Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
24 Ноябрь 2020, 19:20

ЕЛӘКТӘ

Мин ныҡ йәнем көйөп : «Нишләп ул тиклем яҡшы кешеһең ул? Мин, мин ғәйеплемен бит! Асыуыңдан туҡмап таштағың килмәйме ни мине? Әрләмәйһең дә бит исмаһам!»- тип уға барып йәбешәм.

Эй, йәмле йәй ҙә етте! Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, күҙ асып-йомғансы бер миҙгел икенсеһен алыштырып та ҡуйҙы. Тиҙҙән еләк-емеш тә өлгөрөр, һәр кем еләк йыйып ҡалырға тырышыр. Унан инде бер-бер атлы башҡа емештәр өлгөрә башлар. Еләк иҫемә төшкәс, иҫ киткес тәмле емештең ғаиләмә оло бәлә, ғүмерҙә яҙыла алмаҫлыҡ ҡайғы килтерә яҙғанын тетрәнеп иҫемә төшөрәм. Юҡ, юҡ еләктең бер касафаты ла юҡ бында, тик башымдан үҙ ғаибемде осорорға маташыуым ғына. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙемде үҙем аҡлау менән файҙа юҡ! Һүҙҙең дөрөҫө. үҙең өсөн дә кәрәк бит ул.
Шул тиклем күп, эре булды ул йылды еләктәр. Балаҫ кеүек түшәлеп ята ине ҡайһы ерҙә йыйһаң да. Ә мин еләк йыйуҙан мәхрүм ҡалдым ул саҡта. Яңы ғына икенсегә ҡыҙ табып, бала табыу йортонан ҡайтҡан инем. Йәш бала менән ҡайҙа инде еләк йыйыу. Хәләлем йәйләүҙә ятып башмаҡтар көтә, ялға ҡайтҡан һайын күстәнәскә һушыңды алырлыҡ эре-эре, ҡып-ҡыҙыл еләктәр алып ҡайта. Ни тиклем еләкле урындарҙың күп икәнен, кеше аяғы баҫмаған еҙәрҙә бер урындан ғына, уйламайҙа 5-6 күнәк йыйып булғанын һөйләй. Ә инде тәмлелеген шул еләктәрҙең! Эм-м-м татлылығын! Ах, күҙем ҡыҙа бит минең, барып еләк йыйыу теләге йәнемде өтөп алып бара! Үҙенә әйтеп ҡарайым, еләккә алып бар тип.
Ҡайҙа ул риза булыу, йәш бала менән уйлама ла тип, ҡырҡа ҡаршы инде. Мин ҡуярҙан-ҡуймайым, үҙемдекен тылҡыйым. Үҙең йәйләүгә мал көтөргә барғанда, беҙҙе лә алып бар инде тип. Ныҡымышланыуым бушҡа ғына булманы бит!
Ниһаят бер көндө, хәләлем алып барырға булды беҙҙе еләккә. Ат егеп, арбаға күнәктәр, бидондар тейәп, ризыҡ, һыу алып сыҡтыҡ юлға. Арба шул тиклем ҙур, алған әйберҙән башҡа, Сабыйыбыҙҙың коляскаһы, мин 10 көнлөк ҡыҙым менән, эргәмдә 2 йәшлек ҙур ҡыҙым, һеңлем һәм үҙе иркен урынлаштыҡ. Йәйләүгә иртүк килеп етеп, сәй эсеп алғас, мин баланы име:ҙеп урынлаштырырға, һөйөклөм малын ҡарап килергә булды. Еләк түшәлеп ятҡан, берәүҙә аяҡ баҫмаған ер, йәйләү ҡаршыһындағы текә ҡая башында булып сыҡты. Унда йәш баланы һөйрәп менеп булмай бит инде. Менгән хәлдәлә, ҡая башында бешереп алып барған эҫелә, нисек баланы тотаһың. Шуға күрә 10 көнлөк кенә сабыйымды көтөүселәр өйөндә ҡалдырырға булдыҡ.
Был өй күләгәлә булғанға ҡәҙимге генә һалҡын, унда оҙағыраҡҡа ҡалһаң, һыуыҡтан һерелдәтә башлай. Баланы өшөтөп ҡуймаҫ өсөн, өй эсендә булған матрас, юрғандарҙы ҡатлап түшәп, уратып яҫтыҡтар ултыртып сығып, йылы бишек (манеж һымаҡ нәмә) әтмәлләнем. Сабыйымдың тамағын туйҙырып, йүргәктәрен алыштырып, яҡшы итеп урап, бишеккә урынлаштырғас, йоҡлаған бәпесем өшөрлөк түгел икәненә инанғас, күмәкләп ҡаяға менергә булдыҡ. Туҡта! Ниндәйҙер шөбһә мине ебәрмәй, тышҡа атларға ыңғайлаған ерҙән, кире боролам. Бөтәһе лә һәйбәт бит инде, нимә булды, ниндәй шик һуң ул күңелемдә? Нимәгә улай йәнем тертләп тора, борсолоуым ниҙән?
Бер минут эсендә, мин хафаланыуымдың серен сискәнсе, башымдан меңәрләгән уй үтеп китте. Яңы тыуған, йәш баланы, 40 көн тулмайынса яңғыҙ ҡалдырырға ярамай!- ти торғайны ҡартәсәйем дә, әсәйем дә. Вәт ҡайҙа ул шик - шөбһәмдең төбө! Мин бисмилла итеп, сабыйымдың баш осона ҡайсы, аяҡ осона бысаҡ һалам. Колясканан селтәр алып, яҫтыҡтар аша ябам, бисмилламды онотмайым. Тәҙрәне лә, ишекте лә бисмилла итәм, сығып ишекте йоҙаҡҡа бикләйем дә, тыныс күңел менән ҡаяға үрмәләйем. Алда беҙҙе нимә көткәнен белһәм, ҡаяға менеү түгел, йәйләүгә бөтөнләй килмәҫ инем, ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем. Еләк тип ғәзиземде йонсотмаҫ, теңкәһенә теймәҫ инем. Ай-ай-ай!!! Мин ниндәй ахмаҡ!!!
Ә шул моментта ҡая башына менеп еткәс, ҡып-ҡыҙыл, эре, татлы һутлы, баҙрап ятҡан еләктәрҙе күреп, иҫемде йыя алмай торҙом. Бар донъяны онотоп, күмәкләп еләк йыйырға тотондоҡ. Еләктәр тиҙ генә, анһат ҡына йыйыла инде. Мин ҡыуана-ҡыуана, бер туҡтауһыҙ хәбәр һөйләйем, бидоным яртыһына ла етте тип, маҡтанырға хәләлем янына килһәм, уның бидоны тула яҙған. Ә еләктәре береһенән береһе эрерәк, тап таҙа, бидонының эсендә бер ҡый ҙа юҡ! Минең ярты бидон еләгемдең иһә, яртыһы ҡый! Эрелеккә эре инде еләктәр, ул йылды ваҡ еләк бөтөнләй булмағандыр ул! Уңайһыҙланғанымды күрһәтмәҫкә тырышып, бидонымды ауҙарып, еләктәрҙе генә сүпләп, уның һауытына өҫтәйем дә, ҡырт ҡына әйләнеп китеп, еләктәрҙе ҡыйһыҙ ғына, яңынан йыйырға тотонам. Зәңгәр күҙҙәренән яҡты нурҙар сәсеп, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, еләк йыйыуын дауам итә һөйөклөм. Мин дә, сикһеҙ бәхетемдән, иркә генә йылмаям.
Ике йәшлек ҙур ҡыҙыма был байрам булды инде, ул еләк ашап кинәнә, күбәләктәр баҫтыра үләндә ятып аунай, үҙенсә ауыҙ эсенән мығырлап, әллә нимәләр һөйләй, йырлай, бейеп тә китә шунда. Уға ҡарап, көлмәҫ ереңдән көлөрһөң, шаярмаҫ ереңдән шаярырһың. Ә һеңлем бөтөнләй бер кемде лә эше юҡ, үҙе айырым бер яҡта, йәбешеп ятып еләк йыя. Хатта ваҡыты – ваҡыты менән, юғалып ҡуймаһын тип ҡурҡып, мин уны ҡысҡырып эҙләп алам. Күҙгә - башҡа күренмәй китмә, аҙашып китерһең, тауыш биреп йөрө тием уға.
Бына бер бидон тултырып, ҡыуанысымдан тағы ғәзизем янына киләм. Ә ул! Ә ул бер ҙур күнәк тултырып, икенсеһенә тотонған. "Эй-й-й, Һиңә әллә ендәр йыйышамы? Һин нисек тиҙ йыяһың да, мин бөтөнлөй яймын?!"-тием. Уға ни! Көлөүен белә: "Мин һине һымаҡ еләк ашамайым, ҡыҙымды үсекләмәйем, уны менән шаярмайым, сабыйыбыҙҙы ҡарарға төшөп, оҙаҡлап йөрөмәйем, балдыҙымды эҙләмәйем. Уны мин алыҫтан да күреп йөрөйөм. Малымды ғына ҡарап, теүәлләп киләм дә еләк йыям."-ти үҙе. Уны ҡосаҡлап үбеп-үбеп алам, бөҙрә сәстәрен туҙратам да: "И-и-и! Егәрлекәйем минең! Йый, йый мин бәпәйҙе ҡарап киләйем әле,"-тип, тағы аҫҡа йүгереп төшөп китәм. Эй, шулай iшуҡ, шаяртырға, мәҙәкләргә ярата шул минең ғәзизем!
Мин еләк ашамайым, ярамай, бәпәйгә зыян була,әҫпе (диатез), аллергия булыуы мөмкин. Ә инде уны ҡарарға төшөп оҙаҡлаһам, мин бит сабыйымды имеҙәм, йүргәктәрен алыштырам, уларҙы йыуып сайып эләм, бәләкәс кенәмде йоҡлатам. Ләкнн быларҙың береһендә һөйөклөмә һөйләп тормайым, ул үҙелә белә бит инде.
АЛЛАға шөкөр! Сабыйым иҙрәп йоҡлай, бары ла яҡшы. Ипләп кенә һыу йүргәктәрен алыштырам, имеҙәм, урынына һалып, ишекте бикләйем, бисмилла итергә онотмайым. Тиҙ-тиҙ генә йүргәктәрен шишмә һыуында йыуып, сайып ҡояшҡа эләм дә, кинәнеп шишмәнән һыу эсеп алам. Уның һыуы шул тиклем теш ҡамаштырырлыҡ һыуыҡ, әйтерһең дә тәбиғи һыуытҡыс, шишмәгә төшөп ятһаң, туңып ҡалмаҫмын тимә! Тағы һәләтләп ҡаяға кире үрмәләем.
Шулай алмашлап, малын ҡарарға, теүәлләргә төшһә атаһы, йә мин төшөп ҡарап торҙоҡ ҡыҙыбыҙҙы. Төшкөһөн сәй эсеп, бәпәйҙе асыҡ һауала йөрөтөп, кирелтеп, һуҙылтып, тамағын туйҙырып йоҡлатҡас, еләк йыйыуҙы дауам иттек. Инде 4 –се күнәгебеҙ яртылаш тулғанда, миңә нимәлер булды. Ҡапыл ҡаты ҡурҡыу бар булмышымды ялмап алды, өҫтөмә ниндәйҙер аяуһыҙ бәлә ябырылғандай тойолдо. Мин торған еремдә, быуынһыҙланып,ултыра төштөм, аяҡтарым тотмай, бөтә тәнем һерелдәп, ҡалтырап тора, ҡул күтәрерлек тә көсөм юҡ ине. Тик нимәлер, ҡайҙалыр саҡыра, тиҙерәк, тиҙерәк тип әйҙәй!
Бер мәлдән һуң мин атылып, эләгә - тәгәрәй ҡаянан аҫҡа табан йүгерә инем. Тәкмәсләй, ҡолай, тәгәрәй торғас ул текә ҡаянан төшөп еттем, ләкин ҡая итәгенән көтөүсе өйөнә тиклемге 100 – 150 метр аралыҡты үтергә хәлем ҡалмаған ине. Шыуышҡан ерҙә, көскә шыуышып, имгәкләгәндә имгәкләп, саҡ, илла – алла менән килеп терәлдем өй ишегенә. Йоҙаҡ урынында, илаған бала тауышы ишетелмәй, бар тирә - яҡ тып-тын. Йоҙаҡты, ҡалтырап торған тыңлауһыҙ ҡулдарым менән асып эскә инәм. Тынысланырға, тын алышымды яйға һалырға тырышып, лап итеп урындыҡҡа ауам. Ни өсөндөр ҡурҡыуым тағы ла нығыраҡ артып китте, йөрәгем ҡурылып килә. Тиҙ генә бәпәйҙең селтәр ябыуын асам да, әллә ниндәй ҡырағай, аяныслы өндәр сығарып үкерә, илай, сеңләй башлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.
Сабыйым ҡып – ҡыҙыл булып, ауыҙы ҡыйшайып ҡатып ҡалған, мөлдөрәп торған ике күҙенең саҡ-саҡ йыбырлауы ғына тере икәнен белдерә. Үлемесле ҡотом осҡан мин: «Уй-й-й! Балаҡайым! Үлә! Үлә! Атаһы төш ! Һылыу төш! Төшөгөҙ! Атаһы ҡотҡар!..» - тип, тағы әллә нимәләр ҡысҡыра-ҡысҡыра, тышҡа атылам. Кире йүгереп инеп, нимә эшләргә, нимә ҡылырға белмәй, бер урында зыр әйләнеп, аптыранып, алйып ҡарап торам да, үкерә-үкерә тағы тышҡа атылам. Мине берәү ҙә ишетмәй, ярҙам итерлек бер кем дә юҡ! Әллә ҡайҙа, бейек ҡая башында, хатта тау артындараҡ йөрөгән атаһы, ҡайҙан ишетһен инде. Минең тауышым бармы, ҡысҡыраммы ул, әллә ҡысҡырам кеүек тойола ғынамы, ябырылып килгән бәләгә сәсәп, өнһөҙ үкереүем генәме? Кем белһен, дә кем һиҙһен! Кем генә ишетһен! Яҡын тирәлә бер йәнле әҙәм дә юҡ бит!
Шулай йүгерә торғас : «Артабан да ығышһам, балам үлә!»- тигән уй мейемде ярып үтте. Тиҙерәк сабыйымды ҡотҡарырға тотонам. Үҙем бер туҡтауһыҙ АЛЛАма ялбарам, ярҙам һорайым, ғафү үтенәм, ярлыҡау һорайым. Сабыйыма ғүмер теләйем, иңрәйем, ә үҙем автомат шикелле нимәләрҙер эшләйем. АЛЛАһы тәғәлә үҙе аҡыл бирәлер, дөрөҫ юл күрһәтәлер ул кешегә ундай ваҡытта.
Бәпәй генәмде асып ебәрһәм, эҫе бәреп тора, үҙе сеп - сей ҡыҙыл, һығып алмалы һыу. Илап, ярһып, бешкән сабыйым, иң беренсе һыуындырырға кәрәк тием үҙемә үҙем. Сабыйымдың ҡатып, тартышып ҡалған кәүҙәһен алам да, ипләп кенә ҡоротоп, һөртөп, ҡоро йүргәктәргә урайым. Асып ташлап 3-5 минут тотам да тағы урайым, һалҡын өйҙә һыуыҡ тейеп ҡуймаһын тием үҙемсә. Һыуындырып, майлап, бөтә тәненә, башына массаж эшләп, яйлап ҡына хәлен яҡшырттым бәпесемдең, ҡыйшайған ауыҙы ла төҙәйҙе. Тән температураһы ла нормалләште, йөрәк тибеше, тын алышы тигеҙ, мин дә аҙыраҡ тыныслана төшәм.
Инде имеҙәйем тиһәм, ауыҙ ғынаһын астырып булмай бит тешләнеп, серәнеп ҡатҡан көйө. Ипләп кенә ауыҙын, ирендәрен, эйәген ыуам. Ирендәренә күкрәгемдән һөт тамыҙам, әкеренләп һөт тамыҙа, массаж яһай торғас, ауыҙы асыла башланы сабыйымдың. Ләкин имә алмай ине әле ул, һура башлағансы һөт тамыҙырға тура килде. Күкрәкте һура башлағаста әле, туйҙырғансы имеҙергә ҡурҡам. Аҙ ғына һурҙырам да 10 минут ял иттерәм, тағы аҙыраҡ имеҙәм дә, 10минут ял иттерәм, шулай итеп инде бөтәһелә һәйбәтләнде тип, АЛЛАма рәхмәтемде уҡый-уҡый, һыу йүргәктәрҙе сайып элергә була тышҡа алып сығам. Ул лысма һыу йүргәктәрҙе һығып, ни тиклем тир аҡҡанын күреп, бәләкәсемде йәлләп күҙҙәремә йәштәр төйөлә, ләкин илай алмайым, анауынсама шоктан һуң, мин дә ҡатып ҡалғанмын күрәһең. Йөрәгемде ниндәйҙер ҡоршау ялмап алған да ебәрмәй!
Башымдан үткәргән йән тетрәткес ҡурҡыуҙан һуң, минең дә хәл яҡшынан түгел бит инде.Аҙыраҡ ял итергә була, бәпәйем эргәһенә һуҙылып төшөп ятам да, ҡорт саҡҡандай һикереп торам!. Сабыйымдың тағы нимәһелер тиген түгел! Нимә? Ҡайҙа? Ҡайһы ере? Мин тиҙ генә ҡабалана - ҡарһалана бәпәйемде ҡулыма алам да, йөҙөнә бағам. Ул тыныс, ҡыбырламай ҙа, иламай ҙа, йоҡлай күрәһең. Йоҡлай? Ә күҙҙәре асыҡ бит! Асыҡты һөйләйһең, ике күҙе лә бер яҡҡа, өҫкә, ҡырын ҡарап ҡатып ҡалған. Уның күҙҙәре бер нимә лә күрмәй, ҡуҙғалмай, ҡулымды һелтәп, көҙгө яҡтыртып ҡарайым, реакция юҡ. Нисек булһала уятам ҡыҙымды, йәнә массаж эшләй башлайым, нишләптер тәүҙә маңлайын, сикәләрен, ҡолаҡтарын, танауын ыуам. Унан һуң ҡаштарына, күҙ бәбәктәренә массаж яһайым, күҙҙәренә уҡына - уҡына йылы тынымды өрәм. Усымды усҡа ышҡып ҡулдарымды йылытам да, күҙҙәренә баҫып торам
Ниһәйәт был бәләнән дә ҡотлдоҡ, ҡыҙым ҡабат йоҡлап китте, был юлы уның күҙҙәре ябыҡ, тын алыуы тигеҙ, барыла яҡшы. Бөтә булған был сабыйымды ҡотҡарыу эштәре, башынан аҙағына тиклем тулы тынлыҡта башҡарылды. Минең тауыш тын, ниндәй ҙә булһа өн сығарырлыҡ рәтем юҡ ине. Иң ахыры, асыҡ ишек тупһаһына ултырып, уйһыҙ, ғәмһеҙ тынып ҡалам. Нимә булһа ла уйлау, эшләү түгел, ҡуҙғалырлыҡ та көс юҡ ине!
Бына туп-тулы еләкле күнәктәрен күтәреп, сабыйымдың атаһы килеп төштө ҡаянан, ул йөгөн арбаға урынлаштырып, яныма килеп: “ Барыһы ла һәйбәтме?”- тиеүе булды, үлемесле ҡотом осоуҙан, йөрәгемде ҡаҙаҡлап, тын алырға ирек бирмәй, ҡоршап трған сөй ысҡынып китте. Һеңгәҙәп ултырған мин, һикереп тороп, шарылдап илап уға йәбештем. ”Нишләп ишетмәйһең? Самый кәрәк саҡта һин янымда түгелһең! Сабыйыбыҙ үлә яҙҙы бит! Ҡысҡырам, ҡысҡырам һин ишетмәйһең! Үлә яҙҙы! Үлә яҙҙы!.. ” – тип һөйләнә - һөйләнә, уның ҡулына иҫемде юйып, йығылғанмын. Боҙҙай һыуыҡ тамсыларҙың битемде өтөп алғанына тертләп, күҙҙәремде асам. Мине иҫемә килтерергә тырышып, шишмә һыуы һибә икән һөйөклөм. Ул да борсолоуҙан ап-аҡ булған, ләкин һиҙҙермәй мине ҡосаҡлап, иркәләп тынысландырырға тырыша. Ҡулдары ҡалтырап тороуы ғына, уның да ни тиклем ныҡ көйөнгәнен һөйләй ине.
Бигерәк изге күңелле шул минең ғәзизем! Бер – бер ир булһа: «Әйттем бит мин һиңә алып килмәйем тип! Йәш бала менән һиңә еләк нимәгә ул! Әйткәнде нишләп тыңламайһың?» - тип минең икмәк шүрлегемә менеп төшөр ине! Йәйләү тултырып аҡырып- баҡырып һүгенер ине! Бәлки тумарлатып типкеләп тә таштар ине. Ә ул: «Рәхмәт ҡәҙерлем юғалып ҡалмағаныңа, ҡыҙыбыҙҙы ҡотҡарғаныңа! АЛЛАбыҙ беҙҙе менән, мең рәхмәт АЛЛАм кәләшемә аҡыл, көс биргәнеңә! Уның ҡулы менән сабыйыбыҙҙы ҡотҡарғаныңа! » - тип рәхмәт уҡый.
Мин ныҡ йәнем көйөп : «Нишләп ул тиклем яҡшы кешеһең ул? Мин, мин ғәйеплемен бит! Асыуыңдан туҡмап таштағың килмәйме ни мине? Әрләмәйһең дә бит исмаһам!»- тип уға барып йәбешәм. «Ярһыма! Тыныслан! Һинән дә нығыраҡ мин ғәйепле! Һеҙҙе еләк йыйырға алып килергә хаҡым юҡ ине. Ә һиңә мин асыуланмайым, киреһенсә балабыҙҙы ҡотҡарғаныңа сикһеҙ рәхмәтлемен! Һинең урыныңда мин булһам, бер нәмәлә эшләй алмаҫ инем. Ә инде туҡмауға килгәндә, мин һиңә бер әйткәйнем инде, оноттоңдамы? Минең балаларыма иҫән – һау, аҡыллы әсәй, ә миңә кәләш кәрәк тип. Шуға күрә туҡмалыу хыялыңды онот һәм башҡа бер ҡасан да һөйләмә! Әрләгем дә килмәй минең, һине иркәләп, һөйөп кенә торғом килә. Һәр ваҡытта көлөп – йылмайып йөрөгәнеңде, бәхетле булғаныңды ғына теләйем.» - тине ул.
Бер аҙҙан ҡая башында ҡалған еләкле күнәктәрҙе, ҙур ҡыҙым менән һеңлемде алып төшөп, сәй эсеп алдыҡ та ауылға ҡайтып киттек. Өс көн тирәһе үткәс әсәйем килде беҙгә, уның ныҡ ҡото осто, ейәнсәренең илап – ярһып, тирләп бешкәнен ишеткәс. «Уй АЛЛА балаҡайым! Эш хәтәр! Йәш бала тирләп бешһә, үҫмәй, ҡатып ҡала! Кәрлә була! Әгәрҙә сабыйым имен – һау ҙурайһын тиһәң, берҙә йыбанма. Көнөнә 4 - 5 тапҡыр йыуындыр, әйләнгән һайын майла, баҡ, массаж эшлә, кирелдер, һуҙылдыр, ишет ҡолағың менән! Шунһыҙ ҡыҙың үҫмәй ҡала» - тип, үҙе беҙҙә саҡта миңә бөтәһендә өйрәтеп, күрһәтеп, мине ҡулымдан килерлеккә инанғас ҡына ҡайтып китте. Һуңынан да йыш ҡына килеп тикшерер, ярҙамлашыр, кәңәштәрен бирер ине.
Ҡыҙыма кәрлә булып ҡалыу ҡурҡынысы янағанда, ниндәй йоҡо, ниндәй йыбаныу булһын инде. Мин ал – ял белмәй сабыйымды баҡтым, көнмө ул, төнмө, йә булмаһа иртә таңмы, миңә барыбер ине, ҡасан иҫемә төшә шул ваҡытта йыуындырҙым, әсәйем өйрәткәндәрҙең бөтәһен дә эшләнем. Ҡыҙым имен – һау, тиҫтерҙәренән ҡалышмай, аҡыллы, теремек булып үҫте.
Ул хәҙерге көндә уҡып сығып, үҙенә оҡшаған һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Үҙен дә, ғаиләһен дә баға. Барыһы ла һәйбәт АЛЛАға шөкөр! Ҡыҙым тулы тормош менән йәшәй, мин тынысмын уның өсөн. Күп кәрәкме ни әсә кешегә? Балалары имен-һау, бәхетле булһа, әсәлә үтә бәхетле!
Ләкин 10 көнлөк сабый сағында ярһып илап, тирләп бешеүе эҙһеҙ генә үтмәне ҡыҙым өсөн. Уның тәне, башҡа ағзалары һау, аҡылы теүәл, зирәк, отҡор булһала, үтә ҡыҙыу ҡанлы, үҙе бирле, тиҙ генә дөрләп тоҡанып китә, йоҙроҡтарын төйөп, тешләнеп еңмешләнә торған холоҡло булып ҡалды. Әммә ул ҡайтымһаҡ, тиҙ тыныслана, үтә ғәҙел, тоғро, мәрхәмәтле, изге күңелле, тура һүҙле, матур, егәрле, тәртипле, яҡшы кеше
Зилдә.Хәмиҙуллина.
Читайте нас: