Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
30 Ғинуар 2021, 15:10
"Аҡбуҙат" журналына - 30 йәш!
Баҫма ун йыл дауамында Рәсәй Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан иғлан ителгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.
Балалар яратып уҡыған "Аҡбуҙат" журналы был көндәрҙә үҙенең 30 йыллығын билдәләй.
Аҡбуҙат
— мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн
башҡорт телендәге
айлыҡ
журнал
,
1989 йылдың
майынан
«Ағиҙел» журналына
ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән сыға.
1991 йылдан
үҙаллы баҫма булып донъя күреп килә.
Тәүге баш мөхәррире —
Башҡортостандың халыҡ шағиры
(2014)
Факиһа Туғыҙбаева
.
2010 йылдан
журналдың баш мөхәррире —
Тамара Искәндәриә
, 2020 йылдың июненән —
Лариса Абдуллина
[1]
.
Журналда балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар,
йырҙар
,
уйындар
, шулай уҡ һәр һанда кескәйҙәрҙең ижад өлгөләре баҫыла.
Баҫма ун йыл дауамында Рәсәй Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан иғлан ителгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.
Журнал йыл да республика балалары араһында
Фәүзиә Рәхимғолова
исемендәге шиғри конкурс иғлан итә. Йәш шағирҙар ҡатнашлығында I—II «Бәпембә» балалар шиғриәте фестивалдәре
Ишембай
һәм Өфө ҡалаларында үтә.
АЙНУРҘЫҢ ДУҪТАРЫ
(Уймаҡ хикәйә)
Айнурҙың күпте белеүенә хайран ҡала Илшат. Уҡытыусылар нимә тураһында ғына һорамаһын, сатнатып яуап бирә лә ҡуя. Бөгөн тәбиғәтте өйрәнеү дәресендә ҡоштар хаҡында ҡайһылай ҡыҙыҡ итеп һөйләне һуң! Бөтәһе лә уны рәхәтләнеп тыңланы.
Тәнәфестә Илшат унан:
- Һин бөтәһен дә ҡайҙан беләһең ул? — тип һорап ҡуйҙы.
- Минең дуҫтарым күп, шулар һөйләй, — тине мут йылмайып Айнур.
Илшат быға ышанманы.
- Фәстерәһең!
- Нишләп шаяртайым, ышанмаһаң, әйҙә дәрестән һуң беҙгә барабыҙ, — тип класташын үҙҙәренә саҡырҙы Айнур.
Өйҙә берәү ҙә юҡ ине. Улар Айнурҙың бүлмәһенә үттеләр. Малай кәштәләге төрлө-төрлө китаптарҙы күрһәтеп:
— Бына ошолар инде минең дуҫтарым, — тине йылмайып.
Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин