Ҡаланан килгән журналист урам буйында битен һыр баҫҡан сал сәсле ҡартты осратып, уның оҙаҡ йәшәү сере менән ҡыҙыҡһына.
– Һеҙ, моғайын, бер ваҡытта ла эсмәгәнһегеҙҙер?
– Нисек инде улай? Көнөнә өс яртыны кәгәм...
– Тимәк, һеҙ тартмайһығыҙ?
– Юҡ, көнөнә өс ҡап та етмәй...
– Әә, ҡатын-ҡыҙ менән бөтөнләй сыуалмайһығыҙҙыр...
– Һеҙ бигерәк минән көләһегеҙ! Мин һеҙгә нормаль кеше түгелме әллә?!
– Ул ваҡытта нисек итеп ошо йәшкә тиклем етә алдығыҙ?
– Нисек инде "ошо йәшкә тиклем?!" Миңә 32 генә бит әле.