Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың өйләнешеүҙәре мәғлүм инде. Ә бына уларҙың туйы буласаҡмы? Булһа, ҡасан? Был хаҡта Гөлназ:” Туй буласаҡ, Аллаһы бойорһа. Апрелдән һуң үткәрербеҙ тип уйлайым. 400-ҙән артыҡ ҡунаҡ йыйыла. Әле пандемия булғас, күп кеше йыйыу ҙа ҡурҡыта. Мин беренсе тапҡыр кейәүгә сығам, шуға күрә туйһыҙ булмай инде. Һуңғыһы ла булһын, амин. “Бәлки, кәрәкмәҫ”, – тигәс, Вилдан: “Юҡ, туйһыҙ булмай, мин һәйбәт туй уҙғарырға тейеш”, – тине. Беҙ барыбыҙ ҙа матур күлдәк кейеп кейәүгә сығырға хыялланабыҙ бит. Шуға күрә булыр, Алла бойорһа!”