Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
24 Ғинуар 2021, 00:00

Сафияға нимә булған?

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Сафияны интернатта ҡалдырырға хәл иттек.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның ҡыҙы Сафия был көндәрҙә уҡырға йөрөмәй. Уға нимә булған? Был хаҡта артист инстаграмда бына нимә яҙа: “Ул көндө Сафия интернатта шул тиклем ҡалырға теләмәне. Иртәгәһенә унда баҫҡыстар емерелгән. Был хәбәрҙе ишеткәс, ҡотом осто. Ярай әле берәү ҙә ҡазаланмаған. Әле Сафия дистанцион уҡый. Мәкәтәптә ремонт эштәре бөтөүен көтәбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Сафияны интернатта ҡалдырырға хәл иттек. Шулай ҙа баҫҡыстың емерелеүе беҙҙе борсоуға һалды. Бындай хәл башҡаса ҡабатланмаҫ тип кем әйтә ала, сөнки мәктәп бик иҫке. Әммә беҙ насар уйҙар уйламаҫҡа тырышабыҙ. Сафияға унда тиңдәштәре менән аралашыу бик оҡшай”.
Читайте нас: