Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Август 2021, 18:00

Ахмаҡ ҡатын тиҙәр миңә...

– Кем ирен яртышар йыллап ташлап китә? Аҡланма! – ул минең асҡан ауыҙымдын өн сығарырға ла ирек бирмәне. – Ике балаға закон буйынса атай менән әсәйҙә бер юлы декрет ялы бирелә, тип һиңә әйттемме? Тыңламаның! – ярһыған Айгөл ҡайным барлығынан да тартынып торманы, күңелендәген теҙә башланы. – Мыжыған бисә, илаған бала юҡ, ир шашмай кем шашһын? Атай-әсәйҙәр аҫырай, ашата, нимә кәрәк алып бирә. Рәхәт тормоштан аҙғынланды ул! Күптән шылтыратып әйтермен, тинем дә, арағыҙҙы бутауға сәбәпсе булғым килмәне. Ошо урамдың осонда ғына йәшәүсе бер бисә менән типтерә ирең. Өйләнгәнсе үк шухыр-мухырҙары булған, тиҙәр. Ул саҡта өйһөҙ, машинаһыҙ егет кәрәкмәгән. Ә хәҙер, ире ташлап киткәс, берәү йәшлек мөхәббәтен һағынған, имеш.

Ахмаҡ ҡатын, тиҙәр миңә

– Һеңлем, һаумы! Таныш булмаған апай әллә нимәләр яҙа, тип аптырап ҡуйма инде, йәме. Хәйер, һинең яҙмаларҙы уҡыйым да, бик күптәрҙең серен үҙ күңелеңә һеңдергәнһең шикелле, тип уйлап ҡуям. Үҙең дә донъя күргәнгә оҡшайһың. Ни булһа ла һиңә үҙ тормошомдо бәйән итергә булдым әле.

Бәлки, берәй хикәйә яҙып ташларһың... И-и-и, яҙҙым хәбәр, ахмаҡ ауыл ҡатынының тормошо ла булдымы хикәйә, ивет? – Әлиә апайҙың “Бәйләнештә” селтәрендә яҙған хәбәре ошолайыраҡ башланып киткәйне. Ул миңә ике көн буйы күңелен бушатҡан яҙмаларын юлланы-юлланы ла, сәхифәһен юйып, социаль селтәрҙән юҡҡа сыҡты. Әллә мөлдөрәмә тулған күңелен бушатырға теләне, әллә минең яҡтан яуап булмағанға үпкәләне (эш сәфәре менән йөрөп, уның хаттарына көнөндә үк яуап яҙа алманым шул. Тәүге хатынан уҡ телефон аша аралашырбыҙ, бәлки, Өфөгә килгәнендә ҡунаҡҡа ла саҡырып алырмын, тигәйнем дә, булманы). Нимә генә булмаһын, уны йыуата ла, кәңәш бирә лә алманым. Ә уның тормошо, ысынлап та, күптәргә һабаҡ булырлыҡ...
– ...Мин бит атайым менән әсәйемдең матур мөхәббәтен күреп үҫтем. Атайым бесәндән ялан сәскәләре күтәреп ҡайта ине. Китапхананан шиғыр китаптары алып ҡайтып, әсәйемә бағышлап уҡый. Ҡултыҡлашып ҡына киноға, концерттарға йөрөнөләр. Бала саҡтан шундай ирем булыуын теләнем, күп балалы (үҙем яңғыҙ үҫкәс, апайлы-ағайлы ҡыҙҙарға гел көнләштем) матур ғаилә тураһында хыялландым. Йәй һайын өләсәйемдәргә бер нисә тапҡыр барып, картуф уташып, өйөн йыуып ҡайта инем. Был ярҙам студент йылдарында ла дауам итте. Танауға еҫ инә башланы, киске уйындар ҡыҙыҡтыра. Үҙебеҙҙә лә, өләсәйем ауылында ла клубҡа сыға башланым. Дуҫтар күп ине, әммә күңелемә яҡын кешемде оҙаҡ осрата алманым.
7 ноябрь байрамына тура өләсәйемдәргә ҡайттым: был көнгә ҡаҙ өмәһе планлаштырылғайны. Кискеһен район мәҙәниәт йорто артистары концерт ҡуя тигәс, клубҡа сығып киттем. Шунда осрашып, таныштыҡ Ғәлим менән. Иҫ киткес матур ҙа, талантлы ла (йырсы ла, гармунсы ла), мәҙәниәтле лә ине ул. Сәхнәлә сағында уҡ оҡшаттым. Ә дискотека башланғас, ҡыйыулығымды йыйып, янына үҙем барҙым. Әрһеҙләшеү уйымда ла юҡ ине, яҡынданыраҡ танышырға теләнем. Һүҙ артынан һүҙ ялғанды, бер сәғәттән бер-беребеҙ тураһында күпте белә инек инде. Уның да өләсәһе менән олатаһы ошо ауылда йәшәй икән, шуға ла башҡа артистар менән ҡайтып китмәйенсә, киске уйынға ҡалған. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, районға эшкә ҡайтҡан. Аҙаҡ мине оҙата килгәнендә адресымды һорап алды. Уны яҡындан белмәгәс, хат яҙырына, килеренә ышанмай инем, әммә күңелемдә тәүге мөхәббәт хистәре яралды.
Айҙан ашыу ваҡыт үткәйне инде, бер көндө дәрестән ҡайтыуыма Ғәлим беҙҙең бүлмәлә ултыра. Ниндәйҙер фестивалдә ҡатнашырға килгәндәр ҙә, буш ваҡытында мине эҙләп килгән икән. Шатлығымдың иге-сиге булманы, етмәһә, шул көндө үк дуҫлашырға тәҡдим яһаны. Тик мин көткән һөйөү һүҙҙәре булманы.
– Өләсәйем һине эй маҡтай инде. Дамира ҡорҙаштың йыл һайын эшен бөтөрөп китә, уңған ҡыҙ, ти. Аҙып-туҙып йөрөмәй, шәп килен булыр, тип тә өҫтәне.
Иләҫ күңелем тик “килен булыр” тигәнен генә ишетеп, тағы ла ҡанатлана төштө. Татлы хыялдарға сумдым. Уйҙарымда уның менән бергә йәшәй инем инде. Был хыялдар теүәл ике йылдан, уҡыуымды тамамлап, ҡулыма диплом алғас, тормошҡа ашты. Уға тиклем араларҙы һирәкләп булһа ла хаттар бәйләне, ялға ҡайтҡанымда осраша инек. Ғәлим миңә ышаныслы, етди егет булып күренде. Атай-әсәйем менән дә тиҙ генә уртаҡ тел тапты. Ҡәйнәмдәр ҙә мине йылы ҡабул итте. Ә беҙҙең өсөн иң шатланғандары өләсәйҙәр булғандыр. Туйҙа хатта: “Йәштәр айырым, үҙ яйҙары менән донъя көтөргә тейеш. Баллы айҙан уҡ аулаҡлап йәшәгеҙ!” – тип ҙур ғына сумма аҡса ла бүләк иттеләр. Күрәһең, һаҡсыл әбейҙәр алдан уҡ икәү-ара килешеп, пенсияларынан беҙгә өлөш йыйып барған.
Мин дауаханаға шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаштым. Туй аҡсаһына фатир алып ебәрҙек. Аҙна һайын тигәндәй йә атай-әсәйҙәргә, йә өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйбөҙ. Шул тиклем бәхетле инем, уның берәй ҡасан юҡҡа сығырын күҙ алдыма ла килтермәнем. Өйләнешеүебеҙгә йыл ярым тигәндә игеҙәк малайҙар – Рәмил менән Дамир донъяға килде. Ике сабыйҙы ҡарау ниндәй мәшәҡәтле булыуын күптәр аңлап та етмәйҙер, әммә беҙҙең хәл ауыр ине. Ғәлим көнө буйы эштә, аҡса эшләйем, тип музыка мәктәбенә лә урынлашҡайны. Кискеһен йыш ҡына концерттарҙа ҡатнаша. Ә мин өйҙә өлгөрә алмайым: малайҙарҙың береһе илаһа, икенсеһе ҡушыла, береһен имеҙгәндә икенсеһе сабырһыҙлана. Урамға сығырға кәрәкһә, кейендереп, әйберҙәрен йыйғансы хәл бөтә. Тәүге осорҙа әсәй менән ҡәйнәм отпуск алып, алмашлап ҡараштылар. Унан сират атай менән ҡайныма ла етте. Тик улар йыл әйләнәһенә беҙҙең менән була алмай бит. Балаларға ете ай тулыуға бер үҙем ҡалдым.
Арыуҙан хәлһеҙләнгәс, депрессияға бирелә башлағас, Ғәлим миңә бер нисә айға ауылға ҡайтып торорға тәҡдим итте:
– Әсәйем, ҡәйнәм менән һөйләштем, кемеһенә ҡайтһаң да ҡуш ҡуллап көтәләр. Бер ай – береһендә, бер ай икенсеһендә була алаһың. Ярты көн нисек тә үтер, төштән һуңға инде олаталары эштән ҡайта. Ә мин ял көндәрендә ҡайтып йөрөрмөн. 60 саҡрым ара түгел инде, аҙна уртаһында ла ҡайтып килергә була. Үҙеңә лә еңел булыр, туғандарҙың да күңеле тынысланыр. Әтеү һин илаған һайын улар елдереп килергә бала-саға түгел дә инде.
Был тәҡдимгә шатланып риза булдым. Ике ауыл араһын тапап, тағы ла ярты йыл үтте. Тик үҫә барған һайын балаларҙың мәшәҡәттәре лә арта икән. Имгәкләй башлағас – диван-ултырғыстан осоуҙар, тәпәй баҫҡас, әйберҙәрҙе боҙоуҙар, ишек асып, тышҡа сығыуҙар башланды. Ғәлимдең генә ауылға юлы һирәкләне. Йә арыным, йә ауырыйым, тип ялда ла ауылға ҡайтмай ҡала. Ҡайтһа ла, миңә иғтибар итмәй: эш менән була, малайҙарҙы әүрәтә.
 
– Килен, йонсоп киттең әле. Балаларҙы ҡалдырып, 1 – 2 көнгә үҙегеҙгә ҡайтып кил әле. Яңы кейем һатып ал, Ғәлимдең тамағына әҙерлә. Бәлки берәй дуҫтарығыҙға ҡунаҡҡа барып килерһегеҙ, – тип һүҙ башланы ҡәйнәм. – Ир ҙә бәләкәй бала менән бер ул: тәрбиә, наҙ кәрәк. Әтеү матурлап һөйләшеп ултырырға ла ваҡытығыҙ юҡ бит.
– Юҡ, отпуск алһа, малайҙар менән ҡайтырмын, – тин уны тыңламаным.
Барыһы ла йәй көнө асыҡланды. Мәҙәниәт йортонан миңә шылтыраттылар:
– Ғәлимде телефонға мөмкинме? Үҙенеке һүндереүле.
– Ул бында юҡ, эштә булырға тейеш...
– Нисек юҡ? Ул бит кисә, ғаиләм янына ҡайтам, тип ике көн ял һораны. Тик иртәгә мотлаҡ рәүештә Сибайҙа үтәсәк концертҡа барырға кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның ауыл тип сабыулауынан ялҡа ла башланыҡ. Аҙнаһына өс көн эшләү эш түгел инде...
Асҡан ауыҙымды ябырға ла онотоп, ҡатып ҡалдым. Нисек өс көн? Ул бит киреһенсә, эш күп, ял көндәрендә лә сығырға тура килә, тип йыш ҡына ҡайтмай ҡала... Барыһын да асыҡларға теләп, телефонға тотондом. Ысынлап та, яуап бирмәй. Ҡәйнәм менән нимә эшләргә белмәй ыуаландыҡ-ыуаландыҡ та, ул балалрҙы алып ҡалды, ә мин ҡайным менән беҙгә киттек.
Ике ай элек дауаханаға килгәндә бер көн өйҙә ҡунып киткәйнек. Шунда әйберҙәр нисек ҡуйылған – урынынан ҡуҙғалмаған. Һауыт-һаба шкафта саңлана башлаған, урын-ер ҙә шул килеш. Хатта киптерергә элгән таҫтамалдар ҙа алынмаған. Һыуытҡыста – ҡулланыу ваҡыты үткән колбаса, боҙола башлаған, яртылаш кипкән ҡыяр менән алма. Шкафты асҡас, барыһын да аңланым: Ғәлим бында йәшәмәй. Кейеменең яртыһынан күбеһе юҡ. Аптырап, һабаҡташым Айгөлгә шылтыраттым.
– Хәҙер киләм, – тине ул.
Ысынлап та, ярты сәғәттән килеп етте.
– Ахмаҡ һин! – был һүҙҙең үҙемә төбәлгәнен тәүге тапҡыр шунда ишеттем. – Кем ирен яртышар йыллап ташлап китә? Аҡланма! – ул минең асҡан ауыҙымдын өн сығарырға ла ирек бирмәне. – Ике балаға закон буйынса атай менән әсәйҙә бер юлы декрет ялы бирелә, тип һиңә әйттемме? Тыңламаның! – ярһыған Айгөл ҡайным барлығынан да тартынып торманы, күңелендәген теҙә башланы. – Мыжыған бисә, илаған бала юҡ, ир шашмай кем шашһын? Атай-әсәйҙәр аҫырай, ашата, нимә кәрәк алып бирә. Рәхәт тормоштан аҙғынланды ул! Күптән шылтыратып әйтермен, тинем дә, арағыҙҙы бутауға сәбәпсе булғым килмәне. Ошо урамдың осонда ғына йәшәүсе бер бисә менән типтерә ирең. Өйләнгәнсе үк шухыр-мухырҙары булған, тиҙәр. Ул саҡта өйһөҙ, машинаһыҙ егет кәрәкмәгән. Ә хәҙер, ире ташлап киткәс, берәү йәшлек мөхәббәтен һағынған, имеш.
– Кем ул?
– Һатыусы Лилиә. Давай, барып, трапакаға баҫтырып ҡайтабыҙ. Ғәлимде лә, уйнашын да.
– Ҡуй... Һөйләшеп аңлашырбыҙ әле...
– Ахмаҡ! Һөйләшерлеге ҡалмаған инде. Бында йоҙроҡ менән ҡаты итеп һөйләшергә генә кәрәк. Беләм, ғүмерҙә кешегә ауыр һүҙ әйткәнең юҡ. Үҙем һөйләшермен, кәрәк булһа, дөмбәҫләп тә алырмын. Минең ир бер-ике шулай сыпраңлап ҡарағайны, тиҙ төшөндөрҙөм. Бисәләренә лә, үҙенә лә. “Йә мин, йә улар. Әммә минән өйләнгәндәге кеүек бер нәмәһеҙ сығып китәм тип уйлама: өй, мөлкәт миңә, балалар һиңә!” – тинем. Давай, киттек...
– Юҡ... Ғәлим – районға билдәле кеше. Битен йыртып, абруйын төшөрөп йөрөмәйем. Ҡайтыр әле...
– Ҡайтһа, ҡабул итәһеңме?
– Әлбиттә. Ул бит малайҙарымдың атаһы...
– Ахмаҡ! – Айгөл тағы бер ҡысҡырҙы ла, ишеккә йүнәлде. – Ярай, үҙең беләһең. Һинең тормош. Теге бисәне аҡылға ултыртырға ғына ярҙам итә алам. Ғәлим менән күптән һөйләшеп ҡараным инде. Аңларлыҡ түгел.
Аңларлыҡ түгел ине шул. Ҡайным менән ҡәйнәмде лә, атайым менән әсәйемде лә, мине лә ишетергә теләмәне.
– Ғәфү ит, Әлиә, Лилиәне яратам. Ул – минең йәшлек мөхәббәтем. Йөрәгемә бойора алмайым, беҙ бергә булырға ҡарар иттек инде. Йорт һиңә ҡалыр, алимент түләрмен, балаларҙы ҡарашырмын. Тик бергә була алмайбыҙ...
Бына инде айырылышыуға 13 йыл үтте. Мин ғорур, тәкәббер түгел. Әллә күпме уны кире ҡайтырға өгөтләнем. Бөгөн ҡайтып инһә лә ҡабул итергә әҙермен. Бергә булыр өсөн барыһын да эшләнем: ҡәйнәмдәр менән һәйбәт мөнәсәбәттә булдым, биш йыл улар менән бергә йәшәнек. Ғәлим менән Лилиә бергә ҡайтмаһын өсөн шулай иттем. Ирем яҡлап барлыҡ туғандары минең өсөн өҙөлөп тора. Тик мөхәббәт һүнһә, бер кем дә ярҙам итә алмай икән.
Рәмил менән Дамир һигеҙ йәшкә тиклем аталарының ситтә йәшәүен ғәҙәти хәл кеүек ҡабул итте. Һәйбәт аралаштылар, дуҫ булдылар. Тора-бара уның икенсе ҡатын менән йәшәүен аңлағас, аралары һыуынды. Хәҙер бөтөнләй аралашмайҙар. Һаман да уны көтөп йәшәүемде белгән дуҫтарым, туғандарым, хатта малайҙарым да мине ахмаҡҡа һанай.
Һылыу, һин нисек уйлайһың: мин дөрөҫ йәшәмәйемме? Мин бары тик яратҡан кешемдең янымда булырына өмөт итәм. Ғаиләм бөтөн, улдарым атайлы булһын, тип тырышам. Әле береһен димләйҙәр, әле икенсеһе һората. Ә минең бит күңелем тик Ғәлимдә генә. Һөймәгән кеше менән йәшәп буламы ни? Көтәм әле... Аллаһы Тәғәлә бәлки ҡабат ҡауыштырыр. Лилиә менән дә тормоштары һис алға бармай: алты тапҡыр эко эшләтеп ҡараны, бала таба алмай. Өс йыл элек аварияға ла осранылар.
Һылыу, ниңә бәхетен көткән, ғорур булмаған кешене ахмаҡҡа тиңләйҙәр икән? Ғорур булғандар бәхетле була, тигән ҡағиҙә юҡ та инде. Аллаға шөкөр, балаларҙан бәхетем бар: малайҙар аҡыллы, тырыш. Балнис эшен аңлап тораһыңдыр, мәшәҡәтле. Донъяны үҙҙәре көтә. Тик атайҙары менән генә аралашмайҙар шул. Ярай, эш кешеһе бит һин, ваҡытыңды алдым ғәфү ит, һылыу...
“Ахмаҡ түгел һин, Әлиә апай, киреһенсә, бик аҡыллыһың! Кеше үҙенсә уйлаһын, ә һеҙ үҙегеҙсә йәшәгеҙ!” – тип кенә булһа ла йыуатҡым, теләктәшлек белдергем килә лә бит...
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
"Йәшлек"тән.
 
 
Ахмаҡ ҡатын тиҙәр миңә...
Ахмаҡ ҡатын тиҙәр миңә...
Автор:
Читайте нас: