Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
10 Июль 2021, 17:20

Ҡыҫыр һалма

Беҙҙең ауылға ситтән бер ғаилә күсеп килде. Ике ҡыҙҙары, ике еткән улдары бар ине. Бәләкәс ҡыҙҙары Рәсимә беҙ игеҙәктәр менән йәштәш.Иҫке мәктәпкә өйрәнергә йөрөгәндә дуҫлашып киттек, мәктәпкә төшкән тыҡрыҡ эргәһендә өйҙәре. Уларҙың өйөнөң ҡашына етәбеҙ ҙә,тамаҡ төбөнән һөрәндәргә керешәбеҙ: Рәсимә!Рәсимә!Беҙ һеңлебеҙҙе лә үҙебеҙ менән мәктәпкә йөрөтәбеҙ. Бала арый, бәләкәс бит әле, тип ҡарай әсәй, юҡ инде-һеңлебеҙ бармаһа ,беҙ ҙә өйрәнергә бармайбыҙ,үсегеп өйҙә ҡалабыҙ.

Сулпан Әбдрәхимова
Ҡыҫыр һалма 

Беҙҙең ауылға ситтән бер ғаилә күсеп килде. Ике ҡыҙҙары, ике еткән улдары бар ине. Бәләкәс ҡыҙҙары Рәсимә беҙ игеҙәктәр менән йәштәш.
Иҫке мәктәпкә өйрәнергә йөрөгәндә дуҫлашып киттек , мәктәпкә төшкән тыҡрыҡ эргәһендә өйҙәре.Уларҙың өйөнөң ҡашына етәбеҙ ҙә,тамаҡ төбөнән һөрәндәргә керешәбеҙ: Рәсимә!Рәсимә!
Беҙ һеңлебеҙҙе лә үҙебеҙ менән мәктәпкә йөрөтәбеҙ. Бала арый,бәләкәс бит әле,тип ҡарай әсәй ,юҡ инде-һеңлебеҙ бармаһа ,беҙ ҙә өйрәнергә бармайбыҙ,үсегеп өйҙә ҡалабыҙ.Беренсе класҡа һеңлебеҙҙе алманылар,азый-бозой ҡарап сығып киттек өр яңы матур мәктәпкә.Мәктәп хәҙер икенсе яҡта,иҫке мәктәпте ятаҡ иттеләр.
.Рәсимә мәктәпкә ҙур ике ап-аҡ бантик тағып килде .Күҙҙәре ҙур, йәм-йәшелдәр.Бигерәк тә көлөүе ныҡ иҫтә ҡалған.Ихлас көлә ине.Апайы ҡып-ҡыҙыл сәсле ,аҡ ҡына йөҙлө ине.Икеһе лә һипкеллеләр .Ағайҙары ҡаҡса ғына кәүҙәле малайҙар.
Рәсимә менән элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ дуҫлаштыҡ.Мәктәпкә барырға сығабыҙ ҙа,магазин тапҡырында Рәсимәне көтөп алабыҙ,бергә барабыҙ,бергә ҡайтабыҙ, юл ыңғайы клуб артында торған бер комбайндың һүтеп һалынған бункеры эргәһендә буяҡ ҡәләмдәр менән бер килке һүрәт төшөрәбеҙ.Шундай матур буяҡтар ине!
Октябрят булдыҡ,пионерға индек.Уның галстугы ла бөтәһенекенән матур ,ҡыҙыл ғына ебәк булып иҫтә ҡалған..Беҙгә галстук ҡалманы магазинда,әсәй ҡыҙыл туҡыманан үҙе галстук ҡырҡып бирҙе.
Эшлекле ҡыҙ булды Рәсимә.Уйнарға саҡырһаҡ ,өй йыйыштырмайса уйынға сыҡмай ине.
Шулай өс йыл уҡып ташланыҡ бергә.Өс йәйҙе лә бергә уйнап үткәрҙек,бәпкәләр көттөк,быҙауға йөрөнөк,көйәнтәләп һыу ташыныҡ,балсыҡ баҫтыҡ,һыу төшөргә йөрөнөк.
Ауылдан ике саҡрымдай алыҫта ятҡан Аксинья тигән быуаға көнөнә ике-өс тапҡыр барып әйләнәбеҙ.Әлеге лә баяғы һеңлебеҙҙе фәҡәт үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ,мыжый башлаһа алмаш-тилмәш арҡабыҙҙа йөкмәп барабыҙ. Өйгә ҡайтышлай
Рәсимәләрҙә төшкө тамаҡ ашауҙы
көн тәртибенә һалып алдыҡ бер заман.Үҙҙәре күмәк, беҙҙең әсәй әйтмешләй,ҡалаҡ батҡыһыҙ симыя,өҫтәүенә беҙ-өсәү!
Был юлы ла Рәсимәләр аша ҡайттыҡ.Мөнирә инәй бөгөн көйөңкөрәп йөрөгән кеүек күренде миңә.
Ҡыҫыр һалма бешергән ине .Оҙонса итеп киҫелгән һалманы һыуҙа ҡайнатҡан да, ,кәзә-һарыҡтың эс майына ҡыҙҙырылған һуғанды өҫтәгән. Беҙ ҙә ҡыҫыр һалма бешерәбеҙ. Гел генә ит булып тормай ҙа инде.!Ҡатыҡлаһаң-бына тигән!
Урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәнек.Беҙ,һағындырып килгән ҡәҙерле ҡунаҡтармы ни ,аяҡтарҙы йөгөнәкләп менеп ултырҙыҡ табын тирәләй.Ике ағайҙары ситтәнерәк урын алдылар. Боһорап торған ашлы табаҡ ашъяулыҡтың уртаһына килеп ултырҙы.Мөнирә инәй инде аш бүлергә ,тип,аш сүмесен табаҡҡа тығып ебәреүе булды,бесәйҙәре тамаҡ таптырып мырауларға кереште.Флүрә,Рәсимәнең апайы,әсәһенең ҡулынан аш сүмесен ала килеп,табаҡтан бер сүмес аш һоҫоп алып бесәйҙең һөт һауыты булып хеҙмәт иткән тотҡаһыҙ лакауай сүмесенә ҡойоп ебәрҙе, сабырһыҙ бесәй ашарға югереп килде лә үҙенең һауытынан ашамай, Флүрәнең ҡулындағы сүмескә башын тыҡты бит!
-Ай,әттәгенәһе,Мөнирә инәй сүместе ҡыҙының ҡулынан һелкетә тартып алып,бесәйҙең башына һуғыр киттеме,ней тигәндә лә сүмес Флүрәнең башына эләкте.
Таж!итеп ҡалды Флүрә,бесәй ҡурҡышынан тыпырсынып,үҙенең сүмесендәге ашын түгеп ебәрҙе, шунан асыҡ торған ишек аша тышҡа олаҡты,Мөнирә инәй ҡысҡыра,Флүрә илай,ҡалған балалар урындыҡтан берәм-берәм һикереп төшөп, сығып тайҙылар.
Мин ултырып ҡалдым.Аштан оло булырға ярамай ҙа.Мөнирә инәй ҡайнап ултырған самауырҙың һәмәгенән һыу ағыҙып сүместе сайҡатты.Миңә аш ҡойоп бирҙе.Үҙенең сеүәтәһенә лә аш ҡойҙо.Тик ҡағылманы ашына.Тауышһыҙ ғына иларға тотондо.
Ҡыҙына һуҡҡан өсөнмө,әллә икенсе бер сәбәбе булдымы?Әллә беҙ инәйҙең хәсрәтле мәленә тура килдекме?Әҙәм балаһы бит-булғандыр.
Йәй аҙағы ҡапыл ғына күсеп киттеләр ауылдан.

Ҡыҫыр һалма
Ҡыҫыр һалма
Автор:
Читайте нас: