Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Декабрь 2020, 22:10

Хатҡа нимә тип яҙылған?

- Әгәр эшеңдә ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп сыҡһа, ошо конверттарҙы асырһың, - тип кәңәш бирә ул.

Завод директоры пенсияға китергә йыйына һәм үҙенең урынына ҡалған егеткә өс конверт тоттора.
- Әгәр эшеңдә ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп сыҡһа, ошо конверттарҙы асырһың, - тип кәңәш бирә ул.
Йыл да үтмәй яңы директор конверттың тәүгеһен асырға мәжбүр була һәм унда: "Бөтәһен дә миңә япһар", - тигән яҙыуҙы уҡый.
Тағы бер йылдан икенсе конверт асыла. Уныһында "Вәғәҙә ит" тигән яҙыу күҙгә ташлана. Тиҙҙән сират өсөнсөһөнә лә етә. Директор "Өс хат яҙ һәм уларҙы конвертҡа һал" тигән һуңғы кәңәште уҡый.
Читайте нас: