Венера үҙе лә ғәжәп алсаҡ, булганынан ҡәнәғәт булып, күңелһеҙ хәлдәрҙә йор һүҙ менән дә яйын табып "болоттарҙы" тиҙ үк таратып ебәрә белеүсе психолог ул. Был барғанда Лилиәһенең ҡыҙыҡтарын һөйләп алды.
— Бер мәл һыйыр һауып ултырам. Лилиә таҡта ярығынан күҙәтеп тора. Торҙо-тоҙо ла:
— Әсәй, һеҙ һыйый менән ошо яйыҡҡа нисек һыйҙығыҙ ул?! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.