Шоңҡар
+25 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Июль , 11:10

Ҡотолоу

 Туҡмалып, бер ай дауаханала ятып сыҡҡандан һуң Ринат ҡапыл үҙгәрҙе. Һәр бер шылт иткән та­уыш­ҡа һиҫкәнде, юҡ-бар нәмәнән өрктө. Ҙур, һоро күҙҙәренә ҡурҡыу тойғоһо оялап алды. Ул инде юғалтҡан эш урыны тураһында онотто, банктан кредитты түләүен талап иткән хаттар­ҙы сүп кәрзиненә ырғытты, хатта Эльзаны иҫенә төшөрмәҫ булды. Туҡмалыуҙан һуң йәрәхәтләнеп ҡалған балтыры ғына ара-тирә борсоно. Бер нәмә ысынтылап тынғы бирмәне егеткә. Ул кемдән һаҡланыр­ға тейеш әле? Кемдән ҡасырға? Бик ныҡ тырышһа ла, иҫенә төшөрә алманы. Бер кис атаһы килеп, Ринаттың ишеген астыра алмай ҡайтып китте. 

ҠОТОЛОУ

Ҡәҙимге йома кисе ине. Көнбайышҡа ҡараған тәҙрәләрҙә байып барған ҡояш нурҙары уйнай. Коридор осонда урынлашҡан ҡара төҫтәге телефон тын ултырған еренән ҡапыл телгә килде. Аш бүлмәһендә көйләй-көйләй кәстрүлдән уймаҡ тәрилкәләргә һурпа һоҫоп торған хужабикә, бер мәлгә генә эшенән туҡтап, ишек уйымы аша телефонға сабырһыҙ ҡараш ташланы.
– Оҙаҡ һөйләшмә! – тип мыжып ҡал­ды ул залда журнал уҡып ултыр­ған еренән ҡалҡынып коридорға сыҡҡан иренә. Уныһы ҡатынына ҡул ғына һелтәне лә, тәпешкәләрен һөйрәй-һөйрәй коридор осона яйлап барып етте.
– Замановтар фатиры, – ирҙең олпат тауышы фамилияларына баҫым яһап әйтте. – Эйе, мин...
Ҡатын иренен бүлтәйтте лә йәнә эшендә булды, йыр көйләй-көйләй балкон ишеген асты, өҫтәге кәштәләге фарфор сынаяҡтарға ынтылды.
– Нисек? Ҡасан булды был хәл? Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Нәсимә!
Иренең ҡото осоп ҡысҡырған тауышына ҡурҡынып, ҡатын сынаяҡ­тарҙы ҡулынан төшөрөп ебәрҙе.
– Ишғәле, нимә булды, Ишғәле? – ҡатындың асырғаныулы тауышы сынаяҡтарҙың зыңлап ярылған сыңы менән бергә буталды...

* * *
Ринат йүгерә-атлай туҡталышҡа ҡарай сапты. Тиҙерәк, тиҙерәк ҡайтырға ла онотолорға, ишектәрҙе шарт ябып, был донъянан кәртәләнергә. Эҫе. Тыны ҡурылған егет саң борҡотоп янында туҡтаған маршруткаға һикереп менде лә буш урын­ға боҫто. Маршрут автобусы Һупайлы биҫтәһе яғына елдерҙе.
Ҡайтырға. Тәүҙә хәл алырға, уйҙар­ҙы тәртипкә килтерергә. Тәр­тип... Егеттең нәҙек ирендәре ҡалтыранып китте. Юҡ, үҙен ҡулға алыр­ға кәрәк. Атаһы нимә тип өйрәтә ине әле һуң? Һалҡын аҡыл менән эш итергә. Һалҡын. Егет автобус тәҙрәһенә маңлайы менән терәлде. Ҡайтырға. Эльза менән һөйләшергә. Һөйләшеп ҡарарға. Һис кисекмәҫтән. Нисек тә хәлде аңлатырға. Ринаттың ҡапыл һулҡылдап илағыһы килде. Эльзаға эштән ҡыҫҡартылыуы тураһында нисек әйтергә? Ә әсәһе менән атаһына? Атаһы уны мәртәбәле инженер-конструктор ойошмаһына танышлығы арҡылы ниндәй ауырлыҡ менән урынлаш­тыр­ғайны. Ә ул эштән ҡыҫҡартылып ҡына ҡалманы, китер сағында әллә нишләп ғауға күтәрҙе, бер начальнигын һуғып осор­ҙо. Йә, Хоҙай... Ярар, нисек тә аңлатыр. Әсәй менән атайыма төкөрөп бирәйем, ти уйланы Ринат, Эльзам ғына аңлаһын.
“… с самого начала кризиса неуклонно следуют стратегии раздувания конфликта в войну, оправдывая все преступления нацистской хунты, финансируя и вооружая её…” Маршрутка водителе радиоһын аҡыртып асып ебәрҙе.
Донъя кризисына төкөрөп бирәйем, тип эстән генә һығылып иланы Ринат, Эльзам ғына аңлаһын, Эльзам.
– Сүндер шул радиоңны! – эргәһендә бәүелә-сайҡала килгән мыҡты ир тамаҡ төбө менән водителгә екерҙе. – Өйдә телевизордан да шул бер нәрсә, интернеттан да, бында ла... Ишетәсем килми!
Водитель радиоалғысын һүндерергә мәжбүр булды. Маршрут автобусы Ағиҙел йылғаһы күперен үтте лә, тырышып-тырмашып, Со­чи урамына ҡарай үрмәләне.

* * *
Ринат фатирына үҙ асҡысы менән инде. Инде лә ишек төбөндә торған дәү сумаҙанға эләгеп йығыла яҙҙы. Эльза ҡабалана-ҡарһалана карауатта ятҡан икенсе сумаҙанына кейемен тултыра ине. Ринатты күреп ҡалғас, бер мәлгә генә туҡтап, уға ҡарап торҙо ла, йәнә эшендә булды.
– Һин үҙеңдең иң матур күлдәгеңде кейеп алғанһың, – ошо минутта ла Ринат Эльзаға ҡарап һоҡланмай булдыра алманы.
– Я знаю, что тебя уволили. Мне позвонили... – тип көйһөҙләнеп илап ебәрҙе Эльза һәм кейем тулы асыҡ сумаҙаны янына лып ултырҙы. Уның фарфор ҡурсаҡтарҙыҡына оҡшаш матур нәфис йөҙө ҡыҙарып китте. – Не могу с тобой жить, потому что ты неудачник. Прощайте, поездки на Мальдивы, Сейшелы, которые ты мне обещал.
Ринат аяҡ кейемен дә сисмәйенсә, бүлмәгә үтеп, ҡыҙ янына сүгәләне, уның ҡулдарынан наҙлап үпте.
– Ты ведь понимаешь и отпускаешь меня, котик? – Эльза эйелеп уның йөҙөнә текләне.
Ринат өнһөҙ генә башын ҡаҡты ла күҙҙәрен йомдо. Уның бите буйлап эре-эре ҡайнар күҙ йәштәре юлаҡлай ине. Эльза ауыр сумаҙандарын һөйрәкләп сығып киткәс, Ринат байтаҡ ҡына үҙ-үҙенә тыңланып өнһөҙ ята бирҙе. Ҡапыл керпектәре ауы­рай­ҙы, аяҡтары быуынһыҙланды, хәле бөттө. Ауыр, тынғыһыҙ йоҡонан уны кеҫә телефонының зыңлауы уятты. Ринат трубканы дисплейға күҙ һалмайынса ғына алды.
– Алло?
– Һин, суҡынғыр малай, что творишь! – Әсәһенең әсе тауышы Ринатты айнытып ебәрҙе. – Атайыңа эшеңдән шылтыраттылар, һин унда йөрөйһөң икән кеше туҡмап... – ҡатын үкереп илап ебәрҙе. – Эштән ебәргәндәр икән ипләп кенә сығып китһәң нимә була инде? Хәҙер бөтә ерҙә кризис... Атайың һуңынан яйлап көйләр ине хәлеңде, бер һине генә эштән ҡыҫҡарталармы...
– Әсәй, – тине Ринат хәлһеҙ тауыш менән һаман шулай уҡ ятҡан килеш. – Мине Эльза ташланы... Аңлайһыңмы?
– Ташлаһын, – тип йәнә әсе һөрәнләне әсәһе. – Ташлаһын, да кому ты нужен, такой неудачник! Атайың арҡаһында ғына кеше булып йөрөйһөң... Атайың... – Әсә йәнә һулҡылданы. – Һинең начальнигың менән телефондан һөйләшкәс, йөрәген тотоп ауҙы. Атайыңдың кеше араһындағы абруйы тураһында уйлаһаң була бит инде! Ашығыс ярҙам саҡырттым, укол яһап китте. Беҙгә килеп, атайыңдың нервыһында уйнап йөрөмә штобы ла! Гүргә тығаһың уны атыу...
– Унһыҙ һин нисек йәшәйһең, әсәй? – тип уҫал көлдө Ринат, ятҡан еренән ҡапыл ҡалҡынып ултырҙы. – Һин дә бит уның арҡаһында йәшәй­һең. Ул булмаһа, һин ҡайҙа көн күрер инең икән...
– Ах ты, бееестолочь! – тип йәнә сарылданы әсәһе. – Атайың һине лә, һөйәркәңде лә ҡарағанын онотма! Хатта уҡыуына ла түләне... Хәҙер “шиш” һиңә аҡса! – тип аҡырҙы әсә. – Сам зарабатывай!
– Минең фатир кредитта, – тип ҡысҡырҙы әсәһенә Ринат. – Ә мин эшһеҙ. Ул аҡса һинеке түгел, атай­ҙыҡы. Һин бер көн дә эшләмәгәнһең әле үҙ ғүмереңдә...
– Килеп йөрөйһө булма! – тип янаны әсә һәм трубканы ырғытты.
Ринаттың башы зыңланы. Йәнә телефон тауышы. Тағы әсәһе! Әллә... Эльзамы? Ринат лып ятҡан еренән тора һалып, телефонын эҙләп тапты.
– Здравствуйте, это Заманов? Мы являемся представителями банка... долг в размере... вы обязаны оплатить до срока... В противном случае...
Ринат тыңлап та бөтөрмәйенсә трубкаһын һалды ла телефонын бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы. Егет эстән генә бармаҡтарын ҡалтырауыҡ тотҡанын билдәләп ҡуйҙы. Ул оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла, курткаһын эләктереп, фатирынан йүгереп сығып китте.

* * *
Уға һауа етмәй ине. Матур, тын май кисендә үҙенә толҡа тапманы, ары һуғылды, бире һуғылды. Киң урамдар тар ине егеткә. Ары-бире үткеләгән кеше-маҙар күҙен дә күтәрмәй уҙа бирҙе. Егет тын урамдарҙы ҡыҙырҙы, үҙе яратҡан шиғырын ҡабатланы: “Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо. Шат яратһа ла, донъяға ят яратҡан Раббыһы...” Шиғыр аһәң булып күңелендә яңғыраны, йәненә май булып яғылып ятты.
Кредитты бер-ике айға кисектереп тә булалыр инде ул, тип баш ватты Ринат. Әллә банкка барып, хәлде аңлатып ҡарарғамы икән? Бурысты түләйһе көн яңы үтеп бара, ә коллекторҙар шылтырата ла һалды, тип әсенде егет. Өлгөрҙәр... “Атайым ҡалай ваҡытһыҙ йөрәктән ауҙы әле ул. Ул ярҙам итер ине, аңлар ине улын! Ҡалай йәмһеҙ килеп сыҡты”, – тип бошондо Ринат, төнгө тын ҡаланы ҡыҙырған арала. Май кистәре һалҡын, курткаһын ҡымтыбыраҡ ҡуйҙы. Ни эшләргә? Егеттең башы тубал булды. Нисек эш табырға, хәҙер бөтә ерҙә ҡыҫ­ҡартыу­ҙар, фатирға нисек түләргә... Бына бәлә! Атаһы, ысынлап та, ныҡлап сырхаған булһа, әсәһе аҡсаның бер тинен дә бирмәйәсәк! Быны Ринат асыҡ тойомлай.
Әсәйҙәр улай буламы? Әсәйҙәр бит арҡанан яратырға, аңларға, кәрәк икән, ярҙам итергә тейеш. Ә Ринат өсөн быларҙың барыһын да атаһы эшләне. Атай... Ринат тын аллеяға боролдо ла һалҡын эскәм­йә­гә ҡунаҡланы. Бер кеше юҡ. Рәхәт. Йәш япраҡтар шым ғына шаулай. Ни эшләргә хәҙер, ҡайҙан эш табыр­ға, нисек фатирға түләргә? Егет мең уттар менән баҙлаған ҡалаға текләп ултырҙы. Эльза... Матур, һөйкөмлө, һауалы Эльза... Ринат ҡайтыр юлға сыҡты, яйлап ҡына тын буш урам­дар­ҙан уҙҙы, һулап туйғыһыҙ май айы һауаһын һуланы. “Тиҙҙән яҙ! – тип елкенеп уйланы Ринат. – Берәй әмәле килеп сығыр әле, түҙәйем”. Йорт подъезының ҡараңғылығына сумғанда ла күңеле тыныс һәм күтәренке ине.
– Эй, пацанчик...
Ринат артҡа боролоп ҡараны. Берәү, икәү, өсәү. Өс шәүлә тышҡа сығыу юлын ҡаплап, уға ҡарап ҡатҡайны.
– Есть закурить?
Ринат юҡ тигәнде аңлатып башын һелкте лә өҫкө ҡатҡа, фатирына йомолдо. Шуны ғына көткәндәй, береһе арттан башына тондороп ебәрҙе, өҫкө баҫҡыстарҙан һөйрәп төшөрҙө. “Коллекторҙар инде әллә?!” – тип ҡото осоп уйлап өлгөр­ҙө тәкмәс атҡан егет, икенсеһе аунап ятҡан еренән һөйрәкләп торғоҙҙо ла стенаға этеп ебәрҙе, өсөнсөһө ергә йығып типкеләргә тотондо, дүртенсеһе ҡулдарын шаҡарҙы... Панель йорттарҙа тауыш изоляцияһы шәптән түгел. Шунлыҡтан да подъезда йәшәүселәр төн уртаһында кемдеңдер ыңғырашыуын, типкеләү, һүгенеү тауыштарын ап-асыҡ ишетеп торҙо, әммә бер кем дә ярҙамға ашыҡманы. Тауыштар тынып, таң һыҙылғас ҡына таяғына таянған Таня әбей ишеген асырға баҙнат итте, ашығыс ярҙам саҡыртты.

* * *
Туҡмалып, бер ай дауаханала ятып сыҡҡандан һуң Ринат ҡапыл үҙгәрҙе. Һәр бер шылт иткән та­уыш­ҡа һиҫкәнде, юҡ-бар нәмәнән өрктө. Ҙур, һоро күҙҙәренә ҡурҡыу тойғоһо оялап алды. Ул инде юғалтҡан эш урыны тураһында онотто, банктан кредитты түләүен талап иткән хаттар­ҙы сүп кәрзиненә ырғытты, хатта Эльзаны иҫенә төшөрмәҫ булды. Туҡмалыуҙан һуң йәрәхәтләнеп ҡалған балтыры ғына ара-тирә борсоно. Бер нәмә ысынтылап тынғы бирмәне егеткә. Ул кемдән һаҡланыр­ға тейеш әле? Кемдән ҡасырға? Бик ныҡ тырышһа ла, иҫенә төшөрә алманы. Бер кис атаһы килеп, Ринаттың ишеген астыра алмай ҡайтып китте. Уның нишләп­тер атаһы менән күрешергә кәйефе булманы. Сал сәсле атаһының таяҡҡа таянып саҡ баҫып ҡайтып китеп барғанын балконда сүгәләгән килеш тишектән ҡарап күҙәтте. Балконда ултырҙы-ултырҙы ла бүлмәгә инде, телевизор ҡабыҙҙы.
“... полиция города арестовала Рината Асылбаева, размахивающего черным флагом после выборов в городской совет, – тип тәтелдәне диктор ҡыҙыҡай. – По словам нарушителя, черный флаг символизирует полную анархию...”
Диктор артабан ниҙер һөйләне, ә Ринат тамам аңланы. Уның артынан тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып барыла икән дә баһа! Телевизор аша уның иптәштәре мөһим мәғлүмәт тапшырҙы... Егеттең зәғифләнә барған мейеһе үҙе уйлап сығарған башҡа һыймаҫ һәр бер уйҙырмаға инана барҙы. Бөгөн магазинға барышлай уға ике ҡара эт осраны. Был тиктәҫкә түгел! Тимәк, күҙәтеү кешеләр тарафынан ғына түгел, хайуандар, ҡоштар, хатта тараҡандар аша алып барыла. Ринат ҡурҡты. Уға яңыраҡ ҡына һөжүм иттеләр. Аллеяла. Унан ниндәйҙер мәғлүмәт талап иттеләр, ахыры, ләкин ул ныҡ торҙо. Шунан уны дауахана рәүешендәге төрмәгә тығып ҡуйҙылар. Көн аша атаһы ҡиәфәтендәге кеше килеп йөрөнө, хатта әсәһе ҡиәфәтендәге агентты ла тапҡандар!
Ринат алйыны. Ул фатирында ике ҡат йоҙаҡ артында ултырып дер ҡалтыранды. Инде лә ныҡ торорға. Уның артынан һунар ойошторолған. Кемдәр тарафынан? Бер тапҡыр улар ҡулынан тотолоп, иҫен юйҙыр­ҙылар инде, икенсегә эләкмәҫ... Ринат, ишек шаҡыған тауышҡа һиҫкәнеп, ванна бүлмәһенә ҡасып инеп китте.
– Ринат, ас! – атаһының тауышы. Дөрөҫөрәге, атаһы ҡиәфәтендәге өйбаҫар-агент тауышы. Бәй, киткән һымаҡ булғайны түгелме? Ах, мәлғүндәр! Ишекте емерһәләр, газ атакаһын ҡулланһалар? Ринат, асыр­ғанып, ванна аҫтына йәшереп һалып ҡуйған тимер таяҡты ҡулына алды ла, күҙҙәрен йомоп, мөйөшкә боҫто...

* * *
– Ишекте шаҡарып асығыҙ! – тип бойорҙо Нәсимә ханым. – Емерегеҙ ишекте!
МЧС хеҙмәткәрҙәре бер-береһенә ҡарашты.
– Фатир һеҙҙең милек түгел, хужаһы...
– Хужаһы – аҡылдан яҙған улым! – тип йәшен йотто буйсан, сал сәсле Ишғәле ҡарт. Ул аяғында саҡ баҫып тора ине. – Инде биш көн бер кемгә күренгәне юҡ, телефонға яуап бирмәй. Бер-бер... хәл булып ҡуймаһын!
– Емерегеҙ ишекте! – тип бойорҙо ҡатын. – Бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам.
Ошоно ғына көткәндәй, МЧС хеҙмәткәрҙәре ишекте шаҡара башланы. Өйгә килеп ингәндә, уларҙы шомло тынлыҡ ҡаршы алды. Коридорҙың бер мөйөшөндә ирҙәр туфлиҙары тора, плащ эленеүле. Бөтә ер бөхтә һәм йыйыштырыулы.
– Улығыҙ өйҙә юҡ шикелле... – тине оло йәштәрҙәге МЧС хеҙмәткәре.
– Ул өйҙә! Өйҙә ул...
Ишғәле ҡарт төпкә үтте лә, торған ерендә бағана ише өнһөҙ ҡатып ҡалды. Фатир тәҙрәләре ағас таҡта менән ҡатылып нығытылған – аш-һыу бүлмәһендә лә, залда ла! Ҡартлас ауыҙын усы менән ҡаплап, тауыш-тынһыҙ ғына үкһене. Уның артынса ингәндәр ҙә ни тиергә белмәй, ҡатып ҡалды.
– Улым! – ҡартлас, ҡапыл теремекләнеп, ванна бүлмәһенең ишегенә үрелде.
Күҙ асып йомғансы ванна бүлмәһенән башына каска, өҫтөнә бронежилет кейгән Ринат аҡырып килеп сыҡты ла, ауыр тимер таяҡ менән ауыҙын асып торған ҡураныс кәүҙәле атаһына ташланды.

* * *
Тынлыҡ һәм аҡ стеналар. Бөтә нәмә лә, гүйә, йөҙөп бара. Ринат яйлап аңына килде. Тимәк, уны барыбер ҙә тотоп алғандар. Егет тыңланды. Эргәһендә аҡ халатлы һаҡалтай һәм әсәһе ҡиәфәтендәге агент тора. Ринат тырышып-тырышып уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыр­ға маташты. “Нейро­соно­графия... МРТ... Мы скоро переведем его в психиатри­чес­кий блок... Мания преследования. Погранич­ное состояние. Паранойя”.
Былар айырым шрифт менән мине кодларға йөрөй, тип уйланы Ринат. Ниндәй ҡурҡыныс кешеләр. Улар һөйләшә-һөйләшә икенсе бүлмәгә инеп китте. Аҡ халатлы ирекәй әсәһе ҡиәфәтле агенттан ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыртты.
Ринат ипләп кенә бәйле ҡулдарын ысҡындырырға тырышты. Килеп сыҡмай. “Он убил отца”, – тип өнһөҙ үкһене баяғы әсәһе ҡиәфәтендәге кеше. “Он сейчас на нейролептиках”, – тип баҫынҡы тауыш менән яуапланы ир тауышлы аҡ халатлы әҙәм. Ах, мәлғүндәр, мин һеҙгә былай ғына бирелмәм... Ринат бәйле ҡулдарын ысҡындырырға тырышты. Йөрәге ҡаҡты, тамағы ҡурылды. Бәйле килеш көскә урынынан торҙо. Нисек тә тәҙрәне асыр­ға. Ул ауа-түнә тәҙрәгә шы­уышты. Саҡ ҡына. Ҡалҡынып, ауыҙы менән тәҙрә келәһен борор­ға итте. Килеп сыҡмай. Теше менән шаҡарырға тотондо. Тәҙрә быялаһы сыңлап ҡуйғандай булды. Келә биреште. Ринат башы менән тәҙрә рамын тышҡа ҡарай этте. Ауа-түнә тәҙрә төбөнә менде. Килеп сыҡты. Килеп сыҡты бит әй! Ринат ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе. Йәнә яратҡан шиғыры иҫенә төштө. “Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо”.
– Ринатик! – улының көлгән тауышын ишетеп бүлмәгә килеп ингән әсәһе ҡиәфәтле ҡатын усы менән ауыҙын баҫып, әсе сыйылдап ебәр­ҙе.
– Пациент на подоконнике!
Коридор буйлап ларҫ-лорҫ санитарҙар йүгереште. Ринат бер мәлгә генә уға ҡарап ҡатҡан кешеләргә күңелле генә ҡараш ташланы ла аҫҡа һикерҙе.
– Котик, я вернулась... – йылмая-көлә ҡаршыһына йүгергән Эльза уны осоп төшөп китеп барған еренән етәкләп тотоп алды.
– Улым, әйҙә, минең менән бергә! – тип ҡул иҙәне ситтәрәк һауала эленеп торған атаһы.
– Фатирға нисек түләрмен икән мин, атай? – тип һыҙланды Ринат.
– Аптыранма, улым, аҡса бер муҡса! – әллә ҡайҙан әсәһе килеп сыҡты. Ҡалай рәхәт! Ринат ҡыуанысынан күҙҙәрен сытырлатып йомоп осто ла осто.
“Ҡотолдом! – тип ҡыуанды егет. – Ҡотолдом...”
Ләйсән МАРАКАНОВА

 

Ҡотолоу
Автор: