Ошо мәл, аҡ яғалар тағып, «нулевойға» йөрөгән малай мәктәпкә барырға сыҡты. Әҙәм танымаҫлыҡ ҡиәфәткә кергән эшем эйәһе күршеһенә таныр-танымаҫ бер аптырап торҙо. Унан, йөҙөн сирып: «Фу, сусҡа!» - тине лә ҡыҙҙың хыял донъяһын сайралта типте. Әсәһенән үҙенә ҡарата күп мәртәбәләр әйтелгән әсе һүҙ иҫенә төштө шикелле: «Хәрәшәт!» - тип, китек теше араһынан сыртлатып төкөрөп тә ҡуйҙы. Унан эре генә ҡиәфәттә мәктәпкә йүнәлде.
…Төн уртаһы ауған. Ҡуш һәм йәш йөрәктәр генә йоҡламай. Өяртылағы эскәмйәлә һаман гөрләшәләр. Йәйге тын төн егеттең шыбырлап ҡына сискән серҙәрен бар донъяға фаш итә:
- Ебәк сәстәреңдән һыйпап ҡына уятырмын, бәғерем. Ҡамыштай бармактарыңды алтын йөҙөктәр менән биҙәрмен. Аһ, көн дә төштәремә кереп хыялый итеп бөттөләр бит ошо сейә ирендәрең, ынйы тештәрең…
Тукта, «сусҡа ҡыҙ», ҡасан фәрештәгә әүерелеп өлгөргән һуң? Теге фырт малайҙы нисек теҙ сүктергән!