Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
17 Июль 2021, 08:40

Өҫтәлдәге ризыҡты ҡапларғамы?

Өсөнсөләре ғәжәпкә ҡала: кемдең хаҡлы, кемдең яңылышыуын белә алмай аптырай.

Өҫтәлдәге ризыҡты ҡапларғамы?
Өҫтәлдәге ризыҡты ҡапларғамы?

   Ҡорбан байрамы яҡынлаша. Йорттарҙа матур мәжлестәр әҙерләнер, аяттар уҡылыр. Шул ваҡытта ошондай һорауҙар тыуа ла инде. 

Һәр кем ҡунаҡты тәмле ризыҡ менән һыйларға тырыша. Бынан тыш, табындың матур ҡоролоуы ла мөһим. Шуға күрә табынды асыҡ ҡалдыралар. Ризыҡланырға башлар алдынан һәр кем табындың күрке менән Һоҡланыуы әһәмиәтле.
     Ҡайһы берәүҙәр: «Ҡөрьән уҡыған мәлдә табындағы ризыҡ ябылған булырға тейеш”!  тип талап итә. Икенселәр иһә, ризыҡты ябыу кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Өсөнсөләре ғәжәпкә ҡала: кемдең хаҡлы, кемдең яңылышыуын белә алмай аптырай.
     Ризыҡланыр алдынан ғәҙәттә Ҡөрьән уҡыйҙар. Ҡөрьән уҡығанда ризыҡты ҡапларғамы?

   Тәү ҡарашҡа әһәмиәте юҡ кеүек был һорауҙың. Әммә Ҡөръән аяттары уҡытыу өсөн махсус табын ойоштороу ғәҙәте беҙҙә борон-борондан килә. Әле был ғәҙәт буйынса табын ҡороу айырыуса йыш үткәрелә. Шул саҡта әлеге мәсьәлә тағы күтәрелә: «Ризыҡты ябырғамы, әллә асыҡ ҡалдырырғамы?»
     Был һорау ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
     Бынан 20 йыл самаһы элек, ураҙа йәйҙең  эҫе, оҙон мәленә тап килгәйне. Көнө буйы ризыҡтан тыйылып торған кешеләргә Ҡөрьән уҡыған саҡта тәмле ризыҡҡа ҡарап ултырыуы ауыр булыр, тигән уйҙан мөфтиәтебеҙ фәтүә биргән: «Табындағы ризыҡты ябып торорға кәрәк!»
     Был фәтүә фәҡәт йәйге оҙон көндәрҙәге ураҙа ваҡытын иҫәпкә алып бирелгән. Уны ишеткән кешеләр иһә һәр ваҡыт ураҙа айында ла, бүтән саҡта ла — табындағы ризыҡ ябылған булырға тейеш, тип аңлаған.
     Әлбиттә, әле иҫкә алған фәтүә (аңлатма) динебеҙгә һис кенә лә яҙыҡлыҡ килтермәй. Бер үк ваҡытта шуны ла әйтергә кәрәк: табындағы ризыҡты ҡаплау динебеҙҙә мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл түгел. Әйе, йәйге оҙон көндәрҙәге ураҙала ауыҙ асырға килгән кешеләр алдындағы ризыҡты ҡаплау — кәрәкле ғәмәл. Ә бүтән саҡта, ураҙанан тыш башҡа айҙарҙа табынды ҡапламау һис кенә лә хата түгел.

Нәзир САБИТОВ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: