Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Ғинуар 2021, 22:05

Мәңгелек яра

Донъя тигәнең бына ниндәй, берәүҙәр яҡты донъянан мәңгелеккә китеп бара, икенселәр тыуа...

... Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ шул,
Беҙҙе лә аңла инде.
Үпкәләп ҡалһаң да, әсәй,
Һин рәнйеп ҡалма инде.
Машина эсенән ағылған йөрәкте әрнеткес был йыр мәңгелеккә минең күңелемдә уйылып ҡалды. Яҙыуымдың сәбәбе ярҙамға мохтаж әллә ни таныш булмаған инәй хаҡында.
...Район поликлиникаһына тәүгә генә бармайым мин. Ҡан баҫымымды үлсәтергә, анализдар тапшырырға аҙна һайын тиерлек йөрөйөм. Бер көн шулай барғанымда тәбәнәк кенә буйлы, 80-де үткән бер инәй менән танышырға тура килде. Алыҫ ҡына ауылдарҙың береһенән был инәй ҡырҙан күҙ табибы килеүен ишетеп килгәйне. Төшкө аш мәлендә, өйөм алыҫ ҡына булғас, ҡайтып тормай, бар эштәремде бер юлы бөтөрөргә тырышып, ҡалырға булдым. Буфеттан тамак ялғарлыҡ кәрәк-яраҡ алдым да буш урын ҡараштырҙым. Барыһында ла кеше тулы ине. Мөйөштәге эскәмйәлә ултырған бер инәй янында ғына әҙерәк урын бар. Оҙаҡ уйлап тормай, мин шунда урынлаштым. Танышып киттек. Өлкән генә был инәй хәбәрҙе бик етди, аҡыллы, уйлап һөйләүе менән албырғатты. Үҙенең элекке тормошон да йәшермәй һөйләп бирҙе. Туғыҙ балаға ғүмер биргән әсә. Ләкин тормош аяуһыҙ шул, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған тормош иптәше фани донъянан киткән, ике балаһы ауырып, ә ҡыҙы фажиғәле һәләк булған.
– Ҡайғы игеҙ йөрөй шул, шул ук йылды ҡыҙымдың кейәүе лә яҡты донъянан китеп барҙы, – тип инәйем күҙ йәштәрен һөртөп алды. Хәҙер төпсөк улы, килене менән бергә йәшәүен, балаларын бәләкәйҙән ҡарашыуын әйтте. Үҙе, һүҙгә әүрәп тороп ҡалмайым, тигәндәй, ҡабат-ҡабат сәғәт һораша. Минең уйымды һиҙгәндәй, әйтеп ҡуйҙы:
– Тороп ҡалмайым тағы, тим. Хәҙерге йәштәрҙе белеп булмай, алдан инәләр ҙә китәләр, өлкәндәрҙе уйлап та бирмәйҙәр...
Ҡыҫка ғына төшкө тәнәфес һиҙелмәй ҙә үтеп тә китте, шул арала әңгәмәсем әллә күпме нәмәләр хаҡында һөйләргә өлгөрҙө. Үҙе лә үткен, бик шәп кенә күренә, анализдарын биреп бөткән, кәрәкле кабинеттарҙы ла йөрөп сыҡҡан, хәҙер күҙ табибына ғына күренәһе ҡалған. Кеше бик күп булғанлыҡтан, беҙгә күҙ табибына икебеҙгә бер юлы инергә рөхсәт бирҙеләр. Инәйҙән уныһын-быныһын ҡабат-ҡабат һораштылар, өлкән булғас, ул күп нәмәне аңлап та бөтмәйҙер.
– Ниңә үҙегеҙ генә йөрөйһөгөҙ? Алыҫтан да килгәнһегеҙ, йәшегеҙ ҙә байтаҡ. Һеҙҙе ҡараусы юҡмы әллә? – тип тә ҡыҙыҡ­һындылар.
– Ҡараусыларым бар, Аллаға шөкөр. Эштәре бул­ғас, аптыратып йөрөмәнем, – тип яуапланы инәй.
Эше беҙҙе бер юлы теүәл­ләп, ҡайтырға йыйындыҡ. Инәй минән әҙерәк үҙе ме­нән ултырып тороуҙы һора­ны. Әллә ни ҡыйралып ят­ҡан эшем булмағанлыҡтан, ризалаштым. Тышта һыуыҡ көҙгө көн, әсе ел. Беҙ эстә, ишек төбөндәге эскәмйәнән урын алдыҡ. Һөйкөмлө, бөхтә инәйем ауылдан үҙе ултырып килгән машинаны көтә-көтә хәбәрен теҙҙе.
– Туғандарым күп минең, балаларымдың бала­лары бар, минән дә бәхетле кеше юҡ, – тип ҡыуанып һүҙ башланы ул. – Бында ла ҡы­ҙымдың улы йәшәй, ғаилә­ле, йәш балалары бар, барып күреп китермен тигәйнем, өлгөрмәнем. Ауылға ҡай­тырға ваҡыт та етте. Етмәһә, ошо осорҙа аяҡтарым да һыҙлап тора.
Күп тә үтмәне, ул көткән машина килде.
– Тағы күрешербеҙ әле, Хоҙай насип итһә, – тип ҡул биреп хушлашты ул минең менән.
Ысынлап та, күптә үтмәне, инәй менән тағы ос­раштыҡ. Был юлы дауахана­ла. Дарыу артынан йөрөй инем. Поликлиникала бул­мағас, мине дауаханаға ебәрҙеләр. Барҙым, алдым. Килгәс-килгәс, танышта­рымды – электән бергә ҡат­нашып йәшәгән тиңдәшем­де күреп сығайым, тип эскә үтергә рөхсәт һораным. Шунда осраштыҡ та теге инәй менән. Был юлы ул хәл­һеҙ генә күреште. Янында ултырған ҡатын һүҙгә ихлас булып сыҡты. Күрше палата­нан ингән икән. Ә мин уны инәйҙең берәй ҡыҙылыр, тип уйлағайным. Әллә йәл­ләү тойғоһонанмы, мин дә:
– Нишләп, инәй, улай хәлең ауыр булғас, яныңда ҡараусың юҡ, был юлы ла яңғыҙыңды ебәрҙеләрме әллә? – тип һорамай булды­ра алманым.
Үҙемде һәйбәт тойғас, ҡалманылар. Киленемдең эше бар, улым да өй тирәһе­нән, малдан айырыла ал­май. Аллаға шөкөр, балала­рым барыһы ла ишле, хәҙер үҙҙәре өләсәй-ҡартай булды. Мин инде йәшәремде йәшәгәнмен, үлеп китһәм, барыһы ла килерҙәр әле... – күҙендәге йәштәрен һөртә- һөртә, инәй шымып калды. Нимә хаҡында уйланғандыр – билдәһеҙ. Бәлки, әйтә тор­ған һүҙҙәре лә булғандыр, кемеһендер күргеһе лә ки­леп һағынғандыр. Ҡалай ҡыйын яныңда яҡындарың­дың булмауы. Йәлләү тойғоһо әсе төйөр булып та­мағыма төйөлдө...
Иртәгәһенә иртә менән торҙом да, ваҡ бәлештәр бе­шереп, бер аҙ күстәнәстәр алып, тағы дауаханаға юл тоттом. Ғинуарҙың ҡаты һыуығы ла мине туҡтатма­ны. Янында бер аҙ ултырырмын, инәйҙең күңеле булыр, тим. Әммә барыуым бушҡа булды, инәй таң алдынан мәңгелеккә күҙҙәрен йом­ғайны. Ишетһәм дә ышан­маным. Нисек инде, кисә генә бына ошонда һөйлә­шеп ултырҙыҡ... Ә бөгөн ул – юҡ! Хәлдең айышын таны­шым һөйләп бирҙе, күҙ алда­рым ҡараңғыланып китте. Күстәнәстәрҙе берәйһенә бирерһегеҙ, тип ҡалдырҙым да яйлап ҡайтырға сыҡтым.
...Дауахана ҡапҡаһы тәңгәлендәге машинанан йөрәкте өҙөрлөк йыр ағыла, ә йәш кенә ир ҡыҙыл сәскәләр тотоп, яңы донъяға килгән сабыйын алырға инеп бара. Донъя тигәнең бына ниндәй, берәүҙәр яҡты донъянан мәңгелеккә китеп бара, икенселәр тыуа...
Шуныһы үкенес­ле, балаларым, тип өҙөлөп торған, уныһын-быныһын етештергән, утта ла, һыуҙа ла бирешмәгән инәйҙең ғүмеренең һуңғы минутын­да ла янында ғәзиз балала­рының береһе лә булмаған. Ошо хаҡта уйлайым, уйҙарымдан уйыла яҙам. Әле­нән-әле ҡулыма «Ҡөрьән» китабын алам. Инәй йыш төшөмә инә, һаман да йыл­майған килеш, аҡ яулыҡ­лы... Күҙ төптәрем дымлана, үҙемде тота алмайым, йәш­тәрем яндырып, битем буй­лап ағып төшә...
Һүҙемде йомғаҡлап, шу­ны әйткем килә: дуҫтар, ту­ғандар, ҡәрҙәштәр, беҙ был фани донъяла ҡунаҡ ҡына­быҙ, яҡындарыбыҙҙы хөр­мәт итәйек, һәр ваҡыт изге­лек кенә ҡылырға өйрәнә­йек. Беҙ ҙә ҡасан да булһа ҡартайырбыҙ, ярҙамға мох­таж булып ҡалырбыҙ. Үҙе ярҙам иткәнгә генә ярҙам итерҙәр, ти халыҡ әйтеме. Һау саҡта яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белмәһәк, ҡартлы­ғыбыҙ ҡәҙерһеҙ булмаҫмы?!
Сәриә КИЛМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас: