Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
22 Ноябрь 2020, 20:25

Хәтирә

Мәҙинәнең хәле ауыр. Тәне яна, ауыртыныуҙан йөҙө ағарып һурыҡҡан, ирендәрен тешләп ҡанатып бөткән. – Сабыйҙың ятыуы дөрөҫөрәк түгел – арты менән килә. Хәҙер бик ныҡ ауыртһа ла, түҙ, бороп ҡарайым, бәлки, Хоҙай ярҙамы менән төҙәтеп булыр, – тине Зөһрә.

Минира БИКӘНӘСОВА
Ҡапҡа алдына туй машинаһы килеп туҡтаны. Унан кәләш менән кейәү егете төшөп, йәшел бәрхәттәй ишек алдына үтте.
– Һаумыһығыҙ, инәй! – тине улар, өйгә ингәс.
Зөһрә әбей, танырға теләгәндәй, егет менән ҡыҙға һынаулы ҡараш ташланы.
– Кем балалары булаһығыҙ әле?
– Мин Заһир менән Мәҙинәнең ҡыҙы, әсәйем һөйләүенсә, һеҙ уны ла, мине лә үлемдән ҡотҡарғанһығыҙ. Бына рәхмәт әйтергә килдек, бөгөн беҙҙең туйыбыҙ, – тип ҡыҙ инәйҙең башына матур яулыҡ япты.
– Эй, рәхмәт төшкөрҙәре! Иҫкә алғанығыҙ өсөн үҙегеҙгә сауабын насип итһен. Бәхетле йәшәгеҙ!
– Һаулыҡ менән оҙон ғүмер теләйбеҙ, инәй.
– Бигерәк илгәҙәк икәнһең. Исемең кем була, ҡыҙым?
– Зөһрә. Атайым һеҙҙең исемде ҡушҡан.
– Аллаһ Тәғәләгә инанып, иман менән йәшәгеҙ, балалар, – тип оҙатып ҡалды Зөһрә инәй.
Өйгә ингәс, йәштәрҙең бүләгенә доға ҡылып, хәтирәләргә бирелде.
...Үтә ямғырлы килгәйне ул йылды йәй. Төшкә тиклем ҡояш ҡыҙҙырып ала ла төштән һуң биҙрәләп ямғыр ҡоя башлай. Йәшенле ямғыр бер нисә тапҡыр әйләнеп килеп яуа.
Йәйләүҙәге һауынсылар, көтөү­селәр өсөн был йәй ҡатмарлы булды. Үлән ҡотороп үҫһә лә, һыйырҙарҙы иркенләп кенә көтә башлаһалар, ямғыр килтереп бәрә, йәшендән өрккән аттар тиҙерәк япма ышығына ашыға. Ямғыр аҫтында һыйырҙарҙы һауырлыҡ түгел, уның туҡтағанын көтөп төн етә.
– Әллә ниңә бөгөн хәлем юҡ, – тине бер көн Мәҙинә ире Заһирға.
– Әйҙә, ҡыйын булһа, ҡайтарып киләм, йә сирләп китерһең.
– Атаҡ-атаҡ, был бысраҡта, яуында йөрөп буламы? Әлегә ваҡыт етмәгән, тағы ике ай бар, түҙермен.
Һуңғы арала ҡатынының йонсоп киткәнен күрә ине Заһир. Һыйыр­ҙарҙың һөтө күп, ҡул менән егерме­ләгән малҡайҙы көнөнә ике-өс һауыу, күҙҙәй тулы биҙрәләрҙе феләктәргә ташыу һауынсылар иңенә төшә. Ҡатыны эшкә шәп уның, йәйләүгә йөрөмәһәң хәйерлерәк булыр, тип әйтеп ҡарағайнылар ҙа – тыңламаны.
Мәҙинә киске һауынға сыға алманы. Биле менән эсе үлтереп ауырта ҡатындың, йәшен йәшнәгән тауышҡа ҡушылып үҙе лә ыңғырашып ала. Ана үтә, бына бөтә тип торһа ла, ауыртыу көсәйҙе генә.
Заһир табипты барып алырға ҡарар итте, кире килгәндә тип уға ла тәғәйенләп бер атты бәйләп алды. Ай яҡтыһы һүрән, болоттар араһынан саҡ күренә. “Был ямғыр бөтмәҫтәй булды лабаһа”, – тип әсенеп алды ир. Сирәм ерҙәрҙе үтеп, юлға сыҡһа, барырлыҡ түгел: аттарҙың тояғы тайып китә, меҫкен малдар һөрлөгөүҙән ҡурҡҡандай яй бара. Заһир бер туҡтауһыҙ уларҙы ашыҡтыра. Тиҙерәк барып етергә кәрәк, ҡатыны ғына түҙһен...
Ауылға төн уртаһында ғына килеп етте ул. Кәрәкле өйҙө табып, ишек шаҡыны:
– Зинһар, ҡотҡарығыҙ, ҡатыным ауыр хәлдә.
– Алып килдегеҙме һуң?
– Юҡ, ул йәйләүҙә, бынан ун биш саҡрым.
– Хәҙер сығам.
Зөһрә – урта йәштәрҙәге ҡатын. Етеҙ хәрәкәте, етди ҡарашы, ҡатҡыл тауышы уның ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәренә тап килә. Шулай булмай ни– әсә һәм бала өсөн Хоҙай алдында ла, ғаилә алдында ла яуаплы бит ул. Берәй хәл була ҡалһа, бөтәһе лә уны ғәйепләйәсәк.
– Ҡыйын булһа ла, һыбай барырға тура килә инде, башҡа сара юҡ, юл бик бысраҡ, тайғаҡ.
– Ҡурҡмағыҙ, минең атта йөрөгә­нем бар, һеҙ алдан төшөгөҙ ҙә ашығайыҡ, һәр минут ҡәҙерле.
Улар йәйләүгә барып еткәндә таң һыҙыла башлағайны инде. Заһир ҡатынының янына керергә лә ҡурҡып тора ине, Зөһрәнең ҡәтғи тауышы уны айнытып ебәрҙе:
– Ниңә ауырлы ҡатыныңды йәйләүгә алып килдең? Их, был ирҙәрҙе! Үҙегеҙҙе улар хәленә ҡуйып ҡарарға ине! Тиҙ генә һыу йылытырға ҡуйығыҙ, кире алып китеүҙе хәстәрләргә кәрәк буласаҡ...
Мәҙинәнең хәле ауыр. Тәне яна, ауыртыныуҙан йөҙө ағарып һурыҡҡан, ирендәрен тешләп ҡанатып бөткән.
– Сабыйҙың ятыуы дөрөҫөрәк түгел – арты менән килә. Хәҙер бик ныҡ ауыртһа ла, түҙ, бороп ҡарайым, бәлки, Хоҙай ярҙамы менән төҙәтеп булыр, – тине Зөһрә.
Уның оҫта ҡулдарының именән бала әйләнеп китте, Мәҙинәнең тулғағы башланды. Үҙе әсә булып ҡараған ҡатын ғына бының бөтә ауырлығын белә.
Ниһайәт, йәйләүҙә сабый тауышы яңғыраны. Ҡатындар еңел һулап ҡуйҙы, Заһирҙың күҙенән йәш тәгәрәне. Ныҡ ҡурҡҡайны шул ҡатыны, сабыйы өсөн, ни тиһәң дә, беренсе мөхәббәт емештәре бит!
– Ат егегеҙ, төштән һуң алып ҡайтып, район дауаханаһына илтергә кәрәк буласаҡ. Сабый ҙа, әсәһе лә хәлһеҙ әле. Артабан өҙлөгөп китмәһендәр өсөн дауалап алырға, медицина тикшеренеүе үткәрергә тейешбеҙ, – тине Зөһрә. Йоҡоһоҙ көсөргәнешле төн уны ла йонсотоп ебәргән.
Мәҙинәгә яңы ғына һуйылған йылҡы итенән ҡоротлап һурпа, мәтрүшкәле сәй эсерҙеләр. Сабыйын имеҙергә теләп ҡулына алғайны, башы әйләнеп кире урынына ятты.
– Бер генә лә хәлем юҡ. Гел йоҡо килә, – тине Мәҙинә.
Зөһрә ашап алғас, йәнә йәш әсәне ҡарап алырға булды. Йә, Хоҙай, ҡатындың ятҡан ере ҡанға батҡан.
– Нимә генә эшләйем икән, – тип Зөһрә бер аҙға юғалып ҡалды. Шунда уҡ үҙен ҡулға алып, төрлө медицина алымдарына тотондо. Бындай осраҡта һәр минут ҡәҙерле, кешенең бер литр аҡҡан ҡаны уның ғүмеренә тиң икәнен белә Зөһрә. Тик ни генә эшләп ҡараһа ла, ҡуйы ҡан һарҡыуын дауам итте.
– Боҙло һыу йәки бик һалҡын нәмә кәрәк, – тип ҡысҡырҙы ул. Заһир эргәләге шишмә яғына йүгерҙе. Һалҡын шишмә һыуының шифаһы ярап ҡалды.
Күп ҡан юғалтҡан ҡатын ап-аҡ булып урындыҡҡа һуҙылған. Ул бына-бына күҙҙәрен мәңгелеккә йомор төҫлө. Мәҙинә был уйынан ҡалты­ранып ҡуйҙы. Әгәр бер-бер хәл булһа– сабыйын ниндәй яҙмыш көтәр, Заһирҙың күҙенә нисек ҡарар?
– Ҡаның нисәнсе группа? – тип һораны ул Мәҙинәнән.
– Беренсе.
– Башҡа бер сара ла юҡ, минең дә беренсе группа. Хоҙайға тапшырайыҡ!
Зөһрә кәрәкле медицина ҡора­малдарын алып, Мәҙинә янына ятты. Икеһенең дә беләгенә шприц энәһе ҡаҙап, резина көпшә менән тоташ­тырҙы... Ҡатындың хәле был хәтлем үк ауыр булыр тип уйла­мағайны. Уның ҡулынан күпме яҙмыш үтте, күпме әсә ҡулына беренсе тапҡыр сабыйын тотторҙо ул, күпме бәхетле атайҙың күҙ ҡарашы менән осрашты. Эйе, ҡайһылай уның һөнәре кәрәкле лә, үтә ҡатмарлы ла. Ҡайһы берҙәр Зөһрәне ҡаты күңелле, ҡоро һүҙле тип ғәйепләне, тик бәғзе берәүҙәрҙең фекеренән кеше ғүмере өҫтөн һәм мөһим икәнен яҡшы аңлай ҡатын.
Тып-тып-тып... Ҡан тамсылары әкрен генә үтә күренмәле көпшә аша аға, ошо ҡөҙрәтле ҡыҙыл шыйыҡса ике кеше ғүмерен хәл итәсәк. “Эй, Хоҙайым, ярҙам ит, хәләл ҡаным менән ошо ҡатынды ҡотҡара алһам ине”, – тип эстән генә ялбара Зөһрә. Үҙенең хәлһеҙләнгәнен тоя башлағас, шприцты тартып алды. Мәҙинәнең биттәре алһыуланған:
– Эй, апай, рәхмәтемде ниндәй генә һүҙҙәр менән еткерәйем икән? –тине ул, йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп.
– Имен-аман ҡотолһағыҙ – иң ҙур рәхмәт шул, – тине Зөһрә, йылмайып. Мин бары үҙ эшемде генә башҡарам, ә хәҙергә ял итеп алайыҡ та юлға сығайыҡ.
Мәҙинәне кисләтеп кенә дауаханаға килтереп еткерҙеләр, район үҙәгенән саҡыртылған табип Зөһрәнең ҡыйыу­лығына, үҙ эшен белеүенә һоҡланды.
– Ике кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғанһығыҙ, етмәһә, ниндәй шарт­тарҙа! Ҙур рәхмәт һеҙгә! – тине ул, Зөһрәнең ҡулын ҡыҫып.
...Зөһрә инәй уйҙарын барлап, уфтанып ҡуйҙы. Эшләгән йылдары әллә ҡайҙа алыҫта ҡалған кеүек. “Ғүмер – аҡҡан һыу”, – тип белеп әйтәләр шул. Мәҙинә менән Заһирҙың сабыйҙары ла әле генә тыуған кеүек ине, ана, хәҙер ниндәй сибәр ҡыҙ булып үҫеп еткән! Уның уйҙарын өйгә килеп ингән күршеһе бүлде:
– Кисә генә киленем сабый алып ҡайтты, әйҙә, инәй, беҙгә бәпәй сәйенә!

Ауырғазы районы.
Читайте нас в