Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Февраль 2021, 17:35

Мөхәббәт феномены

«Быуаттар төпкөлөндәге кешеләргә лә эмоциялар хас булған. Улар тәбиғи теләк тип аталып, кешелектең үрсемен тәшкил иткән.Әммә эволюция, үҫеш кешенең тәбиғи теләктәрен рухи кисерештәр,күңел хистәре кимәленә күтәргән. Ғалимдар билдәләүенсә, яҡынса биш мең йыл самаһы элек кешелек тормошонда аңлы мөхәббәт феномены барлыҡҡа килгән.

Шағирҙар уға быуаттар дауамында дан йырлаған, ғашиҡтар һөйгәнен алла дәрәжәһенә күтәреп табынған, яуапһыҙ мөхәббәткә тарыусылар аҡылдан яҙыр сиккә етеп һарығаһ һабышҡан- мөхәббәт менән сирләгән. Яҙмыштарынан алданыусылар иһә һөйөүҙе ҡәһәрләгән, ҡарғаған… Ошо рәүешле мөхәббәт хисе бәхет үлсәменә әйләнгән. Һәм бына бөгөн дә, егерме беренсе быуатта ла, мөхәббәт кешенең күңел сире, баш ауыртыуы булып ҡалыуын дауам итә.
Эйе, беҙ, кешеләр, әле лә, тәбиғәт беҙҙе нисек ярарткан, шулай булыпҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ ул тәбиғәттән нисек тәа алыҫайырға яңы кимәлгә күтәрелергә теләйбеҙ, үҙебеҙҙе тәбиғәттең ҡапма-ҡаршы торған яһалма яғы тип ҡабул итеп, яңы кешегә әйләнеребеҙгә ышанабыҙ.
Ысынлап та, нимә һуң ул, мөхәббәт? Ни өсөн ул тиеп кешеләр сиргә һабыша, күңел тыныслығын юя, ғазаптар ҡосағына ташлай?
Кәрәкме беҙгә был килеш? Әллә иң яҡшыһы - үҙебеҙҙең милли халыҡ ижадындағы ғорур рухыбыҙға ҡайтыу булырмы? Бит Урал батырҙың ҡатыны Һомай ҙа, Һәүбән һөйгәне Нәркәс тә һәм башҡа бөтәп парҙарҙа эпостарыбыҙҙа бер төрлө лә шеш булып тулышҡан мөхәббәт хистәренән ғазап сикмәй, улар һөйөүҙе ҡояш төҫлө тәбиғи ҡабул итәләр.
«Комсомольская правда»ла бер сенсацион хәбәр баҫылғайны:
Чехия психиатрҙары үтә ҡайнар, көслө мөхәббәттең, наркотиктарк кеүекүк, кеше шәхесен емертеүсе ролде уйнауын асҡан. Улархатта бер-береһенән башҡа йәшәй алмаусы һөйөү ҡолдарының ғүмере ваҡытынан алда ҡыҫҡара, тип раҫлай. Кеше тойғоларының иң яҡтыһы, тормошон йәмләүсеһе һаналған мөхәббәт бөгөн килеп ни өсөн ошо тиклем меҫкен хәлгә төштө һуң? Ни өсөн ул күңел байрамынан рух сиренә әйләнә бара?…
Минеңсә, наркотик ҡулланыусы кеше нисек унан башҡа йәшәй алмай, мөхәббәт менән кәрәгенән артыҡ әүрәүсе лә үҙ хистәренең ҡолона әйләнә. Мөхәббәтте тормоштағы берҙән-бер терәк, ләззәт, илһам сығанағы итеп ҡарау, уны юғалтыуҙан ҡурҡыу бер кешене икенсеһенең күләгәһенә әйләндерә. Кәрәкме ундай һөйөү беҙгә? Бит кеше донъяға азат тыуа, ә ҡол булып түгел».
Сөмбөл.
Читайте нас: