Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Декабрь 2020, 14:00

«Лада» автомобилен Учалы ҡыҙы отто

Конкурста бөтәһе нисә кеше ҡатнашты?

Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Затлы тажды һәм «Лада» автомобилен Учалы районынан 19 йәшлек Ләйсән Шөғәйепова яуланы. Бүләкте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.
Беренсе урынды Сибайҙан 10-сы класс уҡыусыһы Шәүрә Яхина алды. Икенсе урынды Пермь крайынан Гүзәл Наҙарғолова һәм Ырымбур өлкәһенән Линиза Солтанғужина бүлеште. Өсөнсө урында – Мәләүездән Дилә Вәлиева, Бөрйән районынан Эльвина Семенова һәм Көйөргәҙе районынан Розалина Ибраһимова.
«Быйыл конкурстың ил кимәлендә үткәрелеүе бик ҡыуаныслы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һайлап алыу туры ойошторолған барлыҡ субъекттарҙың вәкилдәре өсөн янып-көйҙө, беҙҙең өсөн һәр ҡатнашыусы ҡәҙерле ине, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. — Башҡорт теле йылында башҡортса телмәрҙе ишетеп шатландыҡ. Күп кенә ҡатнашыусыларҙың Рәсәй төбәктәрендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар туған башҡорт телендә иркен аралаша».
Күләмле проекттың финалында Башҡортостан ҡала-райондарынан – Сибайҙан, Мәләүездән, Өфөнән, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән – Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан 16-25 йәшлек 20 ҡыҙ ҡатнашты. Тамашасы һөйөүе призына Розалина Ибраһимова лайыҡ булды.
Конкурстың 28 йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр проекттың финалы Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында онлайн режимда ойоштородо.
Проектты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы.
Читайте нас: