Көндәр һалҡынайыу менән тән тиреһе үҙгәреүенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Йәйгеһен ул йә майлы йә ҡатнаш булһа, ҡышҡыһын ҡороп китеүсән. Был тәндең тибы үҙгәреүе хаҡында һөйләмәй. Ҡышҡыһын һәр кемдең тиреһе ҡорораҡ булып тора һәм уға тейешле тәрбиә кәрәк. Барыһы ла температураға бәйле. Тышта - һалҡын, бина эсендә - эҫе. Тышта - дымлы һауа, өйҙә - ҡоро.
Тән тиреһен тәрбиәләү буйынса бер нисә кәңәш:
Тәнде таҙартыу сараларында уны ҡоротоусы сульфаттар булмаһын.
Тән тиреһе артыҡ ҡороп китмәһен өсөн төрлө маскалар ҡулланырға кәрәк.
Әгәр ҙә тирегеҙ майлы булһа, ҡышҡыһын, ҡатнаш йәки нормаль тире өсөн саралар менән ҡулланығыҙ.
Һыу балансы хаҡында онотмағыҙ.
Бит тиреһе өсөн гимнастика ла ярҙамға килер.
Ә һеҙ ҡышҡыһын бит тиреһен тәрбиәләгәндә ниндәй саралар менән ҡулланаһығыҙ?