Был хаҡта кинорежиссер социаль селтәрҙә белдерҙе. "Бер ҡасан да ашағанда һөйләшмәгеҙ, бөгөн йомортҡа ашап ултырғанда ҡарлығып үлә яҙҙым", - тип яҙа Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы. Әйткәндәй, Таңсулпан
Бала сағынан бик әүҙем була. Биш йәшенән әсәһе ойошторған төрлө ансамблдәрҙә ҡатнаша. Ҡумыҙ сиртә, бейей, шиғыр һөйләй. Музыка мәктәбенә йөрөй. Скрипка, фортепьяно кластарында уҡый.
Бала сағынан һүрәт төшөрөргә ярата. Был шөғөлө уны башта сәнғәт училищеһына, аҙаҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килә.
Кино сәнғәтенә булған ҡыҙыҡһыныуын күңеленә апаһы Зөһрә һалған. «Һин мотлаҡ кинорежиссёр булаһың!» — тип күңеленә ышаныс бирә.
Уның сценарийҙар яҙыуын күреп, Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы ла ҡәләм сиртеп ҡарай. Икәүләп «Рәхмәт» фильмының сценарийын яҙалар.
Сәнғәт институтын тамамлаған йылында киностудиянан уны төшөрөргә саҡырыу килә. Артабан «Минең йондоҙом» фильмы тулыһынса уға йөкмәтелә.
2009 йылда ситтән тороп Санкт-Петербург ҡалаһының кино һәм телевидение институтына уҡырға инә. Киностудияла эшләгән осоронда курс һәм диплом эштәре итеп ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә.
Таңсулпан Бураҡаева «Ике лә генә егет» кинотаҫмаһы өсөн «Башҡортостандың хәҙерге кинематографында яҡшы күршелек идеяһын асҡан өсөн» «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты була.