Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
23 Февраль 2021, 20:00

Әрмеләргә барып...

Шунан, уландар, әрмегә китергә йыйынып ятаһығыҙмы? Бик хуп, бик мәслихәт! Беҙҙең халыҡ ғүмер баҡый ғәскәрҙә йөрөгән шулай, илем тип яу сапҡан, намыҫ тип баш һалған... Мин дә заманында хәрби хеҙмәттең әсе тоҙон аҙ ашаманым. Эй-й, ҡайҙа икән ул саҡтар?! Икешәр өсәр йыл йөрөр инек һалдатта, тиҫтәләгән пар кирза итекте тапап бөтөрөр инек шунда... Әле генә һалдатлыҡты бер йылға ҡал­дырҙылар, шуға ла малай-шалай маңҡаһы ла кипмәй ҡайта. Шулай ҙа, уландар, әрме һәр саҡта ла әҙәм балаһына аяуһыҙ күренә ул, белеп ҡуйығыҙ шуны. Башты юғалтырға күп кәрәкмәй. Унда йомроно йөкмәп ташыталар, ә дүрткелде тәгәрләтәләр! Теле­визорҙан күргәндә генә егетмен тигән егеткә күҙ ҡыҙҙырғыс бит ул әрме, ә инде барып эләкһәң, ҡот осҡос! Өйрәнеп киткәнсе, кәнишне.

Әрмеләргә барып... (Хикәйә)

Шунан, уландар, әрмегә китергә йыйынып ятаһығыҙмы? Бик хуп, бик мәслихәт! Беҙҙең халыҡ ғүмер баҡый ғәскәрҙә йөрөгән шулай, илем тип яу сапҡан, намыҫ тип баш һалған... Мин дә заманында хәрби хеҙмәттең әсе тоҙон аҙ ашаманым. Эй-й, ҡайҙа икән ул саҡтар?! Икешәр өсәр йыл йөрөр инек һалдатта, тиҫтәләгән пар кирза итекте тапап бөтөрөр инек шунда... Әле генә һалдатлыҡты бер йылға ҡал­дырҙылар, шуға ла малай-шалай маңҡаһы ла кипмәй ҡайта. Шулай ҙа, уландар, әрме һәр саҡта ла әҙәм балаһына аяуһыҙ күренә ул, белеп ҡуйығыҙ шуны. Башты юғалтырға күп кәрәкмәй. Унда йомроно йөкмәп ташыталар, ә дүрткелде тәгәрләтәләр! Теле­визорҙан күргәндә генә егетмен тигән егеткә күҙ ҡыҙҙырғыс бит ул әрме, ә инде барып эләкһәң, ҡот осҡос! Өйрәнеп киткәнсе, кәнишне.

Нисауа... Ҡыш уртаһында Айҙар уланым да хәрби хеҙмәттән ҡайтып төштө ана. Диңгеҙ десанты! Өҫ-башы сәүкә ҡаурыйылай ҡара буҫтауҙан ғына! Тельняшкала! Урамдан үткәнендә ҡыҙ-ҡырҡындың күҙе тоҡанып китер ине. Ҡарап тороуға үҙе лә сибәр егет шул, ҡап-ҡара күҙ ҙә ҡаш, йәш айғырҙай һомғол һын-буй, һөйкөмлө. Яратам мин уны. Тик уға әрмелә оҙағыраҡ йөрөргә тура килде, ике йылға етә яҙҙы хеҙмәте. Күңелһеҙ хәлгә тарыны ул унда...

Егетте Төньяҡ диңгеҙ флотының елле генә бер крейсерындағы диңгеҙ десантына алдылар. Билдәле, ундай ергә теләһә кемде саҡырмайҙар, алдан уҡ аҡыл-фиғелен дә, көс-кәүҙәһен дә ҡырҡ ҡат тикшереп, үлсәп кенә ҡабул ҡылалар. Шуны белгәс, атаһының, Ишморат ағайығыҙҙы әйтәм, иллә “бүреһе олоно”, иллә түбәһе күккә тейҙе! Хатта бер саҡ минең менән дә танау буйынан ғына ҡарап һөйләшә башлағандай итте был! Әйтмә лә, күҙ терәп торған малайың башҡалар хыялланып та, тырышып-тырмашып та насип итмәгән элита ғәскәргә лайыҡ булһынсы әле. Шулайтып, атамаһы менән бар донъяға билдәле булып, “тегеләрҙең” ҡотон алып торған крейсерҙа хеҙмәтен башланы Айҙар.

Эйе... Беҙҙең заманда әрмелә булма­ғандарҙы егеткә лә һанамай торғайнылар. Хатта үҙ баһаһын белгән ҡыҙҙар, шуны кәмселек күреп, ундайҙарҙы үҙҙәренә яҡы­найтмаҫ ине. Һәм дөрөҫ тә был! Әрмелә булмаған икән, тимәк, медицина комиссияһы үтмәгән, тимәк, тәнендәме, йәнендәме ниндәйҙер етешһеҙлеге бар был егеттең! Ә ундайҙан тапҡан балаңдың рәте буламы-юҡмы...

Бының икенсе яғы ла бар, уландар. Армияла егет үҙенең һәләтен, булдыҡлылығын, көсөн тоя. Бына мин, мәҫәлән, хәрби уҡыу йортонда хеҙмәт иттем. Һалдат булып. Ә унда буласаҡ офицерҙарҙы әҙерләйҙәр. Эй-й, ҡыуаларҙар ине шунда курсанттарҙы, бахырҙарҙың йәндәрен алырҙай итеп. Арыуҙан күҙҙәре аларып, кис етеүгә аяҡтарында саҡ-саҡ баҫып торорҙар, хатта ябығыуҙан салбарҙары осаларында тормаҫ ине. Бигерәк тә беренсе йылда ыҙалайҙар, күптәре шул муштраға сыҙамы етмәйенсә, ташлап ҡайтырҙар ине уҡыуын. Уның ҡарауы, бер-ике йыл уҙғас, трактор менән дә төртөп йыҡҡыһыҙ бәһлеүәнгә әүерелә сабыр иткәндәре! Хәрби училище ҡалала тора, шул баһадирҙарға ымһынған сибәркәйҙәр “карусель” яһай көндәр-төндәр буйына тимер кәртә тышында, эй-й...

Крейсер һынлы крейсер булғас, унда ла тәртип ҡаты, әлбиттә. Ҡайҙа ҡарама, шунда ҡырыҫ офицерҙар, мичмандар, һәр ҡайһыһы үҙенә күрә бер хәрби белгес бит инде. Ҡыҫҡаһы, һәр аҙымың шутлы, һәр һүҙең теүәл... Тик беҙ, башҡорттар, әйткәнсә, бар көтөүҙе, ғәҙәттә, бер сысҡаҡ һыйыр бысрата лаһа. Йәғни, күпме һынау, тикшереүгә ҡарамаҫтан, Айҙарҙың төркөмөндә карапҡа эшкә ашмаған бер йүнһеҙ маңҡа ла эләккән булып сыҡты.

Бәлки, ул погонһыҙ-ҡоралһыҙ ғәҙәти еңел тормошта арыу ғына малай булып йөрөгәндер. Ә хәрби карапҡа килеп, үҙен ҡаты дисциплина ҡыҫҡас, сыҙамы етмәй башлағандыр. Әрме бит ул тиҙ үк күрһәтә кемдең кемлеген. Ҡарап тороуға төҫ-башҡа ла арыу ғына үҙе, кәүҙәгә лә елле генә, Айҙарҙан бер башҡа аша ҡарап тора. Ә холҡо... Йолҡоп ал да бәҙрәфкә ташла, шунда тегегә әҙәм төҫө керер, бәлки, тиерлек.

Баштан уҡ шул әҙәм үҙен башҡаларҙан өҫтөн тоторға маташа. Карапҡа килгәс, бүлексә командиры сержантҡа ялағайлана, шул сүрәттән үҙенә еңеллек табып, башҡаларға ауырыраҡты йөкмәтергә тырыша. Карап бит ул тулайым бер ҡала һымаҡ, ундағы эш бер ҡасан да бөтмәй. Йыйыу-таҙартыу тиһеңме, ташыу, буяу, ремонт эштәре, ашнаҡсылыҡ мәшәҡәттәре – аҙмы ни? Хәрби уҡыу тигәндә, уныһы бигерәк ҡаты. Көнө-төнө йүгертеү, караптағы төрлө ҡорал-ҡорамалға, атырға, ҡул һуғышына өйрәтеүҙәр... Тик сержант ғәскәргә яңы килгән урам малайы түгел, байтаҡ ҡына хеҙмәт иткән тәжрибәле кеше. Шуға ла ул тегенең ярамһаҡланыуын үҙһенмәй, башҡа һалдаттарҙан айырмай, ләкин елғыуар һаман үҙенекен бөгә, бигерәк тә янда командир юҡ саҡта. Иптәштәренә, һин шуны эшлә, һин быны үтә, тип үҙе ситтән генә ҡарап тороуға күнегә.

Бер көн сержант уға ниндәйҙер бер йәшникте келәткә илтергә ҡуша ла китеп бара. Егеткәй, командир күҙҙән юғалыу менән ҡапыл ғына көрәйеп: “Айҙар, ошо йәшникте йүгертеп кенә келәткә илт!” – тимәһенме! “Ә һин кем бында миңә бойороҡ бирергә?” – тип тызырая Айҙар яуапҡа. Сәкәләшеп китәләр шунда, эш олоға ла китер ине, бәлки, иптәштәре араға төшмәһә.
Теге Айҙарға шунан һуң бәйләнмәй, тик аҫтыртын ғына хөсөтләшә башлай. Хаслығы үҙенән алдан тыуған нәмәҫтә, имеш!

Йә тик торғандан кубрикта яурыны менән төртөп китә, сафта барғанда аяҡ сала, йоҡлағанда карауатына тибә, Айҙарға исеме менән өндәшмәйенсә мәғәнәһеҙ ҡушаматтар тағырға маташа. Ауыҙын ҡайырғансы һуғырға ине лә шунда, тик ярамай шул, артынса үҙе яза аласаҡ. Шуға ла, тегегә ҡаршы баҫмайынса, уланым тешен ҡыҫып түҙә. Ә ул, әҙәм аҡтығы, һаман этләшә, шулайтып егетте сығырынан-сығарырға тырыша.

Төрлө бысраҡ эшкә, мәкергә оҫта әҙәмдең ни ҡылырын алдан белеп буламы ни? Хеҙмәттән дә тиҙ үк туя был, илке-һалҡы ғына уҡый, командир ҡушҡанды ла үтәргә иренә, үҙе бер туҡтауһыҙ зарлана, ҡайҙан ғына килеп эләктем был “дурдомға”, военкоматҡа түләп, йылы өйҙә генә ултырһам, минән дә аҡыллыраҡ кеше булмаҫ ине, тип. Ошо тишек “кәмәнең” батҡанын күрһәм, иллә хахылдар инем эсем ҡатҡансы, тип үк ебәрә.

Айҙарҙа иһә ундай әшәкелектең остоғо ла юҡ, шуға ла тегенең ҡылығы унда сикһеҙ ытырғаныс һәм ерәнеү тойғоһо ғына уята. Ишеү ҡулы ҡысый... Ул, әүәле юғары уҡыу йортондағы айкидо түңәрәгенә йөрөп, шунда йоҙроҡ-табандарын ярайһы уҡ “ҡатырғайны”. Арыу ғына уҡып йөрөгәндә, бер төндә урамда оҙаҡ булып ятаҡҡа ҡайтырға һуңлаған иптәшен тәҙрә аша тартып кереткәс, үҙе ятаҡтан ҡыуылды. Шунан һуң, фатирҙа ятыу ҡиммәт тип, ситтән тороп уҡыуға күсте. Эшкә лә ингәйне, тик ярты йыл да уҙманы, хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар...

Бер көн караптағы йәш һалдаттар араһында ҡул һуғышы буйынса һынау уҙа. Шунда Айҙарға килеп эләгә теге ыстырам. Иллә үсен ҡандыра егетебеҙ шунда! Баш аша ла күтәреп һуға йүнһеҙҙе, бер нисә тапҡыр матҡа зыңҡылдатҡансы төртөп тә, тибеп тә йыға, ҡулдарын ҡайырып бөгәрләп тә һала, ауыртыу алымы ҡулланып, аҡыртып та ала... Теге ҡорсаңғы ажарланып, күҙҙәрен алартып ташланып ҡарай ҙа Айҙарға, тик буш һауаны ғына “ҡосаҡлай” һәм сираттағы оҫта алымдан иҙәнгә тағы зыңҡ итеп ҡала!..

Крейсерҙа контракт буйынса хеҙмәт итеү­селәрҙән торған десант ротаһы бар. О-о-о, улар Айҙарҙарға иш түгел, һәр ҡайһыһы ҡа­ра үгеҙ һымаҡ, эргәнән үткәндәрендә еленән генә лә аунап ҡалырһың! Төрлө һуғыштарҙы үтеп, түштәре тулы орден да миҙал! Уларҙың командиры ҡул һуғышы күнекмәләрен ситтән генә ҡарап ултырған икән. Күнекмәләр тамам булғас, шул майор Айҙарҙы янына саҡырып ала. Ҡупшы ҡара мыйыҡлы, ҡара күҙле, битен таш менән дә бәреп йыртмаҫлыҡ ҡырыҫ йөҙлө офицер егет менән йылы ғына ҡул ҡыҫып күрешә тәүҙә, унан исем-атын, сығыш-торошон белешә лә:

– Күнекмәләрҙә һине күҙәтеп ултырҙым, Айҙар Ишморатович. Ярайһы уҡ оҫтаһың ҡул һуғышына, афарин! Беләһеңме, һиңә контракт хеҙмәтенә күсеп, ысын диңгеҙ десантсыһы булырға тәҡдим итәм! Давай, уйла! Һинең ише егеттәр кәрәк беҙгә! Махсус мәктәпкә уҡырға ебәрербеҙ, ябай кешеләр белмәгән күп нәмәгә өйрәнерһең унда, мичман булырһың, һуңынан, бәлки, офицерға ла насип итерһең. Ирмен тигән ир-егет һөнәре был! Беҙҙән бөтә донъя ҡурҡып тора! Уйла, давай, тик оҙаҡҡа һуҙма, көтәм һине!

Бына һиңә мә! Күнекмәләрҙән һуң бирелгән ҡыҫҡа ғына ял мәлендә көтөлмәгән был хәлдән бер аҙ шаңҡып ултыра ине Айҙар кубрикта. Ни эшләргә? Бармайым, тип баш тартһаң, оят һымаҡ, ә, икенсе яҡтан, ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнарға тигән уй бығаса һис тә кермәй ине башына... Шунда холоҡтары менән үҙенә оҡшаған ике әшнәһен эйәртеп, теге йүләр килеп керә.

– Нимә, мине еңдем тип эреләнеп ултыраһыңмы, азиат! – мыҫҡыл ҡатыш нәфрәт тулған күҙҙәрен тәкә мөгөҙөләй итеп өҫкә менеп киләсе! – Яңылышаһың! Мин һинән барыбер көслөрәкмен! Хәйлә-мәкерем, боҙоҡлоғом менән! Сөнки мин булдырған хөсөт бер ҡасан да һинең ҡулыңдан килмәйәсәк! Һин һаҫыған ишәк, һин һәр саҡ беҙгә эшләнең, беҙҙең йөктө ташының! Һәм ташыясаҡһың да! Сөнки беҙ көслө, ә һин ишәк! – ти ҙә, һаҫыҡ тынын бөркөп, усы менән егеттең маңлайына төртөп ебәрә.
Айҙар – тәбиғәте менән түҙем, тыйнаҡ егет. Тик һәр кешенең сабырлыҡ сиге бар бит. Ошо оятһыҙлыҡтан уланҡайымдың мейеһенә ҡан бәреп, ул шунда үҙ-үҙен тоталмаҫ хәлгә килгәндер, тим...

Һеҙ, уландар, әрмелә төрлө халыҡ, төрлө милләт кешеләре менән аралашырһығыҙ. Ниндәй генә хәлдә ҡалһағыҙ ҙа, бер ҡасан да кешенең милләтен кәмһетмәгеҙ! Беҙҙә, башҡорттарҙа, ғөмүмән, ундай хилафлыҡ юҡ, әлбиттә, әммә шулай ҙа... Бер кеше сифатында тотош халыҡты, милләтте күреү мөмкин түгел. Теге әшәке телле егет ишараты тотошлай үҙ милләтен сағылдырамы ни? Сәпсим киреһенсә! Ундайҙар һәр халыҡта ла бар. Тик улар үҙҙәренең бысраҡлығы менән туған халҡына ғына хыянат итә! Ғөмүмән, донъяла бөйөк һәм кәм халыҡтар юҡ! Төрлө ҡаза-касафат, һуғыш-ҡыйралыш аша үтеп, бөгөнгә хәтлем килеп еткән һәр халыҡ, һәр милләт, иҫәбе-һанына ҡарамайынса, бөйөк ул!

Ә беҙгә, башҡорттарға, килгәндә инде... Ҡыҫҡаһы, уландар, Рәсәй биләмәләренең ҡайһы өлөшөнә ҡараһаҡ та, хатта унан ситкә күҙ атһаҡ та, шунда башҡорт ҡәберҙәрен табырға була... Рәсәй ҡайҙа ғына, ниндәй генә һуғыш алып бармаһын, шунда башҡорт яугирҙәре йөрөгән ил һаҡлап, Рәсәй батшалығын яҡлап. Полклап-полклап, үҙ ғәскәре, аты, ҡорал-ҡорамалы менән... Күпме батыр баштары ятып ҡалғандыр сит ерҙәрҙә, иҫәп-һанһыҙ, исем-атһыҙ онотолоп, эй-й... Шулар сит яуҙы үҙенеке итеп, ҡырҙа һәләк булмаһалар, халҡыбыҙ бөгөн күпкә көслөрәк тә, ишлерәк тә, берҙәмерәк тә, уҫалыраҡ та булыр ине лә бит. Айғырҙай аҫыл ир-егеттәр тыуған илдәренә ҡайта алмайынса ситтә ятып ҡалғас, күпме бала тыумаған да күпме эштәргә ҡул етмәгән... Һәм бына шул халыҡты “һаҫыҡ ишәк көтөүе” тиһендәр әле!

Егеткәйем, гүйә, ҡанатлана шунда! Ул торған урынынан кинәт кенә уҫал әтәс һымаҡ һауаға оса! Кинолағы Брюс Ли һымаҡ! Күргәнегеҙ бармы? Ҡарсыға кеүек “ки-а-а!” тип ҡыйғып күтәрелә һәм теге әшәке ауыҙға шаҡылдатҡансы табанының ҡыры менән елгәрә. Теге китә кубриктың арғы осона осоп, аяҡ-ҡулдары менән арма-торма килеп барып ята ишек төбөнә, башы бер яҡта, арт һаны бер яҡта, тигәндәй!

Янында торһам, үҙем дә өҫтәр инем теге хайуандың һырт буйына йоҙроҡтарым менән! Мин, кәнишне, Айҙар уланым һымаҡ ырғып тибә алмайым. Өйрәтмәнеләр беҙҙе ундайға йәш саҡта, каратэ, айкидо тигән нәмәләр тыйыулы ине илдә. Шулай ҙа йоҙроҡтарым тос булды, кемгә улар эләккән, һаман онотмайҙар... Һеҙ ҙә белергә тейеш һуғыш-алыш ысулдарын, ирмен тигән сәмегеҙ булһа! Өйрәнегеҙ, хәҙер мөмкинлектәр күп был йәһәттән. Интернеттан ҡарап та күнегергә була! Дошман аҫтына ҡалып, сырҡылдаҡ бахыр ҡыҙҙай хур булғығыҙ килмәһә...

Артабан ни булды, тиһегеҙме? Билдәле инде уныһы, уландар... Теге эттең яңаҡ һөйәген һындырғансы типкән шунда Айҙар уланым. Иллә йәтеш иткән! Әлбиттә, бының артынса тикшереү башланған, ни булды ла, ниңә лә, кем ғәйепле лә, кем нишләне, тип. Тәфтишселәр, аңлатмалар, судмедэкспертизалар... Ни тиһәң дә, закон күҙлегенән ҡарағанда, енәйәт ҡылынған бит, кешегә тән йәрәхәте һалынған. Шулай, балалар, тормош... Ғәйепһеҙҙән ғәйепле булыу әп-рәхәт ул был донъяла. Улай ҙа Айҙарымды ҡулға ла алмағандар, бик аҫтына ла тыҡмағандар. Әүәлгесә һалдат булып, иптәштәре менән бер сафта йөрөгән хәрби судҡа хәтлем.

Тәфтишсе эштең асылына төшөнгәс, уға теге маңҡаға ҡаршы ялыу яҙырға тәҡдим яһаған. Ул һинән көлгән, һине кәмһеткән бит, шуға ла һин сығырыңдан-сығып, уға һуҡҡанһың, быны суд иҫәпкә алып, язаңды еңеләйтер, тип. Йәғни “в состоянии аффекта”. Һы-һы, ҡарале, ҡайһылай матур итеп әйтеп ҡуйҙым! Ә Айҙар: “Шул маймылдан кәмһенеп торһаммы тағы? Халҡым да, милләтем дә саф минең, уларға ундай бысраҡ йәбешмәй! Мин уның һаҫыҡ өнөн ғына тыҡтым!” – тип ялыу биреүҙән баш тартҡан. Ай, маладис, ай, дан егет минең Айҙарым!

Был күңелһеҙ ваҡиға тураһында башта ата-әсәһенә лә белгертмәйенсә байтаҡ ҡына ваҡыт шымған ул. Борсомайым, тигәндер инде, үҙ бәләһе үҙенә, йәнәһе. Эй-й, балаҡайҙар, аңламайһығыҙ шул, беҙҙең тик һеҙ тип кенә йәшәгәнде...
Тәфтишсе хәбәр яҙғас ҡына, атай менән әсәй башына “ут тоҡанған”. Эй-й, быны һөйләп килештерерлек тә түгел инде, кемдең башынан бала ҡайғыһы уҙған, шулар ғына аңлар... Ишморат бахырҙың, атаһын әйтәм, ни эшләргә, ғәзиз балаҡайына нисек итеп ярҙам итергә белмәйенсә аптырауҙан ырғып йорт стенаһына ла башын һуҡҡан сағы булды... Һуң нисек алйымайһың да нисек көймәйһең шул хәлгә? Айҙар бит артына һуйыл эҙләп йөрөгән башһыҙ урам эте түгел. Кескәйҙән үк тыңлаусан, аҡыллы, тәүфиҡлы бала булды бит. Улмы ни төрмәлә ултырыр кеше?!

Килделәр бер көн. Ҡайғыларынан ҡара янғандар... Мәйтәм, Ишморат, һин быға артыҡ көймә. Айҙар бит хурлыҡ ҡылмаған хеҙмәтендә. Ул наркоман да, дезертир ҙа түгел, кеше әйберен дә урламаған, илде лә һатмаған, ғәскәргә лә зыян итмәгән. Ул бит үҙенең ирлек намыҫын, халҡы исемен яҡлап бәләгә тарыған! Дан эш тәһә был, төптән генә уйлап ҡарағанда. Кемдә бар ундай уландар хәҙер? Һин үҫтергәнһең шундай батырҙы, ғорурлан, башыңды текә тот! Нисауа, бирешмәҫ Айҙарыбыҙ, ир булған бит, йөрөр ҙә ҡайтыр Алла бирһә, бейеп-йырлап ҡаршы алырбыҙ!

Шулай тигәс кенә, йөҙө яҡтырып, күҙҙәре нурланып китте атай кешенең...
Себергә йөрөп эшләй Ишморат. Айлап шунда, айлап өйөндә. Ике тиҫтә йылдан ашыу инде. Матур исеме сығып, ихтирам ҡаҙанып бөткән. Эш ерендә уны “башҡорт” тип кенә йөрөтәләр икән, йәғни эшлекле, ышаныслы, таҙа кеше...

Сираттағы вахтаһы еткәс, Ишморат эшенә ут йотоп китте. Ҡайғыһын йәшерә алмағандыр инде, йөҙөнә сыҡҡандыр. Иптәштәре Дағстанда торған бәләкәй генә ноғай халҡынан, имеш. Тегеләр һорашҡас, һөйләгән хәлен. Ай ҙа вай килгән ноғайҙар, Ишморатты яурынынан ҡосоп йыуатҡандар, өйҙән килтергән күстәнәс хәмерҙәре менән һыйлағандар, “настаящий джигит растил Ишморат друг, маладис!”, һуңынан “памагать нада, виручать нада!” тип үҙ-ара бышылдаша башлағандар, телефонға йәбешкәндәр...

Айҙар уланым шунда йөрөп ҡайтҡас, артабанғы тарихты һөйләне. Бер саҡ кубрикта ултырһаҡ, ти, килеп керҙе шкаф дәүмәле ике диңгеҙ десантсыһы. Контракт­сылар. Икеһе лә бөркөт танаулы, ҡаяташтай йөҙлө, беләк-боттары формаларын йыртып сығырҙай! “Кемегеҙ башҡорт бында?” – тип һораған алдағыһы, күк күкрәгәндәй итеп. “Мин...” “Кем һине йәберләне?” “Бер кем дә...” “Кемегеҙ уға, ишәк, тине?” Шунан теге боҙоҡ мәлғүнде елкәһенән өҫтөрәп алдарына баҫтырып: “Йә, әйт әле миңә лә, ишәк, тип?!” – тип “мейеһен һыға” башлағандар. Теге бахыр бер ағарған, бер күгәргән, ҡурҡышынан тирләп лысма һыу булған, һаҫып киткән, әллә ыштанын да еүешләгән инде... Ҡыҫҡаһы, меҫкендән ҡағыҙ менән ручка таптыртып, “Мин, Фәләнов Фәлән Төгәнович, миңә һуҡҡаны өсөн дуҫым Айҙарға бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ, булған хәлдә ул ғәйепле түгел, бар ғәйеп миндә. Мин Айҙар дуҫым алдында ғәфү үтенәм, уны хөкөмгә тарттырмауығыҙҙы һорайым!” тигән ғариза яҙҙыртҡан да был ике ноғай һәм “Бөгөн үк ошо ғаризаңды тәфтишсегә илтеп бир!” – тип сығып киткән...

Ә теге башһыҙ бахырға, санчаста дауаланып сыҡҡас, тамам көн бөткән взводта. Сержант ҡаныҡҡан быға, көн аша нарядҡа тыға, иң әрһеҙ, иң ауыр эшкә егеп ыҙалата икән. Әйтмә лә, шуның бысраҡлығы, холоҡһоҙлоғо арҡаһында тотош караптың яманаты сығып, командирға ла ныҡ ҡына эләккән бит инде юғарылағы етәкселәрҙән... Һалдаттар алдында ла төшә тегенең абруйы, һөйләшкәндә лә тештәрен ҡыҫып ҡына ҡырт-мырт киләләр уның менән. Тамам шөмтөрәгән теге, бөлгән, шымған... Ә Айҙар – авторитетта! Ирмен тигән ирҙәр бер-береһен күреп торалар бит, уларға дөрөҫлөктө аңлар өсөн закон кәрәкмәй.

Ләкин, уландар, оҡшаймы ул беҙгә, оҡшамаймы, әммә йәмғиәттә законһыҙ ярамай. Ҡанун кешеләрҙе тигеҙләй, тормошто рәтләй. Закон булмаһа, йыйын оятһыҙҙар, бурҙар, әҙәм талаусылар өҫкә ҡалҡа башлай... Ноғай десантсылар яҙҙырған теге ғариза ғына етмәй икән шул хөкөм эшен туҡтатырға. Кешегә ҡаты йәрәхәт һалынған, шуға ла быны тик суд ҡына хәл итергә тейеш, тиелгән законда ошо хәлгә ҡарата. Тимәк, Айҙар уланымдың хөкөм ителеүе фарыз. Ни эшләйһең, бер яҙылған законды юйғыс менән бөтөрөп булмай бит... Судҡа барырға кәрәк. Ә Ишморат үҙе эштә, күҙ терәп торған эшсеһен кем ебәрһен, ти, эшенән? Икенсенән, барыр ҡала яҡында ғына түгел, ата-бабаң йөрөмәгән әллә ҡайҙағы поляр һыҙығы аръяғында... Барып, шундағы ҡунаҡханаға инеп ятһаң, ундағы ғәләмәт хаҡтарҙан таланып сыҡҡандай булырһың. Аптыраҡ...

Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тиҙәр бит. Ишморат менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты. Мәрәкә инде... Ишмораттың Айгөл исемле йәшлек мөхәббәте була торғайны ауылда әүәле. Егет менән ҡыҙ бер-береһен яҡын итеп дуҫлашты, үбеште, һағынышты. Мөнәсәбәттәре өйләнешеүгә лә яҡынлаша башлағайны, тик иблис тигән нәмә бар бит кешеләр араһында. Ә ул бәхетлеләрҙе яратмай... Ни булғандыр, әммә аралары боҙолдо йәштәрҙең. Айгөл сығып китте күҙҙәре ҡараған яҡҡа, ә Ишморат күп уйлап та тормайынса кәләш алды, ҡыҫҡаһы...

Тик һөйөү тигән сихырлы шауҡым, күпме оноторға, юҡ итергә маташһаң да, йөрәктә яңғырап тик тора лабаһа. Белә ине Ишморат Айгөлдөң шул ҡалаға барып тормош ҡорғанын. Ни ҡылһын, күҙҙәрен йомоп, ҡолағын баҫып, йөрәген усына тотто ла был шылтыратты йәшлек мөхәббәтенә. Телефонын ауылдағы туған-тыумасаһынан тапты.

Эй-й, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл инде бер уйлаһаң, кинола ғына күрһәтерлек... Ҡыҫҡаһы, суд көнө етеүгә, Айгөлдөң йортона барып ятты Ишмораттың ҡатыны Сәлимә, иптәшкә Сәғилә апаһын алған. Ә Айгөл шул арала Айҙар өсөн таныш адвокат та тапҡан, был эшкә ҡалалағы барлыҡ һиммәтле инсандарҙы егеп тә өлгөргән булып сыҡты...

Бер көн Айҙар менән күрешергә барыр алдынан, өсәүләшеп баҙарға борола ҡатындар. Күстәнәс-фәлән, тип инде. Ә баҙарҙа кемдәр тора? Билдәле, баҙар төньяҡ полюста йә диңгеҙ төбөндә урынлашһа ла, унда алыпһатарлыҡҡа сос Кавказ йә Урта Азия кешеләре осрай, шулай бит? Беҙ генә ул был кәсепкә аңрабыҙ, ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе һатып ебәргәндәрен дә аңғармай ҡалабыҙ...

Әйткәндәй, беҙ, башҡорттар ҙа, ҡанатһыҙ ҡош һымаҡ оябыҙҙан оса алмай ултырмайбыҙ. Ҡайҙа ғына юҡ икән ул беҙҙең әҙәм?! Себер ерҙәрен әйтеп тораһы ла юҡ инде, ул Ишмораттар менән күптән туп-тулы. Бынауы Айгөл дә айҙар буйы ҡояш ҡалҡмаған төньяҡ диңгеҙ ярына күсеп барған...

Бер заман әй, сәүит заманында әле, ял юлламаһы менән Болгарияға киткәйнек әбей менән. Әбей, тигәндән, ул саҡта ҡатыным аҡҡоштай ине, мин дә бабай түгел инем, кәнишне... Шунда бер магазинға керҙек, әйбер алып ҡайтайыҡ тип. Сират тора тиҫтәләгән кешенән. Бер мәл ҡолағыма таныш һүҙҙәр салынғандай булды. Башҡортса?! Ҡараһам, алдыбыҙҙа бығаса ун йылдан ашыу күрешмәгән ҡайнағам Әхмәт менән ҡәйенбикәм Сәмсинур тора сутырҙашып. Шулай ул, уландар, ҡырҙа йөрөһәгеҙ ҙә, ҡарап йөрөгөҙ ян-яғығыҙҙы, алағайымдан туғанығыҙҙы тапап китмәгеҙ... Әй, әттәгенәһе, тағы ситкәрәк алып киттем дәһә хәбәремде! Ҡайҙа боролғайныҡ әле?

Ә-ә, баҙарҙағы теге азербайжан кешеһе янында... Шул сауҙагәр Айгөлдөң танышы булып сыҡтымы, әллә нисекме, ҡыҫҡаһы, һүҙгә-һүҙ бәйләнеп һөйләшеп киткәс, аңлап ҡалған был ҡатындарҙың хәл-әхүәлен. “Бәй, һеҙ теге десантсы егеттең инәһеме ни? Ай-вай, ай-вай... Ай, маладис мама, ай, маладис папа, бөркөт үҫтергәнһегеҙ ҙәһә ояғыҙҙа! Нисауа, не горюй, мать, улың бирешмәҫ, башыңды эймә, текә тот! Һеҙгә барыһын да бушлай бирәм, хет машинаға тейәгеҙ! Һеҙ – башҡорт, мин – азербайжан, ызначит, беҙ мосолмандар! Ә мосолмандар бер-береһенә һәр саҡ тотоноп йәшәһен, тигән Аллаһ Тәғәлә! Ваҡыт табып, үҙем дә барып сығырмын Айҙар янына, абизателна!” – тип, быларҙың ығышып-ҡаршылашыуына ла ҡарамай, вис бушлай биреп ебәргән тауарын! Һуңынан үҙе лә бер нисә тапҡыр карапҡа килеп киткән, уланымды дисбатҡа күсермәҫ борон... Эйе, ярты йыл ултырып ҡайтты Айҙар уланым дисбатта. Ни эшләйһең, закон бит... Уның ҡарауы, йырлап-бейеп, батырҙай күреп ҡаршы алдыҡ! Әле баш ҡалала эшләп йөрөй, уҡыуын да яңыртты. Эше аҡсалы ғына, машина алды. Тик һуңғы ваҡытта бер бумала баш теңкәһен ҡорота, тиҙәр, уланымдың. Үҙе сая, үҙе сибәр ҡыҙ, имеш! Хәҙерге ҡыҙ-ҡырҡын үҙҙәре үк егеттәрҙе аулай бит, сөнки беләләр, шилмалар, ваҡытында һәйбәт кенә берәй егеткә сығып өлгөрмәһә, һуңынан һайландыҡҡа ҡалырын йә ҡулдан-ҡулға китәрен. Ә Айҙарымдың ҡапылдан өйләнгеһе килмәй, торлағым да, аҡсам да юҡ, ти...

Уй-бай, бигерәк күп һөйләп ташланым хәбәрҙе, хатта үҙем арып киттем! Тыңлаусыларым булғас ни, өҫтәл дә баллы-һыйлы... Пенсияла булып, өйҙә ултырғас, гәпләшер кешем дә юҡ шул. Эш табып булмай, минең һымаҡ ҡартлас кемгә кәрәк. Һаулыҡ та тәк сибә, тигәндәй... Телевизор менән иргәләшә башланым хатта һуңғы ваҡытта, һа-һа! Тик уларҙы һүҙләшеп еңеп буламы ни, етмәһә, улар алдаша, ә мин дөрөҫөн бөгәм...

Ярай, уландар, иҫән-һау ғына хеҙмәт итеп ҡайтырға яҙһын инде һеҙгә. Халыҡ-ара хәлдәр бик киҫкен тора, Аллам һаҡлаһын... Иң мөһиме, бер ҡайҙа ла, бер нисек тә хур булмағыҙ, исемегеҙгә, милләтебеҙгә тап төшөрмәгеҙ!


Автор: Раят ВӘЛИЕВ
Читайте нас: