Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Февраль 2021, 16:53

АУЫЛЫМ МӘҘӘКТӘРЕ...

Ойошҡан һалма Бер ғаилә ҡунаҡ саҡыра. Килен кеше аш-һыу әҙерләй. Ҡабаланып йөрөп, һалмаһы ныҡ ойоша бының. Ойошҡан һалмаларҙы сүпләп бер сеүәтәгә айырып ала. Ә элек бөтәһе лә бер табаҡтан ашты ҡул (биш бармаҡ) менән ашаған. Бейем-әбей ҡунаҡтарына: “Ойошҡандары ла бар, ғәфү итегеҙ инде”, – тигән була икән.

Ҡунаҡтарҙың береһе: “Ойошҡан һалма ашаһаң, сауап була тиҙәр”, – тигән. Килен быны ишетеп: “Сауап булһа ни, күп ул ойошҡан һалма”, – тип, бер сеүәтә ойошҡан һалманы табаҡҡа килтереп ауҙармаһынмы...

Был кем күлдәге?

Мин әле мәктәпкә уҡырға ла бармаған инем. Әсәйемә эйәреп Үрге Сәлим ауылынан (Мәҡсүттән) Түбәнге Сәлимгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Унда бары тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына. Сәй эсеп ултырғанда әсәйемдең яңы күлдәк кейеп килгәнен шәйләнем дә: “Әсәй, был кем күлдәге?” – тип һорайым. Әсәйем: “Тик ултыр”, – тип шыбырлай. Ултыра торғас, мин тағы: “Әсәй, был кем күлдәге?” – тип һорайым онотоп. Әсәйем: “Тик ултыр тинем бит!” – тип, тубыҡтан үрҙәрәк урындан бороп семтене. Күҙҙәремә йәш тулһа ла, эштең ниҙә икәнен һаман аңламайым. Һуңынан ғына әсәйемдең ҡунаҡҡа кеше күлдәген кейеп барғанын белдем...

Сәсеү ваҡытында

“Башҡорт” совхозының ялан зонаһындағы бүлексәләренең береһендә булған был хәл. Управляющий баҫыуҙа тир түккән тракторсының хәлен белеп килергә була. Ер башында уны көтөп тора икән. Уны күреп, тракторсы туҡтап, һикереп төшөп, ҡулдарын һөртөштөрөп, управляющий менән күрешкән. Управ быға: “Шунан, ҡустым, катковать итеп йөрөйһөңмө?”, – ти икән. Егет аптырап: “Юҡ, ағай, бороновать итеп йөрөйөм!” – тип яуаплаған.

Булат ҒАФАРОВ.
Йылайыр районы, Үрге Ғәле ауылы.
Читайте нас в