Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
5 Декабрь 2020, 22:00

Бисәңә һүҙ тейҙертмә!

"Бисәң шикелле һин дә гел туҙға яҙмағанды һөйләйһең", - тип теңкәмә тейәләр.

Насип ағай йыйылыштан кәйефе боҙолоп, бик борсолоп ҡайтҡан. Ҡатыны, ирен ҡыҙғанып, уға кәңәш бирергә тотонған:
- Һин йәш кеше түгел инде, юҡ-барға ҡаныңды боҙма, нимә генә тиһәләр ҙә иҫең китмәһен. Өндәшмәй ҡал, - тигән.
Ире быға яуабын да тапҡан:
- Бер ҙә әрләшмәҫ инем дә ул, үҙҙәре мәжбүр итәләр. "Бисәң шикелле һин дә гел туҙға яҙмағанды һөйләйһең", - тип теңкәмә тейәләр.
Быны ишеткәс, ҡатыны, ни эшләргә белмәйенсә, күҙ маңлайына менеп, ҡысҡырырға тотонған:
- Әһә! Шулай тиҙәрме әле? Минең яманатымды һаталармы? Улай булғас, ҡысҡырыу ғына түгел, боғаҙҙарына йәбеш, һуғыш, әммә бисәңә һүҙ тейҙертмә!
Читайте нас: