Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Ғинуар 2021, 18:01

Белмәй тиһеңме?…

Классташым Венера Лилиәһенең ҡыҙыҡтарын һөйләй:- Шул теле сығып килгән сағы ине. Мине бармағымдан тотто ла алып китте мейес артына. Унда ватылған банка ята икән.Килеп:

— Әсәй, ҡайа әле, яйы-ыл-ған бит!
— Ҡыҙым, нимә эшләгән?
— Яй-ыл-ған! — ти был ижекләп. - Банка яй-ылған.
Миңә ҡыҙыҡ булып китте лә, тағы ла бының ауазын ишеткем килеп:
— Ҡабатла әле, ни эшләгән?
Ҡыҙым ҡаштарын йыйырҙы, турһайҙы, аңлап ҡалды. Шунан
өҙөп кенә:
— Ватыҡ! — тине.
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.
Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: