы бауырһаҡ, талҡан, буҙа, ҡымыҙ кеүек ҡеүәтле ризыҡтарға төп урын бирергә булдылар. Һәләк инде!

Был килен һөйөү сәйеме, әллә нимес ҡаршылар өсөн йыйылған кәңәшмәме? – тип тә ҡараны һатыусы Сәғүрә.
Килен сәйенә, килен һөйөү йолаһына күсеп, бүләктәрен биреп, аҙаҡтан килен бүләге лә ҡайтарып таратылғас, һүҙҙәр үҙенән-үҙе тағы шул немец мәшәҡәтенә күсте.

Һәҙиә инәй, аҫалы балаҫың менән еҙ самауырыңды һорап ҡуяйыҡ әле бер юлы, - тиештеләр.
Баянан бирле шым ғына ултырған Һәҙиә әбей был юлы ла өндәшмәне. Сабыр ғына һуңғы сынаяғын эсеп бөткәс, өҫтөн аҫтына түңкәрҙе. Ҡапыл ҡабаланып, күстәнәстәр алып бөтөүҙәрен дә көтөп тормай, үҙ алдына сәйгә амин тотто. Ләм-мим бер һүҙ әйтмәҫтән торҙо ла, алдына-артына ҡарамай, төрә һалып биргән күстәнәскә лә иҫе китмәгән кеше кеүек, йәһәтләп сығып китте.

Күңеле тулһа ла, бик илап бармай ул хәҙер. Күҙ йәштәре һуғыш йылдарында уҡ түгеләһе түгелеп, кибәһе кибеп бөткән тиерһең.

Миңлебайы менән һөйөшөп кенә ҡауышһалар ҙа, тормош иркәләмәне Һәҙиәне. Килен булып төшкәс тә ҡәйнәһе улан яғалай үлеп китте. Бәхетһеҙлеккә, ул ғына ғәйепле кеше кеүек “Һыуыҡ аяҡ” килен тигән исемде күтәрҙе. Үҙе балаға уҙмаҫ борон уҡ Мирас тип исем ҡушҡан яңы тыуған ҡәйнешенә әсә булды ла ҡуйҙы. Ҡәйнәһенең үлеүенә йыл тулыр-тулмаҫтан, ҡайны кеше ҡатын алыу сәбәпле, Миңлебайы менән үҙҙәренә өй һипләп башҡа сығарға мәжбүр булдылар. Бер эйәләшкәс ни, Мирасты ла үҙе менән алып сыҡты Һәҙиә. Араларын бер генә йәш айырған оло улы Рәшит, уртансыһы Рәфис, гоманда ҡалған улы Рафиҡ та тыуғас, итәк тулы балалар әсәһе булды ла ҡалды ирен һуғышҡа оҙатҡанда. Өй тулы балаларҙы үҫтерәм тип ни генә күрмәне ул… Ирҙәр урынына колхоз һарығын көткән дә, һыйыр һауған да, һабан тотҡаһын тотҡан да ул булды. Ҡәйнеш-улы менән икәүләшеп илай-илай, бәләкәй сана тартып утынға, һаламға йөрөүҙәрҙе иҫләһәң, әле лә тәндәре өшөп китә. Миңлебай ағаһы һуғышҡа киткәндә туғыҙ ғына йәштә ҡалған ҡәйнеше Мирас булды уның бар ҡәңәшсеһе лә, берҙән бер ярҙамсыһы ла. Уны бәләкәй генә көйөнә үҙе менән бергә мисәп тартты Һәҙиә колхоз эшен. Булды, барыһында күрҙеләр улар. Ун биш кенә йәшендә һал ағыҙырға ҡыуғанда күпме ҡайғырҙы ул ҡәйнеше өсөн, имгәнеп һәләк булып ҡуймаһын тип. Аҙаҡ бөтә көсөн уны уҡытыуға һалды. Аллаға шөкөр, уҡыны, кеше булды. Уҡыған уҡымышы буйынса колхозда эшләне. Үҙен дә күтәрҙеләр, шөкөр. Председатель булып та байтаҡ йылдар эшләй инде хәҙер. Колхозы алдынғы районда. Ҡайҙан ниндәй яҡшы ҡунаҡ килһә, уның колхозына ҡунаҡ итеп төшөрәләр. Ныу иллә мәгәр ниместәрҙе ҡунаҡ итер, тип ете ятып бер торғанда ла төшөнә лә кермәгән ине Һәҙиәнең. Өйөнә сәйҙән ярһып ҡайтып килеп керҙе.

Онотҡан икән, Хоҙайым, астан ейгән ҡойҡаһын! – тип әсенде. – Барып тетмәһен тетеп ҡайтайым әле мин ул безуманы! – тине арыу кейемдәрен сисә-сисә. Аҙаҡтан еңелсә генә итеп ҡабаттан кейенде. Аҡ меткалға ”күгәрсен күҙе” тигән ваҡ ҡына зәңгәр сәскә төшкән ситса күлдәген ҡарап алып кейҙе. Йоҡа ғына батист яулығын ҡулына алғас:
Батис, ситса простой булһа,

Байҙар ҙа кеймәҫ ине.

Яңғыҙ йәшәү бәхет булһа

Беҙгә лә теймәҫ ине, -

тип көйләй-көйләй, эсе бошоп, яҙып башына һалды ла, эйәк аҫтына тартып, төйнәп бәйләп ҡуйҙы. Итәк тулы балаларҙан бер яңғыҙы ул хәҙер. Мирас артынан эйәрешә килгән Рәшите Мәскәүҙә, Рәфисе – Өфөлә, Рафиғы – Төмән нефтесеһе. Моңһоу ғына шуларҙы кисерҙе лә:

Мирасым инде бөтә терәгем ҡартлығымда. Үҙем менән эйәрешә ҡартайып килгән ян балам, ул да булһа ана ни эшләп ята тиң, - тип, аяғына кейеп ҡуйған ойоғо өҫтөнә, күн тәпешкейе һуҡмаһын өсөн, ҡатлап тағы йоҡа ғына йөн нәскей кейҙе. Шулай, атлайһы ер дүрт саҡрым самаһы. Көҙ баҫыртҡан баҫырма араһынан, кәзә кимергәндән ап-аҡ булып ҡалған яланғас, ҡаҡ талды һурып сығарҙы. Аҙаҡ үҙенә тоторға таманлығын самалағас, шунда ятҡан балтаһы менән таяҡ сабып алды.
“Әле көн иртә, төш аумаған. Кис кешеләрен кәңәшмәгә йыя торған, әмер бирергә. Шул мәлендә генә барып етеп, аҡылға ултыртайым әле мин һине”, - тип колхоз идараһына ҡарай юл тотто.

Ауылды сыҡҡас та, асфальт юлды ташлап, ғәҙәттәгесә, үҙҙәре ғүмер буйына йәйәүләп йөрөгән, хәҙер инде күптән ташланған юлдан китте. Иҫке юлды ялбырҙашып ҡалҡып сыҡҡан ҡаҙ үләне ҡаплағайны.

Бынауы беҙ ҡырып, хатта түҙлектәрен дә аҡтарып яҡҡан Ҡарайғыр таллығын әйт! Ҡабаттан мәңге үҫмәҫ кеүек ине. Ҡайһылай шәбәйеп киткән! – тип һөйләнә-һөйләнә атланы ул, ҡуйырып үҫеп, һаҙмаланған ерҙәрҙән унан-бынан баҫып сыҡҡанда. Шулай үткәндәрҙе иҫләп, уйға батып килгәндә үҙ балаһынан да яҡын Мирасына үпкәһе артҡандан-арта ғына барҙы. Бары тик бер һүҙҙе генә ҡат-ҡат ҡабатланы Һәҙиә:
Онотҡан икән!.. – Иллегә еткән ҡәйнешен сабый балалай үҙ алдына үҙе шелтәләне. - Биғлый, бынау кәзә таяғы менән биргесләп ҡайтам мин уны! – тип елләнде. – Ҡәһәр һуҡҡырыларға ҡымыҙ өсөн бейәләр бәйләткән, ти. Ағайыңды терелтеп алып ҡайталарҙыр! Етмәһә тағы аҫалы балаҫымды һорайҙар, бирермен бына мин һеҙгә аҫалы балаҫты, имен-аман барып ҡына етәйем әле, - тип йәһәтләп, алға ынтылды.
Һәҙиә ҡарсыҡ барып еткәндә ултырыштары башланмаған ине әле. Идарала халыҡ һәр ваҡыттағыса күп булғалыҡтан, береһен дә таныманы Һәҙиә ҡарсыҡ. Күбеһе әллә ҡайҙан килеп тыуған һап-һары сәсле, бурҙаттай ҡып-ҡыҙыл булып бүртенгән урыҫ-улаҡ булып күренде күҙенә. Ул бер кемгә лә иғтибар итмәй председатель бүлмәһенә уҙҙы. Секретарь ҡыҙ үткәрмәҫкә тип булышҡан ине лә, Һәҙиә әбейең таяғы менән генә төртөп асты ҡәйнешенең алтын тотҡалы ишеген. Мирас Харисович, еңгә-әсәһен күргәс, янында ҙур ғына кешеләр ултырыуға ла ҡарамаҫтан, урынынан һикереп уҡ торҙо. Әсәй кешенең был ваҡытта таяҡҡа таянып, етди төҫ менән килеп кереүе юҡҡа ғына түгеллеге уның йөҙөнә хафа булып бәреп сыҡты. Йүгерә атлай килеп, етмештән үткән әсәһен эргәләге ҡиммәтле йомшаҡ диванға ултырта һалды. Секретаренә сәй керетергә ымлағас, кабинетындағы кешеләргә боролоп, сығып тороуҙарын үтенде. Бик маһир ғына ултырған Һәҙиә ҡарсыҡ, кәзә семәрләгән таяғын үҙе ултырғанда артып ҡалған дивандың буйына һуҙып һалды ла, ихлас итеп доға ҡылды. Ул арала булмай, секретарь ҡыҙҙың йәһәтләп кереткән сәйен һыуына башлаһа ла бисмилла итеп бер тында эсте лә, ҡәйнешенә оҙаҡ ҡына һөҙөп ҡарап торғас, һүҙҙе ҡап уртаһынан тотоп һындырҙы.

- Нимә тип ул ил ҡыйратҡан нимес өсөн йән тәслимгә юртаһығыҙ, мин һинән һорайым шуны?! – тип, ултырған урынынан таяғына таяна-таяна тороп баҫты. – оноттоңмы ни, туң һалам эҫкертенең төбөнән бер ус мысай эҙләп күпме ялан ҡыҙҙырғанды?! Һин онотҡас … башҡаға ни һан!
Һәҙиә ҡарсыҡ ҡыҙыу һынлы ла ҡыҙманы. Ҡәйнешенең ниҙер аңлатырға теләп ынтылыуына ла иғтибар ҙа итмәне, тыңларға ла теләмәне ул.

- Һимеҙлек сусҡаға ғына килешә ул. Әҙәм балаһы һимерһә, күтәрә алмай башлай, һин дә шуның кеүек. Башҡа эшең булмаһа, ултырып тор, исмаһам. Йыл буйына көтөп алған берҙән-бер байрамдың, бәйге һынлы бәйгенең йәмен ебәреп нимес һыйламаһаң!
Мирас Харисович һүҙ көрәштереп ауыҙын асып та ҡараманы. Ул шулай бала саҡтан ғәҙәтләнгән. Теле телгә йоҡмай ҡайҙарҙа ғына, ниндәй генә ерҙә телмәрҙәр тотмай ул. Ә бына еңгәһенә бер ҡасан да теле батмай уның. Был уның әсә итеп күргән кешеһен саманан тыш хөрмәт итеп яратыуынан киләлер. Әгәр ҙә уның яҙмышында еңгәһе булмаған булһа, үткәне менән бөгөнгөһөнөң нисек булыры көн кеүек асыҡ шул уға. Мыҡты ҡәүҙәһе, киң яҫы маңлайы, ныҡ ҡына ағара башлаған эре бөҙрәләре, моңһоу аҡыллы күҙҙәре Һәҙиәгә лә бик яҡын кешеһен хәтерләтеп, эске донъяһына ҡапыл әллә ниндәй үҙ иткәнлек хисе һирпте. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән, майы бөтөп һүнә барған шәм кеүек, һүҙҙәрен әйтеп бөтөүгә һүҙһеҙ ҡалды ла ҡуйҙы. Етмәһә шул минутта ғына Мирасы килеп, ҡураныс кәүҙәһенән шундай үҙ итеп ҡосаҡланы, Һәҙиә ҡарсыҡҡа шул ғына етте лә ҡуйҙы. Ул иртәнән бирле йәне үртәлеүҙән саҡ тыйылып йөрөгән аһ-зары бәреп алып сыҡҡан күҙ йәштәре килеп сыҡҡас, Мирастың күкрәгенә ятып иланы. Гел генә эш менән йөрөп бушамаған ҡәйнеше һағыныуы ла еткән ине шул уның. Улар шулай икәүҙән-икәү өнһөҙ-тынһыҙ ауыр йылдарҙағы кеүек шым ғына илаштылар, аңлаштылар ҙа. Ҡәйнешен биргесләргә тип алып килгән таяғы Һәҙиә ҡарсыҡҡа ҡайтҡан саҡта кәрәкмәне. Өйөнә ул председательдең ҡара “Волга”һында ғына ҡайтып төштө.
Бәйге көндө лә Мирасы уның артынан “Волга” ебәреп кенә алдырҙы. Байрам көндө тирмәнең түренә ултыртып ҡунаҡ иттеләр үҙен. Матур итеп йыһазландырылған оло аҡ кейеҙ тирмәнең түрендә биш миҙаллы еҙ самауырҙан баллы бауырһаҡ ҡушып сәй эсеп ултыра ине Һәҙиә теге ҡунаҡ тигән ниместәр килеп кергәндә. “Бер самауыр артында ултырып сәй эсергә яҙған бит Хоҙай, шул сәсерәгерҙәр менән, - тип уйланы, - минең ғәзиздәремде “атай” тип әйтеү бәхетенән мәхрүм иткән милләт аҡтыҡтары”, - тип уйын дауам итте. Ах, ҡәйнеше хаҡына ғына түҙҙе ул. “Мин бармағанмын әле һеҙгә, ә һеҙ килгәнһегеҙ миңә ил-һыуыма, темеҫкенеп”, - тип бәләкәй теле менән генә әрләп тик ултырҙы. Әйтекеһе килде Һәҙиәнең, бик тә әйткеһе килде. Әйтһәң һүҙ күп ҡороғорҙарға. Ҡәйнешенең теге көндө “һынатмаҫҡа” тигән һүҙҙәренә, үҙенең биргән вәғәҙәһен иҫенә төшөрөп өндәшмәне.

Йыйнаулашып ултырып, оло түңәрәк яһап, ашап-эстеләр. Ашап-эскән арала Мирасының һин дә мин нимессә һөйләшкәнен ишетеп иҫе китте.

-Һай, уҡымышлы кеше бит ул минең балам, - тип ҡыуанды ла, ғорурланды ла. – Ниндәй генә эштәр эшләмәне ул. Мәскәүенә лә, сит иленә лә китте. Ни нәмәләр генә алып ҡайтып бөтмәне колхозға, - тип һоҡланып ҡарап ултырҙы. Һай, үҙен тота ла белә икән! Аҡыллы матур ҡарашында уҫаллығын төпкәрәк йәшереп, дүп кенә һөйләшә. Хәс минең Миңлебайым инде, тип уйланы Һәҙиә әбей, күңеле йомшарып. Ул да урыҫ-улаҡ килеп сыҡһа, үҙен шулай тотор ине.
Ашап-эсеп алғас, дәррәү күтәрелеп бөтәһе лә көрәш майҙанына юлландылар, Һәҙиә ҡарсыҡ та ике ҡулын биленә тәҫләп һалып арттарынан төштө. Дыу килделәр тегеләр. Хәс кеше бит әле ул үҙҙәре, нимес булһалар ҙа, тип уйланы ул. Бер-бер таныш-белештәргә оҡшап та торған кеүектәр. Унлаған ниместе уратып алған беҙҙекеләр төрлө уйындарҙы йөрөтөп күрһәттеләр. Береһе хатта тоҡ менән һуғышырға баҙнат итте. Ҡаршыһына ултырған Әбделғәнейҙең ейәне бер һуғыуҙа осора бәрҙе тегене.
Шул кәрәк, беҙҙекеләр һуғышта еңеп сыҡҡанды, бәйгелә лә һынатмаҫтар инде.
Йығылһа ла тегеһе, көлгән булып, ҡулындағы алтынлы сәғәтен бүләк иткән булды. Тоҡ кейеп тә һикерҙеләр улар. Былай ҡырҙан ҡарап торғанда бер ҙә дошманға оҡшамаған милләт әһелдәрен күҙәтеп йөрөгән Һәҙиә ҡарсыҡ арманһыҙ булғанын да һиҙмәй йөрөнө лә йөрөнө. Аҙаҡ шул кешеләргә эйәләшеп тә барғанын һиҙеп, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Юл ыңғайына шишмәгә төшөп битен-күҙен йыуып, ауыҙын сайҡатып хәл алды ла юлын дауам итте. Бәйге бөткәнсе тирмә лә ултырһа ла булыр ине лә, тағы ла әлеге “Волга” менән дә ҡайтарыр ине Мирасы. Тик уның үҙ алдына ғына яйлап, күкрәп атҡан сәскәне яландың, хуш еҫле туғайҙың йәмен тойоп атлағыһы килде.
Эй-й, бер уйлаһаң, былар ҙа һин дә мин кеше һымаҡ кешеләр инде, - тип килеште ул үҙе менән үҙе, бара торғас, бер кем дә юҡлыҡтан файҙаланып, ҡысҡырып һөйләнә-һөйләнә. – Ниңә генә ул ҡәһәр һуҡҡан һағыш ҡалҡҡан икән дә, ул кемгә кәрәк булған?!
Бөтә мир балаларын етем итеп, ҡатын-ҡыҙҙы ир бәхетенән мәхрүм иткән был һуғыш! Әле лә бит әллә ҡайһы илдәрҙә һуғыш тынмай, ти. Һуғыш ситтә барһа ла, ҡулы оҙон. Ил уландарын берәмтекләп ала тора, ер ҡуйынына һала тора. Шул тиклем ғәрәсәтле һуғыштан һуң аҡыл алмаған кешеләр бармы икән ни донъяла? Эй, Хоҙайым, ил түрәләренә айыҡ аҡыл бирһен инде, – тип азарланып бер Хоҙайына ялбара-ялбара ҡайтып инде ауылға.
Өйөнә еткәс: «Был ғүмерҙәр үтер-китер, татыулыҡҡа ни етер…», – тип ишеген генә асҡан ине, ҡарлуғастары, яңылыҡ белгертергә ашыҡҡандай, сәбәләнеп ҡаршыланы. Оло шатлыҡ хәбәрләне улар. Белде Һәҙиә инәләре, бер быйыл ғына түгел бит, иртә йәйҙән башлап серләшә-серләшә бергә йәшәүҙәре. «Балалары сыҡҡандыр», – тип өрлөктәге ояға күҙ ташланы.
– Сөбханалла, машалла, ҡошҡайҙарым, – тип кенә әйтә алды ул яңы сыҡҡан ҡарлуғас балаларын осор ҡоштай күреп.
Өрлөгөндәге оя ситенән һап-һары ауыҙҙарын асҡан ҡошсоҡ балаларының баштары, елдә тирбәлгәндәй, ем өмөт итеп елберҙәй ине.
Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА
Читайте нас в