Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
7 Февраль 2021, 12:00

Кәрәкһеҙ әсәйҙәр заманы

Күҙҙәрендә оло һағыш ятҡан инәйҙе нисек тынысландырырға ла белмәнем. “Аҡса кәрәк ине бит әле, дарыуҙарым бөттө”, – тине ул күҙ йәштәре аша.

КӘРӘКҺЕҘ ӘСӘЙҘӘР ЗАМАНЫ...

Күҙҙәрендә оло һағыш ятҡан инәйҙе нисек тынысландырырға ла белмәнем. “Аҡса кәрәк ине бит әле, дарыуҙарым бөттө”, – тине ул күҙ йәштәре аша.

Туҡһанды ваҡлаған инәйҙең пенсияһы арыуыҡ ҡына сыға. Был йәһәттән ул хөкүмәткә зарлана алмай. Ваҡытында ғына килгән пенсияһы дарыуҙарға ла, төрлө һыйниғмәткә лә етер ине лә, тик барыһын да балалары талашып-бүлешеп алып бөтә. Дауаханала ятҡан инәйҙәр араһында ла тәҙрәгә ҡарап тилмереп ятҡандар күп осрай. Балалары хәл белешергә килмәй. Әсәләренең пенсияһын күптән карточкаға күсереп алған “сабыйҙар” оло кешегә дарыуы ла, күстәнәсе лә кәрәк булыуы тураһында уйлап та бирмәй. Беләһегеҙме, беҙ йыш ҡына әрләргә яратҡан табиптар, шәфҡәт туташтары ярҙам итә әбейҙәргә! Кемеһелер ҡоймаҡ ҡойоп килтерә, бәғзе аҡ халатлылар өлкәндәргә кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып бирә.


“Тәүҙә ошондай инәйҙәргә ҡарап йөрәгем өҙөлә ине. Балаларының телефонын табып, шылтыратып, талашып бөтә инем. Тик кешенең ояты булмаһа булмай бит. Үҙеңде әрләйҙәр әле: “Ҡарағыҙ, был һеҙҙең эшегеҙ!” – тип. Улар әсәләренең иғтибар етмәүҙән, үҙҙәренең кәрәкһеҙлеген тойоуҙан ауырығанын аңламай. Беҙ, әлбиттә, өлкәндәргә бар иғтибарыбыҙҙы бирергә тырышабыҙ, әммә был ғына әҙ. Тәүҙә ошондай күренеш башыма һыймаһа, хәҙер, нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһын, күнектем. Сөнки ҡартайған ата-әсәһенән баш тартҡан балалар күбәйә бара”, – тине бер табип.

Дауаханаға эләккән ҡайһы бер инәйҙәргә ҡарап иларлыҡ та шул: төймәһе төшкән кейем, улары ла – кер. Тәрбиә, йүнле аш-һыу күрмәй ябығып бөткәндәр. Ә бит улар – һуғыштан һуң илде тергеҙеүсе, күптәре бик иртә ирһеҙ ҡалып, балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған. Ул-ҡыҙҙарын башҡаларҙан кәм-хур итмәйем тип әллә нисәмә эште йөкмәгәндәр, үгәй атайҙы күрмәһендәр тип, үҙ шәхси тормошонан, ҡатын бәхетенән баш тартҡандар.

Минең палатаға килеп ингәнемде күргән инәй йылмайып ебәрҙе. Доғаларын уҡып, ҡалтыранған ҡулдары менән битен һыпырҙы, унан минең арҡамдан ҡағып ҡуйҙы. Күстәнәстәремде тартынып ҡына алды: “Кәрәкмәҫ ине, ҡыҙым кисә генә әлллә күпме һый алып килеп киткәйне”, – тине.

Эргәһендә ятҡан урта йәштәге ханым: “Килмәһә ярар ине, эскүлдәгеңде лә врачтар һатып алып бирҙе”, – тип зәһәр ағыуын сәсте. Ҡатындың һөмһөҙлөгөнә йәнем көйһә лә, инәйгә ҡыйын булмаһын тип ишетмәмешкә һалыштым.

“Ииий, минең бабайым шәп булды бит ул. Урманға барһа, миңә сәскә, еләк йыйып алып ҡайтыр ине. Икәүләшеп сөкөрҙәшеп оҙаҡ итеп сәй эсә торғайныҡ. Һуғышта алған яраларынан мандый алманы шул. Иртә үлде. Һоратыусылар күп булды. Хатта ҡәйнешем дә: “Йола буйынса, еңгәй, һин миңә сығырға тейешһең”, – тип йөрөнө. Ҡайҙан инде анау алмалай биш баланы кеше күҙенә ҡаратып ултыртып ҡуйыу! Колхоз эшендә таңдан ҡараңғыға тиклем эшләнек. Шулай ҙа һис зарланманыҡ. Балаларым аҡыллы, зирәк булды, аллаға шөкөр. Бөтәһе лә юғары белемле, матур ерҙә эшләй, һәр береһе йорт һалып сыҡты. Хатта ҡыуанам уларға”, – тип йылмайып һөйләй инәй.

Балаларын маҡтап алып киткәс теге әсе телле ханым тағы ниҙер әйтергә теләп ауыҙын асҡайны, ҡарашымды күреп, палатан сығып уҡ китте. “Пенсияһының бер тинен күрмәй, ә шул балаларын маҡтап ултыра”, – тип һөйләнгәне ишетелеп ҡалды. Инәй уңайһыҙланып: “Йәштәргә аҡса күберәк кәрәк инде. Балаларын түләп уҡыталар. Шуға аҡса еткерә алмайҙар”, – тигән булды.
Эйе, бар нәмәне аҡса хәл иткән, ысын хистәр өҫтөнән һумдар хакимлыҡ иткән сәйер заманда йәшәйбеҙ. Шулай ҙа әсә кешенең пенсияһын карточкаға күсереп алып, башҡа көндәрҙә түгел, ауырыған сағында ла хәлен белмәгән балаларын нисек аңларға? Ҡомһоҙланып бар пенсияны тотонғансы, исмаһам, дарыу, башҡа кәрәк-яраҡтарға әсәйгә лә хәләл аҡсаһын ҡалдырып булалыр бит?

Почта хеҙмәткәрҙәренә лә әсәйҙе талау тигән ҡурҡыныс күренеште ай һайын күҙәтергә тура килә. Яңғыҙ йәшәгән әбейҙәргә пенсия килтергән көндө уның ергә һеңеп барған йорто янына балаларының ялтыр-йолтор сит ил машиналары килеп тула. “Әсәһенә аҡсаны һанап биргәнде ҡоҙғондай текләп ултыра улар. Минән дә тартынмай, талашып киткәндәре лә бар. Әбейҙәргә, исмаһам, мең тәңкә булһа ла ҡалдыралармы икән? Юҡтыр”, – ти пенсия таратыусы.
Ҡиммәтле машиналарҙа елдергән, юғары белемле “балалар” шулай ҡыланған саҡта, эскелекте тормош рәүеше итеп алғандарҙың нисек ҡыланғанын күҙ алдына килтерегеҙ. Әсәһен туҡмап, ас тотҡан осраҡтар хаҡында беләбеҙ, ишетәбеҙ бит. Ә бер нәмә лә эшләп булмай. Сөнки әсәйҙәр балалары өҫтөнән ялыу ғаризаһы яҙыуҙан ҡырҡа баш тарта.

Ветеран сертификатына хөкүмәттән йорт алған әбейҙәр нисек йәшәй? Күптәре шул уҡ уңайлыҡтары булмаған, утын яғырға кәрәк булған иҫке өйөндә көн күрә. Ә уларҙың фатирында балалары йә ейәндәре рәхәтләнеп йәшәй. Әсә кешегә бында бер мөйөш тә табылмаған. Ҡайһы берәүҙәр ветеран сертификатына алынған фатирға кеше индереп аҡса эшләй. Шуға күрә был законға үҙгәреш индерергә кәрәктер. Әгәр ололарҙың фатиры тартып алынһа, балаларын яуапҡа тарттырырға, бар йәмғиәт алдында асыҡ суд үткәреп, хөкөм итергә. Тик шулай итеп кенә беҙ әсәйҙәрен рәнйеткән кешеләрҙе аҡылға ултырта аласаҡбыҙ. Әле бына шулай бер инәйҙе ҡала буйлап эҙләп ҡайҙа йәшәгәнен белә алмай аптырандыҡ. Әлбиттә, райондың ветерандар советы рәйесе Роза Мараканова ололарҙың йәшәйеше менән танышып бара, ыҙалап йәшәгәндәрҙе шунда уҡ контролгә ала. Тик әсәйҙәр балаларына ҡаршы бер һүҙ әйтергә теләмәгәс, тегеләре язаһыҙ ҡала шул. Хәйер, улар өндәшмәһә лә, улҡыҙҙарын яҡлаһа ла, инәйҙәрҙең күҙҙәрендә нур булмауҙан, өҫтәге кейеменән үк уларҙың ни хәлдә йәшәгәнен билдәләргә мөмкин. Беҙ эҙләгән әбейҙең дә ветеран сертификатына алынған фатирына кеше индергәндәр ҙә, әбейҙе, йәнәһе лә, үҙҙәре ҡарай. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған инәйҙе, исмаһам, көнөнә бер мәртәбә ашатамы икән улар? Иҫе хәҙер инде инерле-сығырлы булған әсәнең ғүмер минуттары ла һанаулы ҡалғандыр. Һәр балаһын яратып бағып, ҡәҙерләп үҫтергән был инәй тормош ахырыһы шулай булыр, тип башына ла килтермәгәндер.
...Күҙемә текләп ҡараған инәйгә нимә әйтергә белмәнем. Ә ул: “Бына мин нимә эшләргә тейеш?! Миңә аҡса кәрәк бит”, – тип иламһырауын дауам итә. Аптырағас: “Әйҙәгеҙ, пенсияғыҙ күскән карточканы барып балаларығыҙҙан тартып алайыҡ”, – тинем. “Юҡ, улар барыбер бирмәй ул”, – ти. “Улай булғас полицияға ғариза яҙайыҡ”, – тигән һүҙҙәремде ишеткән инәй сәсрәп ярһып китте: “Полицияға яҙып ултырырға улар енәйәтсеме ни?! Эштәренә барып ишетелһә?! Кешеләрҙән дә оят. Юҡ – юҡ! Мин һинән ярҙам һорап килдем, ә һин минең балаларымды төрмәгә ултыртырға уйлайһыңмы?! Мин ғүмер буйы хөкүмәткә эшләнем, хәҙер инде бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы, улай булмай бит...” Инәйгә хөкүмәттең уның алдындағы бурысын пенсия менән үтәүен әйтеп ҡараным. Юҡ, был уға әҙ булып сыҡты. “Тормош яҡшы булһа, балаларым шундай хәлгә ҡалмаҫ ине, минең пенсиямды ла алмаҫтар ине”, – тине ул балаларын аҡлап. Бына шундай ул – Әсә йөрәге. Ни булһа ла, бер ҡасан да балаларына ҡара яҡтырмаҫ, үҙе тоҙаҡҡа эләкһә – эләгер, әммә сабыйҙарын һаҡлар. Тик балаларының күптән үҫеп етеүен, хәҙер инде үҙҙәре ҡартатай-өләсәй булып, етеш тормошта йәшәүен генә инәй аңлап етмәй. Эйе, барыһы ла бар уларҙың: бейек, матур йорттары, ҡиммәтле машиналары, эш урыны, тик үҙҙәрен тәрбиәләп, кеше иткән әсәйҙәренә генә яндарында урын юҡ шул.
Ирекһеҙҙән, ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ, тип уйлап ҡуяһың. Иң ғәзиз кешеләр – Әсәйҙәр кәрәкһеҙгә әйләнгән мәхшәр ваҡытта...

Автор: Гүзәл Иҫәнгилдина
Читайте нас: