Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Ғинуар 2021, 18:11

Бер әсә көндәлегенән

Гүзәл дүртенсе класта уҡый. Класташы Света менән бик татыуҙар. Ольга тигән әхирәте лә бар. Бер көндә ата-әсәләр йыйылышында уҡытыусы беҙгә ошоларҙы һөйләне: "Математиканан программа ҡатмарлы. Шуға күрә һеҙҙең балаларығыҙ өйгә эшен эшләгәндә ярҙам итеүегеҙ кәрәк. Юғиһә, бөгөнгө дәрестәге кеүек, көлкө ҡатыш ҡыҙғаныс хәл булыуы ихтимал.

Олянан өйгә эште һораһам:

— Мин эшләй алманым, сөнки Света миңә әйтмәне, - ти.
"Ярар, тип уйлайым. - Светанан һорайым әле". Светанан
һораһам, ул:

— Мин дә эшләй алманым, сөнки Гүзәлдең атаһы командировкала! - ти шартлатып.

- Гүзәлдең атаһының командировкала булыуы менән мәсьәлә сисеү араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? - тип аптырап һорайым.

- Бар шул! - ти теремек Света. - Беҙ математиканан башҡа бөтә дәрестәрҙе алдан эшләйбеҙ ҙә Гүзәлдең атаһы эштән ҡайтҡанын көтәбеҙ. Ул ҡайта ла башта уға төшөндөрә. Шунан мин телефон аша Гүзәлдән һорайым, ә Оля - минән. Ә командировкаға китерен кисә әйтмәгән…

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.
Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: