Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
26 Июль 2021, 20:54

Мөхәббәттән килгән үлем

“Ә ни өсөн һин таңға ҡарай аулаҡ өйгә бараһың? Ни өсөн улар менән араҡы эстең?” - тигән һорау бирелгәс, ул: 

Мөхәббәттән килгән үлем
Мөхәббәттән килгән үлем

Мөхәббәттән килгән үлем

Бәлә килтереүсе Йәмилә

Был ҡатынды сираттағы суд ултырышында осратыуыма әллә ни ғәжәпләнмәнем. Йылдармы, әллә яҙмышмы, ҡасандыр сағыу, янып торған ҡара күҙҙәрҙе тоноҡлатҡан, уларға ниндәйҙер шәүлә һалған, аҡ, сибәр йөҙ ҙә ныҡ ҡына таушалған. Тик үҙен башҡаларҙан өҫтөн күреү ғәҙәтен ташламаған икән. Һәм ул һаман да эргә-тирәһендәге ир-егеттәргә ҡаза, бәлә килтерә, иректәренән мәхрүм итеүгә булышлыҡ итә. Ә бит был ҡыҙҙың да янып торған матур сағы, дискотекаларҙа бер юлы бер нисә егеттең башын әйләндергән һәләте бар ине. Тиҫтерҙәре белем алған саҡта ул урам ҡыҙырыуҙы, 13 йәшенән оло тормошто хуп күрҙе.

Бынан ун ике йыл элек Йәмиләне суд залында осраттым. Унда ул түҙеүсе булараҡ үтә ине. Тәүҙә йәш ҡыҙҙы бик йәлләнем. Нисек йәлләмәйһең, шундай ғына йәшендә көсләү ҡорбаны булған бит. Миңә, ул саҡта әле генә суд заседателе итеп йәлеп ителә башлаған, йәш журналисҡа ҡот осмалы ваҡиға менән танышырға тура килде. Йәмиләнең эше буйынса үткән ике егеттең ата-әсәләренең ут йотоп, сәстәрен йолҡоп ҡайғырғанын күреп тетрәнеп, тәнәфес ваҡытында тышҡа сыҡтым. Йәмилә әхирәте менән ағастар араһында тәмәке тартып тора ине. Миңә иғтибар бирмәйҙәр. Шул саҡ әхирәте Йәмиләнән: “Быларҙан күпме аҡса эшләп булыр икән?”-тип һораны. Йәмилә иҫе лә китмәй: “Улдарын ултыртырға теләмәһәләр, мин яңы уларға бышылдаған сумманы бөгөн үк алып килеп еткерәсәктәр”,-тине. Эштең нимәлә булыуын аңлаһам да, зиһенем был хәшәрәтлекте ҡабул итә алманы. Эйе, Йәмилә аҡса эшләү өсөн егеттәр өҫтөнә ҡара яҡҡан ине. Ул әхирәте менән егеттәрҙе аулаҡ йортҡа саҡыра, өҫтәлгә менеп яланғасланып бейей, ә һуңынан... улар өҫтөнән милицияға ғариза яҙа. Йәмиләнең: “Мине аулаҡ өйгә саҡырҙылар ҙа, унан көсләнеләр”,-тип әйтеүен әле хәтерләйем.

Эште тәжрибәле судьяның ҡарауы ғына йәш егеттәрҙе ҡотҡарып ҡалды. Йәмиләгә: “Ә ни өсөн һин таңға ҡарай аулаҡ өйгә бараһың? Ни өсөн улар менән араҡы эстең?” - тигән һорау бирелгәс, ул: “Был минең шәхси эшем, нимә теләйем—шуны эшләйем”-тип эре генә яуап бирҙе. Ә бит уға ул саҡта ни бары ун туғыҙ йәш ине.

Көсләүҙә ғәйепләнгән ике егет тә шартлы рәүештә хөкөм ителде. Әлбиттә, бының өсөн уларҙың ата-әсәләренә Йәмилә артынан оҙаҡ ҡына йүгерергә, аҡса ла түләргә тура килгәндер. Судтан һуң Йәмиләнең әхирәтен ҡултыҡлап кафеға күңел асырға инеп китеүен әле лә хәтерләйем.

Бынан һуң да Йәмиләне суд залында осратырға тура килде. Ҡайҙалыр кәйеф-сафа ҡорған мәлдә ҡылынған енәйәттәр буйынса ул шаһит булып үтте. Эйе, көмөшкә йылға булып аҡҡан ерҙә иң ҡурҡыныс фажиғәләр була ла инде.

Танышыу

Йәмилә Сибай ҡалаһының притондарында оҙаҡ ҡына көн итә. Ул әле бер, әле икенсе ир менән “бәхетен” һынап ҡарай. Хәҙер инде ҡырҡҡа яҡынлаған ҡатын ата йортон туҙҙырып, асарбаҡҡа әүерелә. Шуға күрә Йәмиләнең бар маҡсаты—яңғыҙ йәшәгән ир менән танышыу була. Притондарҙа төрлө кешеләр осрай. Йыш ҡына төрмәлә ултырып сыҡҡан ирҙәрҙән туҡмалырға ла тура килә. Әммә барырға урыны булмағас, түҙә. Шулай бер төн танышы менән икенсе притонға китәләр. Унда Йәмилә үҙенә нисектер туған булып сыҡҡан ҡустыһын осрата. Осрашыу хөрмәтенә бер нисә көн байрам итәләр. Ашарға ла, урланған аҡсалар ҙа бөтә. Шул саҡ Марат Йәмиләгә: “Әйҙә, киттек минең менән ауылға! Бик шәп ир менән таныштырам. Ул яңғыҙы йәшәй. Тик бер ҡасан да өйләнмәйем, ти шул. Ярай, беҙ уны өгөтләп күндерербеҙ”,-ти.

Шулай итеп улар Хәсәндең ауылына барып юлыға. Ир яңғыҙы йәшәһә лә картуф-йәшелсәһен ултыртҡан, өйө лә йылы, таҙа. Сибай ҡалаһының притондары менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Хәсән улар барғанда мейескә икмәк һалып йөрөй. Йәмилә үҙенең бәхетле минуты һуҡҡанын аңлай. Ә инде Хәсәндең әсәһе сит ҡалала йәшәүе, бында һирәк кенә килеп китеүен белгәс, тағы ла ҡыуана. Тимәк, ҡамасауларға кеше булмай. Бер-ике көндән Хәсән Йәмиләнең күҙҙәренә генә ҡарап тора: ул нимә әйтә—закон. Апаһын уңышлы урынлашыуында үҙенең әһәмиәте ҙур булыуын аңлаған Марат та хаттин ашып китә. Көн дә Хәсәндең йортона төрлө кешеләрҙе ташый, эскелек ойоштора, ашарға таптыра. Йорт хужаһына был оҡшамай башлай. Был хаҡта әйткәс, Йәмилә ҡустыһы сығып китһә, ул да был өйҙә йәшәмәйәсәген белдерә. Ҡатынға эҫенгән Хәсән уны юғалтырға теләмәй, өндәшмәй. Ә инде төн уратһында йортон баҫып ингән бер нисә ирҙең аш бүлмәһендә рәхәтләнеп йөрөүе, етмәһә, береһенең Йәмиләгә күҙ атыуын күргәс, түҙмәй, барыһын да ҡыуа башлай. Тик ҡатын Хәсәнде ҡулына килеп эләккән утын менән йыға һуға ла, типкесләй башлай. Ошонан һуң йорт хужаһы яҙмышына осраҡлы килеп инеп, ныҡлап урынлашып алған Йәмиләнән йыш туҡмала башлай.

Оҙаҡҡа һуҙылған байрам

Хәсәндең өйөндә Яңы йыл байрамына бик күп кеше йыйыла. Тәүҙә кемдер килтергән араҡыны эсәләр, һуңынан көмөшкә йылға булып аға. Тиҙҙән был йортта ҡунаҡ булыусылар көн менән төндө бутай башлай. Һөҙөмтәлә 22 ғинуарҙа улар Яңы йыл өсөн эсеүен дауам итә. Бер кис шулай әшнәләр араһында тағы ыҙғыш сыға. Хәсән “ҡунаҡтарының” сығып китеүен, Йәмилә менән яңғыҙ ҡалдырыуҙарын талап итә башлай. Ҡатын был ваҡытта өйҙә булмай. Марат: “Ә һиңә Йәмиләне кем алып килеп ҡулыңа тотторҙо?”-тип ажғыра. Хәсән барыбер үҙенекен тылҡығас, уның башына ултырғыс менән йән көсөнә һуға. Ултырғыстың бер тояғы һынып килеп сыға. Хәсән бер аҙ башын тотоп ултырғас, иҙәнгә ауа. Уны өҫтәл янындағы ирҙәр ултырғысҡа ултыртып, көмөшкә ҡойоп бирә. Хәсән эсә. Шул мәл Йәмилә ҡайтып инә. Ул юҡта нимә булыуын белгәс, асыулана башлай. Унан Хәсәнгә бер шешә көмөшкә тоттороп: “Мә, улай шәп хужа булғас, үҙең ҡойоп эсер беҙгә!”-тип бойора. Хәсән һаҫыҡ шыйыҡсаны стакандарға ҡоя башлай һәм берәүһен яңылыш ситкә түгеп ебәрә. Йәмилә бик ныҡ асыулана һәм күп уйлап тормай, янындағы сүместе алып Хәсәндең башына һуға. Ир ҡолап китеп, янында ултырған шкафтың мөйөшөнә башы менән барып төкөй. Был юлы ул оҙаҡ тормай. Башҡаларҙың быға бик иҫе китмәй, Хәсән аша атлап йөрөйҙәр. Унан мәжлес ҡороусылар “ҡамасаулай” тип хужаны икенсе бүлмәләге карауатҡа алып барып быраҡтыра. Шул саҡ йортҡа Марат менән ҡасандыр бергә төрмәлә ултырған әшнәләре килеп инә. Уларҙың береһе өҫтәлгә шешәләрен теҙә. Йәмилә бер ирҙең алдына уҡ менеп ултыра. Мәжлес дауам итә.

“Ярҙам итегеҙ, зинһар...”

Ә был ваҡытта Хәсәндең хәле насарайған-насарая бара. Саҡ тын алған ир “Йәмилә” тип бышылдай. Тик шарҡылдап көлөп, рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡорған, иҫерек ҡатын бер ҙи ишетмәй. Өсөнсө көнгә бер өй тулы кеше бахмурҙан ыҙалай башлай. Береһенең дә аҡсаһы ла, көмөшкә һорап алырлыҡ кешеһе лә юҡ. Йәмилә көс-хәл менән йортта шешәгә алмаштырырлыҡ әйберҙәр эҙләй. Унан баҙҙағы картуф иҫенә төшөп ҡала. Ирҙәр ярҙамында картуфты тоҡҡа тултырып, көмөшкәгә алмаштырырға сығып китәләр. Шул мәл йортҡа Йәмиләнең әхирәте килеп инә. Ул бер кем дә булмауын күреп кире борола, әммә ҡапыл хырылдап тын алған тауышты ишетеп туҡтап ҡала. Башы лыс ҡан булған Хәсәнде күреп, уны уятырға маташа, тик ир күҙҙәрен асмай. Шул саҡ бер нисә шешә тотҡан Йәмилә күренә. “Бына бер нисәү итеп бирҙеләр, “картуфығыҙ һәйбәт, тағы алып килегеҙ” тип әйттеләр”,-ти ул шатланып. Әхирәт кеше Хәсәндең хәле мөшкөл булыуын әйтә. Йортҡа ингән ирҙәр менән бергә Хәсәнде ҡарайҙар. Шул саҡ береһе: “Бының теле тамағын ҡаплаған бит!”-тип ҡалаҡ менән Хәсәндең телен сығара. Ир шунда уҡ яҡшылап тын ала башлай. Уны уятырға маташалар, тик бер ни ҙә килеп сыҡмай. Ирҙәр Хәсәндең ауыҙын шаҡарып көмөшкә ҡоялар. Тик ул уянмай. Йәмилә: “Ҡуйығыҙсы, юҡ менән булмағыҙ. Йоҡо дарыуы эскән ул—шуға йоҡлай”,-ти.

Мәжлес дауам итә

Барыһы ла өҫтәл янына ыңғайлай һәм мәжлес артабан дауам итә. Төнгә ҡарай Хәсән тағы хырылдап тын ала башлай. Быны ишетеп ҡалған Йәмилә ҡысҡырып ебәрә. Өй хужаһының телен ҡалаҡ менән сығарып, тыштан ҡар ташый башлайҙар. Ҡарҙы башына һалғас, Хәсән тынсып ҡалғандай була. Йәмиләнең әхирәте “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәклеген әйте. Тик ҡатын уны тыңларға ла теләмәй. “Юҡ, тиҫкәреләнеп, миңә үсләшеп ята ул, табынды боҙоу өсөн, ятһын әйҙә!”-тип ҡысҡыра.

Ике көндән Хәсәндең хәле тамам мөшкөлләнә. Ер менән күк араһында осоп йөрөгән ир үҙенең тыуып-үҫкән йортонда барған шайтан туйын күрә, бушҡа үткәргән йылдары, көмөшкәгә әрәм ителгән ғүмере өсөн йәне һыҙлай, тик бер ни ҙә эшләй алмай. Хоҙайҙың уны был ғазаптарҙан тиҙерәк ҡотҡарыуын ялбара. Тик әжәл Хәсәндең янына килергә ашыҡмай. Ғүмерендә тәүге тапҡыр мөхәббәт тойғолары кисергән ирҙе, Йәмиләһенең уның йортонда икенсе берәү менән сыуалғанын тойоу, айырыуса ныҡ ғазаплай.

Хәсәндең үлем менән йәшәү араһында икәнлеген тойған Марат та, әшнәләре лә ҡаушап ҡала. “Берәй нәмә булһа, беҙҙән күрәсәктәр”,-тип ҡурҡа улар. Марат Хәсәнде ҡараңғы төшкәс, икенсе урынға алып барып ташларға тәҡдим итә. Тик башҡалар быға ҡаршы төшә. Юҡ, Хәсәнде йәлләгәндән түгел. Ирҙең үҙенә йорт, ашарға ризыҡ биреүенә ҡарамаҫтан, Йәмилә: “Беҙ уны ҡайҙа алып барып ташлаһаҡ та, бар ауыл беҙҙе күрҙе. Шунда уҡ табасаҡтар”,-ти.

Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң ауыл фельдшерын саҡыралар. Ул ирҙе килеп ҡарау менән, “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Хәсәнде Сибай дауаханаһына килтерәләр. Табиптар ирҙе ҡотҡарыуға бар көсөн һала. Тик үтә һуң була шул. “Исмаһам, бер ике сәғәт алдан алып килһәләр, ҡотҡарып булыр ине”,-ти оло йәштәге табип. Хәсән бер аҙна буйы тыуған йортонда ярҙамға мохтаж булып ятыуы, уның янында шайтан мәжлесе ойоштороусыларҙың медицина хеҙмәткәрҙәре саҡыртырға уйламауҙарын да аҡ халатлы белмәй, әлбиттә.

Ҡотһоҙ йорт

Хәсәндең йорто бушап ҡала. Тәүҙә Йәмилә бында ҡалырға уйлай, әммә Марат уны бергә алып китә. Ҡатын ҡаршылаша башлағас, ҡусты кеше уны йыға һуға. “Һин минең бик шәп дуҫҡа оҡшаның, ул һине һорай. Ул баҡсала ҡарауылсы булып эшләй, шундағы бер йорт йылытыла, шунда күсәбеҙ”,-ти ул. Хәмер ҙә, ашарға ла буласағын аңлаған Йәмилә шатланып ризалаша. Ә инде ҡустыһының үҙенә һуҡҡанын ул үҙенсә аңлай һәм ҡабул итә. “Минең өсөн тырыша бит”,-тигән була.

Улының вафат булыуын хәбәр иткәстәр, әсәһе ҡайтып төшә. Ул Хәсәндең үлеменә ышанмай. “Әле яңыраҡ ҡына уның менән телефондан һөйләштек. “Әсәй, мин кәләш алам, туй үткәрәйек. Киленең шул тиклем һәйбәт—эсмәй, тартмай”,-тигәйне. Шул “яҡшы” ҡатын баламдың башын ашаны инде”,-тип илай ул.

Күрәһең, күпселек тормош юлын эсеп үткәрһә лә, Хәсән һәйбәт, насар ғәҙәттәре булмаған ҡатын менән тормош ҡорорға хыялланғандыр. Шуға күрә Йәмилә тураһында ла әсәһенә арттырып-шыттырып һөйләгән.

Әсә кеше улының үлеме осраҡлы булмауын аңлай. Тикшереү эштәре башлана. Хәсәндең тән яраларын судмедэксперт ҡарай һәм йәш ирҙең үлеменә башына ауыр әйбер менән һуғыу сәбәп булыуын әйтә. Тиҙҙән Марат ҡулға алына. Уларҙы Сибай ҡалаһының бер притонында барып табалар. Ҡарауылсы, Йәмилә менән уны оҙаҡ тотмай, ҡыуып сығара. Улар яңынан притондарҙа көн итә башлай. Әйткәндәй, Мараттың быға тиклем бирелгән хөкөм язаһының срогы үтмәгән була. Марат барыһын да инҡар итә. “Ни өсөн һеҙ Хәсәнде мин үлтергән тип уйлайһығыҙ?! Уны Йәмилә көн дә туҡмай торғайны, ҡулына нимә килеп эләгә, шуның менән һуҡты. Мин йорттарынан сығып китер инем, Йәмилә: “Был хәҙер минең дә өйөм, ә һин—минең туғаным. Күпме кәрәк—шул тиклем йәшә”,-тип туҡтатып килде. Мин Хәсәнде Йәмиләнән яҡлай торғайным. Сөнки ул уға көн күрһәтмәне. Хәҙер килеп мин барыһы өсөн ғәйепле булып сығаммы?!”-тип илауланы ул хөкөм залында.

Марат бар ғәйепте Йәмилә өҫтөнә ауҙарһа ла, апаһы ҡустыһына ҡаршы бер күрһәтмә лә бирмәне. “Хәсәнде бер кем дә үлтермәне, ул иҫереп иҙәнгә йығылғанда, башын ныҡ төкөттө”,-тип тылҡыны.

Шулай ҙа тикшереү хеҙмәте, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ғәйепле кеше асыҡланды. Ул Марат булып сыҡты. Суд ирҙе ете йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға ебәреү тураһында хөкөм сығарҙы.

Ҡотһоҙ, ҡот осмалы фажиғәнең ҡара буяуҙарына мансылған өй хәҙер буш тора. Әсә кешенең йортто һатырға маташыуы ла ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй. Балалар уның янынан көндөҙ үткәндә лә ҡурҡа-ҡурҡа, оло йәштәгеләр уҡына-уҡына үтә...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: