Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
26 Ғинуар 2021, 18:15

Ғәйбәт хаҡында

Ғәйбәт һөйләгән кеше Хоҙай Тәғәләнең ярҙамына өмөтһөҙ булыр.

Ғәйбәт хаҡында
Нимәне ғәйбәт тип атайбыҙ? Әгәр берәүгә икенсе кешене яманлап һөйләйбеҙ икән, шул ғәйбәт була.
-Әгәр ҡәрҙәшебеҙҙе яманлауыбыҙ, уның тураһында һөйләүебеҙ дөрөҫ булһа, - ул ғәйбәт буламы?- тип һорағандар пәйҙәмбәр ғәләйһиссәләмдән.
- Әгәр унда булған ғәйепте һөйләһәгеҙ, ғәйбәт булыр, әгәр һөйләгәндәрегеҙ дөрөҫлөккә тура килмәһә, яла яғыу булыр, - тип яуап ҡайтарған ул.
Мөхәммәт ғәләйһиссләм ғәйбәт һөйләүселәрҙе яратмаған. Был эштең гонаһ икәнен һәр ваҡыт аңлата килгән. Ул ғәйбәтте тыңлап тороусыларҙы ла киҫәткән Бер хәҙисендә: “Ғәйбәт һөйләүсе менән уны тыңлаусының гонаһы уртаҡ”, - тигән.
Ғәйбәт һөйләгән кеше Хоҙай Тәғәләнең ярҙамына өмөтһөҙ булыр. Был хаҡта хикәйәт тә бар.
Ҡиәмәт көнөндә берәүгә ғәмәлдәре яҙылған ҡағыҙҙы уң ҡулына биргәндәр. Ул кеше алып ҡарағас, гел генә изгелектәр яҙылыуын күреп:
- Был яҙыу минеке түгел. Бер ҡасан да изгелектәр ҡылғаным булманы, фәрештәләр яңылышҡан, күрәһең, - тигән
Шул саҡ ауаз ишетелгән:
- Изге ғәмәлдәр һиңә шуның өсөн яҙылды: ҡайһы берәүҙәр һине яманлап, ғәйбәт һөйләне, ә һин кешегә бер хәбәр ҙә еткермәнең.
Ҡимәт көнөндә икенсе кешегә ғәмәлдәре яҙылан ҡағыҙҙы һул ҡулына биргәндәр. Намаҙ уҡыуы, ураҙа тотоуы, хәйер-саҙаҡа биреүе хаҡында бер һүҙ тапмағас, әйткән ти:
- Намаҙ, ураҙаны һәр ваҡыт үтәп килдем. Дәфтәргә улар теркәлмәгән.
- Бөтә ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты. Сөнки фәлән бәндәнең ғәйбәтен һөйләгән инең. Шуға күрә һинең ҡылған изге эштәрең ул кешегә бирелде, - тигән яуап ишеткән.
Ғәйбәттең нимә икәнен аңланығыҙмы? Унан һаҡ булығыҙ, ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙҙе кешегә биреп, үҙегеҙ буш ҡалмағыҙ.
“Нәсыхәте-с-салихин” китабынан.
Читайте нас: