Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
30 Ноябрь 2020, 19:20

Кем ярлы?

Бынау ағайым менән еңгәмде йәлләп килеүем әле. Бигерәк ауыр йәшәйҙәр инде.

Кем ярлы?
“Стенка”лар сыға башлаған мәл. Ул саҡта стена буйын тотош ҡаплап торған ошо йыһазы булған кеше бай, хәлле һаналды. Бәғзеләр “уларҙың стенкаһы бар” тип ауыҙ тултырып һөйләр ине. Көндәрҙең береһендә “Рәмистәр ҙә алған икән” тигән хәбәр ишетелде.
Быға айырыуса ике туған һеңлеһе Гөлнараның ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.
– Кит, булмаҫ, – тине ул.
– Ысын! Үҙем күрҙем!
Был хәбәр Гөлнараның тыныслығын урланы. Ул ирен игәргә кереште:
– Нисек инде улар алғанды беҙ һаман алмағанбыҙ?! Ысын булһа, әҙәм ыстрамы! Кит, һинең дә ир булып йөрөүең! Мысыр хәйерсеһе!
Яңылыҡтың дөрөҫлөгөнә үҙ күҙҙәре менән инанырға китте ҡатын ағайҙарына. Ысынлап та, ялтлап торған теге шкафтар уларҙың өйөн йәмләп ултыра ине. Матур итеп ҡатлы-ҡатлы китаптар теҙеп ҡуйылған. Ҡатын шкафтарҙы асып-асып ҡараны. Унан:
– Ни эшләп алыуын-алғас, уны анау Насиптарҙыҡы һымаҡты алманығыҙ?! Был әллә нисегерәк һымаҡ, – тине.
– Беҙгә ошоһо оҡшай, – тине еңгәһе.
– Мин тегендәйен алыр инем.
Ҡайтҡанда урамда осраған һәр кешегә Гөлнараның һүҙе бер ине:
– Бынау ағайым менән еңгәмде йәлләп килеүем әле. Бигерәк ауыр йәшәйҙәр инде. Эй Алла, “стенка” алған булғандар ҙа эсен китап, журнал менән тултырғандар. Йә, һантыйҙар! Кем “стенка”ға теләһә нәмә тыға инде?! Исмаһам, бер бөртөк йүнле һауыт-һабаһы булһасы! Кеше бит хрусталь һауыттар, алтын, көмөш ялатылған ҡалаҡтар ҡуя. Ә улар… Был тиклем дә ярлы булырҙар икән!
“ҺИНЕҢ ҺЫМАҠ МИН ДӘ ЯҘА АЛАМ...”
Ауыл дауаханаһындағы әҙәби осрашыу бик йәнле барҙы.
– Күпме эшләйбеҙ, ғүмере яҙыусылар килгәне юҡ, – тип ҡыуандылар.
Ял итеү бүлмәһендә Таңсулпан Ғарипова, Айгиз Баймөхәмәтов, Зифа Ҡадированың китаптарын күреп, күңелебеҙ күтәрелде.
– Хәҙер кеше китапты онотто тип зарланабыҙ. Бына бит уҡыйҙар, – тине юлдаштарымдың береһе.
– Яҡшы әҫәрҙәрҙе ҡалдырыу юҡ. – Дауахана хеҙмәткәрҙәре һүҙгә әүәҫ ине. – Бына “Ҡалдырма, әсәй” повесын сиратлашып уҡыныҡ. Шәп яҙылған.
Улар Айгиз Баймөхәмәтовҡа үҙҙәре ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп ҡалырға тырыштылар...
Осрашыуҙан һуң фотоға төшкәс, һаубуллашып, ҡайтыр юлға йыйындыҡ. Шул саҡ шаҡтай өлкән баш табип эргәмә килде:
– Ҡустым, анау ваҡ-ваҡ хикәйәләреңде яратып уҡыйым, матур яҙаһың. Уйлайым-уйлайым да, һинең һымаҡ ҡына мин дә яҙа алыр инем тим. Эшләү дәүерендә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр күп булды. Шуларҙы яҙып, китап итеп сығарырға ине. Тик бына аҙаҡ ҡайҙа баҫтырырға белмәйем. Ярҙам итерһеңме икән? Һин Өфөлә шул тирәлә йөрөгәс, рәт-сиратын яҡшы беләһеңдер.
– Ярай, ярай, белешермен! – Бер юлы уның яҙмаларын алып китергә булдым.
– Ағай, ҡайҙа хикәйәләрегеҙҙе алып китеп ҡарай торормон, бәлки, гәзиттә бирә торорбоҙ.
– Юҡ, әле яҙмағанмын бит. Күптән уйлап йөрөһәм дә, яҙа алмайым да ҡуям.
Унан һуң шаҡтай ваҡыт үтте. Бер көндө телефон шылтырағанға ҡараһам, теге табип ағай.
– Һаумы, ҡустым! – Ағайҙың көр тауышы ишетелде. Моғайын, теге китап хаҡында белешергә шылтыраталыр тиһәм, үтенесе бөтөнләй икенсе.
– Бына нимә, ҡустым, – тип телгә килде ул. – Киләһе аҙнала апайығыҙҙың юбилейы бит, гәзиткә ҡотлау яҙырға ине. Бына аҙна
буйы тотоноп, ҡарайым, һис кенә лә килештереп булмай. Һин миңә шул ҡотлау һүҙен яҙып бирмәҫһеңме икән?
Читайте нас: