Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
31 Июль 2021, 16:50

Илсур сәскән нур

Бөгөн халыҡ артисының тыуған көнө! Илсур Сәғит улын ошо байрамы менән тәбрик итәбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Илсур сәскән нур
Илсур сәскән нур

Йәштәр театры ошондай артистары менән үҫә, нығый һәм... үҙен яҡлай

Илсур Сәғит улы Хәбиров... Өфө йәштәр театрының тыуыу тарихына үрелеп бара был актерҙың сәхнә яҙмышы. Быйыл театр үҙенең егерме өсөнсө миҙгелен асты. Ике тиҫтәнән ашыу йыл арауығында башҡорт һәм урыҫ труппалары булған был театр үҫте, бил нығытты, Башҡортостанда ғына түгел, донъя театрҙары сәхнәләрендә лә йәштәргә хас саялыҡ, дәрт, дарман менән майҙан тотто.

Өфөнөң сәнғәт институтын тамамлау менән “Йәш тамашасы” театр студияһына (хәҙерге М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры башта шулай атала ине) эшкә ҡалдырылған Илсур Хәбиров ошо дәүер эсендә 60-тан ашыу роль ижад итте. Һайланманы. Күңеленә ятҡандарын да, ятмағандарын да уйнаны. З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” — Сәлихйән, Н. Ғәйетбаевтың “Ҡурай моңо” — Батыр, А. Мусреповтың “Дала ҡиссаһы” — Ҡарабай, Ф. Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт” — Булат, “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” — Салауат, Т. Миңнуллиндың “Аҡбай ниңә күңелһеҙ” — Бүре, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” — Дәүләтбай, Т. Ғарипованың “Ғилмияза” — Иҫкебей — был спектаклдәрҙә уйнаған ролдәре Илсур Хәбировтың күңеленә уйылып, ижадының ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтергәндәре, артабан йәшәргә һәм илһамланып ижад итергә этәргес көс биргәндәре, зауҡына яңы биҙәк-семәрҙәр өҫтәгәндәре.

Ул саҡта институттың тотош сығарылыш төркөмө менән яңы театрға нигеҙ ташы булып ятҡандарҙан бөгөн Илсур Хәбиров та Зифа Дәүләтбаева ғына ҡалды. Башҡалар китте. Төрлө яҡҡа таралды. Ҡоролма серемәһен өсөн нигеҙҙең ышаныслы булыуы кәрәк. Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара, тиһәләр ҙә, ҡоролманы әлеге лә баяғы нигеҙ тотоп тора. Бәхетенә нигеҙ ташы булыу өлөшөнә төшкәнен сабыр тәбиғәтле, баҫалҡы һәм уйсан Илсур баштан уҡ аңлай. “Һыу аға — таш ҡала” — тип фекер йөрөтә Башҡортостандың халыҡ артисы Илсур Сәғит улы Хәбиров үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләгән көндәрҙә, — иң мөһиме — ул таш үҙенең ныҡлығын, ни өсөн шул урынды һайлағанын һәм ниҙе күтәргәнен онотмаһын”. Ә бит уның да бер саҡ “Ҡайһы юлдан китергә?” тигән һорау менән икеләнгән, янған саҡтары булғайны. Хәйер, был һорау ҙа үҙен ҡайҙа ҡуйырға, көсөн ҡайҙа сарыф итергә белмәгән бәндә көйәләнеүе түгел ине. Хоҙай уға дарманды күпләп, ҡуш услап биргән — күңеленә йыр ҙа яҡын, театр ҙа...

Илсур Сәғит улы Хәбиров 1962 йылда Архангел районының Тирәкле ауылында тыуа. Күп балалы ғаиләлә үҫә ул. Аталары Сәғит — комбайнер, тракторсы. Яҙын, көҙөн, йәйен баҫыу эштәренән бушамай. Ауыл тормошоноң бөтмәҫ мәшәҡәттәре — балалар һәм әсәләре Ғәфифә елкәһендә. Күмәк ғаиләлә үҫеүҙең шуныһы яҡшы: балалар талымһыҙ, эшкә шәп. Илсур, ҡарар күҙгә яйыраҡ күренһә лә, бөтә нәмәне үҙе белеп, еренә еткереп эшләүсән бала була. Өҫтәүенә йырлай. Боронғо көйҙәрҙе лә бик иртә башҡара, яңы йыр сыҡһа — шундуҡ эләктереп ала. Гармунда уйнарға ла иртә өйрәнә, хромканан баянға күсеүе лә һиҙелмәй ҙә ҡала. Үҙенән өлкән апайҙары ҡустыларының был шөғөлөнә ихлас шатлана — төрлө музыка ҡоралы һатып алып бирә. Ә инде берәй мәҙәк хәлде һөйләргә, тәьҫораттары менән уртаҡлашырға тура килһә, Илсур үҙе көлмәй, ә тыңлаусыларҙы көлдөрә, ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуя. Ҡайһы саҡ үҫмер ҡапыл етдиләнә, һөйләшмәй йөрөй. Уларҙың ауылына — Тирәклегә яҡын ғына оло юл үтә. Юлдың бер осо көнсығышҡа, икенсеһе көнбайышҡа китеп, офоҡ менән тоташа. Эх! Белһәң ине, күрһәң ине ниҙәр барын шул алыҫ яҡтарҙа! Күңел бигерәк тә йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда ярһый: улар, ана, әллә күпме ерҙәр, сиктәр аша үтеп, бәпкә сығарған, тыуған, ҡанат ярған ерҙәренә әйләнеп ҡайта. Һиҙә күңел, тойомлай: Илсур ҙа, ошо ҡоштар кеүек, илдәр, сиктәр аша үтәсәк. Үтәсәк, ләкин кире ошонда — Тирәклегә әйләнеп ҡайтасаҡ, сөнки бынан да матурыраҡ ерҙең булыуы мөмкин түгел.
1979 йылда 17 йәшлек егет Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Тауыш, эйе, уны Хоҙай биргән. Музыка мәктәбе аша үтмәгән кешегә еңел булмай училищела уҡып китеүе. Фәндең урыҫ телендә алып барылыуы ла йыш ҡына бәкәлгә һуға, белгәнеңде матур итеп һөйләп бирергә лә кәрәк бит. Шулай ҙа Илсур бирешеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп бара торғандарҙан түгел. Уҡыу ҙа — шул уҡ хеҙмәт. Ә ауыл балаһы хеҙмәткә йәштән күнеккән.
Сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлаған егеткә Өфө сәнғәт институтына юллама бирәләр. Илсур бер юлы вокал һәм театр факультеттарына имтихан тота. Ни генә тимә, дүрт йыл буйы Өфөлә йәшәү, сәнғәт, театр әһелдәре менән аралашыу, кистәрен спектаклдәргә йөрөү егеттең зауҡын байыта, үҙендәге мөмкинлектәргә етди ҡарарға өйрәтә.

Ике факультетта ла уҡыуға өлгөрөргә тырышып йөрөгәнендә Илсурҙы институт ректоры Заһир Ғариф улы Исмәғилев саҡырып ала: “Былай булмай, — ти ул тал сыбығылай буйсан йәш егеткә һынап ҡарап, — икенең берен һайла: йә вокал, йә театр”.
Үҙен белгәне бирле йырҙан айырылмаған Илсурға икенең береһенә өҫтөнлөк биреүе еңел булмай. Йыр — уның ҡанаты, асылы, булмышы. Әммә-ләкин... имтихан тотҡан сағында мәшһүрҙәрҙең береһе ауыҙынан “Опера... Мин уның киләсәген операла күрәм” тигән һүҙ ысҡына. Ысҡынған һүҙ Илсурҙың ҡолағына салына. Мәктәп, ауыл сәхнәһенән килгән кешегә опера төҫмө инде? Ю-у-у-ҡ... Улар уны операла күрһә лә, Илсур үҙен унда күрмәй. Халыҡ йырҙары, ауыл моңо булып, уның күңеленә һеңгән, күңел донъяһын формалаштырған, холоҡ-рәүешенә әйләнгән. Шулай итеп, Илсур икенең береһен һайлай: театр факультетын.
1984 йылда егет армияға алына. Унда ла Волга буйы йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә, ҡайтҡас, театр факультетында уҡыуын дауам итә.
Ғаилә ҡора Илсур, ҡыҙы Нәркәс, улы Илнур тыуа. Ә инде 1989 йылда Илсур уҡыған курс нигеҙендә Йәштәр театры асыла.
Театрҙың художество етәксеһе итеп талантлы актер Олег Закир улы Ханов билдәләнеү йәш артистарға ҡанат ҡуя. Кемдең, ниндәй актерҙың маэстронан дәрес алғыһы килмәй? Ут уттан тоҡана. Актерҙар ғаиләһендә тыуып, сәхнәне бишегеләй күреп үҫкән Олег Ханов йәш һәләттәр өсөн ысын мәғәнәһендә хазина, юғары оҫталыҡ мәктәбе була. Театрҙа башҡорт һәм урыҫ труппалары эшләүе лә үҙенә күрә яңылыҡ. Ике труппаның бергәләп сығарған тәүге спектакле Мөхәмәтша Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”ы була. Илсурға Янбай роле эләгә. Үҙенең булмышына бөтөнләй тап килмәгән характерлы образды тыуҙырыу еңел бирелмәй, ләкин нишләһен? Артист һәр ролде уйнауҙан тәм табырға тейеш — шунһыҙ роль уңышлы булмай.

Йәштәр театры асылыу республика өсөн ҡыуаныслы ваҡиға була, сөнки ул — йәмәғәтселектең, замандың талабы. Был театр тәпәй баҫып, ырамлы аҙымдар менән атлап китһен өсөн башҡорт сәхнәһенең ҙур фигуралары — Әхтәм Абушахманов, Роза Кәримова, Сәүиә Сираева, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Анфиса Хәфизовалар эшкә килә. Ҙурҙар эргәһендә бәләкәй булып ҡалып булмай — Илсур Хәбиров һәр ролен сағыу, тамашасы хәтерендә ҡалырлыҡ итеп ижад итергә тырыша. Ул ғына түгел, барыһы ла. Тырышлыҡ бер ҡасан да, бер эштә лә бушҡа китмәй. Бына улар, Олег Ханов етәкселек иткән труппа, әле Петербургка, әле Ҡаҙағстанға, әле Ҡырғыҙстанға оса. Артыҡ аҡса юҡ, ләкин етәксе әмәлен таба — самолеттарҙы театр спонсорҙары арендаға ала. Ҡалалар, донъялар, сиктәр аша осҡанда Илсурҙың бала саҡтағы осар ҡоштарға ҡарап хыялланғандары иҫенә төшә. Эйе, һиҙҙе ул, самаланы шулай булыуын. Хыялы тормошҡа ашты, ысынбарлыҡҡа әйләнде. Театр факультетын һайлап яңылышманы Илсур.
Дөйөм алғанда, Йәштәр театры заман менән бергә үҫә, тамашасыларҙың иғтибарын яуларлыҡ, ихтирамын ҡаҙанырлыҡ спектаклдәре менән һөйөндөрә, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең мәҙәни усағына әүерелә бара. Уның йәшәү тарихындағы ҡайһы бер ваҡиғалары тоноҡланғанда, уны булдырыуға көс һалған шәхестәрҙең яҡты образдары ла ваҡыт үтеү менән һүрәнләнгәндәй — Илсур Хәбировты, әлбиттә, былар борсоуға һалмай ҡалмай. Хәтер менән көслө һәр ҡәүем, халыҡ һәм кешелек. Һәр милләттең көсө лә хәтер ҡуҙҙарын тере тотоуҙалыр. Илле йәшлек ғүмеренең түбәһенә артылған бер мәлдә Илсур ҙа йыш ҡына хәҙер Мостай Кәрим исемен йөрөткән туған театрының үткәненә ҡараш ташлай, театр өсөн изгеләргә әйләнгән шәхестәрҙе барлай.
Илсурҙар уҡыған курсҡа театр-студия статусы бирелә. Бишенсе курста стипендия түләнмәй, студенттар, спектаклдәр ҡуйып, үҙҙәренең көнөн үҙҙәре күрергә тейеш була. Шулай итәләр ҙә: декорацияны, реквизиттарҙы үҙҙәре әҙерләй, костюмдарҙы үҙҙәре тегә. Бүрене аяғы туйҙыра тигән кеүек, улар ҙа бөтә Башҡортостан буйлап спектаклдәр ҡуйып йөрөй, актерлыҡ һөнәренең рәхәтен дә, михнәтен дә шунда кисерәләр. Театр-студия асылып, бер-ике йыл үткәс, уҡытыусылары РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевты партияның өлкә комитетына саҡыралар. Унда инде һөйләшеү ҡәтғи: “Иптәш Ғиләжев, театрҙарҙа йәш артистар етешмәй, ниңә уларҙы таратмайһығыҙ?” Сәнғәт уҙаманын был һөйләшеү баҙатмай, мәгәр һағайта: көс-хәл менән килтереп сығарып килгән театр-студияның артабанғы яҙмышы ҡыл өҫтөндә түгелме? Тиҙ генә коллективты йыя һәм бурысты аңлата: “Балалар, беҙ бер аҙна эсендә ете спектакль ҡүйып, Мәҙәниәт министрлығына, өлкә комитет вәкилдәренә үҙебеҙҙең көстө күрһәтергә, артабан йәшәргә мөмкинлегебеҙ бар икәнде раҫларға тейешбеҙ”. Шулай эшләйҙәр ҙә. “Ярай, хуш... Артабан эшегеҙҙе дауам итһәгеҙ ҙә була!” — ти килеүселәр, йәш артистарҙың сығышын ҡарағас. Әммә эш бының менән генә бөтмәй, ул саҡтарҙа театр һынлы театр асыу түгел, төлкө тиреһенән кәпәс тектереү өсөн дә Мәскәүҙең рөхсәте кәрәк ине бит: Ғабдулла Ғиләжев етәкселегендә йәш артистар Мәскәүгә барып спектаклдәр күрһәтә, фекер тыуҙыра, ә унан инде Ғиләжев “труппа бар, Башҡортостанда Йәштәр театры асыуҙы һорайбыҙ” тигән хат яҙып, Бөтә Союз театрҙар йәмғиәтенең рәйесе Михаил Ульяновтан фатиха алып ҡайта. 1989 йылдың август айында театр-студия артистары элекке политик Мәғариф йорто бинаһына беренсе тапҡыр эшкә килә, ә инде бер йыл әҙерлек осоро үткәндән һуң, 1990 йылдың 28 сентябрендә, республикабыҙҙа Йәш тамашасылар театры асыла.

Оҙайлы һәм шаҡтай ҡатмарлы юлдар үтеп эшләп киткән театрҙың нигеҙ таштары шулай һалына. Шул нигеҙ таштарының береһе булған Илсур Хәбировтың эшен миңә, автор булараҡ, “Ғилмияза” спектаклендә Иҫкебей ролендә күреү бәхете тейҙе. Бәхете тим, сөнки актер, йәғни Илсур Хәбиров “Ғилмияза”ны яҙған саҡта күҙ алдымда торған хәйләкәр ҙә, уҫал да, бер үк ваҡытта киң күңелле лә, ярһыу ҙа, сабыр ҙа бей образын кәүҙәләндерҙе. Әйтерһең, минең уйҙы уҡыған, теләгәнемде белгән! Мин ижад иткән характер менән актер тыуҙырған образдың берлегенән башта хатта шаңҡып ултырғаным хәтерҙә. Ҡарауы еңел, ләкин уның артында студиянан башланған Йәш тамашасылар театрының үткән юлы, уны барлыҡҡа килтереүгә һәм йәшәтеүгә сарыф ителгән көс... һәм театр менән бергә тыуған, үҫкән, йәшәгән, янған-көйгән, ҡыуаныстарына һөйөнгән Илсур Сәғит улы Хәбировтың актер яҙмышы ята.

Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: