Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
26 Декабрь 2020, 00:25

Үҙе балаға уҙа алмағас...

Егерме минут һайын илаған сабыйымды тотоп, әхирәтем кәңәш иткән әбейгә килдем...

Бәпесебеҙ бер туҡтауһыҙ илағас, иремә әйтмәй генә бер әбейгә алып барырға ҡарар иттем. Сөнки дауаханаға йөрөү ярҙам итмәне. Табиптар: “Сабыйҙар шулай илай инде”,-тип төрлө дарыу яҙҙы.
Өс айынан ғына бәпесемә теләһә ниндәй дарыуҙар эсергем килмәй ине. Егерме минут һайын илаған сабыйымды тотоп, әхирәтем кәңәш иткән әбейгә килдем. Ул бәпесемде карауатҡа һалдырҙы ла, башын сайҡап: Эй, йәштәр, балаларығыҙҙы һаҡлай белмәйһегеҙ. Бик яман кешенең күҙе тейгән бит. Үҙе балаға уҙа алмағас, сабыйыңа насарлыҡ теләгән, Аллам һаҡлаһын”,-тине.
Бәпесемде әбейгә көн аша өшкөрөргә алып йөрөнөм. Тиҙҙән ул тынысланды, йоҡлай башланы. Айҙан ашыу илап хәле бөткән сабыйымды йәлләп йөрәгем өҙөлә ине. Ә теге ҡатын – ул минең ике туған апайым. Ысынлап та күптән балаға уҙа алмай. Ярай, аңлайым, әсә бәхете татырға теләй. Тик ниңә минең бәпесемә яманлыҡ теләргә? Хәҙер бәпесем эргәһенә бер ят кешене лә яҡын килтермәйем.
Читайте нас: